Оҙайлы каникул булыуға ҡарамаҫтан, Яңы Николаевка ауылындағы мәктәп-интернатта тормош гөрләп тора. Әйтерһең дә, әҙ генә ял итеп алғандар ҙа ҡабаттан мәктәпкә йыйылғандар. Баҡтиһәң, бында көндөҙгө ял һәм хеҙмәт лагеры эшләй икән.Мәктәп-интернат директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Камил Аҡъюловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бәләкәйҙән тир түгеп үҫкәндәр йәшәйештә үҙ урынын еңел таба, тормошҡа тиҙ яраҡлаша. Ғөмүмән, малай һәм ҡыҙҙарҙа эшһөйәрлек тәрбиәләү мөһим. Ундайҙар хеҙмәт ярата, үҙ сиратында хеҙмәтең ни тиклем уңышлы икән, ил һәм халыҡ алдындағы хөрмәтең дә шул тиклем ҙур. Ошоно күҙ уңында тотоп, бындағы мөғәллимдәр бурыстарына яуаплы ҡарай.
2014/2015 уҡыу йылында мәктәпте бөтәһе 83 уҡыусы тамамлаған. Шул иғтибарға лайыҡ: Ейәнсуранан тыш, күрше Күгәрсен районынан һәм Ырымбур өлкәһенән дә уҡыйҙар бында. Ә IX класты бөтөргән 12 егет һәм ҡыҙ артабан уҡыуын Иҫәнғолда, бүтән төрлө колледждарҙа дауам итергә уйлай. I класҡа 10-ға яҡын кескәйҙең килеүе көтөлә.
Уҡыусылар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар – тырышып белем ал ғына. Ашханала бер нисә тапҡыр ашаталар. Бының өсөн мәктәп яны участкаһында сөгөлдөр, кишер, һуған, кәбеҫтә, картуф ултыртып, аҙыҡ-түлек менән үҙҙәрен үҙҙәре тәьмин итә. Йыл да “Иң яҡшы мәктәп яны участкаһы” һәм “Иң яҡшы сәскә баҡсаһы” конкурстарында алдынғылыҡты бирмәйҙәр.
Балаларҙың буш ваҡытын файҙалы үткәреүгә педагогтар айырыуса күп көс һала. Яҡты һәм иркен китапхана бар. Һау-сәләмәт тормош алып барыусылар, спорт залына йыйылып, баскетбол, волейбол уйнай. Тренажер залы – егеттәрҙең яратҡан урыны.
– Балалар тәрбиәләүҙең бер йүнәлеше – һәр кемде хеҙмәт һөйөргә һәм тәбиғәтте һаҡларға өйрәтеү, – ти Камил Сөләймән улы.