Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өйҙәре — ожмах мөйөшө
Өйҙәре — ожмах мөйөшө Өфө районының Чернолес ауылында Тойкиевтар ғаиләһен белмәгән, хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр. Елена Илекәй ҡыҙы менән Герман Иҫкебай улы — икеһе лә маҡтаулы уҡытыусылар, уңған хужа һәм хужабикә, өлгөлө атай-әсәй. Улар яңыраҡ һалып ингән йорт күҙҙең яуын алып тора. Ә баҡсалары, әйтерһең дә, ожмах мөйөшө. Хәйер, быларҙың барыһы тураһында ла ентекләберәк һөйләргә кәрәктер.

Елена Илекәй ҡыҙы Илеш районының Әнәс ауылында буй еткерә, ә Герман Иҫкебай улы күрше ауылда тыуып үҫә. Улар бер мәктәпкә йөрөй, киске уйындарға ла бергә сыға. Ләкин сәстәрен-сәскә бәйләйәсәктәрен әле уйлап та ҡарамайҙар.
Еленаның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ата­һы һуғышҡа алына, Еңеү яулап, II группа инвалиды бу­лып ҡайта. Алған яралары бигерәк ауыр була: ҡатынын — тол, балаларын етем ҡалдырып китә был донъянан ветеран.
— Әсәйем Пайрамсуло үҙ иңендә заманының барлыҡ ауырлығын татыған. Ирҙәр эшендә лә йөрөнө, үҙе бик уңған булды. Баҡсабыҙ ҙур ине, шул беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы. Колхозда һыу ташыусы булып эшләгән әсәйемдең ауыр эштән, һыуыҡтан ҡулдары кәкрәйеп бөткәйне. Беҙҙең өҫ-башты бөтөн, тамағыбыҙҙы туҡ тотоу өсөн әсәйем закон боҙоуға ла барҙы. Бының өсөн уны ике йылға иркенән мәхрүм иттеләр. Ҡустым менән Пришвиндың “Кладовая солнца” повесындағы геройҙар һымаҡ бер йыл икәү генә йәшәнек. Мал-тыуар, ҡош-ҡортто үҙебеҙ ҡараныҡ, бөтөрмәнек. Балыҡ тотоп һатыу иттек. Икенсе йылына беҙгә әсәйемдең һеңлеһе Паянсылу күсеп килде. Ул уҡытыусы ине. Үҙем һәйбәт уҡығас, апайым балаларҙың эштәрен тикшереүҙе миңә ышанып тапшырҙы. Быны бик оҡшата торғайным. Тап шул ваҡыттан уҡытыусы булыу теләге менән яна башланым.
Ғөмүмән, тоҡомобоҙҙа уҡытыусылар күп: әсәйемдең бер туған ағаһы, уның балалары, апайымдың ҡыҙы уҡы­тыу­сы булды. Уҡытыусыбыҙ Аҫылбай Күмербаев биология дәрестәрен бик ҡыҙыҡлы итеп алып бара торғайны. Уның менән бергә ауылыбыҙҙа ҙур баҡса булдырҙыҡ. Ал­мағас, ҡайын, саған һәм башҡа ағастар, ҡыуаҡтар урын ал­­ды бында. Уҡытыусыбыҙ шулай уҡ төрлө түңәрәктәр алып барҙы. Шуларҙың береһе алмағасты ашлауға арналды. Уҡытыусымдың кәңәштәре, биргән һабаҡтары әле лә хәтерҙә.
Мари халҡы борон-борондан баҡсасылыҡ менән әүҙем шөғөлләнгән. Беҙҙең дә баҡсабыҙ ҙур булды, тип әйтеп үткәйнем инде. Баҡсанан килем алырға ла өйрәтте беҙҙе әсәйебеҙ. Күрше Андреевка ауылында йыл һайын йәрмин­кә­ләр үтә ине. II кластан башлап шул йәрминкәгә һатыу итер­гә йөрөнөм. Ҙурая төшкәс, 30 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Үрге Йәркәйгә лә сығып сауҙа иттем. Әле лә ғаилә килеменең күпселек өлөшөн баҡсанан килгән аҡса тәшкил итә.
Елена Илекәй ҡыҙы мари халҡының Илеш ерҙәренә күсенеүе, ата-бабалары тураһындағы материалдарҙы туп­лап бара. Үҙ нәҫеленең шәжәрәһен дә төҙөгән. “Халҡымдың йолаларына, йыр-бейеүҙәренә гел иғтибарлы, ихтирамлы булдым. Уҡытыусы булып эш башлағандан алып мари бейеүе түңәрәктәрен алып барҙым, үҙем дә йыш ҡына төрлө сәхнәләрҙә мари бейеүҙәрен бейенем. Фестивалдәрҙә лә үҙешмәкәр артист булараҡ йыш ҡатнаштым. Ирем Германдың апаһы Татьяна бик оҫта тегенсе ине. Һаңғырау-телһеҙ булғанға Хоҙай ҡул эштәренә һәләтте йәлләмәй биргәндер уға. Үҙе мәрхүм булып ҡалғас, сигеүле әйберҙәрен туғандар бүлешеп алды. Мин дә иҫтәлек өсөн бер күлдәк һәм алъяпҡыс алдым. Уның төҫө итеп кейәм. Үткән быуат башында тегелгән, сигелгән әйбер булһа ла, бер ере лә таушалмаған, уңмаған, һүтелмәгән. Оҫтаның уңғанлығына һоҡланырға ғына ҡала”, — ти Елена Илекәй ҡыҙы.
Хужабикә баҡсаһына экскурсияға ла алып сыҡты. Алты йыл хаҡлы ялда булғас, иркенләп баҡсаһын да үҫтерә ул. Әле 40 төр ҡарағаты бар, 15 төр алмағасынан уңыш ала. Виноградтың да биш төрө мул емеш бирә.





Автор: Л. ҒАФАРОВА. Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә