Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаман да ил мәнфәғәтен хәстәрләп
Һаман да ил мәнфәғәтен хәстәрләп Илебеҙ тарихында ҡара хәреф менән яҙылған хәл-ваҡиғалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ түгел. Шуларҙың береһе – 1986 йылда Чернобыль атом электр станцияһында булған фажиғә. Уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар инвалидтарҙың “Чернобыль союзы” тип исемләнгән йәмәғәт ойошмаһына берләшкән.

– Беҙҙәге 169 ағзаның йөҙҙән ашыуы – чернобылсе, – тип һөйләне Нефтекамалағы ойошма рәйесе Рәүил Исламов. – Егермеһе башҡа радиация һәләкәттәрен юҡ итеүҙә һәм ядро ҡоралын һынауҙа ҡатнашҡан махсус подразделениелар ветерандары, ҡал­ғандары – вафат булған ликвидатор­ҙарҙың тол ҡатындары һәм ағыуланған төбәктәрҙән күсеп килгәндәр.
Отставкалағы майор Рәүил Рухылбаян улы үҙе лә ул ваҡыттағы Киев хәрби окру­гының махсус батальоны командирының урынбаҫары вазифаһында ярты йыл тиерлек Чернобыль АЭС-ындағы шартлау эҙем­тәләрен бөтөрөүҙә туранан-тура ҡат­наш­ҡан. Уның етәкселегендәге хәрбиҙәр бер нисә тиҫтә ауылда зарарһыҙландырыу үт­кәр­гән, радиация менән ағыуланған туп­раҡты махсус тәғәйенләнгән урындарға сы­ғар­ған. Яҡ­шы хеҙмәте өсөн бүләк-маҡтауҙарға лайыҡ булған һәм, әлбиттә, барлыҡ ликвидаторҙар кеүек, тулы күләмен бер кем аныҡ белмәгән нурланыу алған.
– Радиация хаҡында бөтөнләй уйлама­ныҡ, – тип хәтерләй ветеран өс тиҫтә йылға яҡын элек булған хәлде. – Бындай һәләкәтте көтмәгәйнек, күп нәмәне белмәнек. Бар ты­рышлыҡты ҡуйылған бурыс­ты тейешенсә үтәүгә йүнәлттек. Ярай, хәрбиҙәрҙең үҙҙәре һайлаған яҙмышы, ти, унда беҙҙән һәм за­пас­тан саҡырыл­ған­дарҙан тыш, үҙ теләге менән килгәндәр ҙә бихисап булды. Ҡайһы берәүҙәр һаҡланыу сараларына бигүк иғти­бар бирмәне, шуға ла, ил мәнфәғәтен ҡай­ғыр­тып, йәштән генә сәләмәтлеген юғалт­ҡан­дар, бик иртә баҡыйлыҡҡа күскән­дәр күп.
Һаман да ил мәнфәғәтен хәстәрләпЭйе, әллә ни тауыш күтәреп зарланма­һалар ҙа, чернобылселәрҙең ил етәкселеге кимәлендә хәл итәһе ҙур мәсьәләләрҙән башлап урында сара күрерлектәренә тиклем һорауҙары етерлек. Мәҫәлән, һаулығы һиҙе­лер­лек ҡаҡшаған, инде өлкән йәшкә еткән барлыҡ ликвидаторҙарҙы ла иң кәмендә II группа инвалиды итеп таныу – күптән етешкән мәсьәлә, тип иҫәпләй улар. Медицина ярҙамы күрһәтеүҙә, кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр, күп кенә урында ғәҙәти күренешкә әйләнә барған һалҡын мөнәсәбәт тә ветерандарҙың күңелен ҡыра. Шифаханаларҙа сәләмәтлек­те нығытыу мөмкинлегенең дә йылдан-йыл ҡатмарла­ны­уы ла уларҙы хафаға һала. Шуға ла йәмәғәт ойошмаһының әүҙем етәкселәре чернобыл­се­ләргә көстәренән килгәнсә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүҙе үҙҙәренең төп бурысы тип һанай. Был ликвидаторҙарға ҡа­нундар бил­дә­ләгән хоҡуҡтарын, социаль йүнәлештәге льготаларын, төрлө компенсацияларын аңлатыуҙан башлана. Артабан һәр кемгә ҡағылған айырым мәсьәләләр хәл ителә.
Ойошма эшмәкәрлеген туғыҙ кешенән торған идара алып бара. Уның ағзаларының икәүһен күптән түгел тап иттем. Алтмыш биш йәшенә яҡынлаған Александр Абрамов – ҡалала билдәле шәхес. 42 йыллыҡ хеҙмәт юлының 33 йылы Нефтекама автозаводында үткән, предприятиела 25 тапҡыр һөнәре буйынса иң яҡшы тип табылған. Күкрәген биҙәгән Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдары һәм социалистик ярыш­тарҙа еңеүсе билдәләре ветерандың ҡа­ҙа­ныштары тураһында асыҡ һөйләй. Батырлыҡ ордены Александр Николаевич өсөн үтә ҡәҙерле. Хәрби химик-разведчик хеҙмәтен үтеүсе булараҡ, ул 1987 йылдың мартынан Чернобыль АЭС-ының 3-сө блогында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан.
Икенсе танышым Фәнил Тимерғәлиев һөнәре буйынса төҙөлөш оҫтаһы икән. Чернобылдә 1988 йылда булған, “Һәләкәткә тарығандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Аҙаҡтан Себер тарафтарында эшләгән, “Южарланнефть” идаралы­ғы­нан хаҡлы ялға сыҡҡан.
Бөгөн был ике уҙаман етәкселәре Рәүил Рухылбаян улы һәм башҡа фекерҙәштәре менән берлектә йәмәғәт ойошмаһы эштәре­нә төптән егелгән. Был көндәрҙә улар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу, чернобылселәргә байрам күстә­нәс­тәре әҙерләү мәсьәләләре менән янып йөрөй. Ҡалала үткәрелгән хәрби парадта инде бер нисә йыл ҡатнашҡан ликвида­торҙар быйыл да үҙҙәренең айырым сафтары менән үҙәк майҙандан үтәсәк.
Чернобыль фажиғәһенә 30 йыл тулыуға әҙерлекте күптән башлаған ойошма ағзала­ры. Уларҙың маҡсаты – ҡала хакимиәте яр­ҙа­мында радиация фажиғәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, уларҙа һәләк булғандар хөрмә­тенә һәйкәл асыу. Тағы ла бер изге эштәрен киләһе йылда билдәләнәсәк датаға теүәл­ләргә иҫәпләйҙәр: “Нефтекама чернобылсе­лә­ре” тигән китап-белешмәне нәшер ит­мәк­селәр. Бөгөн уның өсөн тейешле мәғлүмәттәр туплана.
– Ҡалабыҙҙа чернобылселәргә иғтибар тейешле кимәлдә, – тип белдерҙе Рәүил Рухылбаян улы. – Хакимиәт башлығы Рәшит Дәүләтовтың, уның беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитовтың даими ярҙамын тоябыҙ. Ойошмаға махсус бүлмә бирелгән, бында урынлашҡан ветерандар советы, хәрби хеҙ­мәт ветерандары комитеты менән берлектә эшләйбеҙ. Предприятие, ойошма һәм учреждение етәкселәре лә көсөнән килгәнсә ярҙам итеп тора. Барыһына ла рәхмәтлебеҙ.
Был һүҙҙәргә тағы нимә өҫтәйһең?! Бик мәслихәт. Киләсәктә лә шулай булырға яҙһын.






Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә