Йәштән яратып һайлаған һөнәргә ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлау — һирәктәр өлөшөнә төшә торған бәхет. Фирүзә Хәкимова — шундайҙарҙың береһе. Ул урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһында сауҙа-кулинария училищеһында һөнәр үҙләштерә. Уҡыуын тамам- лағас, уны Бөрө ҡалаһына эшкә юллайҙар. Уңған, тырыш ҡыҙҙы бер йыл тигәндә партия сафына кандидатлыҡҡа ҡабул итәләр. Эшендә маҡтаулы, коллективта дәрәжәле булһа ла, Фирүзә тыуған яғын һағына. Һөҙөмтәлә Мәләүез ҡалаһына күсеп ҡайта. Ул химия заводының ашханаһына эшкә урынлаша. Меңдәрсә кешене хеҙмәтләндергән ҡеүәтле йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы була ул. Фирүзәне 25 йәшендә инде шеф-повар итеп ҡуялар.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағы йәмәғәт туҡланыуы өлкәһе өсөн ҡатмарлы осор була. Күп кенә предприятиелар ябыла. Шул сәбәпле Фирүзәгә лә эштән китергә тура килә. Ең һыҙғанып эшләр саҡта шөғөлһөҙ ҡалыу еңел булмай, әлбиттә.
Шундай борсоулы көндәрҙең береһендә ул үҙҙәренең урамында ябыҡ торған ашхана бинаһына иғтибар итә. Элекке хужалары уны һатырға йыйына икән. Тәүәккәлләп, Фирүзә уның бер залын ҡуртымға алырға була. Шулай итеп, ремонтлап һәм кәрәкле йыһаздар урынлаштырып, үҙенең кафеһын аса. Ә бер йылдан инде уны һатып алыу мөмкинлеге тыуа. Иң мөһиме — Фирүзә Хәкимованың “Инегеҙ” тип исемләнгән был кафеһы ҡала халҡының яратҡан туҡланыу урынына әүерелә, сөнки унда аш-һыу тәмле бешерелә, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә. Хаҡтарҙы ла халыҡтың түләү мөмкинлегенән сығып билдәләйҙәр.
Фирүзә Әбделхәй ҡыҙы бер аҙҙан йәнәшәләге икенсе залды ла һатып ала һәм унда “Enigma” банкет залын аса. 80 урынға иҫәпләнгән, күркәм итеп биҙәлгән заманса залда әленән-әле туй, юбилей тантаналары, иҫтәлекле осрашыуҙар, балалар һәм ғаилә байрамдары үтә. Әйтәйек, Яңы йыл тантаналарын үткәреү өсөн мәләүездәр унда ярты йыл алдан сиратҡа баҫа, сөнки бында иң талапсан клиенттың да ихтыяжы тейешенсә ҡәнәғәтләндерелгәнен беләләр. Өҫтәүенә арендаға түләү ҡаралмаған, хаҡтар менюҙан сығып билдәләнә.
Әле коллективта 11 кеше эшләй. Фирүзә Әбделхәй ҡыҙы хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап ҡына ала һәм уларҙың белемен үҫтереүгә һәр яҡлап та булышлыҡ итә. Аш-һыу оҫталарының күпселеге — йәштәр. Тәжрибәле ашнаҡсы Гөлнара Вахитова — Фирүзә Әбделхәй ҡыҙының төп ярҙамсыһы. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хисапсы Гөлфизә Ғилманова ла — етәксенең ышаныслы таянысы һәм кәңәшсеһе.
Ғөмүмән, бында тырыш һәм берҙәм коллектив тупланған. Улар әленән-әле төрлө күргәҙмәләрҙә, йәрминкә һәм һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Былтыр ижади йәштәрҙең һәм студенттарҙың “Башҡортостан халыҡтарының милли аштары” республика фестивалендә өсөнсө урынды яулағандар. Ә Фирүзә Хәкимова үҙенең юғары һөнәри һәм ойоштороу оҫталығы өсөн Мәләүез ҡалаһы һәм районы хакимиәтенең күп һанлы почет грамота- лары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Ғаилә тормошо ла һоҡланғыс уның. Ире Айрат менән ике ҡыҙ — Альбина менән Регинаны тәрбиәләп үҫтергәндәр, белем биргәндәр. Инде улар үҙҙәре атай-әсәй өлгөһөндә матур ғаилә ҡорған.
Фирүзә Хәкимова Мәләүез ҡалаһында һәм районда әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та билдәле. Ул әленән-әле балалар ижады йортона, инвалид балаларға, һуҡырҙар йәмғиәтенә, һәр төрлө социаль-мәҙәни саралар ойошторғанда бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
– Күңеле лә, эше лә ҡояштай яҡты, — тиҙәр хаҡлы рәүештә Фирүзә Әбделхәй ҡыҙы хаҡында яҡташтары.