“Түҙемлек. Ҡаһарманлыҡ. Рух ныҡлығы. Ватанға һөйөү”09.05.2015
Фашизм еңеүселәрҙең аяҡ аҫтында ҡалды. Уның умыртҡа һөйәге һынды. Кешелек дошманы, әүәлге һымаҡ, һәр тарафҡа йыртҡыс ише ажғырып ташланмай. Берлин, бүтән бихисап герман ҡалалары менән бергә, бөгөн тәкәббер рейхтың пайтәхете йөҙөн юғалтҡан. Харабалар өҫтөндә ҡара төтөн менән саң болото өйөрөлә. Йорт аҫтындағы өңдәренән көс-хәл менән сыға алған, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраған һәм әлегә мейеһе ҡортлаған һарыҡ хәлендәге кешеләргә ни булғанын һәм нимәнең тарихҡа әйләнгәнлеген аңларға тура киләсәк. Был шунда уҡ эшләнәсәк һәм тиҙ генә үтеп китәсәк бурыс түгел. Әммә ул ҡотолғоһоҙ бурыс.
Үлтерелгән, тәндәре һәм йәндәре ғәрипләнгән, яҡындарын һәм был донъяла һәммә нәмәне – хыялдарын, өмөттәрен юғалтҡан, ошоға тиклем йәшәүенә үкенгән миллиондарса һәм миллиондарса кешеләр, ҡанға сәсәгән Европа һәм Германия… Һәр йәһәттән еңелеү һәм үҙенән өҫтөн сыҡҡан көстәрҙең мәрхәмәтенә бирелеү. Фашизм хакимлығының һөҙөмтәһе шул. Власҡа экстремистик, террорлыҡ көстәренә юл асыу һәм улар ярҙамында демократияны тар-мар итергә, тарихи процесты туҡтатырға һәм оторо әйләндерергә маташыуҙың нимәгә килтереүенә кешелек фажиғәле дәлил тапты. Халыҡтарҙың фашизмға сығарған хөкөм ҡарары үтәлде. Гитлерға ҡаршы тупланған коалиция фашизм менән көрәшкә сыҡҡан көстәрҙең яуызлыҡты мотлаҡ ҡыйратасағын иҫбат итте. Һәм ошо еңеүгә өлгәшеүҙә совет халҡының өлөшө хәл иткес булды.
XX быуаттың 20-се йылдары баштарында — 40-сы йылдары урталарында көс туплап, донъя сәйәсәтендә дәһшәтле бер күренешкә әүерелгән фашизм феномены кешелек алдына һанап бөткөһөҙ һорауҙар ҡуйҙы, һәм уларға бирелә килгән яуаптар мөһимлеген әле булһа юғалтмаған. Баҡтиһәң, фән менән техниканың хыял етмәҫлек бейеклектәргә күтәрелеүе лә, мәҙәниәт һәм цивилизацияның ҡаҙаныштары ла, индустриаль етештереүҙең ғәжәйеп үҫеше лә кешелекте ҡот осорлоҡ террор режимдарының хасил булыуынан ҡурсалай алмай икән. Ә бындай режимдар, әүәле лә, хәҙер ҙә бөтөн донъяны баҫып алырға һәм бөтөн тереклекте юҡ итергә әҙер. Был феномен – заманыбыҙ бар иткән ҡапма-ҡаршылыҡлы күренештәрҙең береһе. 1945 йылдағы Европаның йөҙө, миллиондарса кешеләрҙең яфаланыуҙары — быларҙың һәммәһе лә ҡорал ярҙамында эшләнгән бит. Ошо тәжрибә, әгәр сәйәсәттә көс ҡулланыуға сик ҡуйылмаһа, кешелек менән нимә буласағын киҫәтеү түгелме ни?
Фашизм — ХХ быуаттағы контрреволюция тыуҙырған күренеш. Ул эске ижтимағи ҡоролош диктатуранан, демократик көстәрҙе баҫыуҙан, тарҡатыуҙан һәм юҡ итеүҙән бүтән форманы күҙ алдына килтермәгән саҡта хасил була. Был ваҡытта расизм, шовинизм һәм террор, ил эсендә хакимлыҡ автаркияһын, унан ситтә һуғыш һәм агрессияны дәртләндереп, дәүләт доктринаһы кимәленә күтәрелә. Сәйәсәттең башҡа төрлө саралары араһында хәрби көскә һис һүҙһеҙ өҫтөнлөк бирелә. Тарихтың фажиғәле һабағы шунан да ғибәрәт: бигерәк күп хакимдар, террорға тәүәккәллек итеп, үҙ ғәмәлдәренең нимә менән барып бөтөрөн күҙ алдына килтерә алмаған. Ике донъя һуғышы ла кеше аңы һәм аҡылының киңәйә барған офоҡтарына ҡаршы реакцияның иң хаяһыҙ көрәше булып әүерелде. Ике һуғышты башлаусылар ҙа фәҡәт көскә, уның матди кәүҙәләнеше булған милитаризмға таянды. Уларҙың фекеренсә, көс әүәлге замандарҙағы һымаҡ һәммә мәсьәләләрҙе лә хәл итергә һәләтле.
