– Аҡ икмәктә витамин аҙыраҡ була, тиҙәр...– Он ни тиклем ағыраҡ, витаминдар, аҡһым шул тиклем аҙыраҡ. Бигерәк тә В төркөмөнә ингән витаминдар һәм минераль тоҙҙар. Шуға ла бер стакан сәйҙән, бер телем аҡ икмәктән торған иртәнге ашты ҡәнәғәтләнерлек тип булмай. Табиптар быға бер һыныҡ булһа ла арыш икмәге өҫтәргә ҡуша.
Аҡһымлы бойҙай һәм аҡһымға байытылған көрпәле икмәк һимеҙлектән, шәкәр диабетынан яфаланған кешеләргә тәҡдим ителә. Ә бына тоҙһоҙ бешерелгән сөсө икмәк – бөйөр, гипертоник сирлеләр өсөн.
– Ни өсөн тауыҡ йоҡа ҡабыҡлы йәки бөтөнләй ҡабыҡһыҙ йомортҡа һала?— Тауыҡ, бигерәк тә ситлектә аҫралғаны, йыш ҡына ошондай йомортҡа һалыусан. Был аҙыҡта кальций, фосфор һәм Д витамины етмәүҙән килә. Тимәк, аҙыҡты байытырға кәрәк. Кальций ағас көлөндә, иретелгән иҫке эзбиздә, аҡбур һәм ҡабырсаҡтарҙа була. Ә фосфор етһен өсөн һөйәк оно, ветеринария станцияларында, махсус магазиндарҙа һатылған монокальцийфосфат, дикальцийфосфат, трикальцийфосфат, фосфорин һымаҡ элементтар ҡушалар. Д витаминын иһә ҡоштар ҡояш нурынан йәки бүлмәне яҡтыртҡан махсус ультрафиолет лампаларынан ала. Аҙыҡҡа балыҡ майы өҫтәү ҙә файҙалы. Әгәр тауыҡтар иркендә йөрөһә, Д витамины биреү мотлаҡ түгел. Алда һанап үтелгән элементтар булмаһа, ҡоштар йомортҡаларын да суҡыусан.
– Нимә ул шыйыҡ ашлама?— Һыуҙа иретелгән мал (һыйыр, ат), ҡош-ҡорт тиҙәген шулай атайҙар. Мискәнең (200, 100 литрлы) яртыһына тиҙәк һалып, тултырғансы һыу өҫтәйҙәр. Бөтәһен бергә бутағас, уны бер нисә көнгә ултыртып ҡуялар. Әсеп, шыйыҡса өҫтөндә күбектәр барлыҡҡа килгәс, мал тиҙәгенән яһалғанының биҙрәһенә — 2-3, ҡош-ҡорттоҡона 5-6 биҙрә һыу ҡушып һибәләр.
Өс йәшлек ағас төбөнә бер күнәк иретелгән ашлама, ун йәшлеккә — 3-4, унан да артһа, 4-6 биҙрә һыу һибәләр. Әгәр ҙә ашлама индергән саҡта тупраҡ ҡоро булһа, дымландырыу сараһын күрәләр.
— Ҡош-ҡортҡа аҙыҡтан сүпрә яһап биреү файҙалы, тип ишеткәйнем. Уны нисек әҙерләргә икән?— Сүпрә әсетеү өсөн кукуруз, арпа, һоло, бойҙай оно бик ҡулай. Ләкин ҡатнаш аҙыҡ бармай. Сүпрәле бутаманы ҡоштар бик яратып ашай, аппетиттары асыла, В витаминын етерлек алалар.
Бер килограмм онға 10-20 грамм әсетке (дрожжи) һалып бутарға, һуңынан барыһын да 30-35 градус йылылыҡтағы һыуҙа болғатырға кәрәк. Әҙер шыйыҡсаны онға һалалар ҙа (бер килограмға 1,0-1,5 литр иҫәбенән) тағы бутайҙар, 6-8 сәғәт һуҙымында аҙыҡ әсей. Һуңынан барлыҡҡа килгән сүпрәне тағы ла төп аҙыҡҡа (1:5 иҫәбенән) өҫтәйҙәр. Ныҡлап бутағас, ҡоштарға һалһаң да була.
— Һауымды арттырыу өсөн ни эшләргә кәрәк?— Ҡайнап торған һыуға 3 килограмға яҡын көрпә һалып, ярты сәғәткә төнәтергә ҡуябыҙ. Уны аҡ төҫкә ингәнсе, ҙур ағас ҡалаҡ менән иҙәбеҙ. Аҙ ғына тоҙ, бешекләнгән етен орлоғо һәм ярты стакан укроп төнәтмәһе өҫтәйбеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы яҡшылап болғатырға һәм иртән һыйырға эсерергә кәрәк. 8-10 көн үткәс, һауымдың артыуын һиҙерһегеҙ. Ошонан һуң аҡрынлап ҡына был туҡлыҡлы һыуҙы эсереүҙе туҡтатығыҙ. Уны кәметә барыу, һуңынан бөтөнләй туҡтатыу һәм ғәҙәти аҙыҡтарға күсеү һыйырҙың һөтөн кәметмәйәсәк.
— Һөттөң сифаты насарайҙы...— Һөттөң сифаты туранан-тура аҙыҡҡа бәйле. Әгәр мал болон бесәнен, туҡранбаш һымаҡ үләндәрҙе ашаһа, һөтө күпереп тора, ҡуйы була. Ҡаймағы, майы ла тәмле. Бесән артыҡ кипһә һәм насар һауа шарттарында әҙерләнһә, һөттән әскелт тәм килә. Ләкин был хәлде үҙгәртергә мөмкин. Һыйырҙың рационына тамыраҙыҡтар, шул иҫәптән сөгөлдөр, кишер, бойҙай көрпәһе, һоло ҡушығыҙ.
— Мин балан яратам. Әйтеүҙәренсә, һаулыҡҡа файҙалы икән. Ҡайһы сирҙәрҙән дауа булыуын яҙһағыҙ ине. Тағы бер һорауым бар: беҙҙең баҡсалағы балан ағасына сәскә атҡандан һуң зәңгәрһыу беттәр һырый, уларға ҡаршы нисек көрәшергә?– Элгәре балан ағасы йылға, күл буйҙарында, ҡыуаҡлыҡтарҙа күпләп үҫкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мал ағастарҙы, йәш үҫентеләрҙе тапап, уларҙың күбеһе юҡҡа сыҡҡан. Быларға инде кешеләрҙең вәхшиҙәрсә ҡыланышы ла булышлыҡ иткән.
Баландан һәм ағас ҡайырыһынан (уны яҙ әҙерләйҙәр) яһаған дарыуҙар, төнәтмәләр ҡан ағыуҙы туҡтатыу, ашҡаҙан, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу, ҡан баҫымын төшөрөү өсөн ҡулланыла.
Ағастарығыҙ һурыусы беттәр (тля) менән зарарланған. Беттәр йәш бөрөләрҙең һәм япраҡтарҙың һутын һура, шунлыҡтан япраҡтар бөгәрләнә, баландың үҫеше туҡтала. Зарарланған ағастарға бер биҙрә һыуға 20 грамм хлорофос, 30 грамм карбофос ҡушып һиптерергә кәрәк. Иртә яҙҙан ҡороған, зарарланған ботаҡтарҙы ҡырҡып алып яндырыу мөһим. Балан ағасы һыу ярата, шуға ҡоро йылдарҙа уны һуғарып торорға онотмағыҙ. Әйткәндәй, хәҙер хлорофосты һатыу тыйылды, электән ҡалған хлорофосығыҙ булмаһа, уның урынына колорадо ҡуңыҙына һиптергән ағыуҙар ҙа ярай.
— Нимә ул ҡарағат антракнозы?— Был — бәшмәк ауырыуы. Ул ҡарағат япраҡтарын зарарлай. Сәскә атҡандан һуң ваҡ ҡына көрән таптар барлыҡҡа килә. Зарарланған япраҡтар бөгәрләнә, өҙөлөп төшә. Һөҙөмтәлә ҡарағат емештәре өлгөрмәй ҡойола.
Бәшмәк ауырыуына ҡаршы баҡырҙың хлорлы окисы (хлорокись меди) иретмәһе һиптерелә. Ауырыу ҡыуаҡтарға 0,5-0,75 процентлы препарат һибелә (10 литр һыуға 50-75 грамм баҡырҙың хлорлы окисы алына). Ә бына мүк бәшмәгенә ҡаршы тимер купоросы, баҡыр купоросы ҡулланалар. Ләкин уларҙың ҡоротҡостарға ҡаршы файҙаһы юҡ, өҫтәүенә ағастарҙың япрағын көйҙөрә. Шуға препараттарҙы иртә яҙ файҙаланалар. Бының өсөн тимер купоросынан 5-6 процентлы итеп препарат әҙерләнә. (10 литр һыуға 500-600 грамм тимер купоросы һалына). Баҡыр купоросы 1 процентлы итеп әҙерләнә (10 литр һыуға 100 грамм баҡыр купоросы алына).