Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эштән ҡурҡмаҫҡа кәрәк
Эштән ҡурҡмаҫҡа кәрәк Оҙайлы каникул булыуға ҡарамаҫтан, Яңы Николаевка ауылындағы мәктәп-интернатта тормош гөрләп тора. Әйтерһең дә, әҙ генә ял итеп алғандар ҙа ҡабаттан мәктәпкә йыйылғандар. Баҡтиһәң, бында көндөҙгө ял һәм хеҙмәт лагеры эшләй икән.


Мәктәп-интернат директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Камил Аҡъюловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бәләкәйҙән тир түгеп үҫкәндәр йәшәйештә үҙ урынын еңел таба, тормошҡа тиҙ яраҡ­лаша. Ғөмүмән, малай һәм ҡыҙҙарҙа эшһөйәрлек тәрбиәләү мөһим. Ундайҙар хеҙмәт ярата, үҙ сиратында хеҙмәтең ни тиклем уңышлы икән, ил һәм халыҡ алдындағы хөрмәтең дә шул тиклем ҙур. Ошоно күҙ уңында тотоп, бындағы мөғәллимдәр бурыстарына яуаплы ҡарай.
2014/2015 уҡыу йылында мәктәп­те бөтәһе 83 уҡыусы тамамлаған. Шул иғтибарға лайыҡ: Ейәнсуранан тыш, күрше Күгәрсен районынан һәм Ырымбур өлкәһенән дә уҡыйҙар бында. Ә IX класты бөтөргән 12 егет һәм ҡыҙ артабан уҡыуын Иҫәнғолда, бүтән төрлө колледждарҙа дауам итергә уйлай. I класҡа 10-ға яҡын кескәйҙең килеүе көтөлә.
Уҡыусылар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар – тырышып белем ал ғына. Ашханала бер нисә тапҡыр ашаталар. Бының өсөн мәктәп яны участкаһында сөгөлдөр, кишер, һуған, кәбеҫтә, картуф ултыртып, аҙыҡ-түлек менән үҙҙәрен үҙҙәре тәьмин итә. Йыл да “Иң яҡшы мәктәп яны участкаһы” һәм “Иң яҡшы сәскә баҡсаһы” конкурстарында алдын­ғылыҡты бирмәйҙәр.
Балаларҙың буш ваҡытын файҙалы үткәреүгә педагогтар айырыуса күп көс һала. Яҡты һәм иркен китапхана бар. Һау-сәләмәт тормош алып барыусылар, спорт залына йыйылып, баскетбол, волейбол уйнай. Тренажер залы – егеттәрҙең яратҡан урыны.
– Балалар тәрбиәләүҙең бер йүнәлеше – һәр кемде хеҙмәт һөйөргә һәм тәбиғәтте һаҡларға өйрәтеү, – ти Камил Сөләймән улы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә