Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(11 – 17 май)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Был аҙнала барлыҡ кәртә­ләр­ҙе емереп, үҙегеҙ теләгәнсә үҫешкә өлгәшә алаһығыҙ. Эштә лә, шәхси тормошта ла ҡы­йын­лыҡтар булыуы ихтимал. Ләкин баҙап ҡалмағыҙ, уларҙы еңеп сығыу өсөн һеҙҙә көс-ҡеүәт етерлек. Һөҙөмтәлә байтаҡ ыңғай үҙгәрешкә юлығырһығыҙ. Аҡса мәсьәләһен хәл итеүҙе кисектереп тороу хәйерле. Сәлә­мәт­легегеҙгә иғтибар талап ителә.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Матди мәсьәләләр кон­трол­дән сығыр, моғайын. Шуға күрә аҡ­са­ға бәйле проблемаларҙы етди уй­лап хәл итеү шарт. Эске һи­ҙем­ләүгә ҡолаҡ һалырға, йөрәк ҡушыуы буйынса эш итергә ты­рышығыҙ. Башбаш­таҡлыҡ күрһә­теүҙән йәки сит кешеләрҙең кә­ңәшенә ҡолаҡ һалыуҙан һаҡ­ланһағыҙ, аҙна ярайһы уҡ уңышлы булмаҡсы.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Аҙнаның башы ҡаршылыҡлы хис-тойғоларға, ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Матди йәһәттән бер аҙ ҡыйынлыҡтар ҙа, яҡын­да­ры­ғыҙ менән аңлашыл­мау­санлыҡ­тар ҙа тыуыр кеүек. Аҙна аҙа­ғында айырыу­са һаҡ бу­лығыҙ. Ғәҙәти йә­шәйе­шегеҙгә, ҡы­лыҡтарығыҙға, ғөмүмән, тор­мошҡа ҡарашығыҙға үҙгәреш индереү талап ителер, бәлки.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Тирә-яҡтағы шау-шыуҙан ҡа­сып, тәбиғәт ҡосағына юлланыу теләге тыуыр, моғайын. Быны аҙ­наның тәү­ге яртыһында тор­мошҡа ашы­рырға мөмкин. Бу­рысҡа аҡса биреп тороуҙы йәки, киреһенсә, алған бурысты ҡай­тарыуҙы һорауҙары ихтимал. Мөм­кинлек булһа, ярҙамдан баш тартмағыҙ. Биргәнегеҙ үҙе­геҙ­гә артығы менән әйләнеп ҡайтыр.
АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Дүшәмбе һәм шишәмбелә үҙе­геҙ­ҙе артыҡ кешеләй, ваҡи­ға­ларҙан ситләшкәндәй хис итер­һе­геҙ. Бор­солмағыҙ, әле һеҙҙең өсөн был бик тә ҡулай. Аҙна уртаһында хеҙмәт­тәш­тәрегеҙ ме­нән низағла­шыу арҡа­һында кәйефегеҙ ҡыры­лыр, мо­ғайын. Шуға күрә үҙегеҙҙе ҡулда то­торға, күберәк ял итергә ты­рышығыҙ. Тиҙҙән барыһы ла яйға һалыныр.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Ғаилә, романтик мөнәсә­бәт­тәр өсөн ҡулай мәл. Аҙна ба­шын­да һәр йәһәттән ҡә­нә­ғәтлек кисереп, үҙегеҙҙе барлыҡ кү­ңел­һеҙ­лек­тәрҙән арынғандай тойор­һоғоҙ. Тормошоғоҙҙағы, эш­е­­геҙ­ҙәге ҡат­марлы мәсьә­ләләр үҙ яйы менән хәл ителер. Ҡайһы бер хәтирәләр генә бер аҙ кә­йефегеҙҙе төшөрөр, мо­ға­йын. Ял көндәрендә туған­дарығыҙ менән аралашығыҙ, бергәләп ял итегеҙ.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Аҙна башында күңелһеҙ ва­ҡи­ға­нан кәйефегеҙ ҡырылыр. Ләкин борсолмағыҙ, хәүеф­ләнергә урын юҡ. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, өҫ­тәүенә, бының өсөн әллә ни күп көс түгергә лә тура килмәҫ – ба­рыһы ла үҙенән-үҙе килеп сығыр. Яҡын­да­ры­ғыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалы­ғыҙ, файҙаһы тейер.

САЯН (23.10 — 21.11).
Осор әллә ни уңышлы бул­маһа ла, күп нәмә үҙегеҙҙең ҡул­да. Шуға күрә күңелһеҙ хәл­дәрҙе алдан күҙаллап, уларҙан ҡотолоу сараһын күрегеҙ. Эше­геҙҙең те­йе­шенсә баһа­лан­мауына кәйе­фегеҙ төшөр, мо­ға­йын. Шулай ҙа әүҙем­легегеҙҙе кәметмәгеҙ, алға барыуҙы дауам итегеҙ. Тиҙҙән барыһы ла яйланыр.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Ҡатмарлы, мәшәҡәтле мәл көтә. Эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек ки­сер­мәҫһе­геҙ, шул уҡ ваҡытта уны ташлап та ҡуя алмаҫһығыҙ. Аҙна уртаһындағы романтик осра­шыуҙан, изге күңел­ле ке­шеләр ме­нән аралашыуҙан кү­ңе­легеҙ күтә­релер. Ял көндәрен яҡын­дарығыҙ менән бергә үткә­рер­гә, тәбиғәт ҡосағына сығырға тыры­шығыҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Кәңәш, күрһәтмә бирергә әүәҫ­ләнеп киттегеҙ түгелме? Яҡын­дарығыҙ быға мохтажлыҡ ки­сер­һә ярай ҙа. Фекерегеҙҙе көсләп тағырға тырышмағыҙ. Аҙ­на күп йәһәттән уңышлы бул­маҡ­сы. Айы­рыуса уның икенсе яр­ты­һын­да килем алыу мөмкинлеге ар­тыр. Ләкин был мәлдә әүәлге эштәрҙе яңынан башларға кәңәш ителмәй.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Әүҙем эш осоро. Көс-дәртегеҙ ташып торор. Тик уны дөрөҫ фай­ҙа­ланыу йәһәтенән генә ҡы­йын­лыҡ тыуыр, моғайын. Яҡын­­­­­да­ры­ғыҙ­ҙың аҡыллы кәңәшенә ҡолаҡ һал­һағыҙ, барыһы ла ал да гөл булыр. Эш-ғәмәлдәрегеҙҙе алдан күҙаллау хәйерле.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Үҙ эсегеҙгә бикләнеп, яуап­лылыҡтан, бурыстарығыҙҙан баш тартыу теләге уяныр. Кисектерә килгән эштәрҙе башҡарырға ва­ҡыт етте. Шул арҡала күп нәмәгә өлгөрә алмай яфаланырһығыҙ, моғайын. Мәшәҡәттәрҙең ҡайһы берҙәрен яҡындарығыҙҙың иңенә һалырға мөмкин. Ләкин уларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙмы икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә