Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Был еңеүгә бергәләп өлгәштек
Был еңеүгә бергәләп өлгәштек “Ҡунаҡтар ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә эйә булған, өр-яңы идеялар, тәҡдимдәр һәм инвестициялар йәһәтенән бар донъяға асыҡ төбәк менән танышты. Беҙҙең өсөн саммиттар – тәү нәүбәттә һөҙөмтәһе тиҫтәләрсә йыл менән баһаланасаҡ стратегик проект ул”, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында, ШОС һәм БРИКС саммиттарына йомғаҡ яһап.
Был еңеүгә бергәләп өлгәштек– ШОС һәм БРИКС саммиттарын Өфөлә, Баш­ҡорт­остан Республика­һында ҡабул итеү оло мәр­тә­бә бул­ды. Тәүге ярты йылда сараға әҙерлек йәһәтенән бурыстарҙы барлаһаҡ, һу­ңынан инде ең һыҙғанып эшкә то­тон­доҡ. Бөгөн, саммиттар үткәс, ти­рә-яҡ­ты байҡайбыҙ ҙа ни тиклем ҙур һәм яуаплы эш башҡарылғанын аң­лайбыҙ. Әммә был сик түгел, хәҙер инде алда тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар көтә. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты ойоштороу кимәлен маҡтаны. Был – беҙҙең өсөн иң оло баһа, – тине төбәк Башлығы.
Ә йыйындың файҙаһына килгән­дә, Рөстәм Хәмитов тағы бер тапҡыр һалынған биналарҙың, юлдарҙың, ҡунаҡ­ханаларҙың, асылған парк һәм скверҙарҙың халыҡ мәнфәғәтендә эш­ләйәсәген әйт­те. “Эҫе” мәлендә инвес­торҙар менән әүҙемерәк хеҙ­мәт­тәшлек итергә, оҙайлы контракттар, төрлө тар­маҡтарҙа килешеүҙәр төҙөргә кәрәк­леген билдәләне.
Был еңеүгә бергәләп өлгәштекҺуңғы йылдарҙа донъя эшҡыуарҙа­ры Башҡорт­останға инвестицияны әү­ҙем һала башланы. Әле Ҡытай бел­гестәре менән берлектәге тиҫтәнән ашыу проект тормошҡа ашырыла. Улар ҡорос прокатлау заводын төҙөү­гә, Ишембайҙа ауыр быраулау ҡулай­ламалары етештереүҙе яйға һалыуға, яңы теплицалар һәм бойҙайҙы тәрән эшкәртеү комплексын асыуға ҡағыла. Нефтекама автозаводы нигеҙендә Көньяҡ Африкалағы Bell компанияһы үҙбушат­ҡыс­тар етештерәсәк. Ҡа­ҙағ­стан­дың нефть һәм газ секто­ры ла беҙҙең менән әүҙем эшләргә теләй. Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстанды аҙыҡ-түлек, йәшелсә, еләк-емеш ме­нән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәш итеп күрәбеҙ.
Был еңеүгә бергәләп өлгәштекЖурналистар һаулыҡ һаҡлау, мә­ҙәниәт, сәнғәт өл­кә­ләренә ҡағылышлы килешеүҙәр, киләсәккә кү­ҙал­ланған бурыстар, социаль мәсьәләләр менән дә ҡыҙыҡһынды. Осрашыу һуңында Рөс­тәм Хәмитов тағы бер тапҡыр Баш­ҡортостан халҡына, етәксе­лек­кә, ирек­мәндәргә, журналистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Был еңеүгә беҙ бергәләп өлгәштек”, — тип белдерҙе төбәк Башлығы.


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА. Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә