Уҡытыусы, минеңсә, шуның менән бәхетле: ул ғүмере буйы бала саҡ, йәшлек илендә йәшәй. Йәш быуынды киләсәккә етәкләп алып бара.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт филологияһы факультеты деканы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, филология фәндәре докторы, профессор Зөһрә СӘЛӘХОВА менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ башлыса уҡытыусыға хас сифаттар, уның абруйы, йәмғиәттәге урыны хаҡында барҙы. – Барлыҡ башланғыстарҙың нигеҙе – кешенең тыуған яғында, ата-әсә тәрбиәһендә. Һеҙҙе тәрбиәләп үҫтергән мөхит, ғаиләгеҙ ниндәй булды, Зөһрә Иҙрис ҡыҙы?
– Тыуған ерем – Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы. Әсәйем Сәғиҙә Ғәйнулла ҡыҙы менән атайым Иҙрис Язар улы көслө рухлы кешеләр ине. Икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Атайым Курск дуғаһында алышһа, әсәйем, бронетанк училищеһын тамамлағас, Украинаға ебәрелгән. Беҙҙең бәхеткә, ҡәҙерлеләрем һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан.
Тыныс тормошта ла улар һәр саҡ алғы сафта булды. Икеһе лә ҡорос ихтыярлы ине. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаштылар. Әсәйем, депутат булараҡ, ауылдаштарының именлеген һаҡлауға, тормош шарттарын яҡшыртыуға күп көс һалды. Ғаиләлә ете бала үҫтек.
– Тормошоғоҙҙо уҡытыусылыҡҡа бағышлау уйы ҡасан тыуҙы?
– Атайым һуғышҡа тиклем Каруанһарай педагогия техникумында, әсәйем Темәс педагогия училищеһында белем алған. Үҙебеҙ бала саҡтан уҡытыусы булып уйнарға яраттыҡ. Әсәйем тәрбиәсе, һатыусы булып эшләһә, атайым тәүҙә тарих уҡытыусыһы, аҙаҡ мәктәп директоры вазифаһын башҡарҙы.
Ә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) филология факультетына мине юғары белем алыу маҡсаты алып килде. Уның башҡорт-урыҫ бүлеген тамамлағас, педагогик эшмәкәрлегемдең юлы шулай булды: һаңғырауҙар өсөн махсус мәктәп-интернат, 1-се ҡала гимназияһы, Стәрлетамаҡ педагогия колледжы, унан килеп – әлеге башҡорт филологияһы факультеты. Уҡыусыларым уҡытыусы итте мине. Сикһеҙ яратыуыма ихлас яуап биреүҙәре, күңелдәрендә туған телгә хөрмәт уята алыуым ышанысымды нығытты.
– Уҡыусыларығыҙға бәйле ҡәҙерле хәтирәләр ҙә һаҡланалыр?
– Тәүге эш урынымда һаңғырау балаларҙың күңел торошон, ҡыҙыҡһыныуҙарын күҙ ҡарашынан, ымдарынан аңларға өйрәндем, уларҙың йөрәгенә юл таба алдым.
Гимназияла уҡыусылар байрамдар менән үҙенсәлекле итеп ҡотлай торғайны. Был көндәрҙә кабинетымдың ишегендә буш урын булмай тиерлек: балалар үҙ ҡулдары менән яһаған открыткаларын, һүрәттәрен, матур теләктәр белдерелгән яҙыуҙарын теҙеп йәбештереп бөтөр ине... Байрам иртәһендә класҡа килеп инеүең була, күмәкләп йырлап ебәрәләр, ҡотлайҙар. Үҙебеҙҙекеләр генә түгел, башҡа милләт балалары ла башҡортса ихлас тәбрикләй торғайны. Бер заман Ваня исемле уҡыусымдың әсәһе менән атаһы: “Улыбыҙҙы башҡортса йырларға нисек өйрәттегеҙ? Дәресегеҙгә инеп ҡарайыҡ әле”, – тип мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә байтаҡ дәресемә инеп ултырҙылар. Баҡһаң, был малай өйөндә мин өйрәткән йырҙарҙы һуҙып тик йөрөй икән. Ата-әсәһе уның был ҡылығына аптырап ҡалған. Һуңғараҡ шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһынып китеп, нәҫел ептәрен ныҡлы өйрәнеп, ниндәйҙер быуынында башҡорт ҡаны булғанын асыҡланылар. Был хаҡта ғорурланып һөйләй торғайнылар.
– Тормош юлығыҙҙа, эшмәкәрлегегеҙҙә кемдәрҙе остаздарығыҙ тип билдәләй алаһығыҙ?
– Педагогия институтында белем алған йылдарҙа хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, кураторыбыҙ Данис Солтан улы Тикеевтың ярҙамы ҙур булды. Беҙҙе атайҙарса хәстәрләгән, ҡурсалаған абруйлы профессорҙы гелән ҙур хөрмәт менән иҫкә алам.
Фәнгә ылығып китеүемә иһә 1997 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында ҡатнашыуым сәбәпсе булды. Унда еңеү яулауымды тормошомда һәм эшмәкәрлегемдә ҙур уңыш тип баһалайым. Тап ошо бәйге мине остазым Марат Зәйнуллин менән осраштырҙы. Конкурста жюри ағзаһы булған Марат Вәли улы аспирантураға инергә тәҡдим итте, кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын уның етәкселегендә яҡланым. Остазым миңә – фәндә лә, тормошта ла уҡытыусы, “эшләйек” тигән һүҙе һәр саҡ алға әйҙәгән тормош девизыма әйләнде.
– Ғалимә булараҡ, башҡорт тел ғилеменең үҫеш йүнәлештәрен нисек күҙаллайһығыҙ? Был йәһәттән аспиранттарығыҙ менән ниндәй эш алып бараһығыҙ?
– Тел – йәнле, бөтөн система. Тармаҡтарының бер-береһенә тығыҙ бәйле булыуы уның йәшәйешен һәм үҫешен тәьмин итә. Шуға ла башҡорт тел ғилеме системалы һәм төрлө яҡлап өйрәнелергә, ентекле тикшерелергә тейеш, тип уйлайым.
Ғилми етәксем Марат Вәли улының кәңәшен тотоп, үҙемә йүнәлештәр һайлап алдым. Улар буйынса ҙур теләк менән эшләйем. Кандидатлыҡ диссертацияһын “Башҡорт телендә хөрмәтләү саралары” тигән темаға яҙҙым. Ғөмүмән, миңә лексикология, лингвокультурология, морфология өлкәһе яҡын. Докторлыҡ диссертациям тел күренештәрен функциональ-семантик йәһәттән өйрәнеү мәсьәләләренә бағышланды. Әле аспиранттарым да ошо йүнәлеш буйынса ғилми-эҙләнеү эшен алып бара.
– Уҡытыусы-ғалим, башҡорт филологияһы факультетының деканы булараҡ, уҡытыусыларға һәм йәштәргә ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?
– Беҙҙең эшмәкәрлек киләсәккә бағышлана. Башҡорт филологияһы факультетында хеҙмәт итеү иңебеҙҙәге яуаплылыҡты икеләтә арттыра. Был урын – милли зыялылар үҫкән, белем алған мөхит. Артабан төрлө даирәлә үҙ юлын табыр, халҡыбыҙҙың терәге булыр шәхестәр тәрбиәләү – факультетта эшләгән һәр уҡытыусының ҙур бурысы. Әлеге ҡатмарлы заман шарттарында үҫкән быуынға ҙур өмөт бағлайым. Ташты тишеп сыҡҡан үлән кеүек тырыш, булдыҡлы йәштәребеҙ күп хәҙер. Улар, заманды нисек бар шулай ҡабул итеп, рухи үҫешкә, матди тотороҡлолоҡҡа ынтыла. Белемгә таянып эш итеүҙәре ҡыуандыра.
– Һеҙҙеңсә, тормоштоң ҡиммәте нимәлә, Зөһрә Иҙрис ҡыҙы?
– Иң мөһиме – ғаиләмдең именлегендә. Һау, сәләмәт булыуҙа, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәүҙә. Тормошта үҙ урынын тапҡан уҡыусыларымдың бәхетендә. Йәшәүҙең тәме, ҡиммәте – хәләл ефетемдә, балаларымда, ейәнсәремдә. Улар иҫән-һау, тәүфиҡлы, ихтирамлы булһа, мин дә бәхетле.
Ирем Әнүс Сәләхов менән ҡауышҡаныбыҙға 30 йылдан ашыу. Тормоштоң барлыҡ һынауҙарын ҡулға-ҡул тотоношоп үттек. Ынтылыштарыбыҙҙы һис ҡасан сикләмәнек, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә таяныс, терәк булып, ярҙамлашып йәшәйбеҙ. Улыбыҙ Фәрит үҙ ғаиләһен ҡороп, Өфөлә йәшәй, атаһы кеүек инженер һөнәрен үҙ итте. Биш йәшлек ейәнсәребеҙҙә үҙ һыҙаттарыбыҙҙы күреп ҡыуанабыҙ. “Баланың балаһы балдан татлы” тигәнгә инандыҡ.
Ҡыҙыбыҙ Лилиә гимнастика буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры дәрәжәһенә өлгәште. Өҫтәүенә Санкт-Петербург ҡалаһында политехник университеттың сит телдәр бүлеген тамамланы, инглиз, француз телдәрендә иркен аралаша. Францияла магистратурала белемен камиллаштырҙы. Балаларҙың шатлығына уларҙың үҙҙәренән дә нығыраҡ ҡыуанып йәшәйбеҙ.
Рита ФӘТҠУЛЛИНА әңгәмәләште.