Караганданың бер биҙәге23.05.2015
Беҙ Белорет педагогия колледжын 1975 йылда тамамланыҡ. Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил, Силәбе өлкәһенең Арғаяш райондарынан 20 ҡыҙ һәм 12 егет уҡыныҡ. Үҙ-ара дуҫ булдыҡ, колледжды тамамлап, төрлө тарафтарға таралышһаҡ та, бер-беребеҙҙе юғалтманыҡ. Йыл һайын йәй мәлендә осрашыу йолаға әйләнде.
Быйыл училищены тамамлауыбыҙға 40 йыл тула, курсташтарҙы ҙур осрашыу көтә. Әхирәтебеҙ Зәкиә Ҡорманаева Ҡаҙағстанда йәшәй. Аралар алыҫ булһа ла, бәйләнеште өҙмәй, шылтыратып, Интернет аша аралашып торабыҙ.
Талантлы, әүҙем курсташыбыҙҙы Карагандала ла яраталар. Ошо көндәрҙә беҙ хат алдыҡ. Бына нимә тип яҙылған унда: “Зәкиә Самат ҡыҙы Ҡорманаева Мулдаҡай ауылында тыуа. Кескәй саҡтан уҡ ҡыҙҙың күңеле туған мәҙәниәтенә, моңона тартыла. Мандолинала яҡшы уйнаған әсәһенә ҡарап, ул да өйрәнә. Бәләкәй бармаҡтар әсәһенең һәр бер хәрәкәтен ҡабатлай. Тора-бара Зәкиәнең гармунда ла уйнап ҡарау теләге уяна. Ҡыҙҙарының музыка ҡоралына ынтылыуын күреп, ата-әсәһе почта аша гармун яҙҙыртып ала.
Зәкиә тәбиғәттән килгән ныҡышлығы, маҡсатҡа ынтылышы, хеҙмәт яратыуы арҡаһында тиҙ арала гармунда уйнарға өйрәнә.
Йылдар үтә. Зәкиә һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Унда нотаны өйрәнә. Музыкаға булған һөйөүе тормошонда мөһим роль уйнай. Мәктәптә музыка дәресен алып бара, күп йылдар Ҡатау-Ивановск район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә художество етәксеһе була.
Зәкиә Самат ҡыҙы бына 20 йыл инде Ҡаҙағстан Республикаһының Караганда ҡалаһында йәшәй. Тыуған яғынан ситтә ғүмер итеү башҡорт моңона булған мөхәббәтен һүндермәй, киреһенсә, нығыта ғына. Башҡорт һәм татар мәҙәниәт үҙәге ағзаһы булып тора. Үҙәк ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, Караганда өлкәһен арҡырыға-буйына урап сыға. Халыҡ музыка ҡоралдарында виртуоз уйнаған оҫтаны тамашасы үҙ итә, ярата. Зәкиә бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, күңеле йәш, әүҙем йәмәғәтсе. Оҫталығын ул йәштәргә лә өйрәтә. Үҙәктең йәш музыканты Феруз Мадаевтың остазы, уҡытыусыһы. Икеһе бергә мандолинала, гармунда, баянда уйнай.
Зәкиә Әхмәтйәнова (Ҡорманаева) — хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Ейәнсәре Алинаны ҡарарға ярҙамлаша. Ейәнсәренә лә өләсәһенең таланты күскән.
Беҙҙең өсөн Зәкиә — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өлгөһө. Уға ҡарап, башҡорттоң хеҙмәт яратҡан, түҙемле, дуҫ халыҡ икәнен беләбеҙ. Яҡташығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ.
С. СӘҘРЕТДИНОВА,
“Иҙел” башҡорт һәм татар мәҙәниәт үҙәгенең Караганда филиалы директоры”.
Бына ошондай курсташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уңыштарына ҡыуанабыҙ, яҙмыш беҙҙе талантлы, хеҙмәт һөйөүсән ханым менән осраштырыуына шатбыҙ.