Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Балаларыбыҙ унау ғына...”
“Балаларыбыҙ унау ғына...” Миңлегөл менән Радик Вәлитовтар умартасылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Эшмәкәрлеген йылдан-йыл киңәйтергә тырыша улар. Әле тыуған ауылдары Юрматыла 60, Мәләүез районында – 50 тирәһе, Ишембай районында тағы ла күберәк умарталары бар. Күс ҡарауҙы сабый бағыу менән юҡҡа ғына сағыштырмайҙар.
Бигерәк тә ҡорт айырғанда уяулыҡ кәрәк, юғиһә иғтибарыңды әҙгә генә ситкә йүнәлттеңме, эш харап. Шуға күрә йыл әйләнәһенә ошо хәстәр менән янаһың. Ғаилә быларҙың барыһына ла нисек өлгөрә?
– Балаларыбыҙ – төп ярҙамсы­ла­рыбыҙ, – тип яуапланы ғаилә баш­лығы.
– Ә улар нисәү һуң?
– Унау ғына...
Ҡарағат баҡсаһында төрлө умарталар тигеҙ генә итеп бер рәткә теҙелгән. Тормош гөжләй, ҡайнай бында. Ҡунаҡ әҙ ултырыр, күп һынар тигәндәй, Вәлитовтарҙың ғаиләһен көслө күскә тиңләнем: ҡыҙҙар өй йыйыштыра, әсәһенә аш-һыу бешерешә, малайҙар ҡар көрәй, мал ҡараша, атаһына ярҙамлаша.
... Эргә-тирәләгеләрҙе һоҡландырып, күршеләрҙе сәмләндереп һәм шатланышып ғүмер иткәндә Вәлитовтарҙың ҡапҡаһын ҡайғы еле шаҡый – Эльвирҙары көтмәгәндә ҡаты сиргә дусар була. Шул саҡта әсәй кеше, әгәр ҙә ҡәҙерлебеҙ һауыҡһа, балалар йортонан берәйһен уллыҡҡа аласаҡмын, тип нәҙер әйтә.
Ғәзиздәре дауаханала ятҡанда Көйөр­гәҙе районының Маяҡ ҡасабаһына барып, Виктория исемле биш йәшлек ҡурсаҡтай ҡыҙҙы тәрбиәгә алалар.
– Бәләкәскә эҫенеп тә бөткәйнем, Виканың иртән тороу менән “әсәй” тип муйыныма һырылыуын онота алмайым, – тип хәтерләй үткәндәрҙе Миңлегөл. – Ҡыҙсыҡ беҙҙә йыл ярым тирәһе торҙо. Һуңынан өләсәһе килеп алды. Матур йәшәһендәр, тип теләйем
Был ваҡиғанан һуң ир менән ҡатын йәнә шундай аҙымды яһарға йөрьәт итә. Тиҙҙән Әлфиә йортҡа йәм өҫтәп килеп инә. Мәләүез балалар йорто иһә шалҡандай Малик менән осраштыра. Унан тағы бер нисә сабыйҙы ҡосағына һыйындыра Вәлитовтар. Ҡыҫҡаһы, үҙҙәренекен дә ҡушҡанда, хәҙер Радик менән Миңлегөл 10 бала тәрбиәләй.
Был донъяла мөғжизә юҡ, тиергә тел әйләнмәй. Бар ул, бар! Бары тик ышанырға ғына кәрәк. Вәлитовтарҙың да өлкән улдары аяҡҡа баҫа. Хәҙер инде Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Эльвирҙың маҡсаты – донъяла һәр кем иҫән-һау булһын. Төрлө һыҙ­ланыуҙы үҙ башынан үткәргән кеше генә шулай әйтә алалыр. Ә Илшат Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында белемен арттыра, һис кемдең мохтажлыҡ һурпаһын эсмәүен, кешеләрҙең етеш донъя көтөүен теләй үҫмер.
Мәләүездәге 9-сы башҡорт гимназия­һының IX класында уҡыған Әлфиә һөйләүенсә, ауылдан килгәс, ҡалаға өйрәнеп китеү еңелдән булмаған. Ләкин алсаҡ ҡыҙ дуҫтарын тиҙ тапҡан, өйҙә уны яратҡан ата-әсәһе һәм туғандары көтә.
Бер йорттан бер үк ваҡытта биш уҡыу­сының мәктәпкә юлланғанын күргәнегеҙ бармы? Әсәй кеше Ританы (VIII класта уҡый), Маликты (VI класс), I класта уҡыған Әмир, Алһыу һәм Виталийҙы мәктәпкә оҙата, өҫтәүенә ҙурайғас үҙен генерал итеп күргән Дамирҙы балалар баҡсаһына әҙерләй.
– Йәш тә туғыҙ айлыҡ Гөлназдың уянғанын көтөп ала алмайым, – ти хужабикә. – Иртәнге шау-шыуҙан һуң өй тынып ҡалғандай тойола. Ундай саҡта үҙемә урын тапмайым. Күмәк тормошҡа өйрәнелгән. Ә инде бәләкәсем тороуға үҙемде бәхет күгендә йөҙгәндәй хис итәм.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтерҙар курсын тамамлаған Миңлегөл Ғәлләм ҡыҙы шаяртыуынса, ул өйҙә – хисапсы. Шулай итмәй ҡара! Кейем хәстәрләү, ашарға әҙерләү, ҡыҫҡаһы, өй усағын һүндермәй тотоу – барыһы ла уның иңенә төшә.
Юрматы – районда иң төҙөк ауыл­дар­ҙың береһе. Ошонда йәшәгән йомарт Вәлитовтар – ауыл күрке һәм йөҙө. Ҡура тултырып мал үрсетәләр, бер нисә баҡса тоталар. Әйткәндәй, былтыр өй туйлаған уңған ғаилә, йорттары – 170 квадрат метрлыҡ!
Миңлегөл Ғәлләм ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, улар ғаиләлә өсәү генә үҫкән, күршеләрендә малай-ҡыҙҙар үҙҙәренә ҡара­ғанда ике тапҡырға күп булғас, уйнарға һәр саҡ шунда йөрөгәндәр. Кейәү­гә сыҡҡас, күп итеп сабый бағырға хыялланған. Ире Радик Миңлеғәле улы – ғаиләлә һигеҙенсе бала.
– Умарталарығыҙ төрлө яҡта, уларҙы бер урында ғына тотоу отошло түгелме? – тип һорайым Бөрө дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлаған умартасы Радиктан.
– Нөгөш буйының балы үҙенсә тәмле, Торатауҙыҡын ашап туйғыһыҙ, Ашҡа­ҙарҙыҡы тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шуның шикелле беҙҙең балалар ҙа төрлө тарафтан, ләкин һәр береһе матур, күркәм холоҡло, һәләтле, – тип тамамланы һүҙен әңгә­мәсем.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә