Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хөкөмгә килтергән үс
Хөкөм эскәмйәһенә ултырған был ағай кеше үҙенең ғәйебен тулыһынса таныуын белдерҙе. Олпат кешенең шундай түбәнселеккә төшөүенә тәүҙә ышанғы ла килмәне.
Бер ауылда йәшәгән ҡан-ҡәрҙәше менән улар оҙаҡ йылдар аралашмай. Туғандар араһына ингән ҡара шәүләнең сәбәпсеһе кем икәнлеген дә әйтеп булмай. Ҡасандыр аралашып, һәр байрамды ғына түгел, һәр көндө тиерлек бергә үткәргән кешеләр дошманға әүерелгән. Әммә, бер ауылда йәшәгәс, күрешмәйсә мөмкин түгел. Ауылдаштары ағалы-энеле икәүҙең холҡон күптән белеп бөткән, шуға күрә уларҙы бер табынға бер ҡасан да саҡырмай.
Нисәмә йыл һөйләшмәгән ағалы-ҡус­ты­лы уйла­ма­ғанда һүҙгә килешә. Магазинда осрашҡанда тәүҙә бер-береһенә күтәрелеп тә ҡарамайҙар, тик уйламағанда улар араһында ғауға сыға. Оло йәштәге ағай оҙаҡ тыныслана алмай. Йортона ҡайтҡас, үрле-ҡырлы йөрөй. Иренең холҡон яҡшы белгән ҡатыны бер ни ҙә өндәшмәй, уның тынысланыуын көтә. “Юҡ, былай булмай! Бөтөнләй шашты был малай!” – тип үрһәләнә хаҡлы ялдағы кеше. “Малайҙың” үҙенән дүрт йәшкә генә кесе булыуы тураһында ла күптән онотҡан ул.
Өлкән ағай ни өсөн ҡан-ҡәрҙәше менән талашыуын күҙ алдынан үткәрә. Улар был ауылға ситтән күсеп килә. Тәүҙә һәр һыныҡ икмәкте бүлешеп, татыу йәшәйҙәр. Был уларға “килмешәк” исемен еңелерәк күтәрергә ярҙам итә. Ағалы-ҡустылы бер-береһенә терәтеп йорт күтәрә, мал көтә, баҡса үҫтерә. Тәүҙә сәм­ләнеп донъя көткән туғандар артабан бер-береһенән көнләшә башлай. Ошо алама тойғоноң ҡара йыланға әүерелеп, туғанлыҡ хистәрен быуып һалғанын һиҙмәй ҙә ҡалалар буғай. Артабан улар араһында ябай күренештәр өсөн дә ыҙғыш сыға башлай. Ҡайһы саҡта хатта баҡсала йөрөгән тауыҡтар ҙа оло болаға сәбәп була. Ирҙәренең нәфрәте ҡатындарға ла күсә, әле кисә генә йән әхирәттәй аралашҡан ханымдар ҙа талаша башлай. Тик балалар ғына һаман бергә уйнай. Әммә уларҙың урамда үҙ-ара әҙ генә талашыуы ла ата-әсә нәфрәтенә ут өҫтәй. Ҙурая килә балалар ҙа үҙ-ара һыйышмай. Ауыл халҡы өсөн таң менән ике туғандың йәки уларҙың хәләл ефеттәренең әрләшеүе ғәҙәти хәлгә әүерелә. Хәйер, ауыл аҡһаҡалдары тәүҙә уларҙың низағлашыуына сик ҡуйырға маташа, тик нәфрәттән күҙҙәре томаланған туғандар бер кемде лә ишетмәй.
Бер көн булған хәл уларҙы бөтөнләй ҡан дошманға әүерелдерә. Туғандарҙың кесеһе ҡунаҡҡа китә. Йорттарын ҡарап тороу йомошо ҡаршы яҡ күршеһенә тапшырыла. Тик кеше донъяһын һәр саҡ күҙәтеп булмай шул: кис етеп, мал ҡайта башлағас, бар халыҡ урамға ағыла, ошо саҡта һыйырҙар ҡарауһыҙ ҡалған йорттоң баҡсаһын емереп инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мал оло туғандыҡы була. Улар был көндө ҡалаға китеп, һуң ғына ҡайтҡан икән. Әммә кесе туғаны ағаһын һыйырҙарҙы баҡсаға яуыз ниәт менән индереүҙә ғәйепләй. Ике йорт араһында талаш бер нисә көн тынмай. Һөҙөмтәлә кесе туған, йортон һатып, ауылдың икенсе осона күсә.
Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, был дошманлыҡ нәҫелдән нәҫелгә күсеп килә. Хөкөм эскәмйәһенә ултырған ағай ҙа магазиндағы талаштан һуң оҙаҡ тыныслана алмай. Уның йөрәген үс алыу тойғоһо өтөп алып бара. Күкте төн ҡараңғылығы ҡаплағас, ул урамға тәмәке тартырға сыға. Шырпыны һыҙғанда башына зәһәр уй килә. Ул, оҙаҡ уйлап тормай, урам буйлап китә. Ту­ғанының ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән бесәнен ташып бөткәнен яҡшы белә ул. Ағай кеше шырпыны һыҙып кәбәнгә ташлай. “Бына һиңә! Кемгә тауыш күтәргәнеңде белерһең хәҙер!” – тип үсәй ул. Ҡоро бесән гөлт итеп тоҡана.
Йоҡларға ятҡан ауылды кемдеңдер әсе тауыш менән: “Янғын! Бесән яна!” — тип ҡысҡырыуы уята. Бар халыҡ урамға ташлана. Тик бесәнде ҡотҡарып булмай, ул тулыһынса янып бөтә.
Янғын урынына килгән тәфтишселәр ут сығыуҙың осраҡлы булмауын аңлай. Ғәйепле кешене улар тиҙ таба, сөнки ҡаза күргән хужа: “Бесәнгә тик ул ғына ут төртә ала, башҡа бер кем дә түгел”, – тип белдерә.
Сәстәренә сал төшкән кеше хәҙер ҡылығынан уңайһыҙлана, күрәһең — ул судты айырым тәртип менән, тикшереүһеҙ генә үткәреүҙе үтенә.
“Йән тартмаһа ла, ҡан тарта” тип юҡҡа әйтелмәгән: бесәне, кәртә-ҡураһы янған ир ағаһын төрмәгә ултыртмауҙарын үтенде. Ғәйепле кеше шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм ителде.
Эйе, әҙәм балаһына юғары әхлаҡи сифаттар ҙа, уларҙы бер мәлдә юҡҡа сығар­ған, түбәнселеккә төшөргән хис-тойғо ла хас. Нәфрәтеңде, асыуыңды ауыҙлыҡлай белеү күп бәләнән ҡотҡарасағын оноторға ярамай. Кем белә, бәлки, был хөкөм туғандар араһында оҙаҡ йылдар дауам иткән дошманлыҡҡа нөктә ҡуйыр?





Автор: Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә