Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киттек, әйҙә, киноға!
Киттек, әйҙә, киноға! Һа-ай-й, ғүмер тигәнең!.. “Башҡортостан” киностудияһы төҙөлөүгә лә
25 йыл тулған икән. Үҙебеҙҙең киностудия була, тип ҡыуанып йөрөгән саҡтар кисә генә һымаҡ. Ошо йылдар эсендә байтаҡ ҡына фильм төшөрөлдө, кинофестивалдәрҙә еңеү яуланды, кинорежиссерҙар барлыҡҡа килде... Үткәндәргә боролоп ҡарап, әҙме-күпме йомғаҡ яһарға, ҡаҙаныштарҙы һәм юғалтыуҙарҙы барларға ла була хәҙер.


25 майҙа Өфө ҡалаһының “Родина” кинотеатрында киностудияның “егет” ҡорона инеүе айҡанлы кино аҙналығы башлана. Унда ҡатнашасаҡ фильм­дарҙың барыһы ла тиерлек төрлө кимәлдәге халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яулаған.
Беренсе көндә ҡыҫҡа метражлы фильмдар күрһәтелә. Тамашасы кинорежиссер Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” комедияһын ҡарап, бала саҡ хәтирә­ләренә сумыр, рәхәтләнеп көлөр, һағыштан сыланған күҙҙәрен һөртөр. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: был фильм ауыл малайы Илнурҙың һинд фильмы “Танцор диско”ны күреү өсөн йомортҡа тотоп киноға барыуы һәм мәҙәк хәлдәргә тарыуы хаҡында.
Беренсе мөхәббәте менән осрашыуын көткән Харис ҡарт тураһындағы “Карусель” фильмы (режиссеры – Ро­ман Пожидаев) тамашасының нескә күңел ҡылдарын сиртер. Ошо уҡ режиссерҙың “Япраҡ” фильмы иһә сирле ҡарт менән малай араһында булған моңһоу ваҡиғаларҙы бәйән итә.
Таңсулпан Бураҡаева ла үҙен һәләтле режиссер итеп танытты. Кино аҙналығында уның “Мин өйләнәм!” исемле картинаһы күрһәтелә.
Бөйөк яҡташыбыҙ – балет бейеү­се­һе Рудольф Нуриевтың яҡты иҫтәле­генә арналған “Визит” фильмы ла кино һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килер, моғайын. Уны Булат Йосопов төшөр­гән.
26 майҙа документаль фильмдар “һүҙ” аласаҡ. Бөткән ауылды ҡалды­рып китергә теләмәй, ярты быуаттан ашыу яңғыҙы ғына йәшәгән кеше тураһында “Мөрйәнән төтөн сыға әле” (“Еще вьется над крышей дымок”), атаҡлы спортсы Ирек Зариповтың яҙмышын сағылдырған “Ике тапҡыр тыуған” (“Рожденный дважды”) филь­мы тамашасыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр. Шулай уҡ Айнур Асҡаровтың “Әсе бал” (“Горький мед”), Радик Килмәмәтовтың “Күңел йыры” (“Песнь души”) документаль фильм­дары битараф ҡалдырмаҫ.
27 майҙа һеҙҙе тулы метражлы нәфис фильм көтә. Тамашасылар “Ел аулаусы” (“Ловец ветра”, режиссеры Айсыуаҡ Йомағолов) фильмын ҡарай аласаҡ. Унда билдәле актер Марат Бәшәров уйнай.
Булат Йосоповтың “13 раунд” филь­мы бокс менән шөғөлләнгән мәктәп уҡыусыһы Рафаэлдең тормошо тура­һында һөйләй. Уны 28 майҙа ҡарар­һығыҙ.
29 майҙа анимацион кино тәҡдим ителә. “Башҡортостан” киностудияһы кескәй дуҫтарын йыясаҡ. Режиссер Рим Шәрәфетдиновтың “Алдар менән һоро бүре” (“Алдар и серый волк”), “Елдәр иҫкән яҡ” (“Та сторона, где ветер), Елена Юшко­ваның “Төлкө менән ҡор” (“Лиса и тетерев”), “Бишек йыры” (“Колыбельная”) балаларға матур бүләк буласаҡ.
Фильмдар сәғәт 2-лә башлана. Рәхәтләнеп ял итеп ҡайтығыҙ, дуҫтар!





Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә