Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Түҙемлек. Ҡаһарманлыҡ. Рух ныҡлығы. Ватанға һөйөү”
Фашизм еңеүселәрҙең аяҡ аҫтында ҡалды. Уның умыртҡа һөйәге һынды. Кешелек дошманы, әүәлге һымаҡ, һәр тарафҡа йыртҡыс ише ажғырып ташланмай. Берлин, бүтән бихисап герман ҡалалары менән бергә, бөгөн тәкәббер рейхтың пайтәхете йөҙөн юғалтҡан. Харабалар өҫтөндә ҡара төтөн менән саң болото өйөрөлә. Йорт аҫтындағы өңдәренән көс-хәл менән сыға алған, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраған һәм әлегә мейеһе ҡортлаған һарыҡ хәлендәге кешеләргә ни булғанын һәм нимәнең тарихҡа әйләнгәнлеген аңларға тура киләсәк. Был шунда уҡ эшләнәсәк һәм тиҙ генә үтеп китәсәк бурыс түгел. Әммә ул ҡотолғоһоҙ бурыс.

Үлтерелгән, тәндәре һәм йәндәре ғәрипләнгән, яҡындарын һәм был донъяла һәммә нәмәне – хыялдарын, өмөттәрен юғалтҡан, ошоға тиклем йәшәүенә үкенгән миллиондарса һәм миллиондарса кешеләр, ҡанға сәсәгән Европа һәм Германия… Һәр йәһәттән еңелеү һәм үҙенән өҫтөн сыҡҡан көстәрҙең мәрхәмәтенә бирелеү. Фашизм хакимлығының һөҙөмтәһе шул. Власҡа экстремис­тик, террорлыҡ көстәренә юл асыу һәм улар ярҙамында демократияны тар-мар итергә, тарихи процесты туҡтатырға һәм оторо әйләндерергә маташыуҙың нимәгә килтереүенә кешелек фажи­ғәле дәлил тапты. Халыҡтарҙың фашизмға сығар­ған хөкөм ҡарары үтәлде. Гитлерға ҡаршы туп­ланған коалиция фашизм менән көрәшкә сыҡ­ҡан көстәрҙең яуызлыҡты мотлаҡ ҡыйратасағын иҫбат итте. Һәм ошо еңеүгә өлгәшеүҙә совет халҡының өлөшө хәл иткес булды.
XX быуаттың 20-се йылдары баштарында — 40-сы йылдары урталарында көс туплап, донъя сәйәсәтендә дәһшәтле бер күренешкә әүерелгән фашизм феномены кешелек алдына һанап бөт­көһөҙ һорауҙар ҡуйҙы, һәм уларға бирелә килгән яуаптар мөһимлеген әле булһа юғалтмаған. Баҡ­тиһәң, фән менән техниканың хыял етмәҫлек бе­йек­лектәргә күтәрелеүе лә, мәҙәниәт һәм циви­ли­зацияның ҡаҙаныштары ла, индустриаль етештереүҙең ғәжәйеп үҫеше лә кешелекте ҡот осорлоҡ террор режимдарының хасил булыуынан ҡурсалай алмай икән. Ә бындай режимдар, әүәле лә, хәҙер ҙә бөтөн донъяны баҫып алырға һәм бөтөн тереклекте юҡ итергә әҙер. Был феномен – заманыбыҙ бар иткән ҡапма-ҡаршылыҡлы күре­неш­тәрҙең береһе. 1945 йылдағы Европаның йө­ҙө, миллиондарса кешеләрҙең яфаланыуҙары — быларҙың һәммәһе лә ҡорал ярҙамында эшләнгән бит. Ошо тәжрибә, әгәр сәйәсәттә көс ҡулланыуға сик ҡуйылмаһа, кешелек менән нимә буласағын киҫәтеү түгелме ни?
Фашизм — ХХ быуаттағы контрреволюция тыу­ҙыр­ған күренеш. Ул эске ижтимағи ҡоролош диктатуранан, демократик көстәрҙе баҫыуҙан, тар­ҡатыуҙан һәм юҡ итеүҙән бүтән форманы күҙ алдына килтермәгән саҡта хасил була. Был ва­ҡытта расизм, шовинизм һәм террор, ил эсендә хакимлыҡ автаркияһын, унан ситтә һуғыш һәм агрессияны дәртләндереп, дәүләт доктринаһы ки­мә­ленә күтәрелә. Сәйәсәттең башҡа төрлө саралары араһында хәрби көскә һис һүҙһеҙ өҫтөнлөк бирелә. Тарихтың фажиғәле һабағы шунан да ғибәрәт: бигерәк күп хакимдар, террорға тәүәк­кәллек итеп, үҙ ғәмәлдәренең нимә менән барып бөтөрөн күҙ алдына килтерә алмаған. Ике донъя һуғышы ла кеше аңы һәм аҡылының киңәйә барған офоҡтарына ҡаршы реакцияның иң хаяһыҙ көрәше булып әүерелде. Ике һуғышты башлаусылар ҙа фәҡәт көскә, уның матди кәүҙәләнеше булған милитаризмға таянды. Уларҙың фекерен­сә, көс әүәлге замандарҙағы һымаҡ һәммә мәсьәләләрҙе лә хәл итергә һәләтле.
Фашизмдың енәйәтсел булыуы иҫбат ителде, ул хөкөмгә тарттырылды. Тормош туҡтауһыҙ алға бара, шул ыңғайға яңы проблемалар тыуа тора. Быуындар алмашына, һәм уларҙың һәр ҡайһы­һының үҙ ихтыяждары, үҙенә генә хас алымдары, донъяға үҙ ҡарашы була. Тәбиғәттәге кеүек үк, ижтимағи тормошта ла тынып, хәрәкәтһеҙ ҡалған осорҙар булмай.
Фашизм ҡыйратылғаны бирле донъя ныҡ үҙ­гәреү кисерҙе. Ошо үҙгәрештәрҙең тиҙләнә бара­сағына ла шикләнмәҫкә мөмкин. Йылдам үҙгәреп торған был донъяла халыҡ-ара сәйәсәттә яңы ҡануни талаптар хасил булды. Хәҙер, һүҙҙә булһа ла, дәүләттәр араһындағы сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һуғыш төп сара хеҙмәтен үтәй алмай, тип тәҡрарлана. Һис кем дә бүтәндәрҙән хәрби өҫтөнлөк алыуға ынтылырға тейеш түгел. Теләһә ниндәй шарттарҙа ла тыныслыҡҡа сәйәси ихтыяр сәйәсәттең иҫкергән, көс ҡулланыуға ҡоролған ғәҙәттәренән өҫтөн сығырға тейеш. Был зама­ныбыҙ тыуҙырған бәхәсһеҙ хәҡиҡәттең бер өлөшө генә. Улар күҙ алдында, уларҙың баһаһы тарихтың ғәйәт ауыр тәжрибәһе менән нығытылған.
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле йылдары беҙҙән һаман алыҫлаша бара. Немец фашизмы менән ҡаты алыштарҙа совет халҡы, уның ҡаһарман армияһы бөйөк Ватаныбыҙҙы йолоп алып ҡалды. Ватандаштарыбыҙҙың сыҙамлылығы һәм батырлығы тураһындағы хәтерҙе ваҡыт ҡына йомшарта алмаҫ. Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүен тейешенсә баһалау өсөн, немец фашистарының тотош кешелеккә килтергән ғәйәт ҙур ҡурҡынысты аныҡ күҙ алдына баҫты­рырға кәрәк. Гитлерсы Германия илдәр һәм ҡитғалар өсөн ҡот осҡос яҙмыш әҙерләне. Тимәк, тиҫтәләрсә миллион кеше йәнен бирергә, боронғо мәҙәниәт һәм цивилизациялар юҡ ителергә, халыҡтар булдырған байлыҡ таланырға, тере ҡалғандар ҡоллоҡҡа төшөргә тейеш булған.
Советтар Союзына ябырылыу империализм­дың бөтөн тарихында иң ауыр енәйәт булғандыр. Мәсьәлә шулай торҙо: фашис­тик Германия еңә икән, донъя үткән замандың дөм ҡараңғы осор­ҙа­рына кире ҡайтасаҡ, СССР еңһә, Ерҙәге кешеләр тулыһынса юҡ ителеүҙән ҡотолоп ҡала­саҡ, һәм улар алдында киләсәккә юл асыласаҡ. Халҡы­быҙ­ҙың бөйөк даны бына ни өсөн айырыуса ҡиммәт. Һуғыш йылдарының бер генә көнөн дә халыҡ хәтеренән юйыу мөмкин түгел, сөнки һәр көн миллиондарҙың ҡаһарманлығы менән һуғарылды.
Ватаныбыҙ Еңеү хаҡына һүҙ менән генә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡорбандар килтерҙе. Сигенеү юлдары сикһеҙ ауыр ҙа, хәсрәт менән тулы ла булды. Ҡәҙерле һәм яҡын кешеләреңде юғалтыу ҡайғыһын кемгә һөйләргә, уны нисек күтәрергә? Ил үҙ көстәрен тиҙләтеп туплаһын һәм әҙерләй алһын өсөн кәрәк көндәр һәм сәғәттәр ғәҙәти кешенең хәленән килмәҫтәй ҡорбандар менән түләнде. Беҙҙең армия Арктика боҙҙарынан алып Ҡара диңгеҙгә тиклем һуҙылған гигант фронтта һуғышты. Еребеҙҙең һәр ҡарышын Рәсәй һалдат­тары, ҡанын да, ғүмерен дә аямай, үҙ йөрәге менән ҡапланы. Тыуған илен яҡлауға күтәрелгән халҡыбыҙ күрһәткән дәрт һәм берҙәмлекте тарих бығаса белмәгән. Ер янған, таш ирегән, әммә ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың рухы ныҡлы көйө ҡалған. “Ватанға ҡурҡыныс янай!”, “Ватан-әсә саҡыра!”, “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла дошманды еңеү өсөн!” — ватандаштарыбыҙҙың фронтта ла, тылда ла теләк-ынтылыштары бер булған.
Аңлашылалыр, фашизм Гитлер түгел. Ижтимағи система бер кешелә генә кәүҙәләнеш таба алмай. Әгәр шулай булмаһа, “фюрербункер”­ҙағы атыуҙан һуң үткәндең ҡабатланыуынан бер кем дә шикләнмәҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел. Уҙған эҙһеҙ юғалмай икән. Һуңғы нөктәне ҡуйғансы байтаҡ ғүмер үтә. Ләкин барыбер тарих ҡотолғоһоҙ.
Хәҙер беҙ донъя проблемаларын хәрби юл менән хәл итергә маташыуҙың мәғәнәһеҙ булыуын аңлайбыҙ. Бының өсөн ике донъя һуғышы, “һал­ҡын һуғыш”, йөҙҙәрсә миллионлаған ҡорбан һәм ядро һуғышы ҡурҡынысынан торған хаҡ түләргә тура килде. 1920 – 1940 йылдар юлбашсылары ошоно аңлай ала инеме? Әгәр уның һабаҡтары тураһында уйланғанда, Беренсе донъя һуғышы ҙур һуғыштар заманының үтеүен иҫбат иткәйне. Тик шул заман етәкселәре уны күрергә лә, аңларға ла теләмәне.
Икенсе донъя һуғышының ни өсөн килеп сығыуы тураһында һорауға яуап бихисап мәртәбә бирелде. Шул уҡ ваҡытта беҙ хәҙер мәсьәләгә яңы ниәттәр ҙә индерергә тейешбеҙ. Дөйөм кешелек ниәттәрен. Һуғыш Европа дәүләттәренең башында сәйәси фекерләүе уҙған дәүерҙеке булған кешеләр тороуы арҡаһында тоҡанды. XX быуат башындағы һәм уртаһындағы Европа тарихының фажиғәле мәғәнәһеҙлеге — технологияның йылдам күтәре­ле­үенең сәйәси фекерләүҙе һәм сәйәси әхлаҡты күпкә уҙып киткәне.
Бер ниндәй договорҙар ҙа, доктриналар ҙа, һөйләшеүҙәр ҙә, дипломатик акциялар ҙа, иң көслө армиялар ҙа сәйәсәт менән етәкселек иткән аҡыллы, зирәк һәм киң күңелле кешеләрҙе алмаштыра алмай. Ошо ябай һәм боронғо хәҡиҡәтте үҙебеҙ өсөн яңынан асып, беҙ уны башкөллө кешелек өсөн хәл иткес булыуын аңланыҡ. Етәксе­леккә енәйәтселәр килә күрмәһен.
Ерҙә ғүмер дауам итһен, яҙҙар килә торһон өсөн атай-олатайҙарыбыҙ яуҙар үткән. Һәм ошо яҙманы бөйөк ғәскәр башлығы маршал Георгий Константинович Жуковтың “Комсомольская прав­да” гәзите хәбәрсеһе Василий Песковҡа 1970 йыл­дың апрель аҙағында биргән интервьюһында әйткән фекере менән тамамлағым килә.
“Һорау: Һеҙҙең фекерегеҙсә, ҡайһы халыҡ һуғышта иң ҙур ҡорбандар килтерҙе?
Жуков: Һуғыш донъяның һәр ҡәүеменән дә ҙур ҡорбандар талап итте. Рус кешеһе булып тыуыуым менән бәхетлемен. Һәм халҡым менән үткән һуғышта күп юғалтыуҙар әсеһен һәм Еңеү бәхетен уртаҡлашыуым менән.
Һорау: Георгий Константинович, беҙ һеҙҙең менән Еңеүебеҙ байрамы алдынан һөйләшәбеҙ…
Жуков: Ватаныбыҙ өсөн 9 Май һәр даим изге көн буласаҡ, һәм кешеләр уйы менән 1945 йыл­дың майына әйләнеп ҡайта торасаҡ. Яҙҙың ул көндәрендә күп ҡорбандар аша уҙған бөйөк юл тамамланды. Һәм беҙҙең кеше булараҡ буры­сыбыҙ – байрам менән бер-беребеҙҙе ҡотлаған саҡта арабыҙҙа юҡтарҙы, һуғышта ҡалғандарҙы һәр ваҡыт хәтерләү.
Еңеүҙе байрам итеп, беҙ халҡыбыҙҙың ниндәй сифаттарының дошмандан өҫтөн сығыуға яр­ҙам итеүен оноторға тейеш түгелбеҙ. Түҙем­лек. Ҡаһарманлыҡ. Рух ныҡлығы. Ватанға һөйөү. Һуғыш утында һыналған ошо сифаттар, әйҙә, беҙгә һәр саҡ юлдаш булһын. Шул ваҡытта еңеү ҙә һәр саҡ беҙҙең менән булыр”.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 995

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 904

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 571

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 518

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527