Быуындар алмашына. Ике ай үтер-үтмәҫтән сәскәләр тотҡан ҡыҙҙар-малайҙар тәү тапҡыр мәктәп тупһаһы аша үтер, ә бөгөн белем усаҡтарында дипломдар тапшырыла. Бер ҡайғыһыҙ тиерлек мәктәп йылдары “һә” тигәнсе үтер ҙә китер ул, бына саҡ “бешеп сыҡҡан” белгестәр яҙмышы бер аҙ хафаға һала. Хеҙмәт баҙарының ҡатмарлашҡан сағына тура килде уларҙың ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡан мәле.БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына физика-математика факультетын тамамлаусыларға диплом тапшырыу кисәһенә юлланғанда, ошо уйҙар солғап алды. Тик аттарҙы алдан саптырмайыҡ әле, йөҙҙәре балҡыған йәштәрҙең төп сараһы хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтәйек.
Факультеттың тамаша залы бәхетлеләр менән шығырым тулғайны. Араларында – кисәге студенттар үҙҙәре, ата-әсәләре, яҡындары һәм, әлбиттә, остаздары. Һүҙ йүгәнен ҡулдарына иң башта филиалдың директоры Алексей Ковальский менән факультет деканы Светлана Мостафина алды.
– Был уҡыу йорто менән һеҙҙең яҙмышығыҙ айырылғыһыҙ. Бында биш йыл ғүмерегеҙ үткән, шул ваҡыт арауығында алдағы тормошоғоҙҙа нигеҙ булып ятырҙай белем алдығыҙ. Ошо нигеҙгә таянып, инде иҫәнлектә һәм уңыштарға төрөнөп кенә йәшәгеҙ, – тип изге теләктәрен еткерҙе улар кисәге студенттарына. Йәштәр иһә үҙ сиратында уҡытыусыларына төплө белем биргәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Артабан сәхнә түрен ҡыҙыл дипломға эйә булыусылар биләне. Уңғандарҙың барыһы ла күтәрелеүгә сәхнәлә энә төртөрлөк тә урын ҡалмағайны инде. Тырыштарҙың шул тиклем күп булыуына шатланып ултырҙым. Ә сираттағы йәш белгесте күргәс, ғорурлығым ташып сыҡты: ул биш йәштәр самаһындағы ҡыҙын да етәкләп менде сәхнәгә. Бына бит, берәүҙәр уҡыуында йүнләп өлгәшә алмай, икенселәр ҡыҙ ҙа үҫтерә, ҡыҙыл диплом да ала!
Эйе, әлеге уҡыу йорто – тырыш студенттары менән күптән дан ҡаҙанған белем усаҡтарының береһе. Шул уҡ ваҡытта улар тырышып уҡыһын өсөн шарттар ҙа йылдан-йыл үҫешә генә бара. Фән, белем биреү буйынса яңылыҡтар булып тора. Мәҫәлән, филиалда күптән түгел иғтибарға лайыҡ бер конференция уҙҙы: нефть һәм газ сығарыу (табыу) өлкәһендә яңы алымдар ҡулланыу буйынса фекер алышты йәш һәм абруйлы ғалимдар. Әйткәндәй, сарала ҡатнашыусылар араһында сит өлкәләрҙән дә ҡунаҡтар бар ине. Иң мөһиме – уҡыу йортонда ошо йүнәлеш буйынса үҙәк булдырырға кәрәк, тип таралышты улар.
…Хеҙмәт баҙарына әйләнеп ҡайтҡанда, шуны әйтергә ҡалалыр: ил таянырҙай йәш белгестәр әҙерләй уҡыу йорттары, һөнәрҙәре лә һанап бөткөһөҙ, тик Көнбайыш Европа “ярҙамында” эш урындарына ғына ҡытлыҡ бар – ойошма-учреждениелар ситтән (йәш) белгес алғансы, күптән эшләп килгән хеҙмәткәрен нисек тә булһа урамға сығарып ташламаҫҡа тырыша. Шул уҡ ваҡытта ҡағылып-һуғылған йәшлек тәжрибәһе тураһында ла оноторға ярамайҙыр. Ҡыҫҡаһы, ниндәй генә уҡыу йортон тамамлауға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә бик үк еңел түгел йәш кешегә эш табыуы. Шуға хатта әллә ҡайҙа сит илгә уҡырға барырға кәрәкме икән, тигән уйҙар ҙа урғыла башта. Бында, әлбиттә, ауылдарҙа белгестәрҙең етешмәүе, бер һөнәрҙең – артыҡ, икенсеһенең аҙ булыуы хаҡында ла бәхәсләшергә мөмкиндер. Ә шулай ҙа… сәхнә тултырып баҫып торған диплом алыусылар ҡабат-ҡабат иҫкә төшә лә “барыбер ҙә йәштәребеҙ юғалып ҡалмаҫ” тигән өмөт уяна. Теләк кенә кәрәк, шул саҡта ҡыҙыл диплом да, табышлы эш урыны ла булыр…