Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белемлелек бәләһе йәки Азатлыҡҡа ынтылыш беҙҙе нимәгә илтә?
Белемлелек бәләһе йәки Азатлыҡҡа ынтылыш беҙҙе нимәгә илтә? Алты-ете йыл элек, Дмитрий Медведев Рәсәй Президенты булған саҡта, ил етәксеһе йыш ҡабатлаған “хоҡуҡи наҙанлыҡ” тигән төшөнсә халыҡ араһында киң таралып киткәйне. Әлбиттә, һөнәре буйынса юрист кеше ватандаштарының ҡануниәткә ҡарата ихтирамын арттырырға, уҡымышлы, белемле граждандарға таянып асыҡ, әүҙем, көслө йәмғиәт булдырырға, ысын демократия урынлаштырырға теләгәндер. Һис шикһеҙ, был маҡсатҡа ниндәйҙер кимәлдә өлгәшелде: кеше хоҡуҡтары хаҡында күберәк ишетелә башланы, власть ябай халыҡҡа йөҙө менән боролғандай булды, бығаса ғәҙеллеккә өмөтө өҙөлөп йөрөгән күптәрҙең “теле асылды”... Тик ошо күтәренкелек шарттарында йәмғиәтебеҙ ниндәй ҡапҡанға эләккәнен һиҙмәй ҡалды һымаҡ.

Тәжрибәле, абруйлы бер политологтың: “Демократия – кешелек тарихындағы иң бөйөк әкиәт”, – тигәне хәтерҙә. Эйе, барыһының да мәнфәғәттәре тигеҙ яҡланырлыҡ сәйәси ҡоролош ғәмәлдә һис тә була алмайҙыр. Ер йөҙөндә һәр кемгә урын да, ризыҡ та етерлек, тиһәләр ҙә, күңелдәрҙә нәфсе бар бит әле. Хәйер, тиҫтәләрсә йыл дауамында коммунизм төҙөү менән мәшғүл булғандарға был турала һөйләп тороу кәрәкмәҫ тә: социализм шарттарында ла бөтөн кеше тигеҙ йәшәмәне, Рәми Ғариповтың поэмаһындағыса, ҡаҙаныштарҙың “бер осонан – бал, икенсеһенән ҡан тамып” торҙо.
Һуңғы тиҫтә йылда азатлыҡ тойорға, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға өйрәндек, шуның менән бер үк ваҡытта рухиәтебеҙ нигеҙенән – үҙ-ара килешеп, татыу йәшәүгә ынтылыштан – һаман нығыраҡ ситләшә барабыҙ. Анығыраҡ әйткәндә, берәүҙәрҙең законды оҫта файҙаланып иркенлектә көн итеүе арҡаһында бүтәндәрҙең мәнфәғәтенә зыян килә, шунлыҡтан күңелдәрҙе көнсөллөк, ҡомһоҙлоҡ, рәнйеү, нәфрәт, үс алыу теләге биләй. Йәмғиәтебеҙ тарҡала. Киң мәғлүмәт сараларында суд менән бәйле эштәрҙе даими рәүештә асыҡтан-асыҡ күрһәтеү, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн уларға “тоҙ-борос” та өҫтәп ебәреү һөҙөмтәһендә хәҙер ауылдаштар, күршеләр генә түгел, бер туғандар араһында ла мөнәсәбәттәрен прокуратура, адвокатура аша асыҡлаусылар күбәйҙе.
“Ҡулланыусылар фетнәһе” тигән төшөнсә лә ят түгел бөгөнгө Рәсәйгә. Был – эшҡыуарҙар, бигерәк тә ниҙер етештереүселәр, хеҙмәтләндереүселәр өсөн бик ҡаты һынау. Ҡулланыусыларҙың тауар йә эш сифатына дәғүә белдереп судҡа ғариза биреүе, компенсация талап итеүе, түләүҙән баш тартыуы йыш ҡына булдыҡлы йүнселдәрҙе бизнестан китергә, вағыраҡ фирмаларҙы ябылырға мәжбүр итә. Америкала бер ҡарсыҡтың эҫе ҡәһүә өсөн “Макдоналдс”тан шаҡтай күп аҡса ҡайырып алғаны тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, бәлки. Әгәр ундай хәлгә беҙҙәге ябай кафе тарыған булһа, хужаһы муйындан бурысҡа батыр ине.
Эшҡыуарҙар үҙҙәренең клиенттары менән бәйле ығы-зығы тураһында башҡаларға өндәшмәүҙе хуп күрә, хатта нисек тә булһа йәшереп ҡалырға тырыша. Шуға ла “суд” тигәнде ишетеү менән күптәре, эште ҙурға ебәрмәйенсә, дәғүә белдереүсенең талабын үтәргә ашыға. Бер тапҡыр ауыҙы бешкәндәр иһә өрөп ҡаба: һауыт-һаба йыуыуға тәғәйенләнгән шыйыҡлыҡ һауытына “эсергә, аҙыҡҡа ҡушырға ярамай” тип яҙыуҙары; үткер әйберҙе һатҡанда “ҡырҡылып ҡуймағыҙ” тигән иҫкәртеү биреүҙәре; һәр магазин, дарыухана, хеҙмәтләндереү офисы алдына инвалидтар өсөн пандус ҡуйыуҙары һ.б. – “ҡулланыусылар фетнәһе”нән һаҡланыу саралары ул. Һуңғы осорҙа штатта юрист тотоу һәр урында ҡәҙимге күренешкә әүерелде.
Иң аяныслыһы – ошо күренештең мәғариф өлкәһенә бик йылдам үтеп инеүе. Өмөтлө быуын тәрбиәләйем тип тырышыусылар балалар, ата-әсәләр менән мөнәсәбәт урынлаштырғанда йыш ҡына ике арала ҡануниәт кәртәләре тороуын тоя. “Ниңә минең балам мәктәптә иҙән йыуырға тейеш? Был турала ҡайһы законда яҙылған?”, “Уҡыусыларҙы экскурсияға алып сығырға рөхсәтте кем бирҙе һеҙгә? Берәйһенә талпан ҡаҙалһа, йығылып имгәнеп ҡуйһалар...”, “Ни өсөн дәрескә кеҫә телефоны алып инеүҙе тыяһығыҙ? Бәлки, балаға ашығыс эш буйынса өйөнән шылтыратырҙар”... Ошоноң һымаҡ һорауҙар көн дә яңғырай белем усағында. Закон менән янауҙар арҡаһында уҡытыусының, мәктәптең эшмәкәрлеге бөтөнләй башҡа юҫыҡҡа боролоп барғандай. Улар, эшҡыуарҙар һымаҡ, күп ваҡытын үҙен “ҡулланыусылар фетнәһе”нән яҡлауҙы хәстәрләп уҙғарырға мәжбүр. Уҡытыусыларға, табиптарға, хакимиәт белгестәренә – барыһына ла бөгөн, эш сәғәтенән байтаҡ ваҡыт бүлеп, контроль органдары, судтар бәйләнә алмаҫлыҡ итеп тау-тау документ әҙерләргә тура килә.
Ғөмүмән, мина яланы буйлап атлағандай барыбыҙ ҙа. Теләһә ҡайһы яҡтан төрлөсә һөжүм булыуы ихтимал. Яҡшы адвокатың булмаһа, тиктомалдан ғәйепкә ҡалырыңды көт тә тор. Ә хоҡуҡ ойошмалары аҡса һуға – уларға әлегенән дә ҡулайыраҡ шарттар юҡтыр: ҡануниәтебеҙ һығылмалы, халыҡ әйтмешләй, “ҡайҙа борһаң, шунда алып барып сығара”; кешеләр бер-береһенән көнләшеүсән, күптәрҙә “бынау байҙың иманын уҡытайым әле, әллә кем булып йөрөмәһен” тигән үс тойғоһо бар; “мин алдан өлгөрмәһәм, ул мине судҡа бирәсәк” тип ҡурҡыусылар ҙа осрай; эш өсөн түләмәҫкә йәки тауар хаҡын ҡайтарып алырға күнеккәндәр бар... Адвокатҡа ни, ғәйепләүсе исеменән сығыш яһаһа ла, судҡа тарттырылғанды яҡлаһа ла барыбер аҡса килә. ЮХХДИ бүлексәләре, страховка компаниялары, теркәү палаталары урынлашҡан биналар алдында юристар юҡҡа ғына төркөм-төркөм булып йөрөмәй инде.
Законлылыҡ булырға, кеше хоҡуҡтары һанланырға тейеш, быға һис тә ҡаршы һүҙ әйтмәйем. Тик ҡануниәтте ураған һайын ҡалҡан итеп тотоу, яман ниәттә файҙаланыу килешмәй. Ул юл беҙҙе һәләкәткә генә илтә – үҙ-ара берҙәмлектең ҡаҡшауы менән янай. Үҙеңде йәмғиәттең бер ағзаһы тип тойоу, киң мәғәнәлә ҡарағанда, шәхси азатлыҡтан яҡшыраҡ барыбер. Мәхшәрҙең тамыры намыҫ, иман булмауҙа, әлбиттә. Әгәр был тормошта барыһы ла ғәҙел эшләнһә, судта ла бер ниндәй яҡлаусы кәрәкмәҫ ине бит.
Бер нисә йыл элек танышым өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге тәҡдим иткәйне. Фәлән ергә осрашыуға барырға кәрәк, аңлатырҙар, тине. Унда иһә мине “Адвокард” проектында ҡатнашырға саҡырҙылар. Селтәрле маркетинг инде: билдәләнгән хаҡты түләп, исемлектә теркәләһең дә башҡаларҙы ошо төркөмгә йәлеп иткән өсөн аҡса алаһың. “Бер яҡтан, “Адвокард” теләһә ҡайһы мәлдә һинең хоҡуҡтарыңды яҡлап сығырға әҙер булһа, икенсенән, даими килемең бар, – тине өгөтләүсе егет. – Беҙҙең халыҡ үҙ хоҡуҡтарын белмәй, шуға аҙым һайын отолоп тик йөрөй. Ә бына һиңә шундай шәп мөмкинлек тәҡдим ителә!..” Барыбер оҡшап етмәне был юл. Күрәһең, ваҡ-төйәк өсөн тауыш сығарып, тартҡылашып йөрөү ҡаныбыҙҙа юҡтыр. Алданыуын-алданабыҙ инде ул, тик күңел тыныслығы ҡиммәтерәк.


Автор: Я. УСМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ришат
    Ришат от 02.06.2015, 13:41
    Без демократияга әзер тугел. Кәрәкмәй зә, ул беззен өсөн уйлап сыгарылмаган.

  2. Рияз
    Рияз от 02.06.2015, 21:33
    Дөрөҫөн әйтеү зарурҙыр: мәҡәлә ифрат ҡыҙыҡлы мәсьәләгә ҡағылған, ләкин уның интенцияһы бер мәғәнәле түгел. Ярай әле автор, афарин, уҡыусыларҙың үҙҙәренә һығымта яһарға юл ҡуйған. "Хоҡуҡи наҙанлыҡ" беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Бына бит беренсе комментатор - Ришат та - "беҙ демократияға әҙер түгел", тип халыҡтың күпселек урта интеллектлы өлөшөнөң фекерен белдергән дәбаһа! Көнбайыш демократияһы фәнни-техник ҡаҙаныштар өсөн, күп сифатлы тауарҙар өсөн, теләһә ниндәй ҡулланыусылар өсөн. Бына шуны беҙҙә аңламайҙар...
    Судлашып йөрөһәң дә, бер ни нәтижә булмай ул, беҙҙәге "демократия"ла! Кемдең - ҡулында, шуның - ауыҙында. Бына шул ул Рәсәй "суверенлы демократия"һы.






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21