Бәхет — ул маҡсатҡа өлгәшеү13.05.2015
Диңгеҙ тамсыларҙан торған шикелле, дөйөм халыҡ бәхете лә айырым шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан барлыҡҡа килә. Ул – байлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, ҡәнәғәтлек тә түгел, ә рухи байлыҡ, йән рәхәте, йәшәү йәме.
Мәрүән ағай менән Фәнжиә апайҙың тормошо ана шул рухи биҙәктәрҙән тора. Ауылыбыҙҙа өлгөлө ғаилә улар. Эшсән, тырыш, бөтә нәмәне лә үҙ көстәре менән булдырған, ҡара тире менән тапҡан. Уларҙың ожмах мөйөшө – донъялары гөл кеүек. Яңыса ҡапҡа, тәҙрәләр, газ үткәрелгән, өйҙөң эсе-тышы сағыу итеп буялған.
– Һеҙгә нисә йәш булып китте әле? – тип һорайым тыл ветеранынан.
– Колхоз менән бергә тыуҙым, бергә ҡартайҙым инде, — ти Мәрүән ағай.
Ә был йылдар аралығында уның күргән-кисергәндәре һөйләп бөтөрлөк түгел… Мәрүән Заһиҙулла улы Заһиров 1929 йылда Ураҙ ауылында донъяға килә. Атаһы 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Воронеж өлкәһендә, бер туған ағаһы 1945 йылда япондарға ҡаршы алышта һәләк була.
– Вәкил ағайым бик эшсән ине. Шиғырҙар ижад итте, хаттарын да шиғри юлдар менән яҙҙы. Һүрәт тә төшөрә ине. Уның маршал Ворошиловҡа, революция етәксеһе Ленинға арналған портреттары байтаҡ ваҡыт ауыл мәҙәниәт йортон биҙәп торҙо, иҫән ҡайтһа, рәссам булыр ине, моғайын, — ти Мәрүән ағай, ғорурланып.
Һуғыш башланған йылда, 12 генә йәшендә һауын бейәләр көтә башлай. Ҡышын мәктәпкә йөрөй, ә йәйе эш менән үтә. Дүрт класс бөтөрә. Бишенсене тамамлай алмай, ат менән фермалағы малға аҙыҡ ташырға ҡушалар. 13 йәшендә сәсеүгә төшә, һуҡа артына баҫа.
– Техника юҡ. Аттың хәле еткәнсә, 80 сутыйға хәтлем ер һөрәһең, өс күләм үтәйһең. Көнөнә 450 грамм он бирәләр, шуны еткерәһең, — тип ауыр көрһөнә ул. Аслыҡтан урман-тауҙар ҡотҡара: ҡуянтубыҡ, ҡыр йыуаһы, ҡымыҙлыҡ, һарына ашайҙар. Көндөҙ ашлыҡ ура, туңға һөрә, ә төндәрен ҡатын-ҡыҙҙар бәйләп ҡуйған көлтәләрҙе ташый. Иртә таңдан игенде тейәп ебәрәләр.
– Былар барыһы ла — өҫтәмә эштәр, иҫәпкә алынманы, хеҙмәт көнөнә һуҡа һөргәндәр генә керҙе, — ти ул.
Комбайндан иген ташыуы бигерәк тә ауыр булған Мәрүән ағайға. Тултырылған тоҡтарҙы арбаға һалғанда төшөп китһә, күтәрергә көсө етмәй. Мең бәлә менән келәткә үлсәүгә алып барып еткерә, һуңынан кире арбаға тейәп, икенсе урынға илтеп бушата.
Бер саҡ оло донъяны бөтөнләй күрмәгән йәш кенә малайға Науырҙа ауылынан таң атыуға яғыулыҡ килтереп еткерергә ҡушалар. Бер үҙе, ул ауылдың ҡайҙа икәнен дә белмәй. Кешеләрҙән һораша-һораша барып таба, яғыулыҡты мискәләргә тултырып, ат менән алып ҡайта.
— Атай булмағас, яҡлашыр кеше юҡ, ауырлыҡ күберәк төштө инде, — ти ул.
Һуғыш бөткәс тә Златоуст леспромхозына ебәрәләр. Дүрт ай эшләп ҡайта. Ашарға карточка менән бирәләр: икмәк, бәрәңге етерлек була.
– Ағас эше ауыр, бер метрлыҡ итеп бысаһың, тураҡлап яраһың, — тип хәтеренә төшөрә ветеран.
Ауылына ҡайтҡас, йәнә ферма малына аҙыҡ ташырға ҡушалар. Бөтә эштә лә ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Ир-егеттәрҙән ул бер үҙе. Арба ватылһа ла, тәгәрмәс төшһә лә Мәрүән ағайға киләләр. Ә төндәрен ат көтөргә ебәрәләр.
1950 йылда иген ишелеп уңа. Шунан алып өс йыл рәттән комбайнсы ярҙамсыһы була.
– Һиңә – миҙал, Тимеевҡа – орден, тиһәләр ҙә, бирмәнеләр, икенсе урын ғына тәтене, — ти ул, йылмайып. Яҡшы эшләгәне өсөн икенсе йылында “Байрамғол” совхозынан комбайн ҡороп алып ҡайтыу эшен ышанып тапшыралар. Шул комбайнда Рәйес Һәүбәнов, Ғалиб Сафиуллин ағайҙар менән иген һуға. Ваҡытында уҡыу эләкмәһә лә, алты йыл ферма, өс йыл келәт мөдире булып эшләй.
1951 йылда Ҡунаҡбай ауылы ҡыҙы Фәнжиә Бижан ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Фәнжиә апай мәктәптә оҙаҡ йылдар йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Биш ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары инде һәр ҡайһыһы үҙ һөнәрен һайлаған: уҡытыусы, табип, кулинар, тәрбиәсе, комбинат эшсеһе лә бар. Мәрүән ағай менән Фәнжиә апай ун бер ейән-ейәнсәренә ҡыуанып бөтә алмай. Улары ла олатай-өләсәйҙәренә һуҡмаҡты һыуытмай.
Заһировтар мул, етеш тормошта йәшәй. Һәр башҡорт ғаиләһе кеүек ҡунаҡсылдар.
Оло хеҙмәттәре өсөн Мәрүән Заһиҙулла улын ил онотмай, баһалап тора. Бөйөк Октябрҙең 70 йыллығына КПСС-тың Үҙәк Комитетынан, Министрҙар Советынан, ауыл хужалығы көндәрендә Башҡортостан өлкә комитетынан Маҡтау грамоталары килә. “Социалистик ярыш алдынғыһы”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, 1987 йылда “Иң яҡшы малсы” тигән маҡтаулы исемдәр, юбилей миҙалдары бирелә, 1979 – 1984 йылдар дауамында мал ҡышлатыу буйынса еңеүсе тип табыла һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ветеранға ауыл хакимиәте лә ярҙам итеп тора.
Мәрүән ағай һаулығына зарланмай. Яғымлы, көр тауышлы, төҙ кәүҙәле, асыҡ, йылмайып торған сырайлы. Һәр фекерен уйлап, ҡабаланмай, тыныс ҡына һөйләй. Икеһе лә уҡырға ярата: “Башҡортостан”, “Яйыҡ”, “Киске “Өфө” гәзиттәрен, “Башҡортостан ҡыҙы” журналын алдыралар.
Бәхет – кешенең үҙ маҡсатына ирешеүендә, халыҡ, ил менән бергә булыуында. Тыл ветераны Мәрүән Заһиҙулла улын хаҡлы рәүештә бәхетле тип әйтә алабыҙ.