Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғилем менән һөнәр – бер бөтөн
– Юғары белем алыу мөһим түгел, һөнәр кәрәк тигән фекерҙе һуңғы йылдарҙа күп ишетергә тура килә. Ауыл мәктәбенән һуң артабан уҡымаҫҡа ла мөмкин, тип аңлай уны ауылдағылар. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Р. АГИШЕВ.
Ейәнсура районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Алдан уҡ шуны әй­теп үтергә кәрәк: әҙәм балаһы тәү си­ратта ғилемле бу­лырға тейеш. Һө­нәр­ҙе лә ул ты­рышлыҡ, белемгә ын­тылыш арҡа­һын­да өйрәнә. “Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят-кәримә “Һине юҡ­тан бар иткән Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” – тип башлана. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымда ҙур мәғәнә ята, унда ғилемдең ҡиммәте һәм һиммәте сағылдырыла.
Белем – йәмғиәтте алға этәргән көс. “Ғи­лемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрә­не­геҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғә­ләй­һис-сәләм. Бөйөк шәхестәребеҙ, яҙыусылар, шағирҙар ҙа һәр саҡ белемгә әйҙәгән. Мәҫәлән, олуғ мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәре әле лә көнүҙәк булып ҡала. Белем тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ менән бер бөтөндө тәшкил итә. Ошоға ярашлы бер хикмәтте иҫегеҙгә төшөрөп үтәйем. Атай кеше улын баҫыуға алып сыға, ти. Унда арыш башаҡтарының берәүҙәре эйелгән, икенселәре күккә туп-тура ҡарап, ғорур үҫеп ултыра икән. “Атай, был ни хикмәт? – тип ғәжәпләнгән малай. – Ниңә улар бер төрлө түгел?” “Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым, – тигән атаһы. – Башағы буш булғанлыҡтан, шулай улар. Ә башын эйгәндәрҙең эсе тулы ем”.
Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ғилемле кеше бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуйып, тәкәбберләнеп йөрөмәй, ә ниндәйҙер кимәлдә түбәнселектә ҡала. Быға иң ҙур миҫал – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ Раббыбыҙҙан бирелгән ҙур ғилеме менән бер ҡасан да маһайып, тәкәбберләнеп йөрөмәгән, киреһенсә, уны таратҡан, башҡалар менән уртаҡлашҡан. Ә Аллаһ Тәғәлә тап шундай­ҙарҙы – белемлеләрҙе, уларға яҡын тор­ғандарҙы, аҡыллының һүҙен тыңлағандарҙы, фекер-кәңәшен ҡабул иткәндәрҙе – һөйә. Шул уҡ ваҡытта Раббыбыҙ эшһөйәрҙәрҙе, уңғандарҙы ярата. “Аллаһ Тәғәлә һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Әҙәм балаһы һөнәрһеҙ йәшәй, донъя көтә алмай. Хеҙмәт – йәмғиәттең үҫешендә төп этәргес.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тиҙҙән белем усаҡтарында һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Сығарылыш уҡыусылары алдына һөнәр һайлау мәсьәләһе килеп баҫа. Киләсәген тап белем аша таба йәш кеше. Ғилемде тырышлыҡ, уңғанлыҡ, ныҡышмалылыҡ аша яулай ул. Был белем менән һөнәрҙең бер бөтөнлөгөн тағы ла раҫлай.
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы – ғәжәп матур, тулҡынландырғыс байрам. Унда йәштәр, ата-әсә уҡытыусыларға ҙур хөрмәт күрһәтергә, рәхмәт әйтергә онотмаһын ине, тип теләйем. Мөғәллим – мәғрифәт тауына етәкләп менеүсе. Хатта ки борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шәкерттән: “Нимәгә өйрәндең?” – тип һорамағандар, ә остазының кем булғаны хаҡында белешкәндәр. Күҙ алдына баҫтырығыҙ: таш киҫәге килтерһәләр, скульптор уны сүкей-сүкей ниндәйҙер һын яһап ҡуя. Шуның шикелле, баланың ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур.
Быйылғы сығарылыш уҡыусыларын “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы менән ихлас күңелдән ҡотлап, уларҙың зауығына ярашлы һөнәрҙе үҙләштереүен, ғилем туплауҙан бер ҡасан да туҡтамауын теләйем. Аллаһ Тәғәлә һәммәһенә лә зиһен, алға ынтылыш бирһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә