Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер һүҙле, уртаҡ уйлы булып
Бер һүҙле, уртаҡ уйлы булып Абҙан ауыл хакимиәте районда иң ҙурҙарҙан һанала. Абҙан, Мөхәмәтйән, Әлебай, Этҡол, Башҡорт Самаҙыһы, Юлдыбай, Ниязғол ауылдарын үҙенең ҡанатына һыйындырған – бөтәһе 2 мең 600-ҙән ашыу кеше ғүмер итә. Ауыл хакимиәте башлығы Нурғәле БИКБУЛАТОВ уңыштары, хәстәрҙәре хаҡында һөйләй.


– Һәр шаршамбы беҙҙә ҙур баҙар ойошторола, эргә-тирәләгеләр, шу­лай уҡ ырымбурҙар ҙа көтөп кенә тора, – тип башланы һүҙен Нурғәле Хажғәле улы. – Халыҡ тормошҡа тиҙ яраҡлашты, йүнселдәр ҡалҡып сыҡты. Мәҫәлән, әлебайҙар һәм мө­хәмәтйәндәр һөт ризыҡтарын һатыу­ға күпләп сығара. Ғөмүмән, беҙ­ҙе­­- келәр кесе йома – Ырымбур өлкә­һенең Һарыҡ­таш, ә йома Иҫәнғол баҙарына йөрөүҙе ғәҙәт итеп алған. Бөгөн биш урында йылҡы һәм һыйыр ите һатыла ине. Хәҙер еләк-емеш һатып аҡса эшләүгә күсәсәктәр.
Беҙҙең яҡта мал күп: алты кәзә-һарыҡ, ете йылҡы һәм ун ике һыйыр малы көтөүе иҫәпләнә. Был – ҙур күрһәткес!
Кемдәрҙер үҙ эшен асҡан, икенселәр “Ергән” МТС-ының Абҙан филиалында, “Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативында һәм “Ферром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үҙенә шөғөл тапҡан. Мөхәмәтйәндән Харис Дауытов быға тиклем йәшелсә, еләк-емеш үҫтерҙе, хатта Туймазы яҡтарында тәжрибә туплап ҡайтты. Әҙәм балаһы үҙен һәр яҡлап һынап ҡарарға тейеш. Йүнсел был шөғөлөн туҡтатып тороп, тимерлек асты. Көнкүрештә кәрәкле эш ҡоралдарынан алып ҡапҡаға тиклем эшләй. Абҙандан Раил тигән егет атаһы Ғәлиәхмәт Абдулов менән һыйыр малдарын ишәйтте, Әлебайҙан Хәлим Хәсәев тә фермерлыҡҡа ныҡлап тотондо, ә Альфред Ишәлин пилорама асты. Һәр ауылда шәхси эшҡыуарҙар магазин тота. Йүселдәрҙең һәр береһе бер нисә кешегә эш урыны булдырған, шуны­һы мөһим.
Старосталар институты беҙҙә яҡшы үҫешкән. Улар – төп таянысым. Кәрим Буранғолов (Мөхә­мәтйән ауылы), Альфред Ишәлин (Әлебай), Әхәт Бикбулатов (Этҡол), Рәшит Кәримов (Башҡорт Сама­ҙыһы), Рифҡәт Ғәбитов (Юлдыбай), Булат Сәфәров (Ниязғол), Илдар Мөхәмәтйәров, Рәсүл Ишбулатов (Абҙан) менән бер һүҙле, уртаҡ уйлы булып уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашы­рабыҙ. Бынан тыш ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советын, йәштәр бе­рек­мәһен тергеҙҙек. Тәрбиә һәм илһөйәрлек мәсьә­лә­ләренә иғти­барҙы арттыр­ҙыҡ.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәстәрлеге менән өс ай һайын бүленгән аҡса ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола. Этҡол, Мөхәмәтйән, Башҡорт Самаҙыһы һәм Әлебайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә обелиск ҡуйылыуы, яңы урамдарға ҡыр­сынташ түшәлеүе, урамдарға электр бағаналары ултыртыу, зыяраттарҙы кәртәләү һәм башҡа эштәр – шуға асыҡ миҫал.
Һабантуйҙар йәнле үтә, Шәжәрә байрамдары ойошторола. Һәр төрлө сараға эшҡыуарҙарҙы күпләп йәлеп итәбеҙ. Хәйер, илһөйәрлек тойғоһо көслө булған егеттәр үҙҙәре үк ярҙам итергә атлығып тора.
Бер нисә ауылда өр-яңынан мәсеттәр төҙөлдө, йәштәр өй туйлай.
Янғын депоһын ойоштороу байтаҡ эште еңелләштерҙе. Эш башлаған саҡта бер бинаның буш тороуы иғтибарымды йәлеп итте. Ә ниңә уны файҙаланмаҫҡа тип, тейешле документтар юлланыҡ. Хәҙер ҡеүәтле машинабыҙ бар, өс кешегә эш урыны булды. Иң мөһиме – күңел тыныс. Юғиһә бурҙан ҡала, ут-һыуҙан ҡалмай бит...
Халыҡ көтөүлектәрен һәм сабынлыҡтарын рәсмиләштерә башланы. Ләкин ҡайһы бер ғәмһеҙҙәр арҡаһында иген баҫыуҙары малдан ҙур зыян күрә, уларға ҡаршы көрәшәбеҙ. Юлдар һалына, элегерәк ҡыш ҡайҙалыр юл өҙөлгән булһа, хәҙер был – беҙҙең өсөн ят күренеш. Ғөмүмән, төҙөкләндереү, эш урыны булдырыу тураһында даими хәс­тәрлек күрәбеҙ. Ауылдар йәшәргә тейеш!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә