Рөстәм ШӘЙХУЛЛИН. 1994 йылғы. Салауат районының Малаяҙ ауылынан. Башҡорт дәүләт авиация техник университетының III курс студенты. Уҡыуын өҙөп тороп, хәрби хеҙмәткә китә. Күптән десант ғәскәрҙәренә эләгергә хыялланған егеттең теләге тормошҡа аша. Рөстәмдең хәрби ант ҡабул итеү тантанаһына ата-әсәһе килгән була...
Рөстәм ЙОМАҒОЛОВ. 1991 йылғы. Сибай ҡалаһынан хәрби хеҙмәткә алына. БДУ-ның химия факультетын тамамлаған. Ул ҡабаланмай көҙгө саҡырылышта ла китә алған, тик “йәһәтерәк барырмын да йәһәтерәк ҡайтырмын” тип яҙғыһына өлгөрөргә тырышҡан.
Фидан МӘМЛИЕВ. 1996 йылғы. Саҡмағош районының Сыйрышбаш ауылынан. Мәктәптә өлгөргәнлек аттестаты алыу менән хәрби хеҙмәткә саҡырыла. “Повестка”ны түҙемһеҙлек менән көтөп ала...
Вадим НАФИҠОВ. 1996 йылғы. Белорет ҡалаһынан. Мәктәпте тамамлағас та хәрби хеҙмәткә алына.
Ранис АЛТЫНБАЕВ. 1994 йылғы. Салауат районының Әлкә ауылынан. Дыуан районындағы Мәсәғүт педагогия колледжын тамамлап, тыуған ауылындағы мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып ҡайта. 2009 йылда көрәш буйынса республика чемпионы исемен яулай. 2013 йылда атаһы ҡапыл вафат булғас, ҡустыһы Илфат һәм һеңлеһе Гүзәлде аяҡҡа баҫтырыуҙы үҙенең төп бурысы тип һанай. Әсәһе матди яҡтан ауырлыҡ тоймаһын өсөн ауылда магазин асып ебәрә.
Омск өлкәһендә Һауа десанты ғәскәрҙәренең 242-се уҡыу үҙәгендә казарма емерелеү һөҙөмтәһендә Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егеттең ғүмере өҙөлөүе тураһындағы хәбәр бөтөн республиканы тетрәтте. Салауат районынан Рөстәм Шәйхуллин, Ранис Алтынбаев, Сибайҙан Рөстәм Йомағолов, Саҡмағош районынан Фидан Мәмлиев, Белореттан Вадим Нафиҡовты ошо көндәрҙә ерләйәсәктәр. Уларҙың барыһы ла быйыл яҙ ғына Ҡораллы Көстәр сафына алынған. Фажиғә алдынан ғына егеттәр хәрби ант биргән. Был тантаналы сараға күптәрҙең ата-әсәһе лә килгән. Егеттәр көндәрен туғандары менән үткәреп, кисен генә казармаға ҡайтҡан. Бер нәмә лә һиҙенмәгән һалдаттар йоҡларға ятҡан...
Дүрт ҡатлы казарма стенаһының бер өлөшө һәм ҡыйығы 13 июлдә, урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 1-ҙә, емерелеп төшкән. Бинала 300-ҙән ашыу хәрби булған.
Омскиҙа емереклектәр аҫтында ҡалған десантсыларҙы ҡотҡарыу операцияһы тамам. 42 кеше табылған: 23 егет һәләк булған, 19 һалдат төрлө тән йәрәхәттәре алған. Хәрби-транспорт авиацияһының ике самолеты менән улар артабан дауаланыу өсөн Мәскәүгә хәрби клиник дауаханаларға оҙатылған. Яраланғандар араһында Өфөнән Владимир Дунаев та бар. Уның әсәһе улының ант биргәнен күрер өсөн Омск ҡалаһына барған. Йәкшәмбе төнгө яңылыҡтарҙан иһә ҡатын фажиғә тураһында ишеткән. Егеттең ата-әсәһе төнө буйы улдарының яҙмышын асыҡлай алмаған. Көндөҙ генә Володя үҙе шылтыратып: “Әсәй, мин иҫән!” – тип һөйөнсөләгән.
Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу белдереүенсә, һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләренә 5,8 миллион һум күләмендә аҡсалата ярҙам биреләсәк. Ә Омск өлкәһендә 14 июль матәм көнө тип иғлан ителде.
Фажиғә сәбәптәрен Тәфтиш комитеты асыҡлаясаҡ. Белгестәр билдәләүенсә, бинаның сифатһыҙ төҙөкләндереү эштәре алып барыу арҡаһында емерелеүе ихтимал.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы һәләк булған һалдаттарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Омск ҡалаһында хеҙмәт иткән егеттәрҙең ата-әсәләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары ебәрҙе. Унда:“Ғаиләгеҙгә килгән оло бәләне – улығыҙҙы юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашам. Омск өлкәһенең Светлый ҡасабаһындағы Һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһындағы ҡот осҡос фажиғә тураһындағы хәбәр бөтөн республика халҡын тетрәндерҙе. Ошо ауыр минуттарҙа күңел кисерештәрен аңлатырлыҡ түгел. Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға сабырлыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ”.Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты: “Омск өлкәһендәге күп кешенең ғүмерен өҙгән фажиғә тәрән тетрәндерҙе. Ошондай ауыр мәлдә күңелегеҙҙе йыуатырлыҡ һүҙҙәр табыуы ҡыйын. Сикһеҙ ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам”.