Был йорт Заря ауылынан ситтәрәк, ҡайынлыҡ араһында урынлашҡан. Йәмле ерҙе һайлаған хужалар менән аралашыу ниәте мине йәнле һөйләшеүгә юлыҡтырҙы. Мәҡәләм геройҙары — ошо ауыл кешеләре Рәйфә менән Кәлимулла Яҡшыбаевтар.Тормоштоң барлыҡ ауырлығы аша сынығыу алған өлкән быуын вәкилдәре, ауырыу-сырхауға бирешмәҫкә тырышып, ҡорған донъялары, хужалыҡтарының хәстәре менән яна-көйә. Шулай уҡ күптән үҙаллы йәшәгән улдары Урал, ҡыҙҙары Рима, Рәсимә өсөн дә йән ата улар. Ә инде алты ейән-ейәнсәре балдан да татлы. Бәхетле олатай-өләсәй балаларының һәр уңышына сикһеҙ шат.
Кәлимулла Хәбибулла улы бәләкәйҙән етем ҡала. Аслы-туҡлы малай, туғыҙ йәштән ҡулына сыбыртҡы тотоп, мал көтә. Хәтирәләр ебен тағата торғас, ул, үткән йылдарҙы күҙ алдына баҫтырып, тормошо хаҡында бәйән итте:
— Эш тәмен бала саҡтан тойоп үҫтем. Ҡыйын мәлдәр һынаны ғына беҙҙе. Шишмә районында һәм Өфөлә уҡыным. Элгәре бит күҙ ауырыуҙары ныҡ таралғайны, инвалидлыҡ артабан белем алыуға форсат бирмәне. Ярай әле электрик һөнәрен үҙләштерҙем, ныҡышмаллығым уй-маҡсатыма юл асты. Бер мәл ҡулыма И. Халифмандың “Бал ҡорттары” тигән китабы килеп эләкте. Шул тиклем ябай итеп яҙылған серле әсбап бөтөн күңелемде яуланы, һәм киләсәккә яңы пландар барлыҡҡа килде. Украинаның баш ҡалаһы Киевта ҡортсолоҡ буйынса курста ситтән тороп уҡығас, “Максим Горький” колхозының умарталығында эш башланым. Уның айышына төшөнә торғас, 35 йылға яҡын ваҡыт үтте. 2004 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас та, тағы ике йыл ең һыҙғанып эшләргә тура килде. Заманында ауыл хәбәрсеһе лә инем.
Хеҙмәт — үҙе бәхет, тип ғүмер кисергән Кәлимулла Яҡшыбаев бөгөн дә умартасылыҡты ташламай. Ни тиһәң дә – яратҡан һөнәре. Хәләл ефете Рәйфә Әбделғәни ҡыҙы шөғөлөн хуплап торғас, эштәре көйлө.
1959 йылда өйләнешә улар. Ғаилә усағын дөрләтеп, балаларына тейешле тәрбиә биреп, шәхси хужалыҡҡа ла, йәмғиәт эшенә лә өлгөрөп йәшәйҙәр. Рәйфә Яҡшыбаева колхоз фермаһында тир түгә, тәүҙә һыйыр һауһа, һуңынан быҙау ҡарай. Хеҙмәт юлының 23 йылы малсылыҡҡа арнала. Әле лә 82 йәшлек инәй тик ултырыуҙы белмәй – икмәген дә һала, йорт мәшәҡәттәре лә уның иңендә. Күңеленең сафлығы булмышында асыҡ төҫмөрләнә.
Һуғыш йылдарын яҡшы хәтерләй ул. Уйнап-көлөр бала саҡтары көс еткеһеҙ ауыр эш менән уҙа. Бөтмөр ҡыҙ етерлек михнәт күреп үҫә. Еңеү көнө иһә йөрәгендә мәңгелеккә уйылған. Йылдар буйы көтөлгән яҡшы хәбәр йәшен тиҙлегендәй тарала. Шатлыҡ, ҡосаҡлашыу, күҙ йәштәре — барыһы ла иҫендә. Атаһы Әбделғәни Басиров Ленинград блокадаһында туңып, күрмәгәнде күреп, 1945 йылдың авгусында ҡайта. Был саҡта Рәйфә инәйгә 12 йәш була.
Яҡшыбаевтарҙың бөгөнгө эшһеҙлеккә һәм башҡа көнүҙәк проблемаларға йәне үртәлә.
— Тырыш кеше барыбер эшен таба, Себергә китеп булһа ла, йүнен күрә. Мал аҫраһаң да файҙа, ҡортсолоҡҡа ла тотонорға була, – ти Кәлимулла ағай. – Күҙ насар күрә, тип мөйөшкә ҡарап ултырмайым, бик мәшәҡәтле булһа ла, яратҡан шөғөлөмдө һаман да ташламайым. Ҡәрендәштәрем, тип кенә өндәшәм бал ҡорттарына. Эшләгәс, барлыҡ күңелеңде бирергә, тырышлығыңды һалырға кәрәк. Балалар ҙа килеп ярҙам итеп тора. Яҙ етте, хәҙер күпселек ваҡыт бал ҡортона бүленәсәк.
Хужабикә лә, һүҙгә ҡушылып, үҙ фекерҙәрен белдерҙе:
— Беҙ эшләп үҫтек. Тапҡан-таянған, хәләл көс менән яуланған һәр нәмә ҡәҙерле, ҡиммәтле. Төрлө милләт кешеләре араһында йәшәһәм дә, үҙ асылыма тоғро ҡалдым.
Замандың ҡырыҫ елдәре төрлө яҡлап һынаһа ла, улар бөгөлмәгән. Бынан 56 йыл элек ҡауышҡан Яҡшыбаевтар бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүен дауам итә.