Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулыбыҙҙа – ҡыҙыл диплом, инде эш кәрәк, эш!
Ҡулыбыҙҙа – ҡыҙыл диплом, инде эш кәрәк, эш! Быуындар алмашына. Ике ай үтер-үтмәҫтән сәскәләр тотҡан ҡыҙҙар-малайҙар тәү тапҡыр мәктәп тупһаһы аша үтер, ә бөгөн белем усаҡтарында дипломдар тапшырыла. Бер ҡайғыһыҙ тиерлек мәктәп йылдары “һә” тигәнсе үтер ҙә китер ул, бына саҡ “бешеп сыҡҡан” белгестәр яҙмышы бер аҙ хафаға һала. Хеҙмәт баҙарының ҡатмарлашҡан сағына тура килде уларҙың ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡан мәле.


БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына физика-математика факультетын тамамлаусы­ларға диплом тапшырыу кисәһенә юл­лан­ғанда, ошо уйҙар солғап алды. Тик аттарҙы алдан саптырмайыҡ әле, йөҙҙәре балҡыған йәштәрҙең төп сараһы хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтәйек.
Факультеттың тамаша залы бәхетлеләр менән шығырым тулғайны. Араларында – кисә­ге студенттар үҙҙәре, ата-әсәләре, яҡындары һәм, әлбиттә, остаздары. Һүҙ йүгәнен ҡулдарына иң башта филиалдың директоры Алексей Ковальский менән факультет деканы Светлана Мостафина алды.
– Был уҡыу йорто менән һеҙҙең яҙмышығыҙ айырылғыһыҙ. Бында биш йыл ғүмерегеҙ үткән, шул ваҡыт арауығында алдағы тормошоғоҙҙа нигеҙ булып ятырҙай белем алдығыҙ. Ошо нигеҙгә таянып, инде иҫәнлектә һәм уңыштарға төрөнөп кенә йәшәгеҙ, – тип изге теләктәрен еткерҙе улар кисәге студенттарына. Йәштәр иһә үҙ сиратында уҡытыусыларына төплө белем биргәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Артабан сәхнә түрен ҡыҙыл дипломға эйә булыусылар биләне. Уңғандарҙың барыһы ла күтәрелеүгә сәхнәлә энә төртөрлөк тә урын ҡалмағайны инде. Тырыштарҙың шул тиклем күп булыуына шатланып ултырҙым. Ә сираттағы йәш белгесте күргәс, ғорурлығым ташып сыҡты: ул биш йәштәр сама­һындағы ҡыҙын да етәкләп менде сәхнәгә. Бына бит, берәүҙәр уҡыуында йүнләп өлгәшә алмай, икенселәр ҡыҙ ҙа үҫтерә, ҡыҙыл диплом да ала!
Эйе, әлеге уҡыу йорто – тырыш студенттары менән күптән дан ҡаҙанған белем усаҡтарының береһе. Шул уҡ ваҡытта улар тырышып уҡыһын өсөн шарттар ҙа йылдан-йыл үҫешә генә бара. Фән, белем биреү буйынса яңылыҡтар булып тора. Мәҫәлән, филиалда күптән түгел иғтибарға лайыҡ бер конференция уҙҙы: нефть һәм газ сығарыу (табыу) өлкәһендә яңы алымдар ҡулланыу буйынса фекер алышты йәш һәм абруйлы ғалимдар. Әйткәндәй, сарала ҡатнашыусы­лар араһында сит өлкәләрҙән дә ҡунаҡтар бар ине. Иң мөһиме – уҡыу йортонда ошо йүнәлеш буйынса үҙәк булдырырға кәрәк, тип таралышты улар.
…Хеҙмәт баҙарына әйләнеп ҡайтҡанда, шуны әйтергә ҡалалыр: ил таянырҙай йәш белгестәр әҙерләй уҡыу йорттары, һөнәрҙәре лә һанап бөткөһөҙ, тик Көнбайыш Европа “ярҙамында” эш урындарына ғына ҡытлыҡ бар – ойошма-учреждениелар ситтән (йәш) белгес алғансы, күптән эшләп килгән хеҙмәт­кә­рен нисек тә булһа урамға сығарып ташламаҫҡа тырыша. Шул уҡ ваҡытта ҡағылып-һуғылған йәшлек тәжрибәһе тура­һында ла оноторға ярамайҙыр. Ҡыҫҡаһы, ниндәй генә уҡыу йортон тамамлауға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә бик үк еңел түгел йәш кешегә эш табыуы. Шуға хатта әллә ҡайҙа сит илгә уҡырға барырға кәрәкме икән, тигән уйҙар ҙа урғыла башта. Бында, әлбиттә, ауылдарҙа белгестәрҙең етешмәүе, бер һөнәрҙең – артыҡ, икенсеһенең аҙ булыуы хаҡында ла бәхәсләшергә мөмкиндер. Ә шулай ҙа… сәхнә тултырып баҫып торған диплом алыусылар ҡабат-ҡабат иҫкә төшә лә “барыбер ҙә йәштәребеҙ юғалып ҡалмаҫ” тигән өмөт уяна. Теләк кенә кәрәк, шул саҡта ҡыҙыл диплом да, табышлы эш урыны ла булыр…





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә