Һынауҙарға һынмаған рух07.07.2015
Мөғәлләм Шәйхаттар улы Мирхәйҙәров менән ике тапҡыр осрашырға насип булды. Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән йылдар. Тырышып-тырмашып халыҡ ижадын өйрәнәбеҙ. Йәйге ялға ҡайтҡанда әсәйемә нисек уҡып йөрөүем хаҡында һөйләйем.


– Һиңә Мөғәлләм апаңды күрергә кәрәк, — тине бер көн әсәйем. — Халыҡ ижадын һәйбәт белә, үҙе лә шиғырҙар яҙа.
Ул саҡта мин Бейеш батыр тура­һында ҡыҙыҡһына инем. Мирхәй­ҙә­ровтарға барҙым. Мөләйем генә йөҙлө, баҫалҡы Сания инәй ҡаршы алды. Ә Мөғәлләм апа өҫтәл артында нимәлер яҙып ултыра. Эшен ҡал­дырып, йомошомдо тыңланы. Бик оҙаҡ, көнө буйы тиерлек, һөйләшеп ултырҙыҡ. Сәсән күңелен борсоған мәсьәләләр, башҡорт теленең яҙмы­шы, кешеләрҙең рухи ҡиммәттәрҙе онота барыуы, тәбиғәттең ҡороуы ха­ҡында әсенеп бәйән итте. Бейеш батырҙың бығаса берәүгә мәғлүм булмаған мажараларын, тормош сәхифәләрен һөйләне. Сания инәй әҙерләгән сәйҙе эскәндән һуң, әңгәмә дауам итте.
Хәҙер уйлап ҡарайым да, иҫ-аҡы­лым китә: бөгөн кемебеҙ 17-18 йәшлек үҫмер менән (ә мин асылда үҫмер­лек­тән генә түгел, балалыҡтан да сығып өлгөрмәгәйнем), ваҡытын сарыф итеп, шулай ихлас һөйләшеп, аҡыл өйрәтеп, өгөт-нәсихәтен биреп ултыра? Сәсәнебеҙ, шағирыбыҙ бик етди проблемалар күтәргән. Бөгөн­гөнө шул йылдарҙа уҡ күрә белгән — мине йәнә бер аптыратҡаны шул.
1971 йылда Мөғәлләм Шәйхаттар улы менән икенсе тапҡыр осраштым. Икенсе курсты тамам­ла­ғайным, әсәйем тағы: “Мөғәлләм ағай һине һораша ине, барып сыҡ”, — тине. Был юлы ла мин ябай, ҡунаҡсыл йорттан фәһем төйнәп, ижадҡа, халҡыбыҙ яҙмышына ҡағылышлы мәғлүмәт алып ҡайттым.
– Ҡыҙым, килеп йөрө, әле һиңә һөйләр нәмә бихисап, — тигәйне лә Мөғәлләм апа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бүтән осрашып-һөйләшеп булманы. Бер ваҡыт, уҡыуҙың ҡыҙыу мәлендә, әсәйем шылтырата: “Ҡайтып китһәң һәйбәт булыр ине, Мөғәлләм ағай ауырып тора, һиңә әйтер һүҙем бар, ти”. Ҡайта алманым. Йәш ваҡытта ғүмерҙең ҡыҫҡалығы, әжәлдең әҙәм балаһына һәр даим яҡын йөрөүе иҫкә лә инеп сыҡмай бит ул. Үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла донъяға ғүмерлеккә килгән, тип хис итәбеҙ, һуңынан әсе үкенестәр генә йәнде өтә… Әлеге елбәҙәклегебеҙ, битарафлығыбыҙ арҡаһында күпме нәмә юғалтабыҙ…
Ул саҡтарҙа әле мин сәсәндең сәйәси эҙәрлекләүҙәргә дусар булға­нын да, “халыҡ дошманы” исемен күтәреп, ун йыл төрмәлә ултырып сыҡҡанын да белмәй инем...
Сәсәндең халҡыбыҙҙың күренекле ғалимдары, яҙыусылары менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, хаттар алышыуы билдәле. Тик заманында уның хеҙ­мә­те тейешле баһа алмаған. Улай ғына ла түгел, архивынан бик күп материал юҡҡа сыҡҡан. Ҡайһы бер билдәле шәхестәребеҙ, уның теге йәки был ижади ҡомартҡыһын “ваҡытлыса” ғына алып тороп, кире ҡайтармаған. 2001 йылда сәсәндең өсөнсө улы Марсель Мирхәйҙәровтың йортонда ул архив менән бер аҙ танышҡайным, иҫ китмәле бай ҡомартҡы: ауыҙ-тел ижады өлгөләре, ер-һыу атамалары тураһында мәғлү­мәттәр, Мөғәлләм апа­ның үҙе яҙған шиғырҙары, көн­дә­лектәре, хаттар... Ун дүрт йыл эсендә архив бик ныҡ һа­йыҡҡан булып сыҡты. Быға тиклем башҡорттоң күренекле улдарының, атап әйткәндә, шағирҙар Ҡәҙим Аралбаев менән Әхмәр Үтә­баевтың Мө­ғәлләм Мирхәйҙәров тура­һындағы төп­лө мәҡәләләре менән та­ныш бул­ғанға күрә, уларҙы ҡабат­лауҙан ҡур­ҡып, шул уҡ ваҡытта сәсәндең ты­уыуына 105 йыл тулыуға бәйле тормош һәм ижад юлын­дағы әлегәсә беҙ белмәгән ваҡи­ғаларҙы асыҡларға теләп, йәнә лә Марсель Мөғәлләм улына мөрәжәғәт иткәйнем. Бер ни ҙә таба алманыҡ. Көндәлектәр ҙә юҡҡа сыҡҡан. Килә­сәктә кемдер канди­датлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҡлар — был ҡурҡыныс тү­гел. Әгәр сәсәнде иҫкә алып эшләһә, әлбиттә. Иң хәүефлеһе: халыҡ ижадын ҡасан да булһа “үҙенекенә” әй­лән­дереп (әйтәйек, ҡобайыр һәм йырҙарҙы), шөһрәт ҡаҙанып йөрөү­ҙәре бик ихтимал.
Шулай итеп, быйыл сәсәндең тыуыуына 105 йыл тулды. Яҡты донъяларҙа 74 йәш кенә йәшәп ҡалғайны бит ул. Әммә шул осорҙа күпме михнәт-ыҙалыҡ кисергән, нахаҡ һүҙ күтәргән, 1937 йылда, сәйәси золомдоң иң ныҡ көсәйгән мәлендә, бинахаҡҡа ҡулға алынып, Углич төрмәһендә 10 йыл ултырып, күпме язаға дусар ителгән, унан ҡайтҡас та үҙенең ғәйепһеҙ икәнлеген иҫбат итер өсөн күпме тупһаларҙы тапаған, йөрәк утын яндырған… Һәм күпме һоҡланғыс эш атҡарып өлгөргән!
...1900 йылдың мартында Асҡар ауылында алдынғы ҡарашлы, уҡы­мышлы ғаиләлә донъяға килә буласаҡ сәсән. Ул саҡта был биләмә Ырымбур губер­наһының Верхнеуральск өйә­ҙенә ҡарай. Ғаилә ярлы була, һәр саҡ осон-осҡа ялғап йәшәһә­ләр ҙә, балаларҙың барыһы ла аң-белемгә ынтыла. Һөҙөмтәлә өс бала­ның икәүһе — Мөғәлләм менән Фәриха — педагогик белем ала. Өлкәндәре Би­биәсмә, мәктәптән һуң махсус уҡыу йортона инә алмаһа ла, туғыҙ балаһына ла уҡырға ярҙам итә, үҙе ғүмер буйы йәмәғәт тормошонда ҡай­нап йәшәй. Бибиәсмә менән Хаж­мө­хәмәт Күси­мов­тарҙың балалары ил мәртәбәһен арттырыусы һөнәр эйә­лә­ре булып китә. Кесе балалары, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәриха Шәйхаттар ҡыҙы оҙаҡ йылдар Асҡар мәктәбендә башланғыс клас­тарҙы уҡытты. Мөғәлләм Мирхәй­ҙәров, Асҡарҙағы урыҫ-башҡорт мәк­тә­бен тамамлағас, 1914-1915 йыл­дарҙа земство тарафынан асылған “Ысул жәдит” мәктәбенә бара. Һуңғараҡ Белорет педагогия техникумында белем ала, уҡыу йорто күсерелгәс, 1923 йылда уны Темәстә тамамлап ҡуя. Йәшләй тарих, халыҡтың ауыҙ-тел ижады менән ҡыҙыҡһынған Мөғәлләм Шәйхаттар улы тыуған яғының топонимикаһын, ундағы халыҡтың йәшәү рәүешен, көнкүрешен, данлы үткәнен, батыр­ҙары­ның тормошон, урындағы риүә­йәт, ҡобайыр, йыр­ҙарҙы өйрәнә, туплай. “Минәй батыр менән Шүлгән батша”, “Ҡуңыр буға” эпостары, “Хан ҡыҙы”, “Йүгерек батыр” дастандары, “Утыҙ ике ҡыҙ инек” һәм башҡа фольклор өлгөләре Мөғәлләм Мирхәй­ҙәровтың ваҡы­тында ҡағыҙға теркәп ҡалыуы арҡа­һында ғына бөгөнгө быуынға килеп етте. Филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов “Минәй батыр менән Шүлгән батша” эпосы­ның “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат”ҡа ауаздаш әҫәр булыуын билдәләй.
Сәсәндең тормош юлы башта ың­ғай ғына барған кеүек. Революциянан һуң Ҡырҙас, Әхмәт ауылдарында балалар уҡыта, киләсәккә оло хыялдар менән йәшәй. Әммә граждандар һу­ғы­шы башланып китә. Әлбиттә, илем, хал­ҡым, тип янған сәсән Ватан яҙ­мышы хәл ителгәндә ситтә тороп ҡала алмай. Ҡулына ҡорал ала Мөғәлләм сәсән. Муса Мортазин отрядында орудие расчеты һуғышсыһы була.
Граждандар һуғышы тамамланғас, Асҡар ауылында совет кешеләрен дошмандарҙан һаҡлау маҡ­сатында төҙөлгән дружинаның тәүге ағза­ларының береһенә әйләнә. Мәҙәни-мәғрифәт эшендә ихлас ҡатнаша, драма түңәрәге ойоштороп ебәрә.
Армиянан йөрөп ҡайтыуына кулактарҙы һөргөнгә ебәреү башлана. Мөғәлләм Шәйхаттар улы Рауил мәктәбенә эшкә килә. Революцияны, унан һуңғы үҙгәрештәрҙе йөрәге менән ҡабул итһә лә, хәлле хужаларҙы һөргөнгә оҙатыуға ҡаршы сыға. Һәм әлеге сәйәсәтте хупламауы тураһында юғары органдарға хаттар яҙа. Һөҙөмтәлә, ялған ғәйеп тағып, М. Мортазин отрядында йөрөүен дә иҫкә алып, уны партиянан сығаралар һәм төрмәгә ябалар. Бөтә Союз старос­таһы М.И. Калининға яҙған хаты ғына ҡотҡарып ҡала уны был юлы.
1932 йылдан ул “Ҡыҙыл Баш­ҡорт­остан” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзите редакцияһына хәбәрсе булып урынлаша, Т. Йәнәби, Б. Бикбай, К. Фәхретдинов, М. Хәйри менән бергә эшләй, бер фатирҙа йәшәй. Ғаиләһен Өфөгә алып килә алмағас, бер йылдан Асҡарға ҡайта. Шулай ең һыҙ­ғанып, дәртләнеп эшләп йөрөгәнендә, 1937 йылда, уны ҡулға алалар һәм ун йылға иркенән мәхрүм итәләр. Йылдар буйы туплаған, яҙған бөтә хеҙ­мәттәрен урамға сығарып үртәйҙәр.
Төрмәнең таш стеналары эсендә күргән михнәт­тә­ре лә уның рухын һындыра алмаған. Күргән-кисергәнен Мөғәлләм Мирхәйҙәров шиғыр юл­да­рына һала. Тотҡондоң “Углич хәтирә­ләре” циклына инә һуңынан был шиғырҙар.
Иреккә сыҡҡас та, асылда уны эҙәрлекләү дауам итә.
– Ауыр йәшәнек, — тип хәтерләй бөгөн сәсәндең улы Марсель. — Утын, бесән һәр ваҡыт проблема булып тор­ҙо. Бер ҡайҙан да ярҙам һорап ала ал­ма­ныҡ. Һигеҙ саҡрымға йәйәү йөрөп бесән сабабыҙ, ике тәгәрмәсле арба менән утын ташыйбыҙ. Атайым сал­ғы­ны оҫта һелтәй торғайны. Аҙаҡ ҡустым Дамир менән икебеҙгә велосипед алып бирҙеләр, ә атайым йәйәү йө­рө­үен дауам итте. Йән тыныслығы эҙ­ләп. Хатта күрше-тирәнең мөнә­сә­бәте лә башҡасараҡ ине беҙгә. Атайым Магнитогорск металлургия ком­бинатына ла эшкә китеп ҡараған, тик, өләсәйем ауырығас, кире ҡайтҡан.
...Мөғәлләм Шәйхаттар улы Мир­хәй­ҙәров яҡты донъя менән хуш­лаш­ҡан көнөнә ҡәҙәр “халыҡ дошманы” бу­лып ҡала. Һәм… халыҡ тип яна, ха­лыҡ тип борсола, киләсәк бы­уын­дар­ға әллә күпме әҙәби ҡомартҡы ҡал­­­дыра. Асылда ул 1960 йылдың фев­ралендә аҡланған була, әммә сә­сәндең адресы буйынса ебәрелгән документ тәғәйен урынға килеп етмәй. Уның ҡарауы, партияның район комитеты инструк­торҙары “дошманды” әле­нән-әле тикшереп торорға бер ҙә йыбанмай.
Аҡлау ҡағыҙын 1988 йылда ғына балалары юллап ала. Әйткәндәй, хәләл ефете Сания инәй менән улар бынамын тигән балалар тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәндәре Марс менән Дилә — Мәскәүҙә, Марсель — Өфөлә, Дамир Магнитогорскиҙа юғары белем алды. Илсен ағай махсус урта белем­ле ине, төрлө музыка ҡорал­дарында уйнаны, тотош илде урап сыҡты, сит ил тамашасылары ла уның ҡумыҙ сиртеүен, думбырала уйнауын яратып ҡабул итте. Шиғырҙар ҙа яҙа ине. Бөгөн Мөғәлләм апаның ике улы – Марсель менән Дамир иҫән, ғаилә­ләре менән матур тормош кисерәләр.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 2010 йылда “Райондың иң яҡшы табибы” исеменә лайыҡ булған Марсель Мөғәлләм улы менән халыҡ мәғарифы отличнигы Сәлимә Нәжәр ҡыҙы өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Уларҙың барыһы ла атайҙары юлын һайлаған: Альберт менән Айбулат та, Әлфиә лә — табиптар. Альберттың тормош юлдашы Лилиә — юрист, Айбулаттың Филиәһе — йәнә табип. Әлфиәнең ире Ринат та һөнәре буйынса врач.
Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре сәсәндең ижади ҡомартҡыларын өйрәнә, уның хаҡындағы яҡты иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай. Улар сәсәндең йорт-музейын да булдырған. 2008 йылда шағир Ҡәҙим Аралбай һәм академик Ғайса Хөсәйенов ярҙамында сәсән һәм шағир, сәйәси золом ҡорбаны Мөғәл­ләм Мирхәйҙәровтың шиғыр­ҙары, ҡобайырҙары һәм дастандары “Углич хәтирәләре” исемле китап булып донъя күргәйне. Ә инде 2013 йылда сәсәндең бер туған апаһы Бибиәс­мәнең ҡыҙы Азия Күсимова һәм ейәнсәре Илмира Мирхәйҙәрова (улы Илсендең ҡыҙы) “Ғаилә ҡомарт­ҡылары” тигән баш аҫтында бик күркәм йыйынтыҡ әҙерләп сығарҙы.
“Тыуған илем, һутлы тупрағыңдың
Бер семтемен түш кеҫәмә —
Йөрәгем эргәһенә — һалайым”, — тип яҙған сә­сән. Был юлдарҙа уның тыуған ерҙә йәшәп тә, кү­ңе­лендә ошо илгә, ошо ергә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағы­ныу хисе һаҡлауы сағыла. Бөртөкләп йыйған ижади хазинаның кешеләргә барып етмәү ихтимал­лығын уйлап, көндәлегендә ул былай ти: “…Хал­ҡы­быҙҙың киләсәген тәьмин итеү хәтер еп­тәре аша та­мы­рыбыҙҙы байҡауҙан ғибәрәт… Ыҙаланып тапҡа­нымды хал­ҡыма тапшырып китергә, хуш­ла­шырға иркем бармы был ирекле демократик илдә?..” Был юлдарҙы ул 70 йә­шен билдәләгән сағында яҙған. Сәсәндең имен ҡалған яҡты мираҫы ентекле өйрәнелер, ә исеме Мө­хә­мәтша Буранғолов, Байыҡ Айҙар сәсән, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Ғәбит Арғынбаев, Шафиҡ Әминев-Тамъяни менән бер бейеклеккә күтәрелер тип ышанғы килә.






Вернуться назад