Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡәрендәштәрем, тип кенә өндәшәм...”
“Ҡәрендәштәрем,  тип кенә өндәшәм...” Был йорт Заря ауылынан ситтәрәк, ҡайынлыҡ араһында урынлашҡан. Йәмле ерҙе һайлаған хужалар менән аралашыу ниәте мине йәнле һөйләшеүгә юлыҡтырҙы. Мәҡәләм геройҙары — ошо ауыл кешеләре Рәйфә менән Кәлимулла Яҡшыбаевтар.

Тормоштоң барлыҡ ауырлығы аша сынығыу алған өлкән быуын вә­килдәре, ауырыу-сырхауға биреш­мәҫкә тырышып, ҡорған донъялары, хужалыҡтарының хәстәре менән яна-көйә. Шулай уҡ күптән үҙаллы йәшәгән улдары Урал, ҡыҙҙары Ри­ма, Рәсимә өсөн дә йән ата улар. Ә инде алты ейән-ейәнсәре балдан да татлы. Бәхетле олатай-өләсәй бала­ларының һәр уңышына сикһеҙ шат.
Кәлимулла Хәбибулла улы бәлә­кәйҙән етем ҡала. Аслы-туҡлы ма­лай, туғыҙ йәштән ҡулына сыбыртҡы тотоп, мал көтә. Хәтирәләр ебен тағата торғас, ул, үткән йылдарҙы күҙ алдына баҫтырып, тормошо хаҡында бәйән итте:
— Эш тәмен бала саҡтан тойоп үҫтем. Ҡыйын мәлдәр һынаны ғына беҙҙе. Шишмә районында һәм Өфөлә уҡыным. Элгәре бит күҙ ауырыуҙары ныҡ таралғайны, инвалидлыҡ артабан белем алыуға форсат бирмәне. Ярай әле электрик һөнәрен үҙләштерҙем, ныҡышмаллығым уй-маҡсатыма юл асты. Бер мәл ҡулыма И. Халифмандың “Бал ҡорттары” тигән китабы килеп эләкте. Шул тиклем ябай итеп яҙылған серле әсбап бөтөн күңелемде яуланы, һәм киләсәккә яңы пландар барлыҡҡа килде. Украинаның баш ҡалаһы Киевта ҡортсолоҡ буйынса курста ситтән тороп уҡығас, “Максим Горький” колхозының умарталығында эш башланым. Уның айышына төшөнә торғас, 35 йылға яҡын ваҡыт үтте. 2004 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас та, тағы ике йыл ең һыҙғанып эшләргә тура килде. Заманында ауыл хәбәрсеһе лә инем.
Хеҙмәт — үҙе бәхет, тип ғүмер кисергән Кәли­мулла Яҡшыбаев бөгөн дә умартасылыҡты ташламай. Ни тиһәң дә – яратҡан һөнәре. Хәләл ефете Рәйфә Әбделғәни ҡыҙы шөғөлөн хуплап торғас, эштәре көйлө.
1959 йылда өйләнешә улар. Ғаилә усағын дөрлә­теп, балаларына тейешле тәрбиә биреп, шәхси хужалыҡҡа ла, йәмғиәт эшенә лә өлгөрөп йәшәйҙәр. Рәйфә Яҡшыбаева колхоз фермаһында тир түгә, тәүҙә һыйыр һауһа, һуңынан быҙау ҡарай. Хеҙмәт юлының 23 йылы малсылыҡҡа арнала. Әле лә 82 йәшлек инәй тик ултырыуҙы белмәй – икмәген дә һала, йорт мәшәҡәттәре лә уның иңендә. Күңеленең сафлығы булмышында асыҡ төҫмөрләнә.
Һуғыш йылдарын яҡшы хәтерләй ул. Уйнап-көлөр бала саҡтары көс еткеһеҙ ауыр эш менән уҙа. Бөтмөр ҡыҙ етерлек михнәт күреп үҫә. Еңеү көнө иһә йөрәгендә мәңгелеккә уйылған. Йылдар буйы көтөлгән яҡшы хәбәр йәшен тиҙлегендәй тарала. Шатлыҡ, ҡосаҡлашыу, күҙ йәштәре — барыһы ла иҫендә. Атаһы Әбделғәни Басиров Ленинград блокадаһында туңып, күрмәгәнде күреп, 1945 йылдың авгусында ҡайта. Был саҡта Рәйфә инәйгә 12 йәш була.
Яҡшыбаевтарҙың бөгөнгө эшһеҙлеккә һәм башҡа көнүҙәк проблемаларға йәне үртәлә.
— Тырыш кеше барыбер эшен таба, Себергә китеп булһа ла, йүнен күрә. Мал аҫраһаң да файҙа, ҡортсолоҡҡа ла тотонорға була, – ти Кәлимулла ағай. – Күҙ насар күрә, тип мөйөшкә ҡарап ултырмайым, бик мәшәҡәтле булһа ла, яратҡан шөғөлөмдө һаман да ташламайым. Ҡәрендәштәрем, тип кенә өндәшәм бал ҡорттарына. Эшләгәс, барлыҡ күңелеңде бирергә, тырышлығыңды һалырға кәрәк. Балалар ҙа килеп ярҙам итеп тора. Яҙ етте, хәҙер күпселек ваҡыт бал ҡортона бүленәсәк.
Хужабикә лә, һүҙгә ҡушылып, үҙ фекерҙәрен белдерҙе:
— Беҙ эшләп үҫтек. Тапҡан-таянған, хәләл көс менән яуланған һәр нәмә ҡәҙерле, ҡиммәтле. Төрлө милләт кешеләре араһында йәшәһәм дә, үҙ асылыма тоғро ҡалдым.
Замандың ҡырыҫ елдәре төрлө яҡлап һынаһа ла, улар бөгөлмәгән. Бынан 56 йыл элек ҡауышҡан Яҡшыбаевтар бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүен дауам итә.








Автор: Миләүшә БӘШИРОВА. Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә