ЙОНДОҘНАМӘ08.05.2015
(11 – 17 май)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Был аҙнала барлыҡ кәртәләрҙе емереп, үҙегеҙ теләгәнсә үҫешкә өлгәшә алаһығыҙ. Эштә лә, шәхси тормошта ла ҡыйынлыҡтар булыуы ихтимал. Ләкин баҙап ҡалмағыҙ, уларҙы еңеп сығыу өсөн һеҙҙә көс-ҡеүәт етерлек. Һөҙөмтәлә байтаҡ ыңғай үҙгәрешкә юлығырһығыҙ. Аҡса мәсьәләһен хәл итеүҙе кисектереп тороу хәйерле. Сәләмәтлегегеҙгә иғтибар талап ителә.
БУҒА (20.04 — 20.05).
Матди мәсьәләләр контролдән сығыр, моғайын. Шуға күрә аҡсаға бәйле проблемаларҙы етди уйлап хәл итеү шарт. Эске һиҙемләүгә ҡолаҡ һалырға, йөрәк ҡушыуы буйынса эш итергә тырышығыҙ. Башбаштаҡлыҡ күрһәтеүҙән йәки сит кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыуҙан һаҡланһағыҙ, аҙна ярайһы уҡ уңышлы булмаҡсы.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Аҙнаның башы ҡаршылыҡлы хис-тойғоларға, ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Матди йәһәттән бер аҙ ҡыйынлыҡтар ҙа, яҡындарығыҙ менән аңлашылмаусанлыҡтар ҙа тыуыр кеүек. Аҙна аҙағында айырыуса һаҡ булығыҙ. Ғәҙәти йәшәйешегеҙгә, ҡылыҡтарығыҙға, ғөмүмән, тормошҡа ҡарашығыҙға үҙгәреш индереү талап ителер, бәлки.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Тирә-яҡтағы шау-шыуҙан ҡасып, тәбиғәт ҡосағына юлланыу теләге тыуыр, моғайын. Быны аҙнаның тәүге яртыһында тормошҡа ашырырға мөмкин. Бурысҡа аҡса биреп тороуҙы йәки, киреһенсә, алған бурысты ҡайтарыуҙы һорауҙары ихтимал. Мөмкинлек булһа, ярҙамдан баш тартмағыҙ. Биргәнегеҙ үҙегеҙгә артығы менән әйләнеп ҡайтыр.
АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Дүшәмбе һәм шишәмбелә үҙегеҙҙе артыҡ кешеләй, ваҡиғаларҙан ситләшкәндәй хис итерһегеҙ. Борсолмағыҙ, әле һеҙҙең өсөн был бик тә ҡулай. Аҙна уртаһында хеҙмәттәштәрегеҙ менән низағлашыу арҡаһында кәйефегеҙ ҡырылыр, моғайын. Шуға күрә үҙегеҙҙе ҡулда тоторға, күберәк ял итергә тырышығыҙ. Тиҙҙән барыһы ла яйға һалыныр.
ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Ғаилә, романтик мөнәсәбәттәр өсөн ҡулай мәл. Аҙна башында һәр йәһәттән ҡәнәғәтлек кисереп, үҙегеҙҙе барлыҡ күңелһеҙлектәрҙән арынғандай тойорһоғоҙ. Тормошоғоҙҙағы, эшегеҙҙәге ҡатмарлы мәсьәләләр үҙ яйы менән хәл ителер. Ҡайһы бер хәтирәләр генә бер аҙ кәйефегеҙҙе төшөрөр, моғайын. Ял көндәрендә туғандарығыҙ менән аралашығыҙ, бергәләп ял итегеҙ.
ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Аҙна башында күңелһеҙ ваҡиғанан кәйефегеҙ ҡырылыр. Ләкин борсолмағыҙ, хәүефләнергә урын юҡ. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, өҫтәүенә, бының өсөн әллә ни күп көс түгергә лә тура килмәҫ – барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сығыр. Яҡындарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, файҙаһы тейер.
САЯН (23.10 — 21.11).
Осор әллә ни уңышлы булмаһа ла, күп нәмә үҙегеҙҙең ҡулда. Шуға күрә күңелһеҙ хәлдәрҙе алдан күҙаллап, уларҙан ҡотолоу сараһын күрегеҙ. Эшегеҙҙең тейешенсә баһаланмауына кәйефегеҙ төшөр, моғайын. Шулай ҙа әүҙемлегегеҙҙе кәметмәгеҙ, алға барыуҙы дауам итегеҙ. Тиҙҙән барыһы ла яйланыр.
УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Ҡатмарлы, мәшәҡәтле мәл көтә. Эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек кисермәҫһегеҙ, шул уҡ ваҡытта уны ташлап та ҡуя алмаҫһығыҙ. Аҙна уртаһындағы романтик осрашыуҙан, изге күңелле кешеләр менән аралашыуҙан күңелегеҙ күтәрелер. Ял көндәрен яҡындарығыҙ менән бергә үткәрергә, тәбиғәт ҡосағына сығырға тырышығыҙ.
ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Кәңәш, күрһәтмә бирергә әүәҫләнеп киттегеҙ түгелме? Яҡындарығыҙ быға мохтажлыҡ кисерһә ярай ҙа. Фекерегеҙҙе көсләп тағырға тырышмағыҙ. Аҙна күп йәһәттән уңышлы булмаҡсы. Айырыуса уның икенсе яртыһында килем алыу мөмкинлеге артыр. Ләкин был мәлдә әүәлге эштәрҙе яңынан башларға кәңәш ителмәй.
ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Әүҙем эш осоро. Көс-дәртегеҙ ташып торор. Тик уны дөрөҫ файҙаланыу йәһәтенән генә ҡыйынлыҡ тыуыр, моғайын. Яҡындарығыҙҙың аҡыллы кәңәшенә ҡолаҡ һалһағыҙ, барыһы ла ал да гөл булыр. Эш-ғәмәлдәрегеҙҙе алдан күҙаллау хәйерле.
БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Үҙ эсегеҙгә бикләнеп, яуаплылыҡтан, бурыстарығыҙҙан баш тартыу теләге уяныр. Кисектерә килгән эштәрҙе башҡарырға ваҡыт етте. Шул арҡала күп нәмәгә өлгөрә алмай яфаланырһығыҙ, моғайын. Мәшәҡәттәрҙең ҡайһы берҙәрен яҡындарығыҙҙың иңенә һалырға мөмкин. Ләкин уларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙмы икән?