Ғилем менән һөнәр – бер бөтөн22.05.2015
– Юғары белем алыу мөһим түгел, һөнәр кәрәк тигән фекерҙе һуңғы йылдарҙа күп ишетергә тура килә. Ауыл мәктәбенән һуң артабан уҡымаҫҡа ла мөмкин, тип аңлай уны ауылдағылар. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Р. АГИШЕВ.
Ейәнсура районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Алдан уҡ шуны әйтеп үтергә кәрәк: әҙәм балаһы тәү сиратта ғилемле булырға тейеш. Һөнәрҙе лә ул тырышлыҡ, белемгә ынтылыш арҡаһында өйрәнә. “Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят-кәримә “Һине юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” – тип башлана. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымда ҙур мәғәнә ята, унда ғилемдең ҡиммәте һәм һиммәте сағылдырыла.
Белем – йәмғиәтте алға этәргән көс. “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бөйөк шәхестәребеҙ, яҙыусылар, шағирҙар ҙа һәр саҡ белемгә әйҙәгән. Мәҫәлән, олуғ мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәре әле лә көнүҙәк булып ҡала. Белем тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ менән бер бөтөндө тәшкил итә. Ошоға ярашлы бер хикмәтте иҫегеҙгә төшөрөп үтәйем. Атай кеше улын баҫыуға алып сыға, ти. Унда арыш башаҡтарының берәүҙәре эйелгән, икенселәре күккә туп-тура ҡарап, ғорур үҫеп ултыра икән. “Атай, был ни хикмәт? – тип ғәжәпләнгән малай. – Ниңә улар бер төрлө түгел?” “Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым, – тигән атаһы. – Башағы буш булғанлыҡтан, шулай улар. Ә башын эйгәндәрҙең эсе тулы ем”.
Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ғилемле кеше бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуйып, тәкәбберләнеп йөрөмәй, ә ниндәйҙер кимәлдә түбәнселектә ҡала. Быға иң ҙур миҫал – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ Раббыбыҙҙан бирелгән ҙур ғилеме менән бер ҡасан да маһайып, тәкәбберләнеп йөрөмәгән, киреһенсә, уны таратҡан, башҡалар менән уртаҡлашҡан. Ә Аллаһ Тәғәлә тап шундайҙарҙы – белемлеләрҙе, уларға яҡын торғандарҙы, аҡыллының һүҙен тыңлағандарҙы, фекер-кәңәшен ҡабул иткәндәрҙе – һөйә. Шул уҡ ваҡытта Раббыбыҙ эшһөйәрҙәрҙе, уңғандарҙы ярата. “Аллаһ Тәғәлә һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Әҙәм балаһы һөнәрһеҙ йәшәй, донъя көтә алмай. Хеҙмәт – йәмғиәттең үҫешендә төп этәргес.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тиҙҙән белем усаҡтарында һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Сығарылыш уҡыусылары алдына һөнәр һайлау мәсьәләһе килеп баҫа. Киләсәген тап белем аша таба йәш кеше. Ғилемде тырышлыҡ, уңғанлыҡ, ныҡышмалылыҡ аша яулай ул. Был белем менән һөнәрҙең бер бөтөнлөгөн тағы ла раҫлай.
Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы – ғәжәп матур, тулҡынландырғыс байрам. Унда йәштәр, ата-әсә уҡытыусыларға ҙур хөрмәт күрһәтергә, рәхмәт әйтергә онотмаһын ине, тип теләйем. Мөғәллим – мәғрифәт тауына етәкләп менеүсе. Хатта ки борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шәкерттән: “Нимәгә өйрәндең?” – тип һорамағандар, ә остазының кем булғаны хаҡында белешкәндәр. Күҙ алдына баҫтырығыҙ: таш киҫәге килтерһәләр, скульптор уны сүкей-сүкей ниндәйҙер һын яһап ҡуя. Шуның шикелле, баланың ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур.
Быйылғы сығарылыш уҡыусыларын “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы менән ихлас күңелдән ҡотлап, уларҙың зауығына ярашлы һөнәрҙе үҙләштереүен, ғилем туплауҙан бер ҡасан да туҡтамауын теләйем. Аллаһ Тәғәлә һәммәһенә лә зиһен, алға ынтылыш бирһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.