Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр уңыштың сере бар
Һәр уңыштың сере бар – Аҡ икмәктә витамин аҙыраҡ була, тиҙәр...

– Он ни тиклем ағыраҡ, витаминдар, аҡһым шул тиклем аҙыраҡ. Бигерәк тә В төркө­мөнә ингән витаминдар һәм ми­нераль тоҙҙар. Шуға ла бер стакан сәйҙән, бер телем аҡ икмәктән торған иртәнге ашты ҡәнәғәт­лә­нерлек тип булмай. Табиптар быға бер һыныҡ булһа ла арыш икмәге өҫтәргә ҡуша.
Аҡһымлы бойҙай һәм аҡһымға байытылған көрпәле икмәк һимеҙлектән, шәкәр диабетынан яфаланған кешеләргә тәҡдим ителә. Ә бына тоҙһоҙ бешерелгән сөсө икмәк – бөйөр, гипертоник сирлеләр өсөн.

– Ни өсөн тауыҡ йоҡа ҡабыҡлы йәки бөтөнләй ҡабыҡһыҙ йомортҡа һала?

Һәр уңыштың сере бар— Тауыҡ, бигерәк тә ситлектә аҫралғаны, йыш ҡына ошондай йомортҡа һалыусан. Был аҙыҡта кальций, фосфор һәм Д витамины етмәүҙән килә. Тимәк, аҙыҡты байытырға кәрәк. Кальций ағас көлөндә, иретелгән иҫке эзбиздә, аҡбур һәм ҡабырсаҡтарҙа була. Ә фосфор етһен өсөн һөйәк оно, ветеринария станцияларында, махсус магазин­дарҙа һатылған монокальцийфосфат, дикальцийфосфат, три­каль­ций­фосфат, фос­форин һымаҡ элементтар ҡушалар. Д витаминын иһә ҡоштар ҡояш нурынан йәки бүлмәне яҡтыртҡан махсус ультрафиолет лампаларынан ала. Аҙыҡҡа балыҡ майы өҫтәү ҙә файҙалы. Әгәр тауыҡтар иркендә йөрөһә, Д витамины биреү мотлаҡ түгел. Алда һанап үтелгән элементтар булмаһа, ҡоштар йомортҡаларын да суҡыусан.
– Нимә ул шыйыҡ ашлама?

Һәр уңыштың сере бар— Һыуҙа иретелгән мал (һыйыр, ат), ҡош-ҡорт тиҙәген шулай атайҙар. Мискәнең (200, 100 литрлы) яртыһына тиҙәк һалып, тултырғансы һыу өҫтәйҙәр. Бөтәһен бергә бутағас, уны бер нисә көнгә ултыртып ҡуялар. Әсеп, шыйыҡса өҫтөндә күбектәр барлыҡҡа килгәс, мал тиҙәгенән яһалғанының биҙрәһенә — 2-3, ҡош-ҡорттоҡона 5-6 биҙрә һыу ҡушып һибәләр.
Өс йәшлек ағас төбөнә бер күнәк иретелгән ашлама, ун йәшлеккә — 3-4, унан да артһа, 4-6 биҙрә һыу һибәләр. Әгәр ҙә ашлама индергән саҡта тупраҡ ҡоро булһа, дымландырыу сараһын күрәләр.

— Ҡош-ҡортҡа аҙыҡтан сүпрә яһап биреү файҙалы, тип ишеткәйнем. Уны нисек әҙерләргә икән?
— Сүпрә әсетеү өсөн кукуруз, арпа, һоло, бойҙай оно бик ҡулай. Ләкин ҡатнаш аҙыҡ бармай. Сүпрәле бутаманы ҡоштар бик яратып ашай, аппетиттары асыла, В витаминын етерлек алалар.
Бер килограмм онға 10-20 грамм әсетке (дрожжи) һалып бутарға, һуңынан барыһын да 30-35 градус йылылыҡтағы һыуҙа болғатырға кәрәк. Әҙер шыйыҡсаны онға һалалар ҙа (бер килограмға 1,0-1,5 литр иҫәбенән) тағы бутайҙар, 6-8 сәғәт һуҙымында аҙыҡ әсей. Һуңынан барлыҡҡа килгән сүпрәне тағы ла төп аҙыҡҡа (1:5 иҫәбенән) өҫтәйҙәр. Ныҡлап бутағас, ҡоштарға һалһаң да була.

— Һауымды арттырыу өсөн ни эшләргә кәрәк?
Һәр уңыштың сере бар— Ҡайнап торған һыуға 3 килограмға яҡын көрпә һалып, ярты сәғәткә төнә­тергә ҡуябыҙ. Уны аҡ төҫкә ингәнсе, ҙур ағас ҡалаҡ менән иҙәбеҙ. Аҙ ғына тоҙ, бешекләнгән етен орлоғо һәм ярты стакан укроп тө­нәтмәһе өҫтәйбеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы яҡшы­лап болғатырға һәм иртән һыйырға эсерергә кәрәк. 8-10 көн үткәс, һауымдың артыуын һиҙерһегеҙ. Ошонан һуң аҡрынлап ҡына был туҡлыҡлы һыуҙы эсереүҙе туҡтатығыҙ. Уны кәметә барыу, һуңынан бөтөнләй туҡтатыу һәм ғәҙәти аҙыҡтарға күсеү һыйырҙың һөтөн кәметмәйәсәк.

— Һөттөң сифаты насарайҙы...
— Һөттөң сифаты туранан-тура аҙыҡҡа бәйле. Әгәр мал болон бесәнен, туҡранбаш һымаҡ үләндәрҙе ашаһа, һөтө күпереп тора, ҡуйы була. Ҡаймағы, майы ла тәмле. Бесән артыҡ кипһә һәм насар һауа шарттарында әҙерләнһә, һөттән әскелт тәм килә. Ләкин был хәлде үҙгәртергә мөмкин. Һыйырҙың рационына тамыра­ҙыҡтар, шул иҫәптән сөгөлдөр, кишер, бойҙай көрпәһе, һоло ҡушығыҙ.

— Мин балан яратам. Әй­теү­ҙәренсә, һаулыҡҡа фай­ҙалы икән. Ҡайһы сирҙәрҙән дауа булыуын яҙһағыҙ ине. Тағы бер һора­уым бар: беҙ­ҙең баҡсалағы балан аға­сы­на сәскә ат­ҡан­дан һуң зәң­гәрһыу беттәр һырый, уларға ҡаршы нисек көрәшергә?
Һәр уңыштың сере бар– Элгәре балан ағасы йылға, күл буйҙарында, ҡыуаҡлыҡ­тарҙа күпләп үҫкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мал ағастарҙы, йәш үҫен­теләрҙе тапап, уларҙың күбеһе юҡҡа сыҡҡан. Быларға инде кешеләрҙең вәхшиҙәрсә ҡыланышы ла булышлыҡ иткән.
Баландан һәм ағас ҡайы­рыһынан (уны яҙ әҙерләйҙәр) яһаған дарыуҙар, төнәтмәләр ҡан ағыуҙы туҡтатыу, ашҡаҙан, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу, ҡан баҫымын төшөрөү өсөн ҡулланыла.
Ағастарығыҙ һурыусы беттәр (тля) менән зарарланған. Беттәр йәш бөрөләрҙең һәм япраҡтар­ҙың һутын һура, шунлыҡтан япраҡтар бөгәрләнә, баландың үҫеше туҡтала. Зарарланған ағас­тарға бер биҙрә һыуға 20 грамм хлорофос, 30 грамм карбофос ҡушып һип­терергә кәрәк. Иртә яҙҙан ҡороған, зарарланған бо­таҡтарҙы ҡырҡып алып яндырыу мөһим. Балан ағасы һыу ярата, шуға ҡоро йылдарҙа уны һуғарып торорға онотмағыҙ. Әйткәндәй, хәҙер хлоро­фосты һатыу тыйылды, электән ҡалған хлорофосығыҙ булмаһа, уның урынына колорадо ҡуңыҙына һиптергән ағыуҙар ҙа ярай.

— Нимә ул ҡарағат антракнозы?

— Был — бәшмәк ауырыуы. Ул ҡарағат япраҡтарын зарарлай. Сәскә атҡандан һуң ваҡ ҡына көрән таптар барлыҡҡа килә. Зарарланған япраҡтар бөгәрләнә, өҙөлөп төшә. Һөҙөмтәлә ҡарағат емештәре өлгөрмәй ҡойола.
Бәшмәк ауырыуына ҡаршы баҡырҙың хлорлы окисы (хлорокись меди) иретмәһе һиптерелә. Ауырыу ҡыуаҡ­тарға 0,5-0,75 процентлы препарат һибелә (10 литр һыуға 50-75 грамм баҡырҙың хлорлы окисы алына). Ә бына мүк бәшмәгенә ҡаршы тимер купоросы, баҡыр купоросы ҡулланалар. Ләкин уларҙың ҡоротҡостарға ҡаршы файҙаһы юҡ, өҫтәүенә ағастарҙың япрағын көйҙөрә. Шуға препараттарҙы ир­тә яҙ файҙаланалар. Бы­ның өсөн тимер купоро­сынан 5-6 процентлы итеп препарат әҙер­лә­нә. (10 литр һыуға 500-600 грамм тимер купоросы һалына). Баҡыр купоросы 1 процентлы итеп әҙер­ләнә (10 литр һыуға 100 грамм баҡыр купоросы алына).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 710

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 489

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 185

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 793

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885