Алғы сафта барған атай-әсәй юлынан29.04.2015
Алғы сафта барған  атай-әсәй юлынан Уҡытыусы, минеңсә, шуның менән бәхетле: ул ғүмере буйы бала саҡ, йәшлек илендә йәшәй. Йәш быуынды киләсәккә етәкләп алып бара.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт филологияһы факультеты деканы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, филология фәндәре докторы, профессор Зөһрә СӘЛӘХОВА менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ башлыса уҡытыусыға хас сифаттар, уның абруйы, йәмғиәттәге урыны хаҡында барҙы.



– Барлыҡ башланғыс­тар­ҙың нигеҙе – кешенең тыуған яғын­да, ата-әсә тәрбиәһендә. Һеҙҙе тәр­биә­ләп үҫтергән мө­хит, ғаиләгеҙ ниндәй булды, Зөһрә Иҙрис ҡыҙы?
– Тыуған ерем – Хәйбулла райо­нының Ғә­ли­әхмәт ауылы. Әсәйем Сәғиҙә Ғәйнулла ҡыҙы ме­нән атайым Иҙрис Язар улы көслө рухлы кешеләр ине. Икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Атайым Курск дуғаһында алышһа, әсәйем, бронетанк учили­щеһын тамамлағас, Украинаға ебә­релгән. Беҙҙең бәхеткә, ҡәҙерлеләрем һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан.
Тыныс тормошта ла улар һәр саҡ алғы сафта булды. Икеһе лә ҡорос ихтыярлы ине. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаштылар. Әсәйем, депутат булараҡ, ауылдаштары­ның именлеген һаҡлауға, тормош шарттарын яҡшыртыу­ға күп көс һалды. Ғаиләлә ете бала үҫтек.
– Тормошоғоҙҙо уҡытыусылыҡҡа бағышлау уйы ҡасан тыуҙы?
– Атайым һуғышҡа тиклем Каруанһарай педагогия техникумында, әсәйем Темәс педагогия училищеһында белем алған. Үҙебеҙ бала саҡтан уҡытыусы булып уйнарға яраттыҡ. Әсәйем тәрбиәсе, һатыусы булып эшләһә, атайым тәүҙә тарих уҡытыусыһы, аҙаҡ мәктәп директоры вазифаһын башҡарҙы.
Ә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) филология факультетына мине юғары белем алыу маҡсаты алып килде. Уның башҡорт-урыҫ бүлеген тамамлағас, педагогик эшмәкәр­ле­гем­дең юлы шулай булды: һаңғырауҙар өсөн махсус мәктәп-интернат, 1-се ҡала гимназияһы, Стәрлетамаҡ педагогия колледжы, унан килеп – әлеге башҡорт филоло­гия­һы факультеты. Уҡыусыларым уҡытыусы итте мине. Сикһеҙ яратыуыма ихлас яуап биреүҙәре, күңелдәрендә туған телгә хөрмәт уята алыуым ышанысымды нығытты.
– Уҡыусыларығыҙға бәйле ҡәҙерле хәтирәләр ҙә һаҡланалыр?
– Тәүге эш урынымда һаңғырау балаларҙың күңел торошон, ҡыҙыҡһыныуҙарын күҙ ҡарашынан, ымдарынан аңларға өйрәндем, уларҙың йөрәгенә юл таба алдым.
Гимназияла уҡыусылар байрамдар менән үҙенсә­лекле итеп ҡотлай торғайны. Был көндәрҙә кабинетымдың ишегендә буш урын булмай тиерлек: балалар үҙ ҡулдары менән яһаған открыт­ка­ларын, һүрәттәрен, матур теләктәр бел­де­релгән яҙыуҙарын теҙеп йәбештереп бөтөр ине... Байрам иртәһендә класҡа ки­леп инеүең була, күмәкләп йырлап ебә­рә­ләр, ҡотлайҙар. Үҙебеҙҙекеләр генә түгел, башҡа милләт балалары ла башҡортса ихлас тәб­рик­ләй торғайны. Бер заман Ваня исемле уҡыусымдың әсәһе менән атаһы: “Улыбыҙҙы баш­ҡортса йырларға нисек өйрәттегеҙ? Дәресегеҙгә инеп ҡарайыҡ әле”, – тип мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә байтаҡ дәре­семә инеп ултырҙылар. Баҡһаң, был малай өйөндә мин өйрәткән йырҙарҙы һуҙып тик йөрөй икән. Ата-әсәһе уның был ҡылығына аптырап ҡалған. Һуңғараҡ шәжә­рәләре менән ҡыҙыҡһынып китеп, нәҫел ептәрен ныҡлы өйрәнеп, ниндәйҙер быуы­нында башҡорт ҡаны булғанын асыҡ­ланылар. Был хаҡта ғорурланып һөйләй торғайнылар.
– Тормош юлығыҙҙа, эшмә­кәрле­гегеҙҙә кем­дәрҙе остаз­да­рығыҙ тип билдәләй алаһығыҙ?
– Педагогия институтында белем алған йылдарҙа хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, курато­ры­быҙ Данис Солтан улы Тикеевтың ярҙамы ҙур булды. Беҙҙе атайҙарса хәстәрлә­гән, ҡурсалаған абруйлы профес­сорҙы гелән ҙур хөрмәт менән иҫкә алам.
Фәнгә ылығып китеүемә иһә 1997 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында ҡатнашыуым сә­бәп­се булды. Унда еңеү яу­ла­уым­ды тормошомда һәм эшмәкәрлегемдә ҙур уңыш тип баһалайым. Тап ошо бәй­ге мине остазым Марат Зәй­нуллин менән осраштырҙы. Кон­курс­та жю­ри ағзаһы булған Марат Вәли улы аспирантураға инергә тәҡдим итте, кандидатлыҡ, доктор­лыҡ диссертацияларын уның етәкселегендә яҡ­ланым. Остазым миңә – фәндә лә, тормошта ла уҡытыусы, “эшләйек” тигән һүҙе һәр саҡ алға әйҙәгән тормош девизыма әйләнде.
– Ғалимә булараҡ, башҡорт тел ғилеменең үҫеш йүнәлештә­рен нисек күҙаллайһығыҙ? Был йәһәттән аспиранттарығыҙ ме­нән ниндәй эш алып бараһығыҙ?
– Тел – йәнле, бөтөн система. Тармаҡтарының бер-береһенә тығыҙ бәйле булыуы уның йәшәйешен һәм үҫешен тәьмин итә. Шуға ла башҡорт тел ғилеме системалы һәм төрлө яҡлап өйрәнелергә, ентекле тикшерелергә тейеш, тип уйлайым.
Ғилми етәксем Марат Вәли улының кәңәшен тотоп, үҙемә йүнәлештәр һайлап алдым. Улар буйынса ҙур теләк менән эшләйем. Кандидатлыҡ диссертацияһын “Башҡорт телендә хөрмәтләү саралары” тигән темаға яҙҙым. Ғөмү­мән, миңә лексикология, лингвокультурология, морфология өлкәһе яҡын. Докторлыҡ диссертациям тел кү­ре­нештәрен функциональ-семантик йәһәттән өйрәнеү мәсьәләләренә бағышланды. Әле аспиранттарым да ошо йүнәлеш буйынса ғилми-эҙләнеү эшен алып бара.
– Уҡытыусы-ғалим, башҡорт филологияһы фа­куль­тетының деканы булараҡ, уҡы­тыу­сы­ларға һәм йәш­тәргә ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?
– Беҙҙең эшмәкәрлек киләсәккә бағышлана. Башҡорт филологияһы факультетында хеҙмәт итеү иңебеҙҙәге яуаплылыҡты икеләтә арттыра. Был урын – милли зыялылар үҫкән, белем алған мөхит. Артабан төрлө даирәлә үҙ юлын табыр, халҡыбыҙҙың терәге булыр шәхестәр тәр­биәләү – факультетта эшләгән һәр уҡытыусының ҙур бурысы. Әлеге ҡатмарлы заман шарттарында үҫкән быуынға ҙур өмөт бағлайым. Ташты тишеп сыҡҡан үлән кеүек тырыш, булдыҡлы йәштәребеҙ күп хәҙер. Улар, заманды нисек бар шулай ҡабул итеп, рухи үҫешкә, матди тотороҡ­лолоҡҡа ынтыла. Белемгә таянып эш итеүҙәре ҡыуан­дыра.
– Һеҙҙеңсә, тормоштоң ҡиммәте нимәлә, Зөһрә Иҙрис ҡыҙы?
– Иң мөһиме – ғаиләмдең именлегендә. Һау, сәләмәт булыуҙа, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәүҙә. Тормошта үҙ урынын тапҡан уҡыусыларымдың бәхетендә. Йәшәүҙең тәме, ҡиммәте – хәләл ефетемдә, балаларымда, ейәнсә­ремдә. Улар иҫән-һау, тәүфиҡлы, ихтирамлы булһа, мин дә бәхетле.
Ирем Әнүс Сәләхов менән ҡауышҡаныбыҙға 30 йылдан ашыу. Тормоштоң барлыҡ һынауҙарын ҡулға-ҡул тото­ношоп үттек. Ынтылыштарыбыҙҙы һис ҡасан сик­лә­мә­нек, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә таяныс, терәк булып, ярҙам­лашып йәшәйбеҙ. Улыбыҙ Фәрит үҙ ғаиләһен ҡороп, Өфө­лә йәшәй, атаһы кеүек инженер һөнәрен үҙ итте. Биш йәшлек ейәнсәребеҙҙә үҙ һыҙаттарыбыҙҙы күреп ҡыуа­набыҙ. “Баланың балаһы балдан татлы” тигәнгә инандыҡ.
Ҡыҙыбыҙ Лилиә гимнастика буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры дәрәжәһенә өлгәште. Өҫтәүенә Санкт-Петербург ҡалаһында политехник уни­верситеттың сит телдәр бүле­ген тамамланы, инглиз, француз телдәрендә иркен аралаша. Фран­цияла магистратурала белемен ка­мил­лаш­тырҙы. Балаларҙың шатлығына уларҙың үҙҙәренән дә нығыраҡ ҡыуанып йәшәйбеҙ.

Рита ФӘТҠУЛЛИНА әңгәмәләште.





Вернуться назад