Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылдарҙың-ауылы – Ҡауарҙым!
Илебеҙҙә билдәлелек, асыҡлыҡ заманы башланғас, бигерәк тә Башҡортостаныбыҙ үҙаллылыҡ юлын һайлағас, халыҡ араһында яңы йолалар, башланғыстар барлыҡҡа килде. Бөгөн киң таралған “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары ҙур әһәмиәткә эйә, тип уйлайым. Сөнки был сараларға әҙерлек осоронда беҙ нәҫел-нәсәп ептәрен барлап ҡына ҡалмайбыҙ, ара, ауыл, ырыу, ҡәбилә, халҡыбыҙ, тыуған төйәгебеҙ, Башҡортостаныбыҙ тарихына ла бер ни тиклем байҡау яһайбыҙ, аныҡлыҡ индерергә ынтылабыҙ.

Был өлгөгә төп халыҡ вәкилдәренән тыш башҡа милләттәрҙең дә эйәреүе – яҡшы күренеш. Бәрәкәтле башҡорт еренә килеп төпләнгән сит ҡәүемдәр үҙ тарихын асыҡлаһа, ошо ерҙә борон-борондан йә­шәп, башҡорттоң айырып алғыһыҙ бер өлө­шө булып та, ошо көнгә тиклем үҙ милләте мөхитенән ситләшеп, аҙашып йөрөгәндәргә милли нигеҙенә ҡайтырға мөмкинлек бирелә.
Йөкмәткеле, әһәмиәтле саралар уҙға­рыу йәһәтенән Ғафури районында ла юға­ры әүҙемлек күрһәткән ауылдар бар. Улар иҫәбенә ҡыпсаҡтарҙың берҙән-бер ауылы Ташбүкәнде, кесе табындарҙан Сәйет­ба­баны һәм Яугилдене, кәлсер табын­дарҙан Имәндәште индерергә мөмкин. Бындай сараларҙың халыҡты туплау, тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте бик ҙур.
Билдәле булыуынса, районыбыҙҙағы баш­ҡорт ауылдарының күбеһе Табын ҡәби­ләһенә ҡарай. Район биләмәһендә, нигеҙҙә, уның өс ырыуы вәкилдәре көн итә: Кесе, Кәлсер, Дыуан.
Табындарҙың Кәлсер ырыуы вәкилдәре Еҙем, Ағиҙел һыуҙарын һыулай: килешеү нигеҙендә, Еҙем йылғаһының һул ярында урынлашҡан, кеселәргә ҡараған ерҙәрҙе үҙләштереп, Имәндәш, Мораз, Юрмаш, Ар­ҡа Тайышы кеүек ауылдарҙы нигеҙләгән.
Әйткәндәй, районыбыҙ биләмәһенең хә­ҙерге төньяҡ-көнсығыш сиктәре (Архангел, Белорет райондары менән) әле лә кәлсерҙәрҙең элгәре Күрпәс, Ҡумырыҡ табындар, Ҡатай һәм Гәрәй ҡыпсаҡтар ме­нән булған сиктәре тулыһынса тиерлек тап килә. Был турала бөгөнгә тиклем һаҡлан­ған ер-һыу атамалары ла асыҡ һөйләй.
Ҡауарҙы – Кәлсер табындарҙың төп ауылы. Әле урынлашҡан ерендә уның 300 йыллыҡ тарихы булһа, Кәлсер һ.б. исем­дәр менән тарихҡа инеүенә дүрт бы­уат инде. Ҡауарҙы бөгөн дә ҙур ауыл­дарҙан иҫәпләнә: районыбыҙ биләмә­һендәге башҡорт ауылдары араһында Сә­йетбабанан ҡала, халыҡ һаны буйынса икенсе урында тора. Ауылыбыҙҙың әүәл­дән ҙур булыуын белдергән “ҡауарҙыны ҡауарҙы танымай” тигән әйтем бар.
1795 йылғы V ревизия һөҙөмтәләренә ҡараған­да, Ҡауарҙы кеүек ҙур ауыл табын­дарҙа ғына түгел, хатта тотош Стәр­ле­тамаҡ өйә­ҙендә лә булмаған! 113 йортло ауылы­быҙ­ҙа 325 ир-ат һәм 258 ҡатын-ҡыҙ – йәмғеһе 583 кеше теркәлгән. Шул осорҙа өйәҙҙә барлығы 194 ауыл иҫәпләнгән, шу­лар араһында Өршәк-Мең олоҫона ҡара­ған мишәрҙәрҙең Ҡорманай ауылы ғы­на 100 йортло тип күрһәтелгән, һәм ун­да 367 кеше йәшәгәнлеге билдәле. Башҡа ауыл­дарҙан иһә 50-60 йортлолары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә 300 һәм унан күберәк халҡы булған ауылдар Стәрле өйә­ҙендә – барлығы 12. Шул уҡ Сәйетба­бала 1795 йылда 33 йортта теүәл 300 ке­ше йәшәгәнлеге мәғлүм. Ошо уҡ нисбәттең X ревизияға тиклем һаҡланған­лығы бил­дәле. Тимәк, Ҡауарҙыны ауыл­дарҙың-ауылы тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Ә инде 1920 йылғы тәүге Совет халыҡ иҫәбен алыу сараһынан һуң, ауылда хужа­лыҡтар, йорттар бик артмаған, ләкин халыҡ һаны, билдәле сәбәптәр арҡа­һын­да, кәмей бара. Унан килеп, төрлө йыл­дарҙа, биге­рәк тә биләгән ерҙәренә ҡурҡыныс янаған саҡта, ҡауарҙылар үҙ ерҙәренә хоҡуҡтарын нығытыу өсөн яңы ауылдар нигеҙләгән. Шулай итеп, заманында Аҫҡын, Еҙем аръяғында Яңы Ҡауарҙы ауылдары бар­лыҡҡа килгән. Бынан тыш, урман сәнәғәте үҫешенә бәйле нигеҙләнгән Убалар ауылы халҡының да төп өлөшө – ҡауарҙылар. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Архангел районының Арх-Латыш ауыл Советы биләмәһенән латыштарҙың үҙ тарихи ватанына ҡайтыуы башланғас, бик күп ауыл­даштарыбыҙ етешерәк йәшәү теләге менән шунда күсеп китте...
Әммә ата-бабалар васыятына тоғро ҡалып, үҙ ауылыбыҙҙың ҡотон һаҡлаусы ауылдаштарыбыҙ ҙа етерлек. Әлеге ва­ҡыт­та ауылда 320 йортта 960 кеше йәшәй, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, поч­та бүлексәһе эшләй. Ауыл тулыһынса телефонлаштырылған, кабель телевиде­ниеһы, Интернеттан файҙаланыу мөмкин­леге бар, кәрәҙле элемтәне “Мегафон” операторы тәьмин итә. Ауылыбыҙ йылдан-йыл ҙурая, күркәмләнә бара.
Ауылға электр энергияһы, районда иң тәүгеләрҙән булып, 1938-1939 йылдарҙа уҡ Һабай гидроэлектр станцияһынан кил­һә, юғары вольтлы электр линияһы 1967 йылда үткәрелде. Ә бына үҙәкләште­рел­гән һыу, газ тик һуңғы йылдарҙа ғына кил­де күпте күргән, күпте кисергән ауылыбыҙға.
Ауылыбыҙҙа әле лә хәл ителмәгән проб­лемалар етерлек. Улар иҫәбенә ра­йон үҙәге менән ошо көнгә тиклем асфальт юл менән тоташмауы, Юлыҡта Еҙем ярҙа­ры уйылып, оло юлдың өҙөлөү ихтимал­лығы, Өфөгә Архангел аша тура юлдың юҡлығы, 2002 йылда уҡ сафҡа индерелгән табип амбулаторияһының эшләмәүе, мәҙә­ниәт йортоноң авария хәлендә булыуы һәм башҡаларҙы индерергә мөмкин.
Ләкин ауылыбыҙ халҡы бер нәмәгә ҡа­рамай, етеш йәшәргә ынтыла: күпләп мал, бал ҡорттары үрсетеп донъя көтә, яңы йорттар һала, үҙ-үҙенә уңайлыҡтар булдыра, бер кемдән дә бер ни көтөп ятмай.
Бай тарихы булған мәктәбебеҙ элек-элек­тән үҙ бурысын урынына еткереп үтәр­гә тырыша. Мәктәп тамамлаусылар юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарына күпләп уҡырға керә. Халыҡ хужа­лығының төрлө тармаҡтарында уңышлы эшләүсе ҡауарҙылар бик күп, фән юлынан китеүселәр ҙә байтаҡ. Ауылыбыҙҙан сыҡ­ҡан, юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған уҡытыусылар, табиптар, башҡа һө­нәр эйәләрен һанап бөтөрлөк түгел. Төрлө тарафтарҙан улар хаҡында маҡтау һүҙҙәре, йылы хәбәр алып шатлана ауылдаштарым.
Ҡауарҙы элек-электән эшһөйәр, тапҡыр һүҙле халҡы, көслө көрәшселәре, алдынғы спортсылары, оҫта шахматсылары менән танылған. “Мағаш” колхозының Әхмәр Ҡол­манов, Фәнил Юлдашев кеүек етәксе­ләре, Зәйнетдин Балтаев, Миңлебай Ғәлин, Кәлимулла Әйүпов, Кәлимулла Юлдашбаев, Рәжәп Әбелғужин кеүек меха­низаторҙары, Рәйфә Ғәйнетдинова, Ғәззә Баязитова кеүек малсы-һауынсылары, Фазлетдин Исхаҡов, Ғәҙелша Үтәгәнов, Банат Юламанова һымаҡ ферма мөдир­ҙә­ре, Ишмырҙа Исхаҡов, Әхмәтша Абдуллин кеүек төҙөүселәре колхоздың, ауыл­дың ғына түгел, районыбыҙ кимәлендә лә алдынғылар иҫәбендә булды.
Әптрәхим, Ишбулды, Ишмырҙа, Әхмәт­гә­рәй батырҙар кеүек көрәшселәребеҙ данын Мөхәйәр Шәрипов, Илфат Янышев, Камил Сиражетдинов, Миңләхмәт Юламанов, Рәшит Муллагилдиндар күтәреп алһа, Сәйетгәрәй Вәлитов, Фәнир Йәғәфәров, Ришат Исхаҡовтар лайыҡлы дауам итте. Уларға алмашҡа Айрат Ғәзизов, Ғәзиз Нәзиров, “Ҡамыр батыр” Рифат Исхаҡов килде. Йәштәрҙән Фәнзил Сөләймәнов, Айбулат Хужаев, Йомадил менән Айнур Кәримовтар, Дим Мөхәмәтдинов, Азат Баязитов һәм, әлбиттә, Кинйә Вәлитов үҙҙәрен танытты. Аллаһ бойорһа, ауылы­быҙҙа киләсәктә лә улар өлгөһөндә тәрбиәләнгән яңы быуын көрәшселәре үҫеп сығыр тигән өмөттәбеҙ.
Ауылыбыҙға бик күптән “шахмат ене ҡағылған”: бында барыһы ла был боронғо аҡыллылар уйынына ғашиҡ. Үҙенсәлекле Ҡауарҙы шахмат фестивале быйыл 18-се тапҡыр уҙғарыла, унда Красноусолдан, ра­йо­ныбыҙҙың төрлө ауылдарынан, Ҡыр­мыҫ­ҡалы районынан йыйылма ко­ман­­да­лар ҡатнаша. Шахмат менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Билдәле ауылдаштарыбыҙҙың бере­һе Рәшит Әбелғужиндың ейәндәре Динар менән Рәшит, республика, федераль ок­руг, Рәсәй, халыҡ-ара шахмат ярыштарын­да даими ҡатнашып, еңеү яулай. Үҙ йәш төр­көм­дәрендә уларҙың рейтингы бик юғары.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоғаса ауылы­быҙ­ҙың яҙма тарихы юҡ: борондан килгән шәжәрәбеҙ граждандар һуғышы, унан һуң­ғы буталсыҡ замандарҙа юғалһа, хәҙерге заман тарихына ҡағылышлы документтар ҙа тәүҙә – колхоз идараһы, аҙаҡ ауыл Советы бинаһы янып юҡҡа сыҡты... Әммә дөйөм ҡулланылыштағы сығанаҡтарҙан, шул иҫәптән Интернетта мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙ асҡан сайттарҙан, иҫке кар­таларҙан, архив документтарынан, халыҡ хәтеренән алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә, әлбиттә, Ҡауарҙы ауылының данлы ла, шанлы ла, бай ҙа, әһәмиәтле лә тарихын күҙаллап була.
Кәлсерҙәрҙең, ауылыбыҙҙың ир-азаматтары халҡыбыҙ азатлығы өсөн майҙан тотҡан – Башҡортостан тарихындағы бар­лыҡ ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнашҡан, улар араһынан данлы батырҙар, етәкселәр үҫеп сыҡҡан. Кәлсер Килмәков, Килдеш Ағи­ев, Ҡунаҡбай Килдешев, Һабай Ҡот­лин, Юлғотло Ғүмәров кеүек бабалары­быҙ­ҙың исеме ғәйрәтле башҡорт ихти­лалдары тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ауылдаштарыбыҙ 1812 – 1814 йылдарҙа­ғы Ватан һуғышында ла батырлыҡ өлгө­лә­ре күрһәткән, Зәки Вәлиди етәк­се­ле­гендә милли автономия яулау юлында ла фиҙакәр көрәшкән.
Бөйөк Ватан һуғышында ғына ла 300-ҙән ашыу ауылдашыбыҙ ҡатнашҡан, улар­ҙың яртыһынан күбе илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған, ҡалғандары ҡайтып илде, колхозды, ауылды аяҡҡа баҫтырыу­ҙа ал-ял белмәй эшләгән. Әлеге көндә ауылдан ситтә йәшәүсе ни бары ике генә ветераныбыҙҙың иҫән икәнен беләбеҙ... Батырҙарыбыҙ иҫтәлеге Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына күркәм обелискта мәңгеләште­релде. Был үтә лә сауаплы эш Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең ул ваҡыттағы булдыҡ­лы башлығы, ауылыбыҙҙың аҫыл улда­рының береһе Азат Рәжәп улы Әбелғужин етәкселегендә башҡарылды.
Сал тарихы, данлы үткәне, сағыу бөгөн­гөһө, өмөтлө киләсәге булған, уңған һәм даланлы ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтергән ауылдың ошоғаса илебеҙ, республика­быҙ­ға һибелгән ҡошсоҡтарын бергә туп­лап, йыйнап, оло ҡор ойоштормауы күңелде һәр саҡ ҡырып тора ине...
Бөтә илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лы­ғын билдәләгән йылда, ниһайәт, хөрмәтле ауылдаштарым Ҡауарҙыла “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарырға ниәт итте. Күп быуындар көткән тантана 2015 йылдың 27 июнендә була. Уҙған йылдың көҙөндә ауыл активы тарафынан ойоштороу комитеты һайланды, уның составына, әүҙем йәмәғәтселәр менән бер рәттән, ситтә йәшәүсе хөрмәтле ҡауарҙылар ҙа һайланды.
