Шаулап-гөрләп йәнә бер уҡыу йылы уҙып бара. Балаларҙың йәһәтерәк “иреккә сығырға”, лагерға, олатай-өләсәй янына ашҡынған мәле. Сығарылыш класс уҡыусылары иһә тормошонда иң яуаплы, хәл иткес осорҙарҙың береһен үтә. Ошондай ҡыҙыу мәлдең төп мәсьәләләрен тәрәнерәк күҙаллау маҡсатында республиканың мәғариф министры Әлфис Суфиян улы ҒАЯЗОВ менән әңгәмә ойошторҙоҡ.– “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы, йәйге каникулға сығыу мәле һәр быуын вәкилдәренең күңелендә күркәм ваҡиға булып һаҡланалыр. Һеҙ тормошоғоҙҙағы был осорҙо нисек итеп хәтерләйһегеҙ, Әлфис Суфиян улы?
– Ғүмер юлындағы иң тулҡынландырғыс, моңһоу мәлдәрҙең береһе ул. Мин был кисерештәрҙе 1973 йылдың майында күңелдән үткәрҙем. Алыҫта ятҡан Асҡын районының төпкөлдәге Ҡаҙансы мәктәбен 80-гә яҡын уҡыусы тамамланыҡ. Ул заманда ауылдарҙа халыҡ күп ине, тормош гөрләп торҙо. Хыялдарыбыҙ ҙа даръялай киң булды. Алда имтихандар, яңы тормош, төрлө һынау көткәнен белеү яуаплылыҡ өҫтәй, йөҙгә етдилек һала. Тимәк, тулҡынландырғыс ҡына түгел, уйландырған да байрам ул “Һуңғы ҡыңғырау”. Хәҙер иһә был тантанала ҡатнашҡан һайын уҡыусыларҙың шатлыҡлы ла, өмөтлө лә йөҙөнә ҡарап, үҙем өсөн гелән яңылыҡ асам. Йәштәрҙең яҡты киләсәккә ышанысы улар алдында яуаплылыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрә.
Республикала быйыл 20 меңдән ашыу уҡыусы өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” яңғыраны. Был ауаз улар өсөн алға саҡырған оран булһын тип теләйем. Шул уҡ ваҡытта был көн уҡытыусылар менән айырылғыһыҙ бәйле. Беҙҙең мөғәллимдәр уҙған быуаттың 40 – 50-се йылдарында базалы белем алған кешеләр ине. Араларында яугирҙәр күп булды. Улар юғары интеллигентлылығы менән ҙур үрнәк күрһәтте беҙҙең заман уҡыусыларына. Мәктәпте генә түгел, тотош ауылды тотоп торған, алға әйҙәгән, әҙәп-әхлаҡтың нигеҙен ҡаҡшатмай һаҡлаған көс ине улар. Абруйҙары ифрат ҙур булды. “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында, Белем көнөндә уларҙы, айырыуса тәүге уҡытыусым Сәхилә апай Яҡупованы, ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Һәр кеше өсөн әсәй менән педагогтың иң яҡын төшөнсәләр булыуын бына ошондай уҡытыусылар миҫалында аңларға була. Шул хәтлем аҡыллы, кешелекле, балалар өсөн йөрәген өҙөп бирерҙәй шәхес ине остазым.
– Ошоларҙы күңелдән кисергәндә элекке уҡытыусылар һәм хәҙергеләр араһында айырма күрәһегеҙме?
– Күркәм бәйләнеш өҙөлмәй, быуындар араһында күсәгилешлелек бар. Эшен элеккеләр кеүек мөкиббән яратып, йәмғиәт алдында ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡарғандар бихисап. Күп тапҡыр инанылған хәҡиҡәтте тағы ла бер ҡабатлайым: баланы һөймәгән ҡаты күңелле кеше уҡытыусы һөнәрен үҙ итә алмай.
Быуындар араһында шундай айырма барлығы мәғлүм: хәҙер мәктәпте тамамлаған уҡыусылар элекке кеүек шунда уҡ белем бирә башлай алмай. Махсус уҡыу йортон бөткәндән һуң да әле тиҙ арала педагог булыу мөмкин түгел. Уҡытыусылыҡҡа ныҡлап инеп китеү өсөн биш-алты, хатта ун йыл кәрәктер. Бына шул саҡта ғына һөнәр эйәһенең белеме, күңел торошо асыла башлай. Уның шәхси эш алымдары барлыҡҡа килә, үҙ йүнәлеше, мөмкинлектәре билдәләнә. Ғөмүмән, уҡытыусы педагогка әйләнә. Ә бының өсөн туҡтауһыҙ эшләү, яратҡан һөнәрең буйынса даими камиллашыу, үҫешкә ынтылыу мөһим. Тәжрибә ынйыларын йыйып, мунсаҡ теҙгәс кенә “ысын педагог” тигән исемде йөрөтә башларға мөмкин.
Ошондай тырышлыҡтың хәҙер хеҙмәт хаҡында ла сағылыуы мәғлүм. Уҡыу йортон тамамлап, мәктәпкә килгән йәш белгес шунда уҡ күп аҡсаға өмөт итә алмай. Ул “һынау майҙаны”нда үҙен күрһәтергә, үҫеш юлын үтергә тейеш. Ә бының өсөн шарттар, мөмкинлектәр етерлек хәҙер. Мәҫәлән, мәктәп, район, республика, ил кимәлендә төрлө конкурстар ойошторола. Тәжрибә туплау өсөн курстар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар бихисап. Уҡытыусыларыбыҙ хәҙер ошондай әүҙем тормош шарттарына өйрәнде, белемен камиллаштырыуға, методик оҫталығын үҫтереүгә етди ҡарай.
Яңы эш башлаған йәш белгестәрҙе дәртләндереү саралары ла бар. Мәҫәлән, уларҙың хеҙмәт хаҡына өҫтәмә түләү тормошҡа ашырыла. Дөйөм алғанда, һуңғы дүрт-биш йыл эсендә уҡытыусыларҙың социаль хәлен ыңғай яҡҡа ҡырҡа үҙгәртә алдыҡ, тип әйтергә мөмкин. Хеҙмәт хаҡы арыу ғына күтәрелде, льготалар ҙа һаҡланып ҡалды.
– Социаль йәһәттән яҡланғанлыҡ, даими үҫешкә ынтылыш эш һөҙөмтәһендә сағылмай ҡалмай. Әле тап шундай осор – Берҙәм дәүләт имтиханы – бара...
– Төбәк мәғлүмәт системаһында БДИ-ның төп этабын тапшырыу өсөн республиканан 22 580 кеше теркәлгән. Белеүегеҙсә, быйылғы имтиханды үткәреүҙә үҙгәрештәр бар. Беренсенән, һынау алдынан дәүләт аттестацияһы уҙғарылды – һәр уҡыусы йомғаҡлау иншаһы (изложение) яҙҙы. Был эштең һөҙөмтәһен юғары уҡыу йортона ингәндә лә файҙаланырға мөмкин.
Икенсенән, инглиз теленән теләк буйынса тапшырылған имтиханда һорауҙарға телдән яуап биреү өлөшө бар. Әйткәндәй, был предметты быйыл 1 900 самаһы кеше һайлаған. Өсөнсөнән, математика буйынса БДИ базалы һәм профилле кимәлдәргә бүленде. Тәүгеһе уҡыусыға урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу, шулай уҡ был предмет буйынса имтихан ҡаралмаған юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеген бирә. Ә профилле һынау һөҙөмтәһе программаһында математика булған белем усағына ҡабул ителгәндә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уҡыусының ике кимәлде лә һайлау хоҡуғы бар. Бының өсөн берҙәм һынауҙар теҙмәһендә айырым ике көн билдәләнгән. Дүртенсенән, әгәр уҡыусы теләк буйынса һайланған предметтар буйынса насар баһа алды икән, ул имтиханды 1 сентябрҙән һуң киренән тапшырыу хоҡуғына эйә.
Республикала БДИ-ға әҙерлек ошо яңылыҡтарҙы күҙ уңында тотоп алып барылды. Норматив-хоҡуҡи база булдырылды, тейешле бойороҡтар сығарылды, дәүләт имтихан комиссияһы төҙөлдө, һынауҙы үткәреү пункттары билдәләнде, йәмәғәт күҙәтеүселәрен аккредитациялау буйынса эш алып барылды. Уҡыусылар менән педагогтар БДИ яңылыҡтарына әҙер булһын өсөн математика буйынса база кимәлендәге контроль үлсәү материалдарына, йомғаҡлау иншаһына (изложениеға), сит телдәрҙән һынауҙың “Һөйләү” бүлегенә һәм башҡаларға тикшереү үткәрелде. Һөҙөмтәлә байтаҡ эш башҡарыу кәрәклеге асыҡланды. Мәҫәлән, сит телдән имтихан тапшырыусының телмәре яҡшы яҙылһын өсөн тыңлау аудиторияһында наушниклы һәм микрофонлы ике – дүрт автоматлаштырылған эш урыны булырға тейеш. Күп урында ошо шарттың юҡлығы һәм башҡа техник етешһеҙлектәр табылғас, мәсьәләне яйға һалыу саралары күрелде.
16 майҙа Мәскәүҙә сит телдәрҙән “Һөйләү” бүлеген ойоштороу мәсьәләһе буйынса семинар булды. Фәһемле сараға үҙ вәкилдәрен ебәргән Учалы районы, Салауат ҡалаһы, Өфөнөң Орджоникидзе һәм Октябрь райондары хакимиәттәре етәкселәренә ҙур рәхмәт белдерәм. Әйткәндәй, иртәгә, 30 майҙа, сит телдәрҙән “Һөйләү” бүлеген ойоштороусылар өсөн апробация үткәрелә.
Быйылғы БДИ өсөн республикала 1 785 аудитория әҙерләнде. Был иҫәпкә имтихан материалдарын эшкәртеү, предмет һәм конфликт комиссиялары бүлмәләре лә инә. Кабинеттарҙың яртыһында онлайн режимында видеотрансляция эшләй, башҡаларында видеокүҙәтеү алып барыла. Был шарттар өсөн республика ҡаҙнаһынан тейешле күләмдә аҡса бүленде.
Быйыл 1 500-ҙән ашыу граждан йәмәғәт күҙәтеүсеһе булараҡ аккредитация үтте. Һынауҙарҙа шулай уҡ “Рәсәй йәштәре берлеге” ойошмаһынан ике төркөм (һәр береһендә – 20-шәр кеше) ҡатнаша. Федераль йәмәғәт күҙәтеүселәре оффлайн режимында эшләгән аудиторияларҙы ҡарай. Ғөмүмән, ошо йәһәттән хеҙмәтте тағы ла йәнләндереп ебәрергә ине тигән теләк бар. Айырыуса хаҡлы ялдағыларҙы, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән, әммә әүҙем тормош алып барған граждандарҙы йәлеп итергә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәм: аккредитацияның яңы ҡағиҙәһенә ярашлы, йәмәғәт күҙәтеүсеһе булыу өсөн ғаризаны имтиханға бер көн ҡалғас та бирергә мөмкин.
Дөйөм алғанда, Берҙәм дәүләт имтиханы ғәҙел үтһен, йәштәрҙең белеме дөрөҫ баһаһын алһын өсөн тейешле саралар күрелде. БДИ-ның йөкмәткеһен, уны уҙғарыу шарттарын камиллаштырыу йылдан-йыл яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Төп маҡсат шул – уҡыусылар ҙа, ата-әсә лә һынауҙан ҡурҡмаҫҡа, педагогтар әҙерлек эшен дөрөҫ йүнәлештә алып барырға, төплө белем өҫтөнлөк итергә тейеш. Республика былтыр БДИ-ны ойоштороу һәм үткәреү буйынса илдә һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте, киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ булыр тигән ышаныс бар. Һынау тотҡан йәштәргә уңыштар теләйем.
– Сығарылыш класс уҡыусылары имтихан мәшәҡәттәре менән булғанда, башҡалар каникулға тарала. Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу ниндәй кимәлдә тормошҡа ашырылды?
– Уҡыусыларҙың 96 процентын (383 меңдән ашыу бала) ялдың төрлө формалары менән тәьмин итеү ҡаралған. Республиканың ҡала-райондары янында 95 лагерь, шулай уҡ 19 шифахана-һауыҡтырыу учреждениеһы, 14 балалар шифаханаһы эшләйәсәк. Өҫтәүенә меңдән ашыу мәктәп үҙ уҡыусыларына көндөҙгө ял ойоштора, 120 самаһы палаткалы ҡаласыҡ булдырыласаҡ. Хаҡтарға килгәндә, һәр урында социаль статус буйынса төрлө ташламалар ҡаралған.
Республика аҡсаһына аҙ тәьмин ителгән һәм ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән 40 мең тирәһе бала ял иттереләсәк. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар ҙа күп – туғыҙ мең самаһы. Ошондай хәлдәгеләр республика бюджеты иҫәбенә беҙҙең Мәғариф министрлығы линияһы буйынса төрлө формала бушлай ял итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы – өс мең тирәһе инвалид балаға, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ауыр тормош шарттарында ҡалған 1 266 йәш быуын вәкиленә шундай уҡ мөмкинлек бирә.
810 уҡыусыны Ҡырым лагерҙары көтә. Йылдың үҙенсәлегенә ярашлы яңылыҡ та бар: ШОС һәм БРИКС саммиттары уңайынан 50 баланы Ҡытайға ебәрәбеҙ, ә биш уҡыусы Ҡырғыҙстандағы Ысыҡкүлгә юлланасаҡ. Бындай бәхеткә өлгәшкән балаларҙың төп ҡаҙанышы – сит телдәрҙе яҡшы үҙләштереүе.
Үҙебеҙҙең лагерҙарҙы асыуға әҙерлек тамамланды тиһәң дә була. Туҡландырыу мәсьәләһе хәл ителгән, тәрбиәселәр етерлек. Йәйге лагерҙарҙың эшен тәьмин итеү өсөн 1 миллиард 560 миллиондан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Путевкалар бер аҙ ҡиммәтләнде, әлбиттә. Бөгөнгө иҡтисади хәлгә ҡарағанда, түләүҙе аҙ ғына булһа ла арттырмау мөмкин дә түгел. Хаҡтың былтырғы кимәлдә ҡалыуы балаларҙы туйындырып еткермәүгә килтерер ине.
Хәүефһеҙлек буйынса шарттар иғтибар үҙәгендә тора, уларҙы теүәл үтәргә тырышабыҙ. Тел өйрәнеү, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү буйынса һәм башҡа төрлө йүнәлешле профилле лагерҙар арта, үҫмерҙәр өсөн хеҙмәт отрядтары, походтар ойошторола.
– Хеҙмәт отрядтары тигәндән, йәш быуынды эшкә өйрәтеүгә нисек ҡарайһығыҙ?
– Эйе, был йәһәттән йәмғиәттә фекер айырмалығы килеп сыҡты. Уның нигеҙендә белем биреүҙең яңы стандарттары ята. 20 – 25 йыл эсендә уҡытыу программаһында күп нәмә үҙгәрҙе. Элек планда “йәмғиәткә файҙалы эш” тигән пункт була торғайны, хәҙерге стандарттарҙа ул юҡ. Ваҡыттың күпме ҡалыуына ҡарап, балаларға хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырышабыҙ. Был эш туҡталып ҡалмаҫҡа, йәнләндерелергә тейеш.
Элекке хеҙмәт тәрбиәһе тәү сиратта “Тимурсылар” командаһының эшмәкәрлеге менән бәйле. Балаларҙы берләштергән, бер маҡсатта туплаған ҡеүәтле ойошма ине ул. Әле лә байтаҡ мәктәптә ошондай командаларҙың булдырылыуы, уңышлы эшләүе мәғлүм. Уҡыусыларҙы берәү ҙә мәжбүр итеп алып йөрөмәй, улар йәмғиәткә файҙалы хеҙмәт менән үҙ теләге буйынса шөғөлләнә. Ошоно күреү айырыуса һөйөнөслө. Әйткәндәй, әле республикала 13 500 “Тимурсылар” командаһы бар, уларға 270 мең уҡыусы йәлеп ителгән.
Беҙ йәйге ялды картуф утап, һыу ташып, баҡсала ярҙам итеп, бесән эшләп үткәрә торғайныҡ. Шул уҡ ваҡытта уйнарға ла ваҡыт табыла ине. Хәҙерге ауылдарҙа ошондай йәнлелектең булмауы йөрәкте өйкәй. Ҡыҙғаныс, бөгөн балаларҙың күпселеге буш ваҡытын яңғыҙ үткәрә. Киләсәктә ни булыр? Элекке “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йөҙөк һалыу”, “Боҙоҡ телефон”, флаг алыш, йәшенмәк һәм башҡа уйындарҙың берҙәмлекте нығытыу, йәш быуынды уртаҡ маҡсатҡа туплап үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ ине. Бөгөнгө мәғариф тармағы, йәмәғәтселек алдында ата-бабабыҙҙан ҡалған ошо тәрбиә алымының тамырын юғалтмау, был йәһәттән ниндәйҙер саралар күреү бурысы тора.
– Шулай уҡ балалар күңелендә илһөйәрлек тойғоһон көсәйтеү йәһәтенән күп эшләргә кәрәк...
– Был йәһәттән ҡаҙаныштар байтаҡ. Әлегә ҡәҙәр ҙә ватансылыҡ тәрбиәһенә иғтибар ҙур була торғайны, быйылғы мөһим сара – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы – эште тағы ла әүҙемләштереп ебәрҙе. Белеүегеҙсә, байрам рухы мәғариф тармағын тотошлай ялмап алды. Йәш быуын вәкилдәре төрлө мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа ихлас ҡатнашты, мәғлүмәт йыйҙы, эҙләнде, өлкәндәр менән аралашты. Дөйөм эштән бер бала ла ситтә ҡалмағандыр. Ә “Үлемһеҙ полк” акцияһы нисек үтте! Тулҡынландыҡ та, һоҡландыҡ та. Туҡтамай яуған ямғырға ҡарамаҫтан, ҡала, район урамдары халыҡ менән шығырым тулы булды. Араларында балаларҙың да ихлас ҡатнашыуы ватансылыҡ тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүлеүҙең сағылышы ине.
Мәғлүм булыуынса, Бөйөк Еңеү байрамы алдынан һәр урында һәйкәлдәр, обелисктар йүнәтелде, белем усаҡтарында музейҙар ремонтланды, стендтар яңыртылды. Ошо эштәр ҙә, һис шикһеҙ, йәш быуынға ыңғай йоғонто яһамай ҡалманы. Ғөмүмән, Еңеү – халыҡты халыҡ иткән байрамдарҙың иң ҙуры ул. Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне лә урап уҙмаған. Минең атай, мәҫәлән, яуҙан инвалид булып ҡайтҡан, ике орденға лайыҡ булған, әсәйем ул дәһшәтле йылдарҙа бригадир йөгөн тартҡан. Еңеүҙә һәр фронт, тыл батырының өлөшө бар. Беҙ, ошо ҡаһармандарҙың ейән-ейәнсәрҙәре, оло ҡаҙаныш емештәрен һаҡларға, был рухты киләсәк быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ.
Илһөйәрлек – тыуған ереңде, халҡыңды, телеңде яратыу, ихтирам итеү. Мәғариф учреждениеларында рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү эше тотороҡло. Мәктәптәрҙә уҡытыу башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә ойошторолған. Ә мордва, немец, украин, белорус, йәһүд, латыш, поляк, әрмән телдәре предмет булараҡ үҙләштерелә. Ошо ҡаҙанышты йылдар дауамында һаҡлап киләбеҙ, милли уҡыу йорттары даими үҫеш юлында. Республиканың дәүләт телдәрен уҡытыуҙы камиллаштырыу буйынса мөһим саралар тормошҡа ашырыла килә. Был йәһәттән дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары бер-береһен аңлап, кәңәшләшеп, бергәләп эшләргә тейеш – бурыстарыбыҙ ҙа, маҡсаттарыбыҙ ҙа уртаҡ.
– Дәүләт эшмәкәре генә түгел, ижадсы ла булараҡ, Әҙәбиәт йылына ҡарашығыҙ нисек, Әлфис Суфиян улы?
– Бик кәрәкле эш. Әҙәбиәт баланы дөрөҫ фекер йөрөтөргә өйрәтә. Беҙ китаптарҙы йотлоғоп, ләззәтләнеп уҡый торғайныҡ. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш быуын вәкилдәре араһында баҫма мәғлүмәткә иғтибар бүлеүселәр аҙ. Мәктәп был бушлыҡты тултырырға, балалар күңелендә әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләргә тейеш. Шиғыр һөйләүселәр конкурстары, китап уҡыусылар конференциялары, әҙиптәр менән осрашыу, музейҙарға йөрөү һәм башҡа эштәр ыңғай һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Бала әҙәбиәткә яҡынайһын өсөн дәртләндереү саралары булырға тейеш. Ә сәм ташып тора беҙҙең йәш быуында! Йәйге ялда уларға китап уҡыуға ваҡыт айырыуса күп буласаҡ.
Д. ТӘЛҒӘТОВА әңгәмәләште.