Һа-ай-й, ғүмер тигәнең!.. “Башҡортостан” киностудияһы төҙөлөүгә лә
25 йыл тулған икән. Үҙебеҙҙең киностудия була, тип ҡыуанып йөрөгән саҡтар кисә генә һымаҡ. Ошо йылдар эсендә байтаҡ ҡына фильм төшөрөлдө, кинофестивалдәрҙә еңеү яуланды, кинорежиссерҙар барлыҡҡа килде... Үткәндәргә боролоп ҡарап, әҙме-күпме йомғаҡ яһарға, ҡаҙаныштарҙы һәм юғалтыуҙарҙы барларға ла була хәҙер.25 майҙа Өфө ҡалаһының “Родина” кинотеатрында киностудияның “егет” ҡорона инеүе айҡанлы кино аҙналығы башлана. Унда ҡатнашасаҡ фильмдарҙың барыһы ла тиерлек төрлө кимәлдәге халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яулаған.
Беренсе көндә ҡыҫҡа метражлы фильмдар күрһәтелә. Тамашасы кинорежиссер Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” комедияһын ҡарап, бала саҡ хәтирәләренә сумыр, рәхәтләнеп көлөр, һағыштан сыланған күҙҙәрен һөртөр. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: был фильм ауыл малайы Илнурҙың һинд фильмы “Танцор диско”ны күреү өсөн йомортҡа тотоп киноға барыуы һәм мәҙәк хәлдәргә тарыуы хаҡында.
Беренсе мөхәббәте менән осрашыуын көткән Харис ҡарт тураһындағы “Карусель” фильмы (режиссеры – Роман Пожидаев) тамашасының нескә күңел ҡылдарын сиртер. Ошо уҡ режиссерҙың “Япраҡ” фильмы иһә сирле ҡарт менән малай араһында булған моңһоу ваҡиғаларҙы бәйән итә.
Таңсулпан Бураҡаева ла үҙен һәләтле режиссер итеп танытты. Кино аҙналығында уның “Мин өйләнәм!” исемле картинаһы күрһәтелә.
Бөйөк яҡташыбыҙ – балет бейеүсеһе Рудольф Нуриевтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Визит” фильмы ла кино һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килер, моғайын. Уны Булат Йосопов төшөргән.
26 майҙа документаль фильмдар “һүҙ” аласаҡ. Бөткән ауылды ҡалдырып китергә теләмәй, ярты быуаттан ашыу яңғыҙы ғына йәшәгән кеше тураһында “Мөрйәнән төтөн сыға әле” (“Еще вьется над крышей дымок”), атаҡлы спортсы Ирек Зариповтың яҙмышын сағылдырған “Ике тапҡыр тыуған” (“Рожденный дважды”) фильмы тамашасыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр. Шулай уҡ Айнур Асҡаровтың “Әсе бал” (“Горький мед”), Радик Килмәмәтовтың “Күңел йыры” (“Песнь души”) документаль фильмдары битараф ҡалдырмаҫ.
27 майҙа һеҙҙе тулы метражлы нәфис фильм көтә. Тамашасылар “Ел аулаусы” (“Ловец ветра”, режиссеры Айсыуаҡ Йомағолов) фильмын ҡарай аласаҡ. Унда билдәле актер Марат Бәшәров уйнай.
Булат Йосоповтың “13 раунд” фильмы бокс менән шөғөлләнгән мәктәп уҡыусыһы Рафаэлдең тормошо тураһында һөйләй. Уны 28 майҙа ҡарарһығыҙ.
29 майҙа анимацион кино тәҡдим ителә. “Башҡортостан” киностудияһы кескәй дуҫтарын йыясаҡ. Режиссер Рим Шәрәфетдиновтың “Алдар менән һоро бүре” (“Алдар и серый волк”), “Елдәр иҫкән яҡ” (“Та сторона, где ветер), Елена Юшкованың “Төлкө менән ҡор” (“Лиса и тетерев”), “Бишек йыры” (“Колыбельная”) балаларға матур бүләк буласаҡ.
Фильмдар сәғәт 2-лә башлана. Рәхәтләнеп ял итеп ҡайтығыҙ, дуҫтар!