Сараны әҙерләү һәм уҙғарыу планы төҙөлдө, яуаплылар билдәләнде, Интернет селтәрендә сайт асылып, унда бай­рам­ға әҙерлек эше яҡтыртыла, тәҡдимдәр ҡабул ителә. Ауылдың төньяҡ осонда уҙғарыласаҡ тантананың ғәйәт ҙур һәм йөк­мәткеле программаһы бар: ҡаҙаныш­тарҙы барлауҙан тыш, күп нәҫелдәр үҙ Шә­жәрә байрамдарын әҙерләй, бик бай мә­ҙәни-спорт программаһы ла ҡаралған. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан сәхнә йондоҙҙары Филүс Ҡалмырҙин, Радик Юлъяҡшин, Ай­гү­зәл Ғәзизова, Хызыр Нәзиров, Рима Исхаҡова, Гөлфирә Бәширова, Венер Хә­би­буллин, Юлай Аҙнағолов һәм башҡа­лар­ҙың, бейеүселәребеҙ Ришат Ҡал­мыр­ҙин, Зифа Шәймөхәмәтова, улдары менән Ай­гөл Буранова, Искәндәр Әбелғужиндарҙың сығышы байрамдың сағыу биҙәге булыр тип ышанам.
Ойоштороу-әҙерлек эштәренең айырым йүнәлештәрен ирекле рәүештә үҙ өҫ­төнә алған ауылдаштарыбыҙ ҙа бар: Өфө­лә йәшәүсе Резеда Ҡалмырҙина би­ҙәү эштәрен алып барһа, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Миңзилә Әйүпова сценарий яҙа. Ауылдашыбыҙ, шәхси эшҡыуар М.Ф. Латипов егеттәре менән төҙөкләндереү эштәренә материал әҙерләп, ауылдаштарына осһоҙ хаҡҡа тәҡ­дим итә, улар байрам сәхнәһен дә ҡора­саҡ. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың береһе Фәнил Хажигәрәй улы Мәжитов барлыҡ башланғыстарҙы күтәреп алып, ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерҙе, даими рәүештә матди ярҙам күрһәтә, үҙенең эшлекле тәҡдимдәрен индерә. Данлы “Красноусол” шифаханаһы директоры, ме­ди­ци­на фәндәре докторы Фаяз Харис улы Мә­жи­тов ауылыбыҙ тарихына ар­налған китап сығарыуҙы фатихаланы, уны төҙөү­се ме­нән килешеп, матди мәсьә­ләләрҙе хәл итә; депутатыбыҙ булараҡ та байрамды әҙер­ләү­гә тос ярҙам күрһәтә.
Китап яҙыу эшенә ветеран-уҡытыусы Р.Ә. Насиров, хеҙмәт ветераны Ғ.З. Ҡал­мыр­ҙин, мәктәп директоры Р.Р. Әбелғу­жин­дарҙан торған эшсе төркөм йәлеп ител­де. Иҫтәлекле фотоһүрәттәр, һирәк осрай торған яҙма сығанаҡ өлгөләре, иҫтә­лектәр, арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙ хаҡын­да материалдар, төбәгебеҙгә арнал­ған ши­ғырҙар, ер-һыу атамалары, урында­ғы һөй­ләш һүҙҙәре, мәҡәл-әйтемдәр менән ярҙам итеүселәр табылһа, буласаҡ китап­тың йөкмәткеһе тағы ла фәһемлерәк булыр ине.
Күптән көткән байрамыбыҙ ауылыбыҙ тарихының сағыу бите, уның матур килә­сәген яҡынайтыуға мөһим аҙым булыр тип ышанам. Сара уңышлы уҙһын өсөн һәр бе­ре­беҙҙең тырышлыҡ һалыуы, үҙ өлөшөн ин­дереүе – төп шарт. Байрамға ҡағы­лыш­лы материалдарҙы Ҡауарҙы ауылы мәктә­бенең сайтына инеп (covardov.umi.ru) үҙең дә урынлаштырырға мөмкин.
Матди ярҙам күрһәтергә, иғәнә инде­рер­гә теләүселәр өсөн Һаҡлыҡ банкында махсус иҫәп асылған: 40817810506002027334.
Ошондай яуаплы ла, сауаплы ла эште бергәләп уңышлы атҡарып сығырға Аллаһ Тәғәлә үҙе ярҙам итһен!
Ауылдарҙың-ауылы – Ҡауарҙым –
Барыбыҙ өсөн изге юл башы.
Барыбыҙ ҙа һиңә ашҡынабыҙ,
Күңелдәрҙә һағыш, моң ташып!

Ғәлинур Ҡалмырҙин,
хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873