Мөғәлләм Шәйхаттар улы Мирхәйҙәров менән ике тапҡыр осрашырға насип булды. Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән йылдар. Тырышып-тырмашып халыҡ ижадын өйрәнәбеҙ. Йәйге ялға ҡайтҡанда әсәйемә нисек уҡып йөрөүем хаҡында һөйләйем.
– Һиңә Мөғәлләм апаңды күрергә кәрәк, — тине бер көн әсәйем. — Халыҡ ижадын һәйбәт белә, үҙе лә шиғырҙар яҙа.
Ул саҡта мин Бейеш батыр тураһында ҡыҙыҡһына инем. Мирхәйҙәровтарға барҙым. Мөләйем генә йөҙлө, баҫалҡы Сания инәй ҡаршы алды. Ә Мөғәлләм апа өҫтәл артында нимәлер яҙып ултыра. Эшен ҡалдырып, йомошомдо тыңланы. Бик оҙаҡ, көнө буйы тиерлек, һөйләшеп ултырҙыҡ. Сәсән күңелен борсоған мәсьәләләр, башҡорт теленең яҙмышы, кешеләрҙең рухи ҡиммәттәрҙе онота барыуы, тәбиғәттең ҡороуы хаҡында әсенеп бәйән итте. Бейеш батырҙың бығаса берәүгә мәғлүм булмаған мажараларын, тормош сәхифәләрен һөйләне. Сания инәй әҙерләгән сәйҙе эскәндән һуң, әңгәмә дауам итте.
Хәҙер уйлап ҡарайым да, иҫ-аҡылым китә: бөгөн кемебеҙ 17-18 йәшлек үҫмер менән (ә мин асылда үҫмерлектән генә түгел, балалыҡтан да сығып өлгөрмәгәйнем), ваҡытын сарыф итеп, шулай ихлас һөйләшеп, аҡыл өйрәтеп, өгөт-нәсихәтен биреп ултыра? Сәсәнебеҙ, шағирыбыҙ бик етди проблемалар күтәргән. Бөгөнгөнө шул йылдарҙа уҡ күрә белгән — мине йәнә бер аптыратҡаны шул.
1971 йылда Мөғәлләм Шәйхаттар улы менән икенсе тапҡыр осраштым. Икенсе курсты тамамлағайным, әсәйем тағы: “Мөғәлләм ағай һине һораша ине, барып сыҡ”, — тине. Был юлы ла мин ябай, ҡунаҡсыл йорттан фәһем төйнәп, ижадҡа, халҡыбыҙ яҙмышына ҡағылышлы мәғлүмәт алып ҡайттым.
– Ҡыҙым, килеп йөрө, әле һиңә һөйләр нәмә бихисап, — тигәйне лә Мөғәлләм апа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бүтән осрашып-һөйләшеп булманы. Бер ваҡыт, уҡыуҙың ҡыҙыу мәлендә, әсәйем шылтырата: “Ҡайтып китһәң һәйбәт булыр ине, Мөғәлләм ағай ауырып тора, һиңә әйтер һүҙем бар, ти”. Ҡайта алманым. Йәш ваҡытта ғүмерҙең ҡыҫҡалығы, әжәлдең әҙәм балаһына һәр даим яҡын йөрөүе иҫкә лә инеп сыҡмай бит ул. Үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла донъяға ғүмерлеккә килгән, тип хис итәбеҙ, һуңынан әсе үкенестәр генә йәнде өтә… Әлеге елбәҙәклегебеҙ, битарафлығыбыҙ арҡаһында күпме нәмә юғалтабыҙ…
Ул саҡтарҙа әле мин сәсәндең сәйәси эҙәрлекләүҙәргә дусар булғанын да, “халыҡ дошманы” исемен күтәреп, ун йыл төрмәлә ултырып сыҡҡанын да белмәй инем...
Сәсәндең халҡыбыҙҙың күренекле ғалимдары, яҙыусылары менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, хаттар алышыуы билдәле. Тик заманында уның хеҙмәте тейешле баһа алмаған. Улай ғына ла түгел, архивынан бик күп материал юҡҡа сыҡҡан. Ҡайһы бер билдәле шәхестәребеҙ, уның теге йәки был ижади ҡомартҡыһын “ваҡытлыса” ғына алып тороп, кире ҡайтармаған. 2001 йылда сәсәндең өсөнсө улы Марсель Мирхәйҙәровтың йортонда ул архив менән бер аҙ танышҡайным, иҫ китмәле бай ҡомартҡы: ауыҙ-тел ижады өлгөләре, ер-һыу атамалары тураһында мәғлүмәттәр, Мөғәлләм апаның үҙе яҙған шиғырҙары, көндәлектәре, хаттар... Ун дүрт йыл эсендә архив бик ныҡ һайыҡҡан булып сыҡты. Быға тиклем башҡорттоң күренекле улдарының, атап әйткәндә, шағирҙар Ҡәҙим Аралбаев менән Әхмәр Үтәбаевтың Мөғәлләм Мирхәйҙәров тураһындағы төплө мәҡәләләре менән таныш булғанға күрә, уларҙы ҡабатлауҙан ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта сәсәндең тыуыуына 105 йыл тулыуға бәйле тормош һәм ижад юлындағы әлегәсә беҙ белмәгән ваҡиғаларҙы асыҡларға теләп, йәнә лә Марсель Мөғәлләм улына мөрәжәғәт иткәйнем. Бер ни ҙә таба алманыҡ. Көндәлектәр ҙә юҡҡа сыҡҡан. Киләсәктә кемдер кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҡлар — был ҡурҡыныс түгел. Әгәр сәсәнде иҫкә алып эшләһә, әлбиттә. Иң хәүефлеһе: халыҡ ижадын ҡасан да булһа “үҙенекенә” әйләндереп (әйтәйек, ҡобайыр һәм йырҙарҙы), шөһрәт ҡаҙанып йөрөүҙәре бик ихтимал.
Шулай итеп, быйыл сәсәндең тыуыуына 105 йыл тулды. Яҡты донъяларҙа 74 йәш кенә йәшәп ҡалғайны бит ул. Әммә шул осорҙа күпме михнәт-ыҙалыҡ кисергән, нахаҡ һүҙ күтәргән, 1937 йылда, сәйәси золомдоң иң ныҡ көсәйгән мәлендә, бинахаҡҡа ҡулға алынып, Углич төрмәһендә 10 йыл ултырып, күпме язаға дусар ителгән, унан ҡайтҡас та үҙенең ғәйепһеҙ икәнлеген иҫбат итер өсөн күпме тупһаларҙы тапаған, йөрәк утын яндырған… Һәм күпме һоҡланғыс эш атҡарып өлгөргән!
...1900 йылдың мартында Асҡар ауылында алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы ғаиләлә донъяға килә буласаҡ сәсән. Ул саҡта был биләмә Ырымбур губернаһының Верхнеуральск өйәҙенә ҡарай. Ғаилә ярлы була, һәр саҡ осон-осҡа ялғап йәшәһәләр ҙә, балаларҙың барыһы ла аң-белемгә ынтыла. Һөҙөмтәлә өс баланың икәүһе — Мөғәлләм менән Фәриха — педагогик белем ала. Өлкәндәре Бибиәсмә, мәктәптән һуң махсус уҡыу йортона инә алмаһа ла, туғыҙ балаһына ла уҡырға ярҙам итә, үҙе ғүмер буйы йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Бибиәсмә менән Хажмөхәмәт Күсимовтарҙың балалары ил мәртәбәһен арттырыусы һөнәр эйәләре булып китә. Кесе балалары, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәриха Шәйхаттар ҡыҙы оҙаҡ йылдар Асҡар мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡытты. Мөғәлләм Мирхәйҙәров, Асҡарҙағы урыҫ-башҡорт мәктәбен тамамлағас, 1914-1915 йылдарҙа земство тарафынан асылған “Ысул жәдит” мәктәбенә бара. Һуңғараҡ Белорет педагогия техникумында белем ала, уҡыу йорто күсерелгәс, 1923 йылда уны Темәстә тамамлап ҡуя. Йәшләй тарих, халыҡтың ауыҙ-тел ижады менән ҡыҙыҡһынған Мөғәлләм Шәйхаттар улы тыуған яғының топонимикаһын, ундағы халыҡтың йәшәү рәүешен, көнкүрешен, данлы үткәнен, батырҙарының тормошон, урындағы риүәйәт, ҡобайыр, йырҙарҙы өйрәнә, туплай. “Минәй батыр менән Шүлгән батша”, “Ҡуңыр буға” эпостары, “Хан ҡыҙы”, “Йүгерек батыр” дастандары, “Утыҙ ике ҡыҙ инек” һәм башҡа фольклор өлгөләре Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың ваҡытында ҡағыҙға теркәп ҡалыуы арҡаһында ғына бөгөнгө быуынға килеп етте. Филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов “Минәй батыр менән Шүлгән батша” эпосының “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат”ҡа ауаздаш әҫәр булыуын билдәләй.
Сәсәндең тормош юлы башта ыңғай ғына барған кеүек. Революциянан һуң Ҡырҙас, Әхмәт ауылдарында балалар уҡыта, киләсәккә оло хыялдар менән йәшәй. Әммә граждандар һуғышы башланып китә. Әлбиттә, илем, халҡым, тип янған сәсән Ватан яҙмышы хәл ителгәндә ситтә тороп ҡала алмай. Ҡулына ҡорал ала Мөғәлләм сәсән. Муса Мортазин отрядында орудие расчеты һуғышсыһы була.
Граждандар һуғышы тамамланғас, Асҡар ауылында совет кешеләрен дошмандарҙан һаҡлау маҡсатында төҙөлгән дружинаның тәүге ағзаларының береһенә әйләнә. Мәҙәни-мәғрифәт эшендә ихлас ҡатнаша, драма түңәрәге ойоштороп ебәрә.
Армиянан йөрөп ҡайтыуына кулактарҙы һөргөнгә ебәреү башлана. Мөғәлләм Шәйхаттар улы Рауил мәктәбенә эшкә килә. Революцияны, унан һуңғы үҙгәрештәрҙе йөрәге менән ҡабул итһә лә, хәлле хужаларҙы һөргөнгә оҙатыуға ҡаршы сыға. Һәм әлеге сәйәсәтте хупламауы тураһында юғары органдарға хаттар яҙа. Һөҙөмтәлә, ялған ғәйеп тағып, М. Мортазин отрядында йөрөүен дә иҫкә алып, уны партиянан сығаралар һәм төрмәгә ябалар. Бөтә Союз старостаһы М.И. Калининға яҙған хаты ғына ҡотҡарып ҡала уны был юлы.
1932 йылдан ул “Ҡыҙыл Башҡортостан” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзите редакцияһына хәбәрсе булып урынлаша, Т. Йәнәби, Б. Бикбай, К. Фәхретдинов, М. Хәйри менән бергә эшләй, бер фатирҙа йәшәй. Ғаиләһен Өфөгә алып килә алмағас, бер йылдан Асҡарға ҡайта. Шулай ең һыҙғанып, дәртләнеп эшләп йөрөгәнендә, 1937 йылда, уны ҡулға алалар һәм ун йылға иркенән мәхрүм итәләр. Йылдар буйы туплаған, яҙған бөтә хеҙмәттәрен урамға сығарып үртәйҙәр.
Төрмәнең таш стеналары эсендә күргән михнәттәре лә уның рухын һындыра алмаған. Күргән-кисергәнен Мөғәлләм Мирхәйҙәров шиғыр юлдарына һала. Тотҡондоң “Углич хәтирәләре” циклына инә һуңынан был шиғырҙар.
Иреккә сыҡҡас та, асылда уны эҙәрлекләү дауам итә.
– Ауыр йәшәнек, — тип хәтерләй бөгөн сәсәндең улы Марсель. — Утын, бесән һәр ваҡыт проблема булып торҙо. Бер ҡайҙан да ярҙам һорап ала алманыҡ. Һигеҙ саҡрымға йәйәү йөрөп бесән сабабыҙ, ике тәгәрмәсле арба менән утын ташыйбыҙ. Атайым салғыны оҫта һелтәй торғайны. Аҙаҡ ҡустым Дамир менән икебеҙгә велосипед алып бирҙеләр, ә атайым йәйәү йөрөүен дауам итте. Йән тыныслығы эҙләп. Хатта күрше-тирәнең мөнәсәбәте лә башҡасараҡ ине беҙгә. Атайым Магнитогорск металлургия комбинатына ла эшкә китеп ҡараған, тик, өләсәйем ауырығас, кире ҡайтҡан.
...Мөғәлләм Шәйхаттар улы Мирхәйҙәров яҡты донъя менән хушлашҡан көнөнә ҡәҙәр “халыҡ дошманы” булып ҡала. Һәм… халыҡ тип яна, халыҡ тип борсола, киләсәк быуындарға әллә күпме әҙәби ҡомартҡы ҡалдыра. Асылда ул 1960 йылдың февралендә аҡланған була, әммә сәсәндең адресы буйынса ебәрелгән документ тәғәйен урынға килеп етмәй. Уның ҡарауы, партияның район комитеты инструкторҙары “дошманды” әленән-әле тикшереп торорға бер ҙә йыбанмай.
Аҡлау ҡағыҙын 1988 йылда ғына балалары юллап ала. Әйткәндәй, хәләл ефете Сания инәй менән улар бынамын тигән балалар тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәндәре Марс менән Дилә — Мәскәүҙә, Марсель — Өфөлә, Дамир Магнитогорскиҙа юғары белем алды. Илсен ағай махсус урта белемле ине, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны, тотош илде урап сыҡты, сит ил тамашасылары ла уның ҡумыҙ сиртеүен, думбырала уйнауын яратып ҡабул итте. Шиғырҙар ҙа яҙа ине. Бөгөн Мөғәлләм апаның ике улы – Марсель менән Дамир иҫән, ғаиләләре менән матур тормош кисерәләр.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 2010 йылда “Райондың иң яҡшы табибы” исеменә лайыҡ булған Марсель Мөғәлләм улы менән халыҡ мәғарифы отличнигы Сәлимә Нәжәр ҡыҙы өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Уларҙың барыһы ла атайҙары юлын һайлаған: Альберт менән Айбулат та, Әлфиә лә — табиптар. Альберттың тормош юлдашы Лилиә — юрист, Айбулаттың Филиәһе — йәнә табип. Әлфиәнең ире Ринат та һөнәре буйынса врач.
Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре сәсәндең ижади ҡомартҡыларын өйрәнә, уның хаҡындағы яҡты иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай. Улар сәсәндең йорт-музейын да булдырған. 2008 йылда шағир Ҡәҙим Аралбай һәм академик Ғайса Хөсәйенов ярҙамында сәсән һәм шағир, сәйәси золом ҡорбаны Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың шиғырҙары, ҡобайырҙары һәм дастандары “Углич хәтирәләре” исемле китап булып донъя күргәйне. Ә инде 2013 йылда сәсәндең бер туған апаһы Бибиәсмәнең ҡыҙы Азия Күсимова һәм ейәнсәре Илмира Мирхәйҙәрова (улы Илсендең ҡыҙы) “Ғаилә ҡомартҡылары” тигән баш аҫтында бик күркәм йыйынтыҡ әҙерләп сығарҙы.
“Тыуған илем, һутлы тупрағыңдың
Бер семтемен түш кеҫәмә —
Йөрәгем эргәһенә — һалайым”, — тип яҙған сәсән. Был юлдарҙа уның тыуған ерҙә йәшәп тә, күңелендә ошо илгә, ошо ергә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыныу хисе һаҡлауы сағыла. Бөртөкләп йыйған ижади хазинаның кешеләргә барып етмәү ихтималлығын уйлап, көндәлегендә ул былай ти: “…Халҡыбыҙҙың киләсәген тәьмин итеү хәтер ептәре аша тамырыбыҙҙы байҡауҙан ғибәрәт… Ыҙаланып тапҡанымды халҡыма тапшырып китергә, хушлашырға иркем бармы был ирекле демократик илдә?..” Был юлдарҙы ул 70 йәшен билдәләгән сағында яҙған. Сәсәндең имен ҡалған яҡты мираҫы ентекле өйрәнелер, ә исеме Мөхәмәтша Буранғолов, Байыҡ Айҙар сәсән, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Ғәбит Арғынбаев, Шафиҡ Әминев-Тамъяни менән бер бейеклеккә күтәрелер тип ышанғы килә.