Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рауил Бикбаевтың Башҡортостан тарихы буйынса 100-ҙән ашыу мәҡәләһе һәм ике китабы донъя күргән. Ул илле йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынға белем биреү, тәрбиәләү эшенә арнаны.Беҙ Рауил менән педучилищеға уҡырға инергә имтихан биргәндә таныштыҡ. Икебеҙ ҙә һуғыш йылдарында колхозда эшләп, тыныслыҡ яулап алынғас, 1945 йылдың сентябрендә уҡырға килдек. Ул — Башҡортостандан, мин — Ырымбур өлкәһенән. Дүрт йыл бергә, бер партала ултырып уҡып, училищены уңышлы тамамланыҡ. Мин мәктәпкә эшкә сығырға, ә Рауил Ырымбур пединститутында уҡыуын дауам итергә булдыҡ. Бер-беребеҙҙе юғалтмаҫҡа, көтөргә тип вәғәҙә биреп айырылыштыҡ. 1950 – 1955 йылдар икебеҙҙең дә уҡыу, эшләү, бер-беребеҙҙе көтөү йылдары тип хәтерҙә ҡалды.
1953 йылдың йәйендә никахлашып өйләнешһәк тә, миңә институттың ике курсын көндөҙгө бүлектә уҡып бөтөрөргә тура килде. Рауил, күңелһеҙләнһә лә, ике йыл мине көттө. 1957 йылдан бергә эшләп, бергә йәшәй башланыҡ.
1957 йылда Башҡортостанға ҡайтҡас, “Һаҡмар” совхозының урта мәктәбендә бер йыл эшләгәс, Рауилды Бикбау ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор, уҡытыусы итеп тәғәйенләнеләр. Мин биологиянан, химиянан уҡыттым. Мәктәпкә биш ауылдан балалар йөрөп уҡыны, уҡытыу ике телдә барҙы, рус, башҡорт кластары барлыҡҡа килде. Рауил директор булараҡ, мәктәптең матди нигеҙен нығытты: кабинеттар системаһы булдырылды, мәктәп янында тәжрибә майҙаны яһалып, уҡыусылар көсө менән йәшелсә, емеш-еләк үҫтерелде. Ата-әсәләр көсө менән Буранғол, Бикбирҙе ауылы уҡыусыларына интернат, ашхана төҙөлөп, уҡыусыларҙы туҡландырыу ойошторолдо. Мәктәп яны участкаһы районда өлгөлө тип танылып, биологтарҙың август конференциялары шунда үтте.
Рауилды төрлө йәмәғәт эше лә баҫты. Бикбауҙа ҡыҙыбыҙ, улыбыҙ тыуып йәшәп ятһаҡ та, Рауил артабан уҡырға уйланы. Министрлыҡҡа барып белешеп, Свердловск ҡалаһына көндөҙгө аспирантураға уҡырға инде. Унда тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен яҡлап, эшкә ҡайтты. Ул йылдарҙа әле Совет ваҡыты — ҡайҙа эшләүеңде, йәшәүеңде обком хәл итә ине.
Аспирантураны тамамлап ҡайтҡас, беҙҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһына ебәреп, Рауилды нефть институты филиалына уҡытырға тәғәйенләнеләр. Унда бик тыныс, тырышып эшләп йөрөгәндә, Бөрө институтына уҡытыусы, кафедра етәксеһе кәрәк, шунда бараһың, тип биш йыл эшләгәс, беҙҙе Бөрө ҡалаһына күсергә мәжбүр иттеләр. Бында ла Рауил тарих фәненән лекциялар ғына уҡып ҡалманы, төрлө йәмәғәт эштәренә батты: мәҙәни-мәғрифәт тәрбиә эштәре, семинарҙар, командировкалар, хужалыҡ эштәре уның һаулығын ҡаҡшатты, тамам арытты.
Өфө авиация институтында вакансия булыу менән ошонда доцент вазифаһында студенттарға политэкономия, тарих фәндәренән лекциялар уҡыны. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Рауилдың уҡыу-уҡытыу эше туҡтап ҡалманы, үҙенең пенсияла икәнен онотопмо, иркенләп матбуғат, уҡытыу эштәре менән шөғөлләнә башланы.
Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһында юғары категориялы тарих уҡытыусыһы булараҡ, педагог-консультант вазифаһында 2003 йылға ҡәҙәр эшләне. Ошо йылдар араһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Матбуғат йорто, “Китап” нәшриәте менән тығыҙ бәйләнештә булды. Матбуғат биттәрендә төрлө күләмле мәҡәләләре, балалар журналында тарихи хикәйәләре баҫылып торҙо.
Рауил Әфләтун улы тырыш, сабыр, әҙәпле, кешелекле ине. Матур холҡо тыумыштандыр, уның көслө аҡыл эйәһе булыуындалыр, күрәһең, тип уйланым. Ул тәбиғәт балаһы ла ине. Башҡортостанын, Иҫәнғолдо, Әбүләйесте яйы сыҡҡан һайын һағынып һөйләр ине. Ял ваҡытында ҡайтып барһаҡ: “Улым, машинаңды туҡтат әле”, — тип төшөп, тирә-яҡты байҡап, хисләнеп, бер аҙ йөрөп, мәтрүшкә йә берәй сәскә өҙөп алып, ҡайтып еткәнсе, Иҫәнғол — Әбүләйес юлының матурлығын маҡтап: “Алла бирһә, ҡайтам Ейәнсураға, барыбер ҡайтам, бынауы эштәремде генә бөтөрәйем”, — тигән булыр ине. Киҫкен хәлдәрҙә иһә Рауил ғәҙел, талапсан, көслө рухлы булды.
Әние (ҡәйнәм) яғынан татар ҡаны булһа ла, ул башҡорт телен, халыҡ риүәйәттәрен, тарихты, ҡурай моңон, оҙон көйҙәрҙе, башҡорт музыкаһын сәғәттәр буйы тыңлап, рәхәтлек табып, ял итер, йөҙөндә ҡәнәғәтлек, ғорурлыҡ балҡыр ине. Холҡо, үҙен тотоуы ла һоҡланғыс, төҫ-башы күркәм булды. Матур, ғорур йәшәне, таҙа, бөхтә кейенергә яратты. Миңә уның менән йәшәүе еңел, тыныс, ышаныслы ине.
Киленебеҙ сирләп китеп, донъя ҡуйғас, өс сабыйы ҡалды. Шул саҡ Рауил: “Атайҙары аяҡҡа баҫҡансы, был балалар — беҙҙең ҡарамаҡта”, — тигәс, шул көндә үк хәл итеп, ейәндәрҙе үҙебеҙҙең ғаиләбеҙгә алып ҡайттыҡ. Был саҡ икебеҙ ҙә пенсияға сығып ҡына тора инек. Рауил эшләне, балаларҙы уҡытты. Институт бөтөрөп, үҙаллы юлға сыҡҡансы өсөһөн дә ҡараны, күҙәтте, ярҙам итте. Беҙ, хаҡлы ялдағылар, шулай “ял иттек”.
Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, туғандар, таныш, яҡташтар Рауилды эҙләп, табып килер ине. Ярҙамсыл, кешелекле булды, ҡулынан килгәнсә ярҙам итте, кәңәш, аҡыл бирҙе.
Мин Рауилды йәштән белгәс, барлығына ҡыуанып, ҡулымдан килгәнсә хөрмәт итеп йәшәнем. Эшкә китһә, оҙатып ҡалдым, ҡайтыуын көтөп алдым. Төп хәстәрем Рауил ине. Балаларымды баҡҡандай баҡтым, тәрбиәләнем, ҡайғырттым, эргәһендә булырға тырыштым. Балаларыма ла: “Атайығыҙҙы, олатайығыҙҙы тыңлағыҙ, өйрәнегеҙ, белмәгәнегеҙҙе һорағыҙ”, — тип торҙом.
Беҙ, ике етем, тик үҙебеҙҙең көсөбөҙ менән матур донъя ҡорҙоҡ, әсәйҙәребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы шатландырып, бәхетле йәшәнек. Шуның өсөн Рауилыма рәхмәт. Әммә уның бер етешһеҙ яғы бар ине: һаулығына иғтибар итмәне. Хәтере насарая башлағас, балалар: “Атай, әйҙә врачҡа барайыҡ, тикшерел, бәлки, дауаланып алырһың”, — тигәнгә: “Ярай, барырбыҙ. Бынауы эшемде бөтөрәйем дә”, — тиер ине.
2013 йыл, 6 июль. Ейәнсура районының “Һаҡмар” совхозында Бикбаевтарҙың Шәжәрә байрамы була тигән хәбәр алғас, Рауил: “Ҡайтайыҡ”, — тип йыйынды. Көн бик эҫе торғас, мин: “Бара алмам”, — тинем. Рауил улыбыҙ, ейәнебеҙ менән китте. Апайҙарының балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен күреп, танышып, үҙебеҙҙең балалар менән таныштырып, ҡунаҡ булып ҡайтҡайны. “Туғандар тирә-яҡ ауылдарҙан да килгән. Үҙебеҙҙең яҡты, эшләгән ауылдарҙы күреп ҡайттым әле”, — тине ул, хисләнеп. Был уның үҙ яғына һуңғы сәфәре, хушлашыуы булғандыр, күрәһең.
Рауилымдың юҡлығына алты ай үткәйне, ишек шаҡып, күрше ҡатын килеп инде. “Октябрҙә Оло йәштәгеләр көнөнә һин барманың, Рауил үҙе генә ине. Шул мәжлестә бер пенсионер уға: “Һеҙҙең оҙаҡ йәшәүегеҙҙең сере нимәлә?” — тип