Абҙан ауыл хакимиәте районда иң ҙурҙарҙан һанала. Абҙан, Мөхәмәтйән, Әлебай, Этҡол, Башҡорт Самаҙыһы, Юлдыбай, Ниязғол ауылдарын үҙенең ҡанатына һыйындырған – бөтәһе 2 мең 600-ҙән ашыу кеше ғүмер итә. Ауыл хакимиәте башлығы Нурғәле БИКБУЛАТОВ уңыштары, хәстәрҙәре хаҡында һөйләй.– Һәр шаршамбы беҙҙә ҙур баҙар ойошторола, эргә-тирәләгеләр, шулай уҡ ырымбурҙар ҙа көтөп кенә тора, – тип башланы һүҙен Нурғәле Хажғәле улы. – Халыҡ тормошҡа тиҙ яраҡлашты, йүнселдәр ҡалҡып сыҡты. Мәҫәлән, әлебайҙар һәм мөхәмәтйәндәр һөт ризыҡтарын һатыуға күпләп сығара. Ғөмүмән, беҙҙе- келәр кесе йома – Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ, ә йома Иҫәнғол баҙарына йөрөүҙе ғәҙәт итеп алған. Бөгөн биш урында йылҡы һәм һыйыр ите һатыла ине. Хәҙер еләк-емеш һатып аҡса эшләүгә күсәсәктәр.
Беҙҙең яҡта мал күп: алты кәзә-һарыҡ, ете йылҡы һәм ун ике һыйыр малы көтөүе иҫәпләнә. Был – ҙур күрһәткес!
Кемдәрҙер үҙ эшен асҡан, икенселәр “Ергән” МТС-ының Абҙан филиалында, “Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативында һәм “Ферром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үҙенә шөғөл тапҡан. Мөхәмәтйәндән Харис Дауытов быға тиклем йәшелсә, еләк-емеш үҫтерҙе, хатта Туймазы яҡтарында тәжрибә туплап ҡайтты. Әҙәм балаһы үҙен һәр яҡлап һынап ҡарарға тейеш. Йүнсел был шөғөлөн туҡтатып тороп, тимерлек асты. Көнкүрештә кәрәкле эш ҡоралдарынан алып ҡапҡаға тиклем эшләй. Абҙандан Раил тигән егет атаһы Ғәлиәхмәт Абдулов менән һыйыр малдарын ишәйтте, Әлебайҙан Хәлим Хәсәев тә фермерлыҡҡа ныҡлап тотондо, ә Альфред Ишәлин пилорама асты. Һәр ауылда шәхси эшҡыуарҙар магазин тота. Йүселдәрҙең һәр береһе бер нисә кешегә эш урыны булдырған, шуныһы мөһим.
Старосталар институты беҙҙә яҡшы үҫешкән. Улар – төп таянысым. Кәрим Буранғолов (Мөхәмәтйән ауылы), Альфред Ишәлин (Әлебай), Әхәт Бикбулатов (Этҡол), Рәшит Кәримов (Башҡорт Самаҙыһы), Рифҡәт Ғәбитов (Юлдыбай), Булат Сәфәров (Ниязғол), Илдар Мөхәмәтйәров, Рәсүл Ишбулатов (Абҙан) менән бер һүҙле, уртаҡ уйлы булып уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырабыҙ. Бынан тыш ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советын, йәштәр берекмәһен тергеҙҙек. Тәрбиә һәм илһөйәрлек мәсьәләләренә иғтибарҙы арттырҙыҡ.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәстәрлеге менән өс ай һайын бүленгән аҡса ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола. Этҡол, Мөхәмәтйән, Башҡорт Самаҙыһы һәм Әлебайҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә обелиск ҡуйылыуы, яңы урамдарға ҡырсынташ түшәлеүе, урамдарға электр бағаналары ултыртыу, зыяраттарҙы кәртәләү һәм башҡа эштәр – шуға асыҡ миҫал.
Һабантуйҙар йәнле үтә, Шәжәрә байрамдары ойошторола. Һәр төрлө сараға эшҡыуарҙарҙы күпләп йәлеп итәбеҙ. Хәйер, илһөйәрлек тойғоһо көслө булған егеттәр үҙҙәре үк ярҙам итергә атлығып тора.
Бер нисә ауылда өр-яңынан мәсеттәр төҙөлдө, йәштәр өй туйлай.
Янғын депоһын ойоштороу байтаҡ эште еңелләштерҙе. Эш башлаған саҡта бер бинаның буш тороуы иғтибарымды йәлеп итте. Ә ниңә уны файҙаланмаҫҡа тип, тейешле документтар юлланыҡ. Хәҙер ҡеүәтле машинабыҙ бар, өс кешегә эш урыны булды. Иң мөһиме – күңел тыныс. Юғиһә бурҙан ҡала, ут-һыуҙан ҡалмай бит...
Халыҡ көтөүлектәрен һәм сабынлыҡтарын рәсмиләштерә башланы. Ләкин ҡайһы бер ғәмһеҙҙәр арҡаһында иген баҫыуҙары малдан ҙур зыян күрә, уларға ҡаршы көрәшәбеҙ. Юлдар һалына, элегерәк ҡыш ҡайҙалыр юл өҙөлгән булһа, хәҙер был – беҙҙең өсөн ят күренеш. Ғөмүмән, төҙөкләндереү, эш урыны булдырыу тураһында даими хәстәрлек күрәбеҙ. Ауылдар йәшәргә тейеш!