Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхет — ул маҡсатҡа өлгәшеү
Диңгеҙ тамсыларҙан торған шикелле, дөйөм халыҡ бәхете лә айырым шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан барлыҡҡа килә. Ул – байлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, ҡәнәғәтлек тә түгел, ә рухи байлыҡ, йән рәхәте, йәшәү йәме.

Мәрүән ағай менән Фәнжиә апай­ҙың тормошо ана шул рухи биҙәк­тәрҙән тора. Ауылыбыҙҙа өлгөлө ғаилә улар. Эшсән, тырыш, бөтә нәмә­не лә үҙ көстәре менән булдырған, ҡара тире менән тапҡан. Уларҙың ожмах мөйөшө – донъялары гөл кеүек. Яңыса ҡапҡа, тәҙрәләр, газ үткәрелгән, өйҙөң эсе-тышы сағыу итеп буялған.
– Һеҙгә нисә йәш булып китте әле? – тип һорайым тыл ветеранынан.
– Колхоз менән бергә тыуҙым, бергә ҡартайҙым инде, — ти Мәрүән ағай.
Ә был йылдар аралығында уның күргән-кисергәндәре һөйләп бөтөрлөк түгел… Мәрүән Заһиҙул­ла улы Заһиров 1929 йылда Ураҙ ауылында донъяға килә. Атаһы 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғы­шында Воронеж өлкәһендә, бер туған ағаһы 1945 йылда япондарға ҡаршы алышта һәләк була.
– Вәкил ағайым бик эшсән ине. Шиғырҙар ижад итте, хаттарын да шиғри юлдар менән яҙҙы. Һүрәт тә төшөрә ине. Уның маршал Ворошиловҡа, революция етәксеһе Ленинға арналған портреттары байтаҡ ваҡыт ауыл мәҙәниәт йортон биҙәп торҙо, иҫән ҡайтһа, рәссам булыр ине, моғайын, — ти Мәрүән ағай, ғорурланып.
Һуғыш башланған йылда, 12 генә йәшендә һауын бейәләр көтә башлай. Ҡышын мәктәпкә йөрөй, ә йәйе эш менән үтә. Дүрт класс бөтөрә. Бишенсене тамамлай алмай, ат менән фермалағы малға аҙыҡ ташырға ҡушалар. 13 йәшендә сәсеүгә төшә, һуҡа артына баҫа.
– Техника юҡ. Аттың хәле еткәнсә, 80 сутыйға хәтлем ер һөрәһең, өс күләм үтәйһең. Көнөнә 450 грамм он бирәләр, шуны еткерәһең, — тип ауыр көрһөнә ул. Аслыҡтан урман-тауҙар ҡотҡара: ҡуянтубыҡ, ҡыр йыуаһы, ҡымыҙлыҡ, һарына ашайҙар. Көндөҙ ашлыҡ ура, туңға һөрә, ә төндәрен ҡатын-ҡыҙҙар бәйләп ҡуйған көлтәләрҙе ташый. Иртә таңдан игенде тейәп ебәрәләр.
– Былар барыһы ла — өҫтәмә эштәр, иҫәпкә алынманы, хеҙмәт көнөнә һуҡа һөргәндәр генә керҙе, — ти ул.
Комбайндан иген ташыуы биге­рәк тә ауыр булған Мәрүән ағайға. Тултырылған тоҡтарҙы арбаға һалғанда төшөп китһә, күтәрергә көсө етмәй. Мең бәлә менән келәткә үлсәүгә алып барып еткерә, һуңынан кире арбаға тейәп, икенсе урынға илтеп бушата.
Бер саҡ оло донъяны бөтөнләй күрмәгән йәш кенә малайға Науыр­ҙа ауылынан таң атыуға яғыулыҡ килтереп еткерергә ҡушалар. Бер үҙе, ул ауылдың ҡайҙа икәнен дә белмәй. Кешеләрҙән һораша-һораша барып таба, яғыулыҡты мискәләргә тултырып, ат менән алып ҡайта.
— Атай булмағас, яҡлашыр кеше юҡ, ауырлыҡ күберәк төштө инде, — ти ул.
Һуғыш бөткәс тә Златоуст леспромхозына ебәрәләр. Дүрт ай эшләп ҡайта. Ашарға карточка менән бирәләр: икмәк, бәрәңге етерлек була.
– Ағас эше ауыр, бер метрлыҡ итеп бысаһың, тураҡлап яраһың, — тип хәтеренә төшөрә ветеран.
Ауылына ҡайтҡас, йәнә ферма малына аҙыҡ ташырға ҡушалар. Бөтә эштә лә ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Ир-егеттәрҙән ул бер үҙе. Арба ватылһа ла, тәгәрмәс төшһә лә Мәрүән ағайға киләләр. Ә төндәрен ат көтөргә ебәрәләр.
1950 йылда иген ишелеп уңа. Шунан алып өс йыл рәттән комбайнсы ярҙамсыһы була.
– Һиңә – миҙал, Тимеевҡа – орден, тиһәләр ҙә, бирмәнеләр, икенсе урын ғына тәтене, — ти ул, йылмайып. Яҡшы эшләгәне өсөн икенсе йылында “Байрамғол” совхозынан комбайн ҡороп алып ҡайтыу эшен ышанып тапшыралар. Шул комбайнда Рәйес Һәүбәнов, Ғалиб Сафиуллин ағайҙар менән иген һуға. Ваҡытында уҡыу эләкмәһә лә, алты йыл ферма, өс йыл келәт мөдире булып эшләй.
1951 йылда Ҡунаҡбай ауылы ҡыҙы Фәнжиә Бижан ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Фәнжиә апай мәктәптә оҙаҡ йылдар йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Биш ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары инде һәр ҡайһыһы үҙ һөнәрен һайлаған: уҡытыусы, табип, кулинар, тәрбиәсе, комбинат эшсеһе лә бар. Мәрүән ағай менән Фәнжиә апай ун бер ейән-ейәнсәренә ҡыуанып бөтә алмай. Улары ла олатай-өләсәйҙәренә һуҡмаҡты һыуытмай.
Заһировтар мул, етеш тормошта йәшәй. Һәр башҡорт ғаиләһе кеүек ҡунаҡсылдар.
Оло хеҙмәттәре өсөн Мәрүән Заһиҙулла улын ил онотмай, баһалап тора. Бөйөк Октябрҙең 70 йыллығына КПСС-тың Үҙәк Комитетынан, Министрҙар Советынан, ауыл хужалығы көндәрендә Баш­ҡорт­остан өлкә комитетынан Маҡ­тау грамоталары килә. “Социалистик ярыш алдынғыһы”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, 1987 йылда “Иң яҡшы малсы” тигән маҡтаулы исемдәр, юбилей миҙалдары бирелә, 1979 – 1984 йылдар дауамында мал ҡышлатыу буйынса еңеүсе тип табыла һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ветеранға ауыл хакимиәте лә ярҙам итеп тора.
Мәрүән ағай һаулығына зарланмай. Яғымлы, көр тауышлы, төҙ кәүҙәле, асыҡ, йылмайып торған сырайлы. Һәр фекерен уйлап, ҡабаланмай, тыныс ҡына һөйләй. Икеһе лә уҡырға ярата: “Башҡортостан”, “Яйыҡ”, “Киске “Өфө” гәзиттәрен, “Башҡортостан ҡыҙы” журналын алдыралар.
Бәхет – кешенең үҙ маҡсатына ирешеүендә, халыҡ, ил менән бергә булыуында. Тыл ветераны Мәрүән Заһиҙулла улын хаҡлы рәүештә бәхетле тип әйтә алабыҙ.





Автор: Фәриҙә СИТДИҠОВА. Район: Учалы районы, Ураҙ ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә