Атай нигеҙенә юл һыуынмай09.05.2015
Атайыбыҙ Ғариф Фәтҡулла улы Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, ете йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай. Документында 1921 йылда тыуған тип күрһәтелһә лә, ысынында ул 1923 йылда Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында донъяға килгән. 1939 йылда, йәшен ике йылға өлкәнәйтеп, армия сафына китә. Германия илебеҙгә һөжүм иткәс, һуғышҡа алына, ауылға 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта.
Һуғыш осоронда атайыбыҙ 2-се Совет армияһы составындағы 32-се Ҡыҙыл байраҡлы уҡсылар, разведка полктарында өлкән сержант званиеһында взвод командирының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Һуғыштың ғазаптары тураһында һөйләргә яратманы ул. Күрәһең, үҙәгенә шул тиклем үткән булғандыр инде. Ҡырым ярымутрауын азат итеүҙә дәһшәтле көндәрҙе күрергә тура килгән уға. Севастополь, Херсон, Баҡсаһарай ҡалалары, бигерәк тә Сапун-тау өсөн көрәштең бик ҡаты булыуын тарих биттәренән беләбеҙ, ә ул ошо яуҙарҙа үҙ ғүмерен дошман пулялары аҫтына ҡуйып, башҡа батырҙар менән бер рәттән, Ер-әсәнең һәр ҡарышы өсөн аяуһыҙ алышҡан. Шулай уҡ Минск, Кенигсберг, Шяуляй ерҙәре өсөн дә һуғышта ҡатнашҡан. Биш тапҡыр яраланған, ләкин үҙ теләге менән тағы фронт һыҙығына ашҡынған.
1945 йылдың 16 мартында ҡаты яраланғандан һуң, ул Мәскәү, Кисловодск, Һарытау ҡалаларының хәрби госпиталдәрендә дауалана.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары, Жуков миҙалы, “Гвардия” билдәһе күкрәген биҙәгән атайыбыҙға ауыл ҡыҙҙары араһында күҙ атыусылар ҙа күп булған. Әммә ул Таймаҫ ҡыҙы сибәр, уңған Мөһөрәне үҙенә йәр итеп һайлай. Улар 54 йыл бергә иңгә-иң терәп, биш балаға ғүмер бүләк итеп, бәхетле тормош кисерә.
Яралары үҙәккә үтерлек һыҙлаһа ла, атайым Ялсыҡайға ҡайтҡас та эшкә тотона. Һуғыш мөһөрө бында ла һиҙелә. Ауылды, совхозды аяҡҡа баҫтыралар. Уның төрлө вазифала бурысын еренә еткереп эшләүен ауылдаштары бөгөн дә ихтирам менән телгә ала. Һөт заводында лаборант, өс ауылға почтальон, көтөүсе, ҡарауылсы, ферма малына аш бешереүсе булып та көс түгергә тура килә, сөнки заманы шундай була: наҙланып ятырға форсат юҡ. Һәр эшкә етди ҡарағанға, ауыл партия ойошмаһы етәксеһе вазифаһын да ышанып тапшырғандар уға.
Атайыбыҙға яралары ғүмере буйы һуғыш ғазаптарын иҫенә төшөрөп торҙо. Улар асылып, аяҡтары әрнеп, тән һыҙлауынан иҫһеҙ ятҡан мәлдәре лә булды. Хәтерләүе буйынса, бер ваҡыт госпиталдә аяғын киҫергә тип операция өҫтәлендә ятҡанында хатта көслө наркоздың да алмауына аптыраған. Үҙ-ара кәңәшләшкән табиптарҙың һөйләшкәнен ишетеп, ҡулын бәйләгән епте өҙөп, һикереп тороп ҡайтып киткән. Аҙаҡ, ярай әле шул саҡ аяҡты киҫергә бирмәгәнмен, тип иҫкә ала ине. Шулай II группа инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, үҙен аяп тормай барлыҡ ауыр эшкә лә тотонор ине. Хатта дәртләнеп китеп, бер аяҡта ныҡлы баҫҡан, икенсеһе менән осонда ғына торған мәлдә лә һабантуйҙарҙа көрәшкә сығыр, ә бүләктәрен балаларға таратып, уларҙың ҡыуанғандарына ҡарап, үҙе лә кинәнер ине.
Әсәйебеҙ Мөһөрә Сәмиғулла ҡыҙы менән күптәргә үрнәк булырҙай ғаилә ҡорғандар. Татыу ғаиләнең үҙенә генә хас тәрбиә ысулдары яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. Беҙ уларҙы бик яраттыҡ һәм ихтирам иттек. Атайым шулай ҡушты, әсәйем шулай өйрәтте тип, һүҙҙәрен йыҡмайынса, уларҙы бошондормайыҡ тип йәшәргә өйрәндек. Тынғыһыҙ ауыл тормошо эштә сыныҡтырҙы, тормош ҡәҙерен, хеҙмәт тәмен белергә өйрәтте. Йорт хужалығында атай-әсәйгә ихлас ярҙамлаштыҡ. Йәйен утын, бесән әҙерләү, сөгөлдөр утау, бәрәңге баҡсаһын тәртиптә тотоу, ишек алдын һепереп ҡуйыу, мал ҡарау, һыу ташыуҙы һәр саҡ бергә башҡарҙыҡ. Ошо мәлдә беҙ туғандар булараҡ та ойошҡанбыҙ икән. Совхоз баҫыуында иген таҙартыу, ямға силос һалыу эштәренә йөрөп, мәктәпкә барырлыҡ әҙерәк аҡса туплап та алдыҡ. Ғаиләгә килтергән бәләкәй генә булһа ла ярҙамды атайыбыҙ менән әсәйебеҙ ҙур итеп ҡабул итте. Былар бөтәһе лә беҙгә яҡты маҡсаттарға ынтылып үҫергә ҡанат ҡуйған. Бөгөнгө тормош һөҙөмтәләребеҙҙең нигеҙе лә ошонда булғанын хәҙер аңлайбыҙ.
Совхоз эше мәшәҡәтле булыуға ҡарамаҫтан, атайыбыҙ беҙгә тейешенсә иғтибар бүлде. Ауылға кино килһә, хатта урыҫса аңламағанды белһә лә, һәр беребеҙгә бишәр тин аҡса тоттороп ебәрә ине. Кистәрен һәммәбеҙҙе йыйып ултыртып, диктант яҙҙырырға әүәҫ булды (белемебеҙҙе һынай, йәнәһе). Аҙаҡ тикшереп тә тормай һәр беребеҙгә “икеле” билдәһен сәпәп сыға, ә беҙ тырыша-тырыша текстан хата эҙләйбеҙ, иҫбатлайбыҙ, дөрөҫлөктө талап итәбеҙ. Үҙе һүрәт төшөрөргә ярата ине, бигерәк тә сабып барған аттарҙы һынландырыуға оҫта булды.
Әсәйебеҙҙе иһә оҫта ҡуллы булғаны өсөн ауылда Оҫтабикә апай тип йөрөттөләр, беҙ мәктәптән әйләнеп ҡайтыуға тәмле ҡоймаҡтар ҡойоп, сәй табыны әҙерләп торор ине.
Атайыбыҙға күптәр кәңәш һорап килә ине. Ул бер ҡасан да кире ҡаҡмай, белгәндәрен өйрәтеп, аңлатып ебәрә торғайны. Кешеләр менән яҡшы мөғәмәлә, ярҙамсыл, оҫта ойоштороусы булып та ауылдаштарының абруйын яуланы. Ә 1960 йылда уның дүрт класс белеме менән Климент Ворошиловтың үҙенә хат яҙып, инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән машинаға эйә булыуы барыһын һоҡландыра.
Атайымдың алдынғы ҡарашлы булыуы балаларының киләсәген дөрөҫ юлға һалырға булышлыҡ итте. Беҙҙе, өс ҡыҙын — Сәмәрә, Зәйтүнә менән Хәмдиәне, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се мәктәп-интернатҡа урынлаштырҙы. Артабан юғары белемгә эйә булдыҡ. Бөгөн тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, ихтирамлы шәхес булып, кешеләргә яҡшылыҡ өләшеп, матур ғүмер кисерәбеҙ. Хәҙер инде үҙебеҙ ҙә хаҡлы ялдабыҙ. Улдары Фаяз — урта махсус белемле механик, иретеп йәбештереүсе, ә Финсур күп йылдар “Таймаҫ” совхозында алдынғы механизатор булды, ул да бөгөн хаҡлы ялда. Атай нигеҙен һаҡлаусы ла ул, Еңеү байрамында һәр саҡ атай-әсәйҙе хәтерләп, ошонда йыйылышабыҙ.