Фашизмдың енәйәтсел булыуы иҫбат ителде, ул хөкөмгә тарттырылды. Тормош туҡтауһыҙ алға бара, шул ыңғайға яңы проблемалар тыуа тора. Быуындар алмашына, һәм уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ ихтыяждары, үҙенә генә хас алымдары, донъяға үҙ ҡарашы була. Тәбиғәттәге кеүек үк, ижтимағи тормошта ла тынып, хәрәкәтһеҙ ҡалған осорҙар булмай.
Фашизм ҡыйратылғаны бирле донъя ныҡ үҙгәреү кисерҙе. Ошо үҙгәрештәрҙең тиҙләнә барасағына ла шикләнмәҫкә мөмкин. Йылдам үҙгәреп торған был донъяла халыҡ-ара сәйәсәттә яңы ҡануни талаптар хасил булды. Хәҙер, һүҙҙә булһа ла, дәүләттәр араһындағы сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һуғыш төп сара хеҙмәтен үтәй алмай, тип тәҡрарлана. Һис кем дә бүтәндәрҙән хәрби өҫтөнлөк алыуға ынтылырға тейеш түгел. Теләһә ниндәй шарттарҙа ла тыныслыҡҡа сәйәси ихтыяр сәйәсәттең иҫкергән, көс ҡулланыуға ҡоролған ғәҙәттәренән өҫтөн сығырға тейеш. Был заманыбыҙ тыуҙырған бәхәсһеҙ хәҡиҡәттең бер өлөшө генә. Улар күҙ алдында, уларҙың баһаһы тарихтың ғәйәт ауыр тәжрибәһе менән нығытылған.
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле йылдары беҙҙән һаман алыҫлаша бара. Немец фашизмы менән ҡаты алыштарҙа совет халҡы, уның ҡаһарман армияһы бөйөк Ватаныбыҙҙы йолоп алып ҡалды. Ватандаштарыбыҙҙың сыҙамлылығы һәм батырлығы тураһындағы хәтерҙе ваҡыт ҡына йомшарта алмаҫ. Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүен тейешенсә баһалау өсөн, немец фашистарының тотош кешелеккә килтергән ғәйәт ҙур ҡурҡынысты аныҡ күҙ алдына баҫтырырға кәрәк. Гитлерсы Германия илдәр һәм ҡитғалар өсөн ҡот осҡос яҙмыш әҙерләне. Тимәк, тиҫтәләрсә миллион кеше йәнен бирергә, боронғо мәҙәниәт һәм цивилизациялар юҡ ителергә, халыҡтар булдырған байлыҡ таланырға, тере ҡалғандар ҡоллоҡҡа төшөргә тейеш булған.
Советтар Союзына ябырылыу империализмдың бөтөн тарихында иң ауыр енәйәт булғандыр. Мәсьәлә шулай торҙо: фашистик Германия еңә икән, донъя үткән замандың дөм ҡараңғы осорҙарына кире ҡайтасаҡ, СССР еңһә, Ерҙәге кешеләр тулыһынса юҡ ителеүҙән ҡотолоп ҡаласаҡ, һәм улар алдында киләсәккә юл асыласаҡ. Халҡыбыҙҙың бөйөк даны бына ни өсөн айырыуса ҡиммәт. Һуғыш йылдарының бер генә көнөн дә халыҡ хәтеренән юйыу мөмкин түгел, сөнки һәр көн миллиондарҙың ҡаһарманлығы менән һуғарылды.
Ватаныбыҙ Еңеү хаҡына һүҙ менән генә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡорбандар килтерҙе. Сигенеү юлдары сикһеҙ ауыр ҙа, хәсрәт менән тулы ла булды. Ҡәҙерле һәм яҡын кешеләреңде юғалтыу ҡайғыһын кемгә һөйләргә, уны нисек күтәрергә? Ил үҙ көстәрен тиҙләтеп туплаһын һәм әҙерләй алһын өсөн кәрәк көндәр һәм сәғәттәр ғәҙәти кешенең хәленән килмәҫтәй ҡорбандар менән түләнде. Беҙҙең армия Арктика боҙҙарынан алып Ҡара диңгеҙгә тиклем һуҙылған гигант фронтта һуғышты. Еребеҙҙең һәр ҡарышын Рәсәй һалдаттары, ҡанын да, ғүмерен дә аямай, үҙ йөрәге менән ҡапланы. Тыуған илен яҡлауға күтәрелгән халҡыбыҙ күрһәткән дәрт һәм берҙәмлекте тарих бығаса белмәгән. Ер янған, таш ирегән, әммә ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың рухы ныҡлы көйө ҡалған. “Ватанға ҡурҡыныс янай!”, “Ватан-әсә саҡыра!”, “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла дошманды еңеү өсөн!” — ватандаштарыбыҙҙың фронтта ла, тылда ла теләк-ынтылыштары бер булған.
Аңлашылалыр, фашизм Гитлер түгел. Ижтимағи система бер кешелә генә кәүҙәләнеш таба алмай. Әгәр шулай булмаһа, “фюрербункер”ҙағы атыуҙан һуң үткәндең ҡабатланыуынан бер кем дә шикләнмәҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел. Уҙған эҙһеҙ юғалмай икән. Һуңғы нөктәне ҡуйғансы байтаҡ ғүмер үтә. Ләкин барыбер тарих ҡотолғоһоҙ.
Хәҙер беҙ донъя проблемаларын хәрби юл менән хәл итергә маташыуҙың мәғәнәһеҙ булыуын аңлайбыҙ. Бының өсөн ике донъя һуғышы, “һалҡын һуғыш”, йөҙҙәрсә миллионлаған ҡорбан һәм ядро һуғышы ҡурҡынысынан торған хаҡ түләргә тура килде. 1920 – 1940 йылдар юлбашсылары ошоно аңлай ала инеме? Әгәр уның һабаҡтары тураһында уйланғанда, Беренсе донъя һуғышы ҙур һуғыштар заманының үтеүен иҫбат иткәйне. Тик шул заман етәкселәре уны күрергә лә, аңларға ла теләмәне.
Икенсе донъя һуғышының ни өсөн килеп сығыуы тураһында һорауға яуап бихисап мәртәбә бирелде. Шул уҡ ваҡытта беҙ хәҙер мәсьәләгә яңы ниәттәр ҙә индерергә тейешбеҙ. Дөйөм кешелек ниәттәрен. Һуғыш Европа дәүләттәренең башында сәйәси фекерләүе уҙған дәүерҙеке булған кешеләр тороуы арҡаһында тоҡанды. XX быуат башындағы һәм уртаһындағы Европа тарихының фажиғәле мәғәнәһеҙлеге — технологияның йылдам күтәрелеүенең сәйәси фекерләүҙе һәм сәйәси әхлаҡты күпкә уҙып киткәне.
Бер ниндәй договорҙар ҙа, доктриналар ҙа, һөйләшеүҙәр ҙә, дипломатик акциялар ҙа, иң көслө армиялар ҙа сәйәсәт менән етәкселек иткән аҡыллы, зирәк һәм киң күңелле кешеләрҙе алмаштыра алмай. Ошо ябай һәм боронғо хәҡиҡәтте үҙебеҙ өсөн яңынан асып, беҙ уны башкөллө кешелек өсөн хәл иткес булыуын аңланыҡ. Етәкселеккә енәйәтселәр килә күрмәһен.
Ерҙә ғүмер дауам итһен, яҙҙар килә торһон өсөн атай-олатайҙарыбыҙ яуҙар үткән. Һәм ошо яҙманы бөйөк ғәскәр башлығы маршал Георгий Константинович Жуковтың “Комсомольская правда” гәзите хәбәрсеһе Василий Песковҡа 1970 йылдың апрель аҙағында биргән интервьюһында әйткән фекере менән тамамлағым килә.
“Һорау: Һеҙҙең фекерегеҙсә, ҡайһы халыҡ һуғышта иң ҙур ҡорбандар килтерҙе?
Жуков: Һуғыш донъяның һәр ҡәүеменән дә ҙур ҡорбандар талап итте. Рус кешеһе булып тыуыуым менән бәхетлемен. Һәм халҡым менән үткән һуғышта күп юғалтыуҙар әсеһен һәм Еңеү бәхетен уртаҡлашыуым менән.
Һорау: Георгий Константинович, беҙ һеҙҙең менән Еңеүебеҙ байрамы алдынан һөйләшәбеҙ…
Жуков: Ватаныбыҙ өсөн 9 Май һәр даим изге көн буласаҡ, һәм кешеләр уйы менән 1945 йылдың майына әйләнеп ҡайта торасаҡ. Яҙҙың ул көндәрендә күп ҡорбандар аша уҙған бөйөк юл тамамланды. Һәм беҙҙең кеше булараҡ бурысыбыҙ – байрам менән бер-беребеҙҙе ҡотлаған саҡта арабыҙҙа юҡтарҙы, һуғышта ҡалғандарҙы һәр ваҡыт хәтерләү.
Еңеүҙе байрам итеп, беҙ халҡыбыҙҙың ниндәй сифаттарының дошмандан өҫтөн сығыуға ярҙам итеүен оноторға тейеш түгелбеҙ. Түҙемлек. Ҡаһарманлыҡ. Рух ныҡлығы. Ватанға һөйөү. Һуғыш утында һыналған ошо сифаттар, әйҙә, беҙгә һәр саҡ юлдаш булһын. Шул ваҡытта еңеү ҙә һәр саҡ беҙҙең менән булыр”.