Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атай нигеҙенә юл һыуынмай
Атайыбыҙ Ғариф Фәтҡулла улы Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, ете йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай. Документында 1921 йылда тыуған тип күрһәтелһә лә, ысынында ул 1923 йылда Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында донъяға килгән. 1939 йылда, йәшен ике йылға өлкәнәйтеп, армия сафына китә. Германия илебеҙгә һөжүм иткәс, һуғышҡа алына, ауылға 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта.

Һуғыш осоронда атайыбыҙ 2-се Совет армияһы составындағы 32-се Ҡыҙыл байраҡлы уҡсылар, разведка полктарында өлкән сержант звание­һында взвод командирының ярҙам­сыһы булып хеҙмәт итә. Һуғыштың ғазаптары тураһында һөйләргә яратманы ул. Күрәһең, үҙәгенә шул тиклем үткән булғандыр инде. Ҡырым ярымутрауын азат итеүҙә дәһшәтле көндәрҙе күрергә тура килгән уға. Севастополь, Херсон, Баҡсаһарай ҡа­ла­лары, бигерәк тә Сапун-тау өсөн көрәштең бик ҡаты булыуын тарих биттәренән беләбеҙ, ә ул ошо яу­ҙар­ҙа үҙ ғүмерен дошман пулялары аҫтына ҡуйып, башҡа батырҙар ме­нән бер рәттән, Ер-әсәнең һәр ҡа­ры­шы өсөн аяуһыҙ алышҡан. Шулай уҡ Минск, Кенигсберг, Шяуляй ер­ҙәре өсөн дә һуғышта ҡатнашҡан. Биш тап­ҡыр яраланған, ләкин үҙ теләге ме­нән тағы фронт һыҙығына ашҡын­ған.
1945 йылдың 16 мартында ҡаты яраланғандан һуң, ул Мәскәү, Кисловодск, Һарытау ҡалаларының хәрби госпиталдә­рендә дауалана.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дә­рәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ва­тан һуғышы ордендары, Жуков миҙалы, “Гвардия” билдә­һе күкрәген биҙәгән атайыбыҙға ауыл ҡыҙҙары араһында күҙ атыусылар ҙа күп булған. Әммә ул Таймаҫ ҡыҙы сибәр, уңған Мөһөрәне үҙенә йәр итеп һайлай. Улар 54 йыл бергә иңгә-иң терәп, биш балаға ғүмер бүләк итеп, бәхетле тормош кисерә.
Яралары үҙәккә үтерлек һыҙлаһа ла, атайым Ялсыҡайға ҡайтҡас та эшкә тотона. Һуғыш мөһөрө бында ла һиҙелә. Ауылды, совхозды аяҡҡа баҫтыралар. Уның төрлө вазифала бурысын еренә еткереп эшләүен ауылдаштары бөгөн дә ихтирам ме­нән телгә ала. Һөт заводында лаборант, өс ауылға почтальон, көтөүсе, ҡарауылсы, ферма малына аш бешереүсе булып та көс түгергә тура килә, сөнки заманы шундай була: наҙланып ятырға форсат юҡ. Һәр эшкә етди ҡарағанға, ауыл партия ойошмаһы етәксеһе вазифаһын да ышанып тапшырғандар уға.
Атайыбыҙға яралары ғүмере буйы һу­ғыш ғазаптарын иҫенә төшөрөп торҙо. Улар асылып, аяҡтары әрнеп, тән һыҙлауынан иҫһеҙ ятҡан мәл­дәре лә булды. Хәтерләүе буйынса, бер ваҡыт госпиталдә аяғын киҫергә тип операция өҫтәлендә ятҡанында хатта көслө наркоздың да алмауына ап­тыраған. Үҙ-ара кәңәшләшкән та­бип­тарҙың һөйләшкәнен ишетеп, ҡу­лын бәйләгән епте өҙөп, һикереп тороп ҡайтып киткән. Аҙаҡ, ярай әле шул саҡ аяҡты киҫергә бирмә­гәнмен, тип иҫкә ала ине. Шулай II группа инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, үҙен аяп тормай барлыҡ ауыр эшкә лә тотонор ине. Хатта дәртләнеп китеп, бер аяҡта ныҡлы баҫҡан, икенсеһе менән осонда ғына торған мәлдә лә һабантуйҙарҙа көрәшкә сығыр, ә бү­ләктәрен балаларға таратып, улар­ҙың ҡыуанғандарына ҡарап, үҙе лә кинәнер ине.
Әсәйебеҙ Мөһөрә Сәмиғулла ҡы­ҙы менән күптәргә үрнәк булырҙай ғаилә ҡорғандар. Татыу ғаиләнең үҙе­нә генә хас тәрбиә ысулдары яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. Беҙ уларҙы бик яраттыҡ һәм ихтирам иттек. Атайым шулай ҡушты, әсәйем шулай өйрәтте тип, һүҙҙәрен йыҡмайынса, уларҙы бошондормайыҡ тип йәшәргә өйрәндек. Тынғыһыҙ ауыл тормошо эштә сыныҡтырҙы, тормош ҡәҙерен, хеҙмәт тәмен белергә өйрәтте. Йорт хужалығында атай-әсәйгә ихлас яр­ҙам­лаштыҡ. Йәйен утын, бесән әҙер­ләү, сөгөлдөр утау, бәрәңге баҡ­са­һын тәртиптә тотоу, ишек алдын һепереп ҡуйыу, мал ҡарау, һыу ташыуҙы һәр саҡ бергә баш­ҡарҙыҡ. Ошо мәлдә беҙ туғандар булараҡ та ойошҡанбыҙ икән. Совхоз баҫыуында иген таҙартыу, ямға си­лос һалыу эштәренә йөрөп, мәктәпкә барырлыҡ әҙерәк аҡса туп­лап та алдыҡ. Ғаиләгә килтергән бәләкәй генә булһа ла ярҙамды атайыбыҙ менән әсәйебеҙ ҙур итеп ҡабул итте. Былар бөтәһе лә беҙгә яҡты маҡсат­тарға ынтылып үҫергә ҡанат ҡуйған. Бөгөнгө тормош һөҙөмтәләребеҙҙең нигеҙе лә ошонда булғанын хәҙер аңлайбыҙ.
Совхоз эше мәшәҡәтле булыуға ҡара­маҫтан, атайыбыҙ беҙгә тейе­шенсә иғтибар бүлде. Ауылға кино килһә, хатта урыҫса аңламағанды белһә лә, һәр беребеҙгә би­шәр тин аҡса тоттороп ебәрә ине. Кистәрен һәммәбеҙҙе йыйып ултыртып, диктант яҙҙы­рырға әүәҫ булды (беле­мебеҙҙе һынай, йәнәһе). Аҙаҡ тик­шереп тә тормай һәр беребеҙгә “икеле” билдәһен сәпәп сыға, ә беҙ тырыша-тырыша текстан хата эҙләй­беҙ, иҫбатлайбыҙ, дөрөҫлөктө талап итәбеҙ. Үҙе һүрәт төшөрөргә ярата ине, бигерәк тә сабып барған ат­тарҙы һынландырыуға оҫта булды.
Әсәйебеҙҙе иһә оҫта ҡуллы бул­ғаны өсөн ауылда Оҫтабикә апай тип йөрөт­төләр, беҙ мәктәптән әйләнеп ҡайтыуға тәмле ҡоймаҡтар ҡойоп, сәй табыны әҙерләп торор ине.
Атайыбыҙға күптәр кәңәш һорап килә ине. Ул бер ҡасан да кире ҡаҡ­май, белгәндәрен өйрәтеп, аңлатып ебәрә торғайны. Кешеләр менән яҡшы мөғәмәлә, ярҙамсыл, оҫта ойош­тороусы булып та ауылдаш­та­рының абруйын яуланы. Ә 1960 йыл­да уның дүрт класс белеме менән Климент Ворошиловтың үҙенә хат яҙып, инвалидтар өсөн тәғәйен­лән­гән машинаға эйә булыуы барыһын һоҡландыра.
Атайымдың алдынғы ҡарашлы булыуы балаларының киләсәген дөрөҫ юлға һалырға булышлыҡ итте. Беҙҙе, өс ҡыҙын — Сәмәрә, Зәйтүнә менән Хәмдиәне, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се мәктәп-интернатҡа урынлаш­тырҙы. Артабан юғары белемгә эйә булдыҡ. Бөгөн тормошта үҙ урыны­быҙ­ҙы табып, ихтирамлы шәхес бу­лып, кешеләргә яҡшылыҡ өләшеп, матур ғүмер кисерәбеҙ. Хәҙер инде үҙебеҙ ҙә хаҡлы ялдабыҙ. Улдары Фаяз — урта махсус белемле механик, иретеп йәбештереүсе, ә Финсур күп йылдар “Таймаҫ” совхозында алдынғы механизатор булды, ул да бөгөн хаҡлы ялда. Атай нигеҙен һаҡ­лаусы ла ул, Еңеү байрамында һәр саҡ атай-әсәйҙе хәтерләп, ошонда йыйылышабыҙ.








Автор: Хәмдиә ХӘМИТОВА. Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә