Алты-ете йыл элек, Дмитрий Медведев Рәсәй Президенты булған саҡта, ил етәксеһе йыш ҡабатлаған “хоҡуҡи наҙанлыҡ” тигән төшөнсә халыҡ араһында киң таралып киткәйне. Әлбиттә, һөнәре буйынса юрист кеше ватандаштарының ҡануниәткә ҡарата ихтирамын арттырырға, уҡымышлы, белемле граждандарға таянып асыҡ, әүҙем, көслө йәмғиәт булдырырға, ысын демократия урынлаштырырға теләгәндер. Һис шикһеҙ, был маҡсатҡа ниндәйҙер кимәлдә өлгәшелде: кеше хоҡуҡтары хаҡында күберәк ишетелә башланы, власть ябай халыҡҡа йөҙө менән боролғандай булды, бығаса ғәҙеллеккә өмөтө өҙөлөп йөрөгән күптәрҙең “теле асылды”... Тик ошо күтәренкелек шарттарында йәмғиәтебеҙ ниндәй ҡапҡанға эләккәнен һиҙмәй ҡалды һымаҡ. Тәжрибәле, абруйлы бер политологтың: “Демократия – кешелек тарихындағы иң бөйөк әкиәт”, – тигәне хәтерҙә. Эйе, барыһының да мәнфәғәттәре тигеҙ яҡланырлыҡ сәйәси ҡоролош ғәмәлдә һис тә була алмайҙыр. Ер йөҙөндә һәр кемгә урын да, ризыҡ та етерлек, тиһәләр ҙә, күңелдәрҙә нәфсе бар бит әле. Хәйер, тиҫтәләрсә йыл дауамында коммунизм төҙөү менән мәшғүл булғандарға был турала һөйләп тороу кәрәкмәҫ тә: социализм шарттарында ла бөтөн кеше тигеҙ йәшәмәне, Рәми Ғариповтың поэмаһындағыса, ҡаҙаныштарҙың “бер осонан – бал, икенсеһенән ҡан тамып” торҙо.
Һуңғы тиҫтә йылда азатлыҡ тойорға, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға өйрәндек, шуның менән бер үк ваҡытта рухиәтебеҙ нигеҙенән – үҙ-ара килешеп, татыу йәшәүгә ынтылыштан – һаман нығыраҡ ситләшә барабыҙ. Анығыраҡ әйткәндә, берәүҙәрҙең законды оҫта файҙаланып иркенлектә көн итеүе арҡаһында бүтәндәрҙең мәнфәғәтенә зыян килә, шунлыҡтан күңелдәрҙе көнсөллөк, ҡомһоҙлоҡ, рәнйеү, нәфрәт, үс алыу теләге биләй. Йәмғиәтебеҙ тарҡала. Киң мәғлүмәт сараларында суд менән бәйле эштәрҙе даими рәүештә асыҡтан-асыҡ күрһәтеү, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн уларға “тоҙ-борос” та өҫтәп ебәреү һөҙөмтәһендә хәҙер ауылдаштар, күршеләр генә түгел, бер туғандар араһында ла мөнәсәбәттәрен прокуратура, адвокатура аша асыҡлаусылар күбәйҙе.
“Ҡулланыусылар фетнәһе” тигән төшөнсә лә ят түгел бөгөнгө Рәсәйгә. Был – эшҡыуарҙар, бигерәк тә ниҙер етештереүселәр, хеҙмәтләндереүселәр өсөн бик ҡаты һынау. Ҡулланыусыларҙың тауар йә эш сифатына дәғүә белдереп судҡа ғариза биреүе, компенсация талап итеүе, түләүҙән баш тартыуы йыш ҡына булдыҡлы йүнселдәрҙе бизнестан китергә, вағыраҡ фирмаларҙы ябылырға мәжбүр итә. Америкала бер ҡарсыҡтың эҫе ҡәһүә өсөн “Макдоналдс”тан шаҡтай күп аҡса ҡайырып алғаны тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, бәлки. Әгәр ундай хәлгә беҙҙәге ябай кафе тарыған булһа, хужаһы муйындан бурысҡа батыр ине.
Эшҡыуарҙар үҙҙәренең клиенттары менән бәйле ығы-зығы тураһында башҡаларға өндәшмәүҙе хуп күрә, хатта нисек тә булһа йәшереп ҡалырға тырыша. Шуға ла “суд” тигәнде ишетеү менән күптәре, эште ҙурға ебәрмәйенсә, дәғүә белдереүсенең талабын үтәргә ашыға. Бер тапҡыр ауыҙы бешкәндәр иһә өрөп ҡаба: һауыт-һаба йыуыуға тәғәйенләнгән шыйыҡлыҡ һауытына “эсергә, аҙыҡҡа ҡушырға ярамай” тип яҙыуҙары; үткер әйберҙе һатҡанда “ҡырҡылып ҡуймағыҙ” тигән иҫкәртеү биреүҙәре; һәр магазин, дарыухана, хеҙмәтләндереү офисы алдына инвалидтар өсөн пандус ҡуйыуҙары һ.б. – “ҡулланыусылар фетнәһе”нән һаҡланыу саралары ул. Һуңғы осорҙа штатта юрист тотоу һәр урында ҡәҙимге күренешкә әүерелде.
Иң аяныслыһы – ошо күренештең мәғариф өлкәһенә бик йылдам үтеп инеүе. Өмөтлө быуын тәрбиәләйем тип тырышыусылар балалар, ата-әсәләр менән мөнәсәбәт урынлаштырғанда йыш ҡына ике арала ҡануниәт кәртәләре тороуын тоя. “Ниңә минең балам мәктәптә иҙән йыуырға тейеш? Был турала ҡайһы законда яҙылған?”, “Уҡыусыларҙы экскурсияға алып сығырға рөхсәтте кем бирҙе һеҙгә? Берәйһенә талпан ҡаҙалһа, йығылып имгәнеп ҡуйһалар...”, “Ни өсөн дәрескә кеҫә телефоны алып инеүҙе тыяһығыҙ? Бәлки, балаға ашығыс эш буйынса өйөнән шылтыратырҙар”... Ошоноң һымаҡ һорауҙар көн дә яңғырай белем усағында. Закон менән янауҙар арҡаһында уҡытыусының, мәктәптең эшмәкәрлеге бөтөнләй башҡа юҫыҡҡа боролоп барғандай. Улар, эшҡыуарҙар һымаҡ, күп ваҡытын үҙен “ҡулланыусылар фетнәһе”нән яҡлауҙы хәстәрләп уҙғарырға мәжбүр. Уҡытыусыларға, табиптарға, хакимиәт белгестәренә – барыһына ла бөгөн, эш сәғәтенән байтаҡ ваҡыт бүлеп, контроль органдары, судтар бәйләнә алмаҫлыҡ итеп тау-тау документ әҙерләргә тура килә.
Ғөмүмән, мина яланы буйлап атлағандай барыбыҙ ҙа. Теләһә ҡайһы яҡтан төрлөсә һөжүм булыуы ихтимал. Яҡшы адвокатың булмаһа, тиктомалдан ғәйепкә ҡалырыңды көт тә тор. Ә хоҡуҡ ойошмалары аҡса һуға – уларға әлегенән дә ҡулайыраҡ шарттар юҡтыр: ҡануниәтебеҙ һығылмалы, халыҡ әйтмешләй, “ҡайҙа борһаң, шунда алып барып сығара”; кешеләр бер-береһенән көнләшеүсән, күптәрҙә “бынау байҙың иманын уҡытайым әле, әллә кем булып йөрөмәһен” тигән үс тойғоһо бар; “мин алдан өлгөрмәһәм, ул мине судҡа бирәсәк” тип ҡурҡыусылар ҙа осрай; эш өсөн түләмәҫкә йәки тауар хаҡын ҡайтарып алырға күнеккәндәр бар... Адвокатҡа ни, ғәйепләүсе исеменән сығыш яһаһа ла, судҡа тарттырылғанды яҡлаһа ла барыбер аҡса килә. ЮХХДИ бүлексәләре, страховка компаниялары, теркәү палаталары урынлашҡан биналар алдында юристар юҡҡа ғына төркөм-төркөм булып йөрөмәй инде.
Законлылыҡ булырға, кеше хоҡуҡтары һанланырға тейеш, быға һис тә ҡаршы һүҙ әйтмәйем. Тик ҡануниәтте ураған һайын ҡалҡан итеп тотоу, яман ниәттә файҙаланыу килешмәй. Ул юл беҙҙе һәләкәткә генә илтә – үҙ-ара берҙәмлектең ҡаҡшауы менән янай. Үҙеңде йәмғиәттең бер ағзаһы тип тойоу, киң мәғәнәлә ҡарағанда, шәхси азатлыҡтан яҡшыраҡ барыбер. Мәхшәрҙең тамыры намыҫ, иман булмауҙа, әлбиттә. Әгәр был тормошта барыһы ла ғәҙел эшләнһә, судта ла бер ниндәй яҡлаусы кәрәкмәҫ ине бит.
Бер нисә йыл элек танышым өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге тәҡдим иткәйне. Фәлән ергә осрашыуға барырға кәрәк, аңлатырҙар, тине. Унда иһә мине “Адвокард” проектында ҡатнашырға саҡырҙылар. Селтәрле маркетинг инде: билдәләнгән хаҡты түләп, исемлектә теркәләһең дә башҡаларҙы ошо төркөмгә йәлеп иткән өсөн аҡса алаһың. “Бер яҡтан, “Адвокард” теләһә ҡайһы мәлдә һинең хоҡуҡтарыңды яҡлап сығырға әҙер булһа, икенсенән, даими килемең бар, – тине өгөтләүсе егет. – Беҙҙең халыҡ үҙ хоҡуҡтарын белмәй, шуға аҙым һайын отолоп тик йөрөй. Ә бына һиңә шундай шәп мөмкинлек тәҡдим ителә!..” Барыбер оҡшап етмәне был юл. Күрәһең, ваҡ-төйәк өсөн тауыш сығарып, тартҡылашып йөрөү ҡаныбыҙҙа юҡтыр. Алданыуын-алданабыҙ инде ул, тик күңел тыныслығы ҡиммәтерәк.