Әлфис ҒАЯЗОВ: “һуңғы ҡыңғырау” алға саҡырған оран булһын”29.05.2015
Әлфис ҒАЯЗОВ: “һуңғы ҡыңғырау” алға саҡырған оран булһын” Шаулап-гөрләп йәнә бер уҡыу йылы уҙып бара. Балаларҙың йәһәтерәк “ирек­кә сығырға”, лагерға, олатай-өләсәй яны­на ашҡынған мәле. Сығарылыш класс уҡыусылары иһә тормошонда иң яуаплы, хәл иткес осорҙарҙың береһен үтә. Ошондай ҡыҙыу мәлдең төп мәсьә­ләләрен тәрәнерәк күҙаллау маҡсатында республиканың мәғариф министры Әл­фис Суфиян улы ҒАЯЗОВ менән әңгәмә ойошторҙоҡ.

– “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы, йәйге каникулға сығыу мәле һәр быуын вә­кил­дәренең күңелендә күр­кәм ваҡиға булып һаҡланалыр. Һеҙ тормошоғоҙҙағы был осорҙо нисек итеп хәтерләйһегеҙ, Әлфис Суфиян улы?
– Ғүмер юлындағы иң тулҡынландырғыс, моңһоу мәл­дәрҙең береһе ул. Мин был ки­се­рештәрҙе 1973 йылдың майында күңел­дән үткәрҙем. Алыҫта ятҡан Асҡын ра­йо­нының төпкөлдәге Ҡаҙансы мәктәбен 80-гә яҡын уҡыусы тамамланыҡ. Ул заман­да ауылдарҙа халыҡ күп ине, тормош гөр­ләп торҙо. Хыялдарыбыҙ ҙа даръялай киң булды. Алда имтихандар, яңы тормош, төрлө һынау көткәнен белеү яуаплылыҡ өҫтәй, йөҙгә етдилек һала. Тимәк, тул­ҡын­ландырғыс ҡына түгел, уйландырған да байрам ул “Һуңғы ҡыңғырау”. Хәҙер иһә был тантанала ҡатнашҡан һайын уҡыусыларҙың шатлыҡлы ла, өмөтлө лә йөҙөнә ҡарап, үҙем өсөн гелән яңылыҡ асам. Йәштәрҙең яҡты киләсәккә ышанысы улар алдында яуаплылыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрә.
Республикала быйыл 20 меңдән ашыу уҡыусы өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” яңғыраны. Был ауаз улар өсөн алға саҡырған оран булһын тип теләйем. Шул уҡ ваҡытта был көн уҡытыусылар менән айырылғыһыҙ бәйле. Беҙҙең мөғәллимдәр уҙған быуаттың 40 – 50-се йылдарында базалы белем алған кешеләр ине. Араларында яугирҙәр күп булды. Улар юғары интелли­гент­лылығы менән ҙур үрнәк күрһәтте беҙҙең заман уҡыусыларына. Мәктәпте генә түгел, тотош ауылды тотоп торған, алға әйҙәгән, әҙәп-әхлаҡтың нигеҙен ҡаҡшатмай һаҡлаған көс ине улар. Абруйҙары ифрат ҙур булды. “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында, Белем көнөндә уларҙы, айырыуса тәүге уҡытыусым Сәхилә апай Яҡупо­ваны, ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Һәр кеше өсөн әсәй менән педагогтың иң яҡын төшөнсәләр булыуын бына ошондай уҡытыусылар миҫалында аңларға була. Шул хәтлем аҡыллы, кешелекле, балалар өсөн йөрәген өҙөп бирерҙәй шәхес ине остазым.
– Ошоларҙы күңелдән кисергәндә элек­ке уҡытыу­сылар һәм хәҙергеләр араһында айырма күрәһегеҙме?
– Күркәм бәйләнеш өҙөлмәй, быуындар араһында күсәгилешлелек бар. Эшен элек­келәр кеүек мөкиббән яратып, йәмғиәт алдында ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡарғандар бихисап. Күп тапҡыр инанылған хәҡиҡәтте тағы ла бер ҡабатлайым: баланы һөймәгән ҡаты күңелле кеше уҡытыусы һөнәрен үҙ итә алмай.
Быуындар араһында шундай айырма барлығы мәғлүм: хәҙер мәктәпте тамамла­ған уҡыусылар элекке кеүек шунда уҡ белем бирә башлай алмай. Махсус уҡыу йортон бөткәндән һуң да әле тиҙ арала педагог бу­лыу мөмкин түгел. Уҡытыусылыҡҡа ныҡлап инеп китеү өсөн биш-алты, хатта ун йыл кә­рәктер. Бына шул саҡта ғына һөнәр эйәһе­нең белеме, күңел торошо асыла башлай. Уның шәхси эш алымдары барлыҡҡа килә, үҙ йүнәлеше, мөмкинлектәре билдәләнә. Ғөмүмән, уҡытыусы педагогка әйләнә. Ә бы­ның өсөн туҡтауһыҙ эшләү, яратҡан һөнә­рең буйынса даими камиллашыу, үҫешкә ынтылыу мөһим. Тәжрибә ынйыларын йы­йып, мунсаҡ теҙгәс кенә “ысын педагог” тигән исемде йөрөтә башларға мөмкин.
Ошондай тырышлыҡтың хәҙер хеҙмәт хаҡында ла сағылыуы мәғлүм. Уҡыу йортон тамамлап, мәктәпкә килгән йәш белгес шунда уҡ күп аҡсаға өмөт итә алмай. Ул “һынау майҙаны”нда үҙен күрһәтергә, үҫеш юлын үтергә тейеш. Ә бының өсөн шарттар, мөмкинлектәр етерлек хәҙер. Мәҫәлән, мәк­тәп, район, республика, ил кимәлендә төрлө конкурстар ойошторола. Тәжрибә туплау өсөн курстар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар бихисап. Уҡытыусыларыбыҙ хәҙер ошондай әүҙем тормош шарттарына өйрәнде, белемен камиллаштырыуға, методик оҫталығын үҫте­реүгә етди ҡарай.
Яңы эш башлаған йәш белгестәрҙе дәрт­ләндереү саралары ла бар. Мәҫәлән, улар­ҙың хеҙмәт хаҡына өҫтәмә түләү тормошҡа ашырыла. Дөйөм алғанда, һуңғы дүрт-биш йыл эсендә уҡытыусыларҙың социаль хәлен ыңғай яҡҡа ҡырҡа үҙгәртә алдыҡ, тип әйтергә мөмкин. Хеҙмәт хаҡы арыу ғына күтәрелде, льготалар ҙа һаҡланып ҡалды.
– Социаль йәһәттән яҡланғанлыҡ, даими үҫешкә ынтылыш эш һөҙөмтә­һендә сағылмай ҡалмай. Әле тап шундай осор – Берҙәм дәүләт имтиханы – бара...
– Төбәк мәғлүмәт системаһында БДИ-ның төп этабын тапшырыу өсөн республиканан 22 580 кеше теркәлгән. Белеүегеҙсә, быйылғы имтиханды үткәреүҙә үҙгәрештәр бар. Беренсенән, һынау алдынан дәүләт аттестацияһы уҙғарылды – һәр уҡыусы йомғаҡлау иншаһы (изложение) яҙҙы. Был эштең һөҙөмтәһен юғары уҡыу йортона ингәндә лә файҙаланырға мөмкин.
Икенсенән, инглиз теленән теләк буйынса тапшырылған имтиханда һорауҙарға телдән яуап биреү өлөшө бар. Әйткәндәй, был предметты быйыл 1 900 самаһы кеше һайлаған. Өсөнсөнән, математика буйынса БДИ базалы һәм профилле кимәлдәргә бүленде. Тәүгеһе уҡыусыға урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу, шулай уҡ был предмет буйынса имтихан ҡаралмаған юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеген бирә. Ә профилле һынау һөҙөмтәһе программаһында математика булған белем усағына ҡабул ителгәндә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта уҡыусының ике кимәлде лә һайлау хоҡуғы бар. Бының өсөн берҙәм һынауҙар теҙмәһендә айырым ике көн билдәләнгән. Дүртенсенән, әгәр уҡыусы теләк буйынса һайланған предметтар буйынса насар баһа алды икән, ул имтиханды 1 сентябрҙән һуң киренән тапшырыу хоҡуғына эйә.
Республикала БДИ-ға әҙерлек ошо яңылыҡтарҙы күҙ уңында тотоп алып барылды. Норматив-хоҡуҡи база булдырыл­ды, тейешле бойороҡтар сығарылды, дәү­ләт имтихан комиссияһы төҙөлдө, һынауҙы үткәреү пункттары билдәләнде, йәмәғәт күҙәтеүселәрен аккредитациялау буйынса эш алып барылды. Уҡыусылар менән педагогтар БДИ яңылыҡтарына әҙер булһын өсөн математика буйынса база кимәлендәге контроль үлсәү материалдарына, йомғаҡлау иншаһына (изложениеға), сит телдәрҙән һынауҙың “Һөйләү” бүлегенә һәм башҡаларға тикшереү үткәрелде. Һөҙөмтәлә байтаҡ эш башҡарыу кәрәклеге асыҡланды. Мәҫәлән, сит телдән имтихан тапшырыусы­ның телмәре яҡшы яҙылһын өсөн тыңлау аудиторияһында наушниклы һәм микрофонлы ике – дүрт автоматлаштырылған эш урыны булырға тейеш. Күп урында ошо шарттың юҡлығы һәм башҡа техник етеш­һеҙлектәр табылғас, мәсьәләне яйға һалыу саралары күрелде.
16 майҙа Мәскәүҙә сит телдәрҙән “Һөй­ләү” бүлеген ойоштороу мәсьәләһе буйынса семинар булды. Фәһемле сараға үҙ вәкил­дә­рен ебәргән Учалы районы, Салауат ҡа­лаһы, Өфөнөң Орджоникидзе һәм Октябрь райондары хакимиәттәре етәкселәренә ҙур рәхмәт белдерәм. Әйткән­дәй, иртәгә, 30 май­ҙа, сит телдәрҙән “Һөйләү” бүлеген ойоштороусылар өсөн апробация үткәрелә.
Быйылғы БДИ өсөн республикала 1 785 аудитория әҙер­ләнде. Был иҫәпкә имтихан материалдарын эшкәртеү, предмет һәм конфликт комиссиялары бүлмәләре лә инә. Кабинеттарҙың яртыһында онлайн режимында видеотрансляция эшләй, башҡала­рын­да видеокүҙәтеү алып барыла. Был шарттар өсөн республика ҡаҙнаһынан тейешле күләмдә аҡса бүленде.
Быйыл 1 500-ҙән ашыу граждан йәмәғәт күҙәтеүсеһе булараҡ аккредитация үтте. Һынауҙарҙа шулай уҡ “Рәсәй йәштәре берлеге” ойошмаһынан ике төркөм (һәр бе­реһен­дә – 20-шәр кеше) ҡатнаша. Федераль йәмәғәт күҙәтеүсе­ләре оффлайн режимында эшләгән аудиторияларҙы ҡарай. Ғөмүмән, ошо йәһәттән хеҙмәтте тағы ла йәнлән­дереп ебәрергә ине тигән теләк бар. Айырыуса хаҡлы ялдағыларҙы, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән, әммә әүҙем тормош алып барған граждандарҙы йәлеп итергә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәм: аккредитация­ның яңы ҡағиҙәһенә ярашлы, йәмәғәт күҙә­теүсеһе булыу өсөн ғаризаны имтиханға бер көн ҡалғас та бирергә мөмкин.
Дөйөм алғанда, Берҙәм дәүләт имтиханы ғәҙел үтһен, йәштәрҙең белеме дөрөҫ баһаһын алһын өсөн тейешле саралар кү­релде. БДИ-ның йөкмәткеһен, уны уҙға­рыу шарттарын камиллаштырыу йылдан-йыл яңы баҫ­ҡысҡа күтәрелә. Төп маҡсат шул – уҡыу­сы­лар ҙа, ата-әсә лә һынауҙан ҡурҡ­маҫҡа, педагогтар әҙерлек эшен дөрөҫ йүнәлештә алып барырға, төплө белем өҫтөнлөк итергә тейеш. Республика былтыр БДИ-ны ойоштороу һәм үткәреү буйынса илдә һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте, киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ булыр тигән ышаныс бар. Һынау тотҡан йәштәргә уңыштар теләйем.
– Сығарылыш класс уҡыусылары имтихан мәшә­ҡәт­тәре менән булғанда, башҡалар каникулға тарала. Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу ниндәй кимәлдә тормошҡа ашырылды?
– Уҡыусыларҙың 96 процентын (383 меңдән ашыу бала) ялдың төрлө формалары менән тәьмин итеү ҡаралған. Респуб­ли­каның ҡала-райондары янында 95 ла­герь, шулай уҡ 19 шифахана-һауыҡтырыу учреждениеһы, 14 балалар шифаханаһы эшләйәсәк. Өҫтәүенә меңдән ашыу мәктәп үҙ уҡыусыларына көндөҙгө ял ойоштора, 120 самаһы палаткалы ҡаласыҡ булдыры­ласаҡ. Хаҡтарға килгәндә, һәр урын­да социаль статус буйынса төрлө ташламалар ҡаралған.
Республика аҡсаһына аҙ тәьмин ителгән һәм ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән 40 мең тирәһе бала ял иттереләсәк. Ата-әсә ҡара­уы­нан мәхрүм ҡалғандар ҙа күп – туғыҙ мең сама­һы. Ошондай хәлдәгеләр республика бюджеты иҫәбенә беҙҙең Мәғариф министрлығы линияһы буйынса төрлө формала бушлай ял итәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы – өс мең тирәһе инвалид балаға, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ауыр тормош шарттарында ҡалған 1 266 йәш быуын вәкиленә шундай уҡ мөмкинлек бирә.
810 уҡыусыны Ҡырым лагерҙары көтә. Йылдың үҙен­сәлегенә ярашлы яңылыҡ та бар: ШОС һәм БРИКС саммиттары уңа­йынан 50 баланы Ҡытайға ебәрәбеҙ, ә биш уҡыусы Ҡырғыҙстандағы Ысыҡкүлгә юлла­насаҡ. Бындай бәхеткә өлгәшкән бала­ларҙың төп ҡаҙанышы – сит телдәрҙе яҡшы үҙләштереүе.
Үҙебеҙҙең лагерҙарҙы асыуға әҙерлек тамамланды тиһәң дә була. Туҡландырыу мәсьәләһе хәл ителгән, тәрбиә­селәр етерлек. Йәйге лагерҙарҙың эшен тәьмин итеү өсөн 1 миллиард 560 миллиондан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Путевкалар бер аҙ ҡиммәтләнде, әлбиттә. Бөгөнгө иҡтисади хәлгә ҡарағанда, түләүҙе аҙ ғына булһа ла арттырмау мөмкин дә түгел. Хаҡтың был­тырғы кимәлдә ҡалыуы балаларҙы туйындырып еткермәүгә килтерер ине.
Хәүефһеҙлек буйынса шарттар иғтибар үҙәгендә тора, уларҙы теүәл үтәргә тыры­шабыҙ. Тел өйрәнеү, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү буйынса һәм башҡа төрлө йүнә­лешле профилле лагерҙар арта, үҫмерҙәр өсөн хеҙмәт отрядтары, походтар ойошторола.
– Хеҙмәт отрядтары тигәндән, йәш быуынды эшкә өйрәтеүгә нисек ҡарай­һығыҙ?
– Эйе, был йәһәттән йәмғиәттә фекер айырмалығы килеп сыҡты. Уның нигеҙендә белем биреүҙең яңы стандарттары ята. 20 – 25 йыл эсендә уҡытыу программаһында күп нәмә үҙгәрҙе. Элек планда “йәмғиәткә файҙалы эш” тигән пункт була торғайны, хәҙерге стандарттарҙа ул юҡ. Ваҡыттың күпме ҡалыуына ҡарап, балаларға хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырышабыҙ. Был эш туҡталып ҡалмаҫҡа, йәнләндерелергә тейеш.
Элекке хеҙмәт тәрбиәһе тәү сиратта “Тимурсылар” командаһының эшмәкәрлеге менән бәйле. Балаларҙы берләштергән, бер маҡсатта туплаған ҡеүәтле ойошма ине ул. Әле лә байтаҡ мәктәптә ошондай коман­даларҙың булдырылыуы, уңышлы эшләүе мәғлүм. Уҡыусыларҙы берәү ҙә мәжбүр итеп алып йөрөмәй, улар йәмғиәткә файҙалы хеҙмәт менән үҙ теләге буйынса шөғөлләнә. Ошоно күреү айырыуса һөйөнөслө. Әйт­кәндәй, әле республикала 13 500 “Тимурсылар” командаһы бар, уларға 270 мең уҡыусы йәлеп ителгән.
Беҙ йәй­ге ялды картуф утап, һыу ташып, баҡсала ярҙам итеп, бесән эшләп үткәрә торғайныҡ. Шул уҡ ваҡытта уйнарға ла ваҡыт табыла ине. Хәҙерге ауылдарҙа ошондай йәнле­лектең булмауы йөрәкте өйкәй. Ҡыҙғаныс, бөгөн балаларҙың күпсе­леге буш ваҡытын яңғыҙ үткәрә. Киләсәктә ни булыр? Элекке “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йөҙөк һалыу”, “Боҙоҡ телефон”, флаг алыш, йә­шенмәк һәм башҡа уйындарҙың берҙәм­лекте нығытыу, йәш быуынды уртаҡ маҡ­сатҡа туплап үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ ине. Бөгөнгө мәғариф тармағы, йәмәғәтселек алдында ата-баба­быҙҙан ҡал­ған ошо тәрбиә алымының тамырын юғалтмау, был йәһәттән ниндәй­ҙер саралар күреү бурысы тора.
– Шулай уҡ балалар күңелендә илһөйәрлек тойғо­һон көсәйтеү йәһәте­нән күп эшләргә кәрәк...
– Был йәһәттән ҡаҙаныштар байтаҡ. Әлегә ҡәҙәр ҙә ватансылыҡ тәрбиәһенә иғтибар ҙур була торғайны, быйылғы мөһим сара – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы – эште тағы ла әүҙемләштереп ебәрҙе. Белеүе­геҙсә, байрам рухы мәғариф тармағын тотошлай ялмап алды. Йәш быуын вәкилдәре төрлө мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа ихлас ҡатнашты, мәғлүмәт йыйҙы, эҙләнде, өлкәндәр менән аралашты. Дөйөм эштән бер бала ла ситтә ҡалмағандыр. Ә “Үлемһеҙ полк” акцияһы нисек үтте! Тулҡынландыҡ та, һоҡландыҡ та. Туҡтамай яуған ямғырға ҡарамаҫтан, ҡала, район урамдары халыҡ менән шығырым тулы булды. Араларында балаларҙың да ихлас ҡатнашыуы ватансы­лыҡ тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүлеүҙең сағылышы ине.
Мәғлүм булыуынса, Бөйөк Еңеү байрамы алдынан һәр урында һәйкәлдәр, обелисктар йүнәтелде, белем усаҡ­тарында музейҙар ремонтланды, стендтар яңыр­тылды. Ошо эштәр ҙә, һис шикһеҙ, йәш быуынға ыңғай йоғонто яһамай ҡалманы. Ғөмүмән, Еңеү – халыҡты халыҡ иткән байрамдарҙың иң ҙуры ул. Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне лә урап уҙмаған. Минең атай, мәҫәлән, яуҙан инвалид булып ҡайтҡан, ике орденға лайыҡ булған, әсәйем ул дәһшәтле йыл­дарҙа бригадир йөгөн тарт­ҡан. Еңеүҙә һәр фронт, тыл батырының өлөшө бар. Беҙ, ошо ҡаһармандарҙың ейән-ейәнсәрҙәре, оло ҡаҙаныш емештәрен һаҡларға, был рухты киләсәк быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ.
Илһөйәрлек – тыуған ереңде, халҡыңды, телеңде яратыу, ихтирам итеү. Мәғариф учреждениеларында рухи ҡиммәттәрҙе һаҡ­лау һәм үҫтереү эше тотороҡло. Мәк­тәп­тәрҙә уҡытыу башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә ойош­торолған. Ә мордва, немец, украин, белорус, йәһүд, латыш, поляк, әрмән телдәре предмет булараҡ үҙләштерелә. Ошо ҡаҙа­нышты йылдар дауамында һаҡлап киләбеҙ, милли уҡыу йорттары даими үҫеш юлында. Республиканың дәүләт телдәрен уҡытыуҙы камиллаштырыу буйынса мөһим саралар тормошҡа ашырыла килә. Был йәһәттән дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары бер-береһен аңлап, кәңәшләшеп, бергәләп эшләргә тейеш – бурыстарыбыҙ ҙа, маҡсат­тарыбыҙ ҙа уртаҡ.
– Дәүләт эшмәкәре генә түгел, ижадсы ла булараҡ, Әҙәбиәт йылына ҡарашығыҙ нисек, Әлфис Суфиян улы?
– Бик кәрәкле эш. Әҙәбиәт баланы дөрөҫ фекер йөрө­төргә өйрәтә. Беҙ китаптарҙы йотлоғоп, ләззәтләнеп уҡый торғайныҡ. Хә­ҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш быуын вәкил­дәре араһында баҫма мәғлүмәткә иғтибар бүлеүселәр аҙ. Мәктәп был бушлыҡты тултырырға, балалар күңелендә әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләргә тейеш. Шиғыр һөйләү­селәр конкурстары, китап уҡыусылар конференциялары, әҙиптәр менән осрашыу, музейҙарға йөрөү һәм башҡа эштәр ыңғай һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Бала әҙәбиәткә яҡынайһын өсөн дәртләндереү саралары булырға тейеш. Ә сәм ташып тора беҙҙең йәш быуында! Йәйге ялда уларға китап уҡыуға ваҡыт айырыуса күп буласаҡ.

Д. ТӘЛҒӘТОВА әңгәмәләште.



Вернуться назад