Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңеле лә, эше лә ҡояштай яҡты
Күңеле лә, эше лә ҡояштай яҡты Йәштән яратып һайлаған һөнәргә ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлау — һирәктәр өлөшөнә төшә торған бәхет. Фирүзә Хәкимова — шундайҙарҙың береһе.

Ул урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһында сауҙа-кулинария учи­ли­щеһында һөнәр үҙләштерә. Уҡыуын та­­мам­- ­­лағас, уны Бөрө ҡалаһына эшкә юл­лайҙар. Уңған, тырыш ҡыҙҙы бер йыл тигәндә партия сафына кандидатлыҡҡа ҡабул итә­ләр. Эшендә маҡтаулы, коллективта дәрә­жәле булһа ла, Фирүзә тыуған яғын һағына. Һөҙөмтәлә Мәләүез ҡалаһына күсеп ҡайта. Ул химия заводының ашха­наһына эшкә урынлаша. Меңдәрсә кешене хеҙмәт­лән­дергән ҡеүәтле йәмәғәт туҡланыуы пред­приятиеһы була ул. Фирүзәне 25 йәшендә инде шеф-повар итеп ҡуялар.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағы йәмәғәт туҡланыуы өлкәһе өсөн ҡатмарлы осор була. Күп кенә предприятиелар ябыла. Шул сәбәпле Фирүзәгә лә эштән китергә тура килә. Ең һыҙғанып эшләр саҡта шөғөлһөҙ ҡалыу еңел булмай, әлбиттә.
Шундай борсоулы көндәрҙең береһендә ул үҙҙәренең урамында ябыҡ торған ашхана бинаһына иғтибар итә. Элекке хужалары уны һатырға йыйына икән. Тәүәккәлләп, Фирүзә уның бер залын ҡуртымға алырға була. Шулай итеп, ремонтлап һәм кәрәкле йыһаздар урынлаштырып, үҙенең кафеһын аса. Ә бер йылдан инде уны һатып алыу мөмкинлеге тыуа. Иң мөһиме — Фирүзә Хәкимованың “Инегеҙ” тип исемләнгән был кафеһы ҡала халҡының яратҡан туҡланыу урынына әүерелә, сөнки унда аш-һыу тәмле бешерелә, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә. Хаҡтарҙы ла халыҡтың түләү мөмкинлегенән сығып билдәләйҙәр.
Фирүзә Әбделхәй ҡыҙы бер аҙҙан йә­нәшәләге икенсе залды ла һатып ала һәм унда “Enigma” банкет залын аса. 80 урынға иҫәпләнгән, күркәм итеп биҙәлгән заманса залда әленән-әле туй, юбилей тантаналары, иҫтәлекле осрашыуҙар, балалар һәм ғаилә байрамдары үтә. Әйтәйек, Яңы йыл тантаналарын үткәреү өсөн мәләүездәр унда ярты йыл алдан сиратҡа баҫа, сөнки бында иң талапсан клиенттың да ихтыяжы тейешенсә ҡәнәғәтләндерелгәнен беләләр. Өҫтәүенә арендаға түләү ҡаралмаған, хаҡтар менюҙан сығып билдәләнә.
Әле коллективта 11 кеше эшләй. Фирүзә Әбделхәй ҡыҙы хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап ҡына ала һәм уларҙың белемен үҫтереүгә һәр яҡлап та булышлыҡ итә. Аш-һыу оҫтала­рының күпселеге — йәштәр. Тәжрибәле ашнаҡсы Гөлнара Вахитова — Фирүзә Әбделхәй ҡыҙының төп ярҙамсыһы. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хисапсы Гөлфизә Ғилманова ла — етәксенең ышаныслы таянысы һәм кәңәшсеһе.
Ғөмүмән, бында тырыш һәм берҙәм коллектив тупланған. Улар әленән-әле төрлө күргәҙмәләрҙә, йәрминкә һәм һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Былтыр ижади йәштәрҙең һәм студенттарҙың “Башҡортостан халыҡта­ры­ның милли аштары” республика фестива­лендә өсөнсө урынды яулағандар. Ә Фирүзә Хәкимова үҙенең юғары һөнәри һәм ойоштороу оҫталығы өсөн Мәләүез ҡалаһы һәм районы хакимиәтенең күп һанлы почет гра­мо­та- лары һәм рәхмәт хаттары менән бүләк­ләнгән.
Ғаилә тормошо ла һоҡланғыс уның. Ире Айрат менән ике ҡыҙ — Альбина менән Регинаны тәрбиәләп үҫтергәндәр, белем биргәндәр. Инде улар үҙҙәре атай-әсәй өлгө­һөндә матур ғаилә ҡорған.
Фирүзә Хәкимова Мәләүез ҡалаһында һәм районда әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та билдәле. Ул әленән-әле балалар ижады йортона, инвалид балаларға, һуҡырҙар йәмғиә­тенә, һәр төрлө социаль-мәҙәни саралар ойошторғанда бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
– Күңеле лә, эше лә ҡояштай яҡты, — тиҙәр хаҡлы рәүештә Фирүзә Әбделхәй ҡыҙы хаҡында яҡташтары.





Автор: Лилиә БАЙМӨХӘМӘТОВА. Район: Мәләүез ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә