Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Караганданың бер биҙәге
Беҙ Белорет педагогия колледжын 1975 йылда тамамланыҡ. Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил, Силәбе өлкәһенең Арғаяш райондарынан 20 ҡыҙ һәм 12 егет уҡыныҡ. Үҙ-ара дуҫ булдыҡ, колледжды тамамлап, төрлө тарафтарға таралышһаҡ та, бер-беребеҙҙе юғалтманыҡ. Йыл һайын йәй мәлендә осрашыу йолаға әйләнде.

Быйыл училищены тамамлауыбыҙға 40 йыл тула, курсташтарҙы ҙур осрашыу көтә. Әхирәтебеҙ Зәкиә Ҡорманаева Ҡаҙағстанда йәшәй. Аралар алыҫ булһа ла, бәйләнеште өҙмәй, шылтыратып, Интернет аша аралашып торабыҙ.
Талантлы, әүҙем курсташыбыҙҙы Кара­ган­дала ла яраталар. Ошо көндәрҙә беҙ хат алдыҡ. Бына нимә тип яҙылған унда: “Зәкиә Самат ҡыҙы Ҡорманаева Мулдаҡай ауылында тыуа. Кескәй саҡтан уҡ ҡыҙҙың күңеле туған мәҙәниәтенә, моңона тартыла. Мандолинала яҡшы уйнаған әсәһенә ҡарап, ул да өйрәнә. Бәләкәй бармаҡтар әсәһенең һәр бер хәрәкәтен ҡабатлай. Тора-бара Зәкиәнең гармунда ла уйнап ҡарау теләге уяна. Ҡыҙҙарының музыка ҡоралына ынтылыуын күреп, ата-әсәһе почта аша гармун яҙҙыртып ала.
Зәкиә тәбиғәттән килгән ныҡышлығы, маҡсатҡа ынтылышы, хеҙмәт яратыуы арҡаһында тиҙ арала гармунда уйнарға өйрәнә.
Йылдар үтә. Зәкиә һигеҙ йыллыҡ мәк­тәп­те тамамлап, Белорет педагогия учи­лищеһына уҡырға инә. Унда нотаны өйрәнә. Музыкаға булған һөйөүе тормошонда мөһим роль уйнай. Мәктәптә музыка дәресен алып бара, күп йылдар Ҡатау-Ивановск район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә художество етәксеһе була.
Зәкиә Самат ҡыҙы бына 20 йыл инде Ҡаҙағстан Республикаһының Караганда ҡалаһында йәшәй. Тыуған яғынан ситтә ғүмер итеү башҡорт моңона булған мөхәббәтен һүндермәй, киреһенсә, нығыта ғына. Башҡорт һәм татар мәҙәниәт үҙәге ағзаһы булып тора. Үҙәк ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, Караганда өлкәһен арҡырыға-буйына урап сыға. Халыҡ музыка ҡоралдарында виртуоз уйнаған оҫтаны тамашасы үҙ итә, ярата. Зәкиә бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, күңеле йәш, әүҙем йәмәғәтсе. Оҫталығын ул йәштәргә лә өйрәтә. Үҙәктең йәш музыканты Феруз Мадаевтың остазы, уҡытыусыһы. Икеһе бергә мандолинала, гармунда, баянда уйнай.
Зәкиә Әхмәтйәнова (Ҡорманаева) — хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Ейәнсәре Алинаны ҡарарға ярҙамлаша. Ейәнсәренә лә өләсәһенең таланты күскән.
Беҙҙең өсөн Зәкиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өлгөһө. Уға ҡарап, башҡорттоң хеҙмәт яратҡан, түҙемле, дуҫ халыҡ икә­нен беләбеҙ. Яҡташығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ.
С. СӘҘРЕТДИНОВА,
“Иҙел” башҡорт һәм татар мәҙәниәт үҙәгенең Караганда филиалы директоры”.

Бына ошондай курсташыбыҙ менән ғо­рурланабыҙ, уңыштарына ҡыуанабыҙ, яҙ­мыш беҙҙе талантлы, хеҙмәт һөйөүсән ханым менән осраштырыуына шатбыҙ.




Автор: Фәйрүзә ХАРРАСОВА. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә