Хөкөмгә килтергән үс08.05.2015
Хөкөм эскәмйәһенә ултырған был ағай кеше үҙенең ғәйебен тулыһынса таныуын белдерҙе. Олпат кешенең шундай түбәнселеккә төшөүенә тәүҙә ышанғы ла килмәне.
Бер ауылда йәшәгән ҡан-ҡәрҙәше менән улар оҙаҡ йылдар аралашмай. Туғандар араһына ингән ҡара шәүләнең сәбәпсеһе кем икәнлеген дә әйтеп булмай. Ҡасандыр аралашып, һәр байрамды ғына түгел, һәр көндө тиерлек бергә үткәргән кешеләр дошманға әүерелгән. Әммә, бер ауылда йәшәгәс, күрешмәйсә мөмкин түгел. Ауылдаштары ағалы-энеле икәүҙең холҡон күптән белеп бөткән, шуға күрә уларҙы бер табынға бер ҡасан да саҡырмай.
Нисәмә йыл һөйләшмәгән ағалы-ҡустылы уйламағанда һүҙгә килешә. Магазинда осрашҡанда тәүҙә бер-береһенә күтәрелеп тә ҡарамайҙар, тик уйламағанда улар араһында ғауға сыға. Оло йәштәге ағай оҙаҡ тыныслана алмай. Йортона ҡайтҡас, үрле-ҡырлы йөрөй. Иренең холҡон яҡшы белгән ҡатыны бер ни ҙә өндәшмәй, уның тынысланыуын көтә. “Юҡ, былай булмай! Бөтөнләй шашты был малай!” – тип үрһәләнә хаҡлы ялдағы кеше. “Малайҙың” үҙенән дүрт йәшкә генә кесе булыуы тураһында ла күптән онотҡан ул.
Өлкән ағай ни өсөн ҡан-ҡәрҙәше менән талашыуын күҙ алдынан үткәрә. Улар был ауылға ситтән күсеп килә. Тәүҙә һәр һыныҡ икмәкте бүлешеп, татыу йәшәйҙәр. Был уларға “килмешәк” исемен еңелерәк күтәрергә ярҙам итә. Ағалы-ҡустылы бер-береһенә терәтеп йорт күтәрә, мал көтә, баҡса үҫтерә. Тәүҙә сәмләнеп донъя көткән туғандар артабан бер-береһенән көнләшә башлай. Ошо алама тойғоноң ҡара йыланға әүерелеп, туғанлыҡ хистәрен быуып һалғанын һиҙмәй ҙә ҡалалар буғай. Артабан улар араһында ябай күренештәр өсөн дә ыҙғыш сыға башлай. Ҡайһы саҡта хатта баҡсала йөрөгән тауыҡтар ҙа оло болаға сәбәп була. Ирҙәренең нәфрәте ҡатындарға ла күсә, әле кисә генә йән әхирәттәй аралашҡан ханымдар ҙа талаша башлай. Тик балалар ғына һаман бергә уйнай. Әммә уларҙың урамда үҙ-ара әҙ генә талашыуы ла ата-әсә нәфрәтенә ут өҫтәй. Ҙурая килә балалар ҙа үҙ-ара һыйышмай. Ауыл халҡы өсөн таң менән ике туғандың йәки уларҙың хәләл ефеттәренең әрләшеүе ғәҙәти хәлгә әүерелә. Хәйер, ауыл аҡһаҡалдары тәүҙә уларҙың низағлашыуына сик ҡуйырға маташа, тик нәфрәттән күҙҙәре томаланған туғандар бер кемде лә ишетмәй.
Бер көн булған хәл уларҙы бөтөнләй ҡан дошманға әүерелдерә. Туғандарҙың кесеһе ҡунаҡҡа китә. Йорттарын ҡарап тороу йомошо ҡаршы яҡ күршеһенә тапшырыла. Тик кеше донъяһын һәр саҡ күҙәтеп булмай шул: кис етеп, мал ҡайта башлағас, бар халыҡ урамға ағыла, ошо саҡта һыйырҙар ҡарауһыҙ ҡалған йорттоң баҡсаһын емереп инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мал оло туғандыҡы була. Улар был көндө ҡалаға китеп, һуң ғына ҡайтҡан икән. Әммә кесе туғаны ағаһын һыйырҙарҙы баҡсаға яуыз ниәт менән индереүҙә ғәйепләй. Ике йорт араһында талаш бер нисә көн тынмай. Һөҙөмтәлә кесе туған, йортон һатып, ауылдың икенсе осона күсә.
Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, был дошманлыҡ нәҫелдән нәҫелгә күсеп килә. Хөкөм эскәмйәһенә ултырған ағай ҙа магазиндағы талаштан һуң оҙаҡ тыныслана алмай. Уның йөрәген үс алыу тойғоһо өтөп алып бара. Күкте төн ҡараңғылығы ҡаплағас, ул урамға тәмәке тартырға сыға. Шырпыны һыҙғанда башына зәһәр уй килә. Ул, оҙаҡ уйлап тормай, урам буйлап китә. Туғанының ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән бесәнен ташып бөткәнен яҡшы белә ул. Ағай кеше шырпыны һыҙып кәбәнгә ташлай. “Бына һиңә! Кемгә тауыш күтәргәнеңде белерһең хәҙер!” – тип үсәй ул. Ҡоро бесән гөлт итеп тоҡана.
Йоҡларға ятҡан ауылды кемдеңдер әсе тауыш менән: “Янғын! Бесән яна!” — тип ҡысҡырыуы уята. Бар халыҡ урамға ташлана. Тик бесәнде ҡотҡарып булмай, ул тулыһынса янып бөтә.
Янғын урынына килгән тәфтишселәр ут сығыуҙың осраҡлы булмауын аңлай. Ғәйепле кешене улар тиҙ таба, сөнки ҡаза күргән хужа: “Бесәнгә тик ул ғына ут төртә ала, башҡа бер кем дә түгел”, – тип белдерә.
Сәстәренә сал төшкән кеше хәҙер ҡылығынан уңайһыҙлана, күрәһең — ул судты айырым тәртип менән, тикшереүһеҙ генә үткәреүҙе үтенә.
“Йән тартмаһа ла, ҡан тарта” тип юҡҡа әйтелмәгән: бесәне, кәртә-ҡураһы янған ир ағаһын төрмәгә ултыртмауҙарын үтенде. Ғәйепле кеше шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм ителде.
Эйе, әҙәм балаһына юғары әхлаҡи сифаттар ҙа, уларҙы бер мәлдә юҡҡа сығарған, түбәнселеккә төшөргән хис-тойғо ла хас. Нәфрәтеңде, асыуыңды ауыҙлыҡлай белеү күп бәләнән ҡотҡарасағын оноторға ярамай. Кем белә, бәлки, был хөкөм туғандар араһында оҙаҡ йылдар дауам иткән дошманлыҡҡа нөктә ҡуйыр?