Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ундайҙар бик һирәк
Ундайҙар бик һирәк Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рауил Бикбаевтың Башҡортостан тарихы буйынса 100-ҙән ашыу мәҡәләһе һәм ике китабы донъя күргән. Ул илле йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынға белем биреү, тәрбиәләү эшенә арнаны.


Беҙ Рауил менән пед­учи­ли­щеға уҡырға инергә имтихан бир­гәндә таныштыҡ. Икебеҙ ҙә һу­ғыш йылдарында колхозда эш­ләп, тыныслыҡ яулап алынғас, 1945 йылдың сентябрендә уҡыр­ға килдек. Ул — Баш­ҡорт­остан­дан, мин — Ырымбур өлкәһенән. Дүрт йыл бергә, бер партала ултырып уҡып, училищены уңыш­лы тамамланыҡ. Мин мәктәпкә эшкә сығырға, ә Рауил Ырымбур пединститутында уҡыуын дауам итер­гә булдыҡ. Бер-беребеҙҙе юғалтмаҫҡа, көтөргә тип вәғәҙә биреп айырылыштыҡ. 1950 – 1955 йылдар икебеҙҙең дә уҡыу, эш­ләү, бер-беребеҙҙе көтөү йылдары тип хәтерҙә ҡалды.
1953 йылдың йәйендә никахлашып өйләнешһәк тә, миңә инс­титуттың ике курсын көндөҙгө бүлектә уҡып бөтөрөргә тура килде. Рауил, күңелһеҙләнһә лә, ике йыл мине көттө. 1957 йылдан бергә эшләп, бергә йәшәй башла­ныҡ.
1957 йылда Башҡортостанға ҡайтҡас, “Һаҡмар” совхозының ур­та мәктәбендә бер йыл эш­лә­гәс, Рауилды Бикбау ауы­лының һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор, уҡытыусы итеп тәғә­йенләне­ләр. Мин биологиянан, химиянан уҡыттым. Мәк­тәпкә биш ауылдан балалар йөрөп уҡыны, уҡытыу ике телдә барҙы, рус, башҡорт кластары бар­лыҡҡа килде. Ра­уил директор булараҡ, мәктәптең мат­ди нигеҙен ны­ғытты: кабинеттар системаһы бул­дырылды, мәк­тәп янында тәжрибә майҙаны яһалып, уҡыу­сылар көсө менән йәшелсә, емеш-еләк үҫтерелде. Ата-әсәләр көсө менән Буранғол, Бикбирҙе ауылы уҡыусыларына интернат, ашхана төҙөлөп, уҡыу­сыларҙы туҡландырыу ойошторолдо. Мәктәп яны участкаһы районда өлгөлө тип танылып, биологтарҙың август конференциялары шунда үтте.
Рауилды төрлө йәмәғәт эше лә баҫты. Бикбауҙа ҡыҙыбыҙ, улы­быҙ тыуып йәшәп ятһаҡ та, Рауил артабан уҡырға уйланы. Министрлыҡҡа барып белешеп, Свердловск ҡалаһына көндөҙгө аспирантураға уҡырға инде. Унда тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен яҡлап, эшкә ҡайтты. Ул йылдарҙа әле Совет ваҡыты — ҡайҙа эшләүеңде, йәшәүеңде обком хәл итә ине.
Аспирантураны тамамлап ҡайт­ҡас, беҙҙе Стәрлетамаҡ ҡа­ла­һы­на ебәреп, Рауилды нефть инс­титуты филиалына уҡытырға тәғәйенләнеләр. Унда бик тыныс, тырышып эшләп йөрөгәндә, Бө­рө институтына уҡытыусы, кафедра етәксеһе кәрәк, шунда бараһың, тип биш йыл эшләгәс, беҙҙе Бөрө ҡала­һына күсергә мәжбүр итте­ләр. Бында ла Рауил тарих фә­ненән лекциялар ғына уҡып ҡалманы, төрлө йәмәғәт эштә­ре­нә батты: мәҙәни-мәғри­фәт тәр­биә эштәре, се­минарҙар, командировкалар, ху­жалыҡ эш­тә­ре уның һаулығын ҡаҡшатты, тамам арытты.
Өфө авиация институтында вакансия булыу менән ошонда до­цент вазифаһында студент­тар­ға политэкономия, тарих фән­дә­ренән лекциялар уҡыны. Хаҡ­лы ялға сыҡҡас та, Рауилдың уҡыу-уҡытыу эше туҡтап ҡал­ма­ны, үҙе­нең пенсияла икәнен онотопмо, иркенләп матбуғат, уҡы­тыу эштә­ре менән шөғөлләнә башланы.
Өфөләге 20-се башҡорт гим­назияһында юғары категориялы тарих уҡытыусыһы бу­ла­раҡ, педагог-консультант ва­зи­фаһында 2003 йылға ҡәҙәр эшләне. Ошо йылдар араһында Әхмәтзәки Вә­лиди исемендәге Милли китапхана, Матбуғат йорто, “Китап” нә­­шриәте менән тығыҙ бәй­лә­неш­тә булды. Матбуғат бит­тә­рен­дә төрлө күләмле мә­ҡә­лә­лә­ре, балалар журналын­да тарихи хикәйәләре баҫылып торҙо.
Рауил Әфләтун улы тырыш, сабыр, әҙәпле, кешелекле ине. Матур холҡо тыумыштандыр, уның көслө аҡыл эйәһе булыуындалыр, күрәһең, тип уйланым. Ул тәбиғәт балаһы ла ине. Башҡортостанын, Иҫәнғолдо, Әбү­ләйесте яйы сыҡҡан һайын һағынып һөйләр ине. Ял ваҡы­тында ҡайтып барһаҡ: “Улым, машинаңды туҡтат әле”, — тип төшөп, тирә-яҡты байҡап, хисләнеп, бер аҙ йөрөп, мәт­рүшкә йә берәй сәскә өҙөп алып, ҡайтып еткәнсе, Иҫәнғол — Әбү­ләйес юлының матурлығын маҡ­тап: “Алла бирһә, ҡайтам Ейән­сураға, барыбер ҡайтам, бынауы эштәремде генә бөтө­рәйем”, — тигән булыр ине. Киҫ­кен хәл­дәрҙә иһә Рауил ғәҙел, талапсан, көслө рухлы булды.
Әние (ҡәйнәм) яғынан татар ҡаны булһа ла, ул башҡорт те­лен, халыҡ риүәйәттәрен, тарих­ты, ҡурай моңон, оҙон көй­ҙәрҙе, башҡорт музыкаһын сәғәттәр бу­йы тыңлап, рәхәтлек табып, ял итер, йөҙөндә ҡәнәғәтлек, ғо­рур­лыҡ балҡыр ине. Холҡо, үҙен то­то­уы ла һоҡланғыс, төҫ-башы күр­кәм булды. Матур, ғорур йә­шә­не, таҙа, бөхтә кейенергә ярат­ты. Миңә уның менән йә­шә­үе еңел, тыныс, ышаныслы ине.
Киленебеҙ сирләп китеп, донъя ҡуйғас, өс сабыйы ҡалды. Шул саҡ Рауил: “Атайҙары аяҡҡа баҫ­ҡансы, был балалар — беҙҙең ҡарамаҡта”, — тигәс, шул көндә үк хәл итеп, ейәндәрҙе үҙебеҙҙең ғаиләбеҙгә алып ҡайттыҡ. Был саҡ икебеҙ ҙә пенсияға сығып ҡына тора инек. Рауил эшләне, балаларҙы уҡыт­ты. Институт бө­тө­рөп, үҙаллы юлға сыҡҡансы өсөһөн дә ҡараны, күҙәтте, ярҙам итте. Беҙ, хаҡлы ялдағылар, шулай “ял иттек”.
Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, ту­ған­дар, таныш, яҡташтар Рауилды эҙләп, табып килер ине. Яр­ҙам­сыл, кешелекле булды, ҡулынан килгәнсә ярҙам итте, кәңәш, аҡыл бирҙе.
Мин Рауилды йәштән белгәс, барлығына ҡыуанып, ҡулымдан килгәнсә хөрмәт итеп йәшәнем. Эшкә китһә, оҙатып ҡалдым, ҡай­тыуын көтөп алдым. Төп хәстә­рем Рауил ине. Балаларымды баҡҡандай баҡтым, тәрбиәлә­нем, ҡайғырттым, эргәһендә бу­лырға тырыштым. Балаларыма ла: “Ата­йығыҙҙы, олатайығыҙҙы тыңла­ғыҙ, өйрәнегеҙ, белмә­гәнегеҙҙе һорағыҙ”, — тип торҙом.
Беҙ, ике етем, тик үҙебеҙҙең көсөбөҙ менән матур донъя ҡор­ҙоҡ, әсәйҙәребеҙҙе, туғандары­быҙҙы шатландырып, бәхетле йәшәнек. Шуның өсөн Рауилыма рәхмәт. Әммә уның бер етешһеҙ яғы бар ине: һаулығына иғтибар итмәне. Хәтере насарая башла­ғас, балалар: “Атай, әйҙә врачҡа барайыҡ, тикшерел, бәлки, дауаланып алырһың”, — тигәнгә: “Ярай, барырбыҙ. Бынауы эшем­де бө­төрәйем дә”, — тиер ине.
2013 йыл, 6 июль. Ейәнсура районының “Һаҡмар” совхозын­да Бикбаевтарҙың Шәжәрә байрамы була тигән хәбәр алғас, Рауил: “Ҡайтайыҡ”, — тип йыйынды. Көн бик эҫе торғас, мин: “Бара ал­мам”, — тинем. Рауил улыбыҙ, ейәнебеҙ менән китте. Апайҙа­ры­ның балаларын, ейән-ейәнсәр­ҙәрен күреп, танышып, үҙебеҙҙең балалар менән та­ныш­тырып, ҡу­наҡ булып ҡайт­ҡай­ны. “Туғандар тирә-яҡ ауыл­дар­ҙан да килгән. Үҙебеҙ­ҙең яҡты, эшләгән ауыл­дарҙы күреп ҡайттым әле”, — тине ул, хисләнеп. Был уның үҙ яғына һуңғы сәфәре, хушлашыуы булғандыр, күрәһең.
Рауилымдың юҡлығына алты ай үткәйне, ишек шаҡып, күрше ҡатын килеп инде. “Октябрҙә Оло йәштәгеләр көнөнә һин барма­ның, Рауил үҙе генә ине. Шул мәжлестә бер пенсионер уға: “Һеҙҙең оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере нимәлә?” — тип һорау бирҙе, ә Рауил ултырған урынынан тороп баҫты ла: “Яҡшы ҡатында”, — тип матур итеп әйтте”, — тине ул. Шуны ишетеп, шатландым да, иланым да. Мең рәхмәт, Рауилым, һуңғы баһаңды ишеттем…

Сажиҙә БИКБАЕВА,
мәғариф отличнигы,
тыл һәм хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә