“Ҡунаҡтар ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә эйә булған, өр-яңы идеялар, тәҡдимдәр һәм инвестициялар йәһәтенән бар донъяға асыҡ төбәк менән танышты. Беҙҙең өсөн саммиттар – тәү нәүбәттә һөҙөмтәһе тиҫтәләрсә йыл менән баһаланасаҡ стратегик проект ул”, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында, ШОС һәм БРИКС саммиттарына йомғаҡ яһап.– ШОС һәм БРИКС саммиттарын Өфөлә, Башҡортостан Республикаһында ҡабул итеү оло мәртәбә булды. Тәүге ярты йылда сараға әҙерлек йәһәтенән бурыстарҙы барлаһаҡ, һуңынан инде ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Бөгөн, саммиттар үткәс, тирә-яҡты байҡайбыҙ ҙа ни тиклем ҙур һәм яуаплы эш башҡарылғанын аңлайбыҙ. Әммә был сик түгел, хәҙер инде алда тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар көтә. Әйткәндәй, Рәсәй Президенты ойоштороу кимәлен маҡтаны. Был – беҙҙең өсөн иң оло баһа, – тине төбәк Башлығы.
Ә йыйындың файҙаһына килгәндә, Рөстәм Хәмитов тағы бер тапҡыр һалынған биналарҙың, юлдарҙың, ҡунаҡханаларҙың, асылған парк һәм скверҙарҙың халыҡ мәнфәғәтендә эшләйәсәген әйтте. “Эҫе” мәлендә инвесторҙар менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә, оҙайлы контракттар, төрлө тармаҡтарҙа килешеүҙәр төҙөргә кәрәклеген билдәләне.
Һуңғы йылдарҙа донъя эшҡыуарҙары Башҡортостанға инвестицияны әүҙем һала башланы. Әле Ҡытай белгестәре менән берлектәге тиҫтәнән ашыу проект тормошҡа ашырыла. Улар ҡорос прокатлау заводын төҙөүгә, Ишембайҙа ауыр быраулау ҡулайламалары етештереүҙе яйға һалыуға, яңы теплицалар һәм бойҙайҙы тәрән эшкәртеү комплексын асыуға ҡағыла. Нефтекама автозаводы нигеҙендә Көньяҡ Африкалағы Bell компанияһы үҙбушатҡыстар етештерәсәк. Ҡаҙағстандың нефть һәм газ секторы ла беҙҙең менән әүҙем эшләргә теләй. Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстанды аҙыҡ-түлек, йәшелсә, еләк-емеш менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәш итеп күрәбеҙ.
Журналистар һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәләренә ҡағылышлы килешеүҙәр, киләсәккә күҙалланған бурыстар, социаль мәсьәләләр менән дә ҡыҙыҡһынды. Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов тағы бер тапҡыр Башҡортостан халҡына, етәкселеккә, ирекмәндәргә, журналистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Был еңеүгә беҙ бергәләп өлгәштек”, — тип белдерҙе төбәк Башлығы.