Илебеҙҙә билдәлелек, асыҡлыҡ заманы башланғас, бигерәк тә Башҡортостаныбыҙ үҙаллылыҡ юлын һайлағас, халыҡ араһында яңы йолалар, башланғыстар барлыҡҡа килде. Бөгөн киң таралған “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары ҙур әһәмиәткә эйә, тип уйлайым. Сөнки был сараларға әҙерлек осоронда беҙ нәҫел-нәсәп ептәрен барлап ҡына ҡалмайбыҙ, ара, ауыл, ырыу, ҡәбилә, халҡыбыҙ, тыуған төйәгебеҙ, Башҡортостаныбыҙ тарихына ла бер ни тиклем байҡау яһайбыҙ, аныҡлыҡ индерергә ынтылабыҙ. Был өлгөгә төп халыҡ вәкилдәренән тыш башҡа милләттәрҙең дә эйәреүе – яҡшы күренеш. Бәрәкәтле башҡорт еренә килеп төпләнгән сит ҡәүемдәр үҙ тарихын асыҡлаһа, ошо ерҙә борон-борондан йәшәп, башҡорттоң айырып алғыһыҙ бер өлөшө булып та, ошо көнгә тиклем үҙ милләте мөхитенән ситләшеп, аҙашып йөрөгәндәргә милли нигеҙенә ҡайтырға мөмкинлек бирелә.
Йөкмәткеле, әһәмиәтле саралар уҙғарыу йәһәтенән Ғафури районында ла юғары әүҙемлек күрһәткән ауылдар бар. Улар иҫәбенә ҡыпсаҡтарҙың берҙән-бер ауылы Ташбүкәнде, кесе табындарҙан Сәйетбабаны һәм Яугилдене, кәлсер табындарҙан Имәндәште индерергә мөмкин. Бындай сараларҙың халыҡты туплау, тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте бик ҙур.
Билдәле булыуынса, районыбыҙҙағы башҡорт ауылдарының күбеһе Табын ҡәбиләһенә ҡарай. Район биләмәһендә, нигеҙҙә, уның өс ырыуы вәкилдәре көн итә: Кесе, Кәлсер, Дыуан.
Табындарҙың Кәлсер ырыуы вәкилдәре Еҙем, Ағиҙел һыуҙарын һыулай: килешеү нигеҙендә, Еҙем йылғаһының һул ярында урынлашҡан, кеселәргә ҡараған ерҙәрҙе үҙләштереп, Имәндәш, Мораз, Юрмаш, Арҡа Тайышы кеүек ауылдарҙы нигеҙләгән.
Әйткәндәй, районыбыҙ биләмәһенең хәҙерге төньяҡ-көнсығыш сиктәре (Архангел, Белорет райондары менән) әле лә кәлсерҙәрҙең элгәре Күрпәс, Ҡумырыҡ табындар, Ҡатай һәм Гәрәй ҡыпсаҡтар менән булған сиктәре тулыһынса тиерлек тап килә. Был турала бөгөнгә тиклем һаҡланған ер-һыу атамалары ла асыҡ һөйләй.
Ҡауарҙы – Кәлсер табындарҙың төп ауылы. Әле урынлашҡан ерендә уның 300 йыллыҡ тарихы булһа, Кәлсер һ.б. исемдәр менән тарихҡа инеүенә дүрт быуат инде. Ҡауарҙы бөгөн дә ҙур ауылдарҙан иҫәпләнә: районыбыҙ биләмәһендәге башҡорт ауылдары араһында Сәйетбабанан ҡала, халыҡ һаны буйынса икенсе урында тора. Ауылыбыҙҙың әүәлдән ҙур булыуын белдергән “ҡауарҙыны ҡауарҙы танымай” тигән әйтем бар.
1795 йылғы V ревизия һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Ҡауарҙы кеүек ҙур ауыл табындарҙа ғына түгел, хатта тотош Стәрлетамаҡ өйәҙендә лә булмаған! 113 йортло ауылыбыҙҙа 325 ир-ат һәм 258 ҡатын-ҡыҙ – йәмғеһе 583 кеше теркәлгән. Шул осорҙа өйәҙҙә барлығы 194 ауыл иҫәпләнгән, шулар араһында Өршәк-Мең олоҫона ҡараған мишәрҙәрҙең Ҡорманай ауылы ғына 100 йортло тип күрһәтелгән, һәм унда 367 кеше йәшәгәнлеге билдәле. Башҡа ауылдарҙан иһә 50-60 йортлолары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә 300 һәм унан күберәк халҡы булған ауылдар Стәрле өйәҙендә – барлығы 12. Шул уҡ Сәйетбабала 1795 йылда 33 йортта теүәл 300 кеше йәшәгәнлеге мәғлүм. Ошо уҡ нисбәттең X ревизияға тиклем һаҡланғанлығы билдәле. Тимәк, Ҡауарҙыны ауылдарҙың-ауылы тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Ә инде 1920 йылғы тәүге Совет халыҡ иҫәбен алыу сараһынан һуң, ауылда хужалыҡтар, йорттар бик артмаған, ләкин халыҡ һаны, билдәле сәбәптәр арҡаһында, кәмей бара. Унан килеп, төрлө йылдарҙа, бигерәк тә биләгән ерҙәренә ҡурҡыныс янаған саҡта, ҡауарҙылар үҙ ерҙәренә хоҡуҡтарын нығытыу өсөн яңы ауылдар нигеҙләгән. Шулай итеп, заманында Аҫҡын, Еҙем аръяғында Яңы Ҡауарҙы ауылдары барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, урман сәнәғәте үҫешенә бәйле нигеҙләнгән Убалар ауылы халҡының да төп өлөшө – ҡауарҙылар. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Архангел районының Арх-Латыш ауыл Советы биләмәһенән латыштарҙың үҙ тарихи ватанына ҡайтыуы башланғас, бик күп ауылдаштарыбыҙ етешерәк йәшәү теләге менән шунда күсеп китте...
Әммә ата-бабалар васыятына тоғро ҡалып, үҙ ауылыбыҙҙың ҡотон һаҡлаусы ауылдаштарыбыҙ ҙа етерлек. Әлеге ваҡытта ауылда 320 йортта 960 кеше йәшәй, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе эшләй. Ауыл тулыһынса телефонлаштырылған, кабель телевидениеһы, Интернеттан файҙаланыу мөмкинлеге бар, кәрәҙле элемтәне “Мегафон” операторы тәьмин итә. Ауылыбыҙ йылдан-йыл ҙурая, күркәмләнә бара.
Ауылға электр энергияһы, районда иң тәүгеләрҙән булып, 1938-1939 йылдарҙа уҡ Һабай гидроэлектр станцияһынан килһә, юғары вольтлы электр линияһы 1967 йылда үткәрелде. Ә бына үҙәкләштерелгән һыу, газ тик һуңғы йылдарҙа ғына килде күпте күргән, күпте кисергән ауылыбыҙға.
Ауылыбыҙҙа әле лә хәл ителмәгән проблемалар етерлек. Улар иҫәбенә район үҙәге менән ошо көнгә тиклем асфальт юл менән тоташмауы, Юлыҡта Еҙем ярҙары уйылып, оло юлдың өҙөлөү ихтималлығы, Өфөгә Архангел аша тура юлдың юҡлығы, 2002 йылда уҡ сафҡа индерелгән табип амбулаторияһының эшләмәүе, мәҙәниәт йортоноң авария хәлендә булыуы һәм башҡаларҙы индерергә мөмкин.
Ләкин ауылыбыҙ халҡы бер нәмәгә ҡарамай, етеш йәшәргә ынтыла: күпләп мал, бал ҡорттары үрсетеп донъя көтә, яңы йорттар һала, үҙ-үҙенә уңайлыҡтар булдыра, бер кемдән дә бер ни көтөп ятмай.
Бай тарихы булған мәктәбебеҙ элек-электән үҙ бурысын урынына еткереп үтәргә тырыша. Мәктәп тамамлаусылар юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарына күпләп уҡырға керә. Халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында уңышлы эшләүсе ҡауарҙылар бик күп, фән юлынан китеүселәр ҙә байтаҡ. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан, юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған уҡытыусылар, табиптар, башҡа һөнәр эйәләрен һанап бөтөрлөк түгел. Төрлө тарафтарҙан улар хаҡында маҡтау һүҙҙәре, йылы хәбәр алып шатлана ауылдаштарым.
Ҡауарҙы элек-электән эшһөйәр, тапҡыр һүҙле халҡы, көслө көрәшселәре, алдынғы спортсылары, оҫта шахматсылары менән танылған. “Мағаш” колхозының Әхмәр Ҡолманов, Фәнил Юлдашев кеүек етәкселәре, Зәйнетдин Балтаев, Миңлебай Ғәлин, Кәлимулла Әйүпов, Кәлимулла Юлдашбаев, Рәжәп Әбелғужин кеүек механизаторҙары, Рәйфә Ғәйнетдинова, Ғәззә Баязитова кеүек малсы-һауынсылары, Фазлетдин Исхаҡов, Ғәҙелша Үтәгәнов, Банат Юламанова һымаҡ ферма мөдирҙәре, Ишмырҙа Исхаҡов, Әхмәтша Абдуллин кеүек төҙөүселәре колхоздың, ауылдың ғына түгел, районыбыҙ кимәлендә лә алдынғылар иҫәбендә булды.
Әптрәхим, Ишбулды, Ишмырҙа, Әхмәтгәрәй батырҙар кеүек көрәшселәребеҙ данын Мөхәйәр Шәрипов, Илфат Янышев, Камил Сиражетдинов, Миңләхмәт Юламанов, Рәшит Муллагилдиндар күтәреп алһа, Сәйетгәрәй Вәлитов, Фәнир Йәғәфәров, Ришат Исхаҡовтар лайыҡлы дауам итте. Уларға алмашҡа Айрат Ғәзизов, Ғәзиз Нәзиров, “Ҡамыр батыр” Рифат Исхаҡов килде. Йәштәрҙән Фәнзил Сөләймәнов, Айбулат Хужаев, Йомадил менән Айнур Кәримовтар, Дим Мөхәмәтдинов, Азат Баязитов һәм, әлбиттә, Кинйә Вәлитов үҙҙәрен танытты. Аллаһ бойорһа, ауылыбыҙҙа киләсәктә лә улар өлгөһөндә тәрбиәләнгән яңы быуын көрәшселәре үҫеп сығыр тигән өмөттәбеҙ.
Ауылыбыҙға бик күптән “шахмат ене ҡағылған”: бында барыһы ла был боронғо аҡыллылар уйынына ғашиҡ. Үҙенсәлекле Ҡауарҙы шахмат фестивале быйыл 18-се тапҡыр уҙғарыла, унда Красноусолдан, районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан, Ҡырмыҫҡалы районынан йыйылма командалар ҡатнаша. Шахмат менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Билдәле ауылдаштарыбыҙҙың береһе Рәшит Әбелғужиндың ейәндәре Динар менән Рәшит, республика, федераль округ, Рәсәй, халыҡ-ара шахмат ярыштарында даими ҡатнашып, еңеү яулай. Үҙ йәш төркөмдәрендә уларҙың рейтингы бик юғары.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоғаса ауылыбыҙҙың яҙма тарихы юҡ: борондан килгән шәжәрәбеҙ граждандар һуғышы, унан һуңғы буталсыҡ замандарҙа юғалһа, хәҙерге заман тарихына ҡағылышлы документтар ҙа тәүҙә – колхоз идараһы, аҙаҡ ауыл Советы бинаһы янып юҡҡа сыҡты... Әммә дөйөм ҡулланылыштағы сығанаҡтарҙан, шул иҫәптән Интернетта мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙ асҡан сайттарҙан, иҫке карталарҙан, архив документтарынан, халыҡ хәтеренән алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә, әлбиттә, Ҡауарҙы ауылының данлы ла, шанлы ла, бай ҙа, әһәмиәтле лә тарихын күҙаллап була.
Кәлсерҙәрҙең, ауылыбыҙҙың ир-азаматтары халҡыбыҙ азатлығы өсөн майҙан тотҡан – Башҡортостан тарихындағы барлыҡ ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнашҡан, улар араһынан данлы батырҙар, етәкселәр үҫеп сыҡҡан. Кәлсер Килмәков, Килдеш Ағиев, Ҡунаҡбай Килдешев, Һабай Ҡотлин, Юлғотло Ғүмәров кеүек бабаларыбыҙҙың исеме ғәйрәтле башҡорт ихтилалдары тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ауылдаштарыбыҙ 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ла батырлыҡ өлгөләре күрһәткән, Зәки Вәлиди етәкселегендә милли автономия яулау юлында ла фиҙакәр көрәшкән.
Бөйөк Ватан һуғышында ғына ла 300-ҙән ашыу ауылдашыбыҙ ҡатнашҡан, уларҙың яртыһынан күбе илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған, ҡалғандары ҡайтып илде, колхозды, ауылды аяҡҡа баҫтырыуҙа ал-ял белмәй эшләгән. Әлеге көндә ауылдан ситтә йәшәүсе ни бары ике генә ветераныбыҙҙың иҫән икәнен беләбеҙ... Батырҙарыбыҙ иҫтәлеге Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына күркәм обелискта мәңгеләштерелде. Был үтә лә сауаплы эш Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең ул ваҡыттағы булдыҡлы башлығы, ауылыбыҙҙың аҫыл улдарының береһе Азат Рәжәп улы Әбелғужин етәкселегендә башҡарылды.
Сал тарихы, данлы үткәне, сағыу бөгөнгөһө, өмөтлө киләсәге булған, уңған һәм даланлы ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтергән ауылдың ошоғаса илебеҙ, республикабыҙға һибелгән ҡошсоҡтарын бергә туплап, йыйнап, оло ҡор ойоштормауы күңелде һәр саҡ ҡырып тора ине...
Бөтә илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән йылда, ниһайәт, хөрмәтле ауылдаштарым Ҡауарҙыла “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарырға ниәт итте. Күп быуындар көткән тантана 2015 йылдың 27 июнендә була. Уҙған йылдың көҙөндә ауыл активы тарафынан ойоштороу комитеты һайланды, уның составына, әүҙем йәмәғәтселәр менән бер рәттән, ситтә йәшәүсе хөрмәтле ҡауарҙылар ҙа һайланды.
Сараны әҙерләү һәм уҙғарыу планы төҙөлдө, яуаплылар билдәләнде, Интернет селтәрендә сайт асылып, унда байрамға әҙерлек эше яҡтыртыла, тәҡдимдәр ҡабул ителә. Ауылдың төньяҡ осонда уҙғарыласаҡ тантананың ғәйәт ҙур һәм йөкмәткеле программаһы бар: ҡаҙаныштарҙы барлауҙан тыш, күп нәҫелдәр үҙ Шәжәрә байрамдарын әҙерләй, бик бай мәҙәни-спорт программаһы ла ҡаралған. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан сәхнә йондоҙҙары Филүс Ҡалмырҙин, Радик Юлъяҡшин, Айгүзәл Ғәзизова, Хызыр Нәзиров, Рима Исхаҡова, Гөлфирә Бәширова, Венер Хәбибуллин, Юлай Аҙнағолов һәм башҡаларҙың, бейеүселәребеҙ Ришат Ҡалмырҙин, Зифа Шәймөхәмәтова, улдары менән Айгөл Буранова, Искәндәр Әбелғужиндарҙың сығышы байрамдың сағыу биҙәге булыр тип ышанам.
Ойоштороу-әҙерлек эштәренең айырым йүнәлештәрен ирекле рәүештә үҙ өҫтөнә алған ауылдаштарыбыҙ ҙа бар: Өфөлә йәшәүсе Резеда Ҡалмырҙина биҙәү эштәрен алып барһа, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Миңзилә Әйүпова сценарий яҙа. Ауылдашыбыҙ, шәхси эшҡыуар М.Ф. Латипов егеттәре менән төҙөкләндереү эштәренә материал әҙерләп, ауылдаштарына осһоҙ хаҡҡа тәҡдим итә, улар байрам сәхнәһен дә ҡорасаҡ. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың береһе Фәнил Хажигәрәй улы Мәжитов барлыҡ башланғыстарҙы күтәреп алып, ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерҙе, даими рәүештә матди ярҙам күрһәтә, үҙенең эшлекле тәҡдимдәрен индерә. Данлы “Красноусол” шифаханаһы директоры, медицина фәндәре докторы Фаяз Харис улы Мәжитов ауылыбыҙ тарихына арналған китап сығарыуҙы фатихаланы, уны төҙөүсе менән килешеп, матди мәсьәләләрҙе хәл итә; депутатыбыҙ булараҡ та байрамды әҙерләүгә тос ярҙам күрһәтә.
Китап яҙыу эшенә ветеран-уҡытыусы Р.Ә. Насиров, хеҙмәт ветераны Ғ.З. Ҡалмырҙин, мәктәп директоры Р.Р. Әбелғужиндарҙан торған эшсе төркөм йәлеп ителде. Иҫтәлекле фотоһүрәттәр, һирәк осрай торған яҙма сығанаҡ өлгөләре, иҫтәлектәр, арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙ хаҡында материалдар, төбәгебеҙгә арналған шиғырҙар, ер-һыу атамалары, урындағы һөйләш һүҙҙәре, мәҡәл-әйтемдәр менән ярҙам итеүселәр табылһа, буласаҡ китаптың йөкмәткеһе тағы ла фәһемлерәк булыр ине.
Күптән көткән байрамыбыҙ ауылыбыҙ тарихының сағыу бите, уның матур киләсәген яҡынайтыуға мөһим аҙым булыр тип ышанам. Сара уңышлы уҙһын өсөн һәр беребеҙҙең тырышлыҡ һалыуы, үҙ өлөшөн индереүе – төп шарт. Байрамға ҡағылышлы материалдарҙы Ҡауарҙы ауылы мәктәбенең сайтына инеп (covardov.umi.ru) үҙең дә урынлаштырырға мөмкин.
Матди ярҙам күрһәтергә, иғәнә индерергә теләүселәр өсөн Һаҡлыҡ банкында махсус иҫәп асылған: 40817810506002027334.
Ошондай яуаплы ла, сауаплы ла эште бергәләп уңышлы атҡарып сығырға Аллаһ Тәғәлә үҙе ярҙам итһен!
Ауылдарҙың-ауылы – Ҡауарҙым –
Барыбыҙ өсөн изге юл башы.
Барыбыҙ ҙа һиңә ашҡынабыҙ,
Күңелдәрҙә һағыш, моң ташып!
Ғәлинур Ҡалмырҙин,
хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.