Миңлегөл менән Радик Вәлитовтар умартасылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Эшмәкәрлеген йылдан-йыл киңәйтергә тырыша улар. Әле тыуған ауылдары Юрматыла 60, Мәләүез районында – 50 тирәһе, Ишембай районында тағы ла күберәк умарталары бар. Күс ҡарауҙы сабый бағыу менән юҡҡа ғына сағыштырмайҙар. Бигерәк тә ҡорт айырғанда уяулыҡ кәрәк, юғиһә иғтибарыңды әҙгә генә ситкә йүнәлттеңме, эш харап. Шуға күрә йыл әйләнәһенә ошо хәстәр менән янаһың. Ғаилә быларҙың барыһына ла нисек өлгөрә?
– Балаларыбыҙ – төп ярҙамсыларыбыҙ, – тип яуапланы ғаилә башлығы.
– Ә улар нисәү һуң?
– Унау ғына...
Ҡарағат баҡсаһында төрлө умарталар тигеҙ генә итеп бер рәткә теҙелгән. Тормош гөжләй, ҡайнай бында. Ҡунаҡ әҙ ултырыр, күп һынар тигәндәй, Вәлитовтарҙың ғаиләһен көслө күскә тиңләнем: ҡыҙҙар өй йыйыштыра, әсәһенә аш-һыу бешерешә, малайҙар ҡар көрәй, мал ҡараша, атаһына ярҙамлаша.
... Эргә-тирәләгеләрҙе һоҡландырып, күршеләрҙе сәмләндереп һәм шатланышып ғүмер иткәндә Вәлитовтарҙың ҡапҡаһын ҡайғы еле шаҡый – Эльвирҙары көтмәгәндә ҡаты сиргә дусар була. Шул саҡта әсәй кеше, әгәр ҙә ҡәҙерлебеҙ һауыҡһа, балалар йортонан берәйһен уллыҡҡа аласаҡмын, тип нәҙер әйтә.
Ғәзиздәре дауаханала ятҡанда Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһына барып, Виктория исемле биш йәшлек ҡурсаҡтай ҡыҙҙы тәрбиәгә алалар.
– Бәләкәскә эҫенеп тә бөткәйнем, Виканың иртән тороу менән “әсәй” тип муйыныма һырылыуын онота алмайым, – тип хәтерләй үткәндәрҙе Миңлегөл. – Ҡыҙсыҡ беҙҙә йыл ярым тирәһе торҙо. Һуңынан өләсәһе килеп алды. Матур йәшәһендәр, тип теләйем
Был ваҡиғанан һуң ир менән ҡатын йәнә шундай аҙымды яһарға йөрьәт итә. Тиҙҙән Әлфиә йортҡа йәм өҫтәп килеп инә. Мәләүез балалар йорто иһә шалҡандай Малик менән осраштыра. Унан тағы бер нисә сабыйҙы ҡосағына һыйындыра Вәлитовтар. Ҡыҫҡаһы, үҙҙәренекен дә ҡушҡанда, хәҙер Радик менән Миңлегөл 10 бала тәрбиәләй.
Был донъяла мөғжизә юҡ, тиергә тел әйләнмәй. Бар ул, бар! Бары тик ышанырға ғына кәрәк. Вәлитовтарҙың да өлкән улдары аяҡҡа баҫа. Хәҙер инде Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Эльвирҙың маҡсаты – донъяла һәр кем иҫән-һау булһын. Төрлө һыҙланыуҙы үҙ башынан үткәргән кеше генә шулай әйтә алалыр. Ә Илшат Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында белемен арттыра, һис кемдең мохтажлыҡ һурпаһын эсмәүен, кешеләрҙең етеш донъя көтөүен теләй үҫмер.
Мәләүездәге 9-сы башҡорт гимназияһының IX класында уҡыған Әлфиә һөйләүенсә, ауылдан килгәс, ҡалаға өйрәнеп китеү еңелдән булмаған. Ләкин алсаҡ ҡыҙ дуҫтарын тиҙ тапҡан, өйҙә уны яратҡан ата-әсәһе һәм туғандары көтә.
Бер йорттан бер үк ваҡытта биш уҡыусының мәктәпкә юлланғанын күргәнегеҙ бармы? Әсәй кеше Ританы (VIII класта уҡый), Маликты (VI класс), I класта уҡыған Әмир, Алһыу һәм Виталийҙы мәктәпкә оҙата, өҫтәүенә ҙурайғас үҙен генерал итеп күргән Дамирҙы балалар баҡсаһына әҙерләй.
– Йәш тә туғыҙ айлыҡ Гөлназдың уянғанын көтөп ала алмайым, – ти хужабикә. – Иртәнге шау-шыуҙан һуң өй тынып ҡалғандай тойола. Ундай саҡта үҙемә урын тапмайым. Күмәк тормошҡа өйрәнелгән. Ә инде бәләкәсем тороуға үҙемде бәхет күгендә йөҙгәндәй хис итәм.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтерҙар курсын тамамлаған Миңлегөл Ғәлләм ҡыҙы шаяртыуынса, ул өйҙә – хисапсы. Шулай итмәй ҡара! Кейем хәстәрләү, ашарға әҙерләү, ҡыҫҡаһы, өй усағын һүндермәй тотоу – барыһы ла уның иңенә төшә.
Юрматы – районда иң төҙөк ауылдарҙың береһе. Ошонда йәшәгән йомарт Вәлитовтар – ауыл күрке һәм йөҙө. Ҡура тултырып мал үрсетәләр, бер нисә баҡса тоталар. Әйткәндәй, былтыр өй туйлаған уңған ғаилә, йорттары – 170 квадрат метрлыҡ!
Миңлегөл Ғәлләм ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, улар ғаиләлә өсәү генә үҫкән, күршеләрендә малай-ҡыҙҙар үҙҙәренә ҡарағанда ике тапҡырға күп булғас, уйнарға һәр саҡ шунда йөрөгәндәр. Кейәүгә сыҡҡас, күп итеп сабый бағырға хыялланған. Ире Радик Миңлеғәле улы – ғаиләлә һигеҙенсе бала.
– Умарталарығыҙ төрлө яҡта, уларҙы бер урында ғына тотоу отошло түгелме? – тип һорайым Бөрө дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлаған умартасы Радиктан.
– Нөгөш буйының балы үҙенсә тәмле, Торатауҙыҡын ашап туйғыһыҙ, Ашҡаҙарҙыҡы тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шуның шикелле беҙҙең балалар ҙа төрлө тарафтан, ләкин һәр береһе матур, күркәм холоҡло, һәләтле, – тип тамамланы һүҙен әңгәмәсем.