Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » БӨГӨН БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ АССАМБЛЕЯҺЫНЫҢ III СЪЕЗЫ АСЫЛА
БӨГӨН БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ АССАМБЛЕЯҺЫНЫҢ III СЪЕЗЫ АСЫЛА Румил АҘНАБАЕВ, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе:
– Бөгөнгө заман шарттарында Ас­самбле­яның эше бик кәрәк. Республиканың бөтөн йәмәғәт ойошмаларын дөйөм­ләш­тереп торған орган ул. Дөйөм мәсьәләләр килеп сыҡҡан мәлдә, тиҙ генә йыйылышып, уларҙы хәл итеү майҙансығы. Мәҫәлән, һуңғы йыйылышта Украиналағы ваҡи­ғаларҙы байҡаныҡ. Туған телде уҡытыу буйынса көн ҡаҙағында торған мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Был йы­йылыштарҙа ҡаралған тәҡдимдәр һуңынан республика Башлығына еткерелә.
Биш йыл һайын үткәрелеп торған съезда һәр кем үҙ фекерен әйтә ала. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ундағы сығышы беҙҙең өсөн мөһим, сөнки киләсәккә ниндәй эштәр атҡарырға кәрәклегенә йүнәлеш бирәсәк.

БӨГӨН БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ АССАМБЛЕЯҺЫНЫҢ III СЪЕЗЫ АСЫЛАВиктор ПЧЕЛИНЦЕВ, “Башҡортостан урыҫтары соборы” ойошмаһының башҡарма комитеты рәйесе:
– Йәмәғәт ойошмаһы булараҡ 1998 йылда теркәлдек. Бөгөн республиканың ҡала һәм райондарында 71 бүлексәбеҙ бар. Тап уларҙың ярҙамы менән төрлө саралар ойошторабыҙ, рухи һәм милли байлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Йыл һайын Халыҡ-ара Аксаков байрамын, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен, Балаҡатай районында төбәк-ара урыҫ йырҙары һәм таҡмаҡтары фестивален, Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында Ҡышты оҙатыу байрамын, Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары”н үткәреү матур йолаға әйләнде. Был сараларҙың барыһы ла республика кимәлендәге сағыу байрамға әүерелә һәм ысынында бөтөн халыҡтарҙы йыя.
Телдең сафлығын һаҡлау мәсьәләләре урыҫтарҙы ла борсой, шуға күрә төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙы йыш ойошторабыҙ. Башҡортостанда һәр милләткә әүҙем үҫеш өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Урыҫ халҡының тарихи-мәҙәни үҙәктәренең эшен баһалағым килә. Бында үҙ халҡының, еренең ысын илһөйәрҙәре эшләй. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының сираттағы съезы артабан да илһамланып эшләргә этәргес булыр, яңы башланғыстар менән халыҡты ҡыуандырыр тип ышанам.

БӨГӨН БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ АССАМБЛЕЯҺЫНЫҢ III СЪЕЗЫ АСЫЛАРимма ҮТӘШЕВА, Башҡортостан та­тар­ҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы рәйесе:
– Беҙҙең ойошма 2009 йылдың йәйендә теркәлде. Маҡсатыбыҙ – татар телен өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса эште ойоштороу, талантлы милләттәштәребеҙҙең ижади башланғысында ярҙам итеү, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән мәҙәни бәйләнеш булдырыу, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек рухы тәр­биәләү. Бынан тыш, эшмәкәрлегебеҙҙең иң мөһим йүнәлеше – милләт-ара татыу­лыҡты һаҡлау, дуҫлыҡ, теләктәшлек ептәрен нығытыу.
Татар халҡының фольклорын, милли йолаларын һаҡлау һәм йәш быуынға еткереү өсөн күп көс һалабыҙ. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының татар теле кафедраһы нигеҙендә татар телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса фәнни-методик үҙәк булдырылды. Бында татар телле яҙыусылар һәм шағирҙарҙың мираҫы ентекле өйрәнелә. Ғабдулла Туҡайҙың ижадын популярлаштырыу өҫтөндә бергәләп эшләйбеҙ. Төрлө саралар үткәрелә, уларҙың барыһы ла халыҡты туплауға, йолаларҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Быйыл бик шәп проект башларға торабыҙ: “Пушкин – Туҡай – Кәрим” тип атала ул. Бүздәк, Бәләбәй, Стәрлебаш райондарында белем алған мәктәп балалары шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен һәйкәлдәре алдында уҡыясаҡ. Балаларға Өфөнө күрһәтеп, экскурсиялар ойошторасаҡбыҙ. Был проект киләсәктә лә дауам итер тип өмөтләнәбеҙ.
Съезды ҡаршылап шуны әйткем килә: милләтте, телде, йолаларҙы һаҡлау өсөн республикала бөтөн мөмкинлектәр булдырылған. Артабан да ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк.

БӨГӨН БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ АССАМБЛЕЯҺЫНЫҢ III СЪЕЗЫ АСЫЛАСветлана МАТВЕЕВА, “Һыуыҡ­шиш­мә” сыуаш милли-мәҙәни үҙәге директоры, Ҡырмыҫҡалы районы:
– Мәҙәни үҙәгебеҙ бик әүҙем эшләй. Ул 1995 йылда төҙөлгәйне. Ауылыбыҙҙа 700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Милли мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ваҡыт йәлләмәйбеҙ. Боронғо йырҙарҙы йыябыҙ. 2006 йылдан бирле йөҙҙән ашыу боронғо халыҡ йырын яҙып алып, репертуарыбыҙға индерҙек. Уларҙы “Шевле” ансамбле гел башҡара. Ансамбль иһә 1976 йылда ойошторолдо. Составы алмашынып торһа ла, рухи эс­та­фетаны бер-беребеҙгә теүәл тап­шырабыҙ.
Үҙәктә сыуаш халҡының көнкүрешен сағылдырған музей булдырҙыҡ. Боронғо халыҡ кейемдәрен һаҡлап ҡалыу өсөн күп эш башҡарылды. Өлә­сәйҙәребеҙ кейәүгә сыҡҡан туй күлдәктәренән күргәҙмә ойошторҙоҡ. Иң боронғо милли күлдәктәр — XVIII быуаттан ҡалған мираҫ.
Бынан тыш, милли байрамдарҙы йыш ойошторабыҙ. Уларға мөмкин тиклем күберәк балаларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ. Республика кимәлендә йыл һайын “Акатуй”, “Чаваш пики”, “Уяв”, “Салам” тигән сараларҙы үткәрәбеҙ. Сыуаш йыры фестивале “Шапчак сасси” ла гел беҙҙә үтә, йолаларҙы күрһәтеүҙе төп бурысыбыҙ тип һанайбыҙ.
Тел мәсьәләһенә килгәндә, райондың күп кенә мәктәптәрендә сыуаш теле уҡытыла. Китаптар етерлек, күргәҙмә материал бар. Ғөмүмән, эшләмәгән кеше генә тормошҡа зарланырға ярата. Беҙ иһә булғанды һаҡлап, түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға еткерергә тигән маҡсат менән йәшәйбеҙ.

БӨГӨН БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ АССАМБЛЕЯҺЫНЫҢ III СЪЕЗЫ АСЫЛАСоно ӘЛИЕВА, “Алатау” ҡырғыҙ мә­ҙәни үҙәге рәйесе:
– Башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡтарының милли ғөрөф-ғәҙәте, көнкүреше, мәҙә­ниәте, телдәре, хатта төҫ-ҡиәфәте бик оҡшаш. Башҡортостанда йәшәй баш­лағандан алып бер ҡасан да үҙемде сит ил кешеһе тип тойманым. Коллегаларым һәм студенттарым ихтирам итә, үҙ күрә.
Башҡортостанды хаҡлы рәүештә Дуҫлыҡ иле тип атайҙар. Мәҙәни үҙәкте ойошторғанда быға йәнә бер тапҡыр инандым.
2010 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 300-гә яҡын ҡырғыҙ йәшәй. Ярҙам һорап мигранттар ҙа мөрәжәғәт итә. Науруз, Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын ойошторабыҙ. Ике республика араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡырғыҙстан Республикаһы йыл һайын милли байрамдарға, фәнни-ғәмәли конференцияларға саҡырып тора. Башҡортостанға иһә даими рәүештә “Хәҙрәт-Әли” фольклор ансамбле килеп, үҙенең сағыу сығыштары менән ҡыуандыра. Ҡырғыҙстандан Башҡортостанға килеп, юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән бәйләнеш булдырабыҙ.

БӨГӨН БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ АССАМБЛЕЯҺЫНЫҢ III СЪЕЗЫ АСЫЛАМәрғүбә ШУМОВА, ҡаҙаҡтарҙың “Аҡ бата” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
– Әлеге мәлдә Башҡортостанда дүрт меңгә яҡын ҡаҙаҡ йәшәй. Телде, мәҙә­ниәтте һаҡлау, ҡаҙаҡ халҡының йолаларын башҡа халыҡтарға күрһәтеү маҡсатынан ойоштоҡ. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, Башҡортостандың илһөйәрҙәре булып ҡалабыҙ. Эш буйынса башҡа төбәктәргә йыш сығам, гел сағыштырып йөрөйөм: Башҡортостанда халыҡтар дуҫлығына ҙур иғтибар бүленә, был йәһәттән эш тә юғары кимәлдә ойошторолған. Халыҡтар ассамблеяһының съезы асылған көндә шуны әйткем килә: был ойошма толерант­лыҡ­тың лакмус ҡағыҙы кеүек. Унда халыҡ­тарҙы борсоған бөтөн мәсьәләләр сағыла. Яңы устав ҡабул ителәсәк, өс рәйестәш һайланасаҡ. Миңә ҡалһа, ойошманың эше нисек кенә көйләнмәһен, тәү сиратта ул халыҡтар дуҫлығын нығытыусы флагман булып ҡалырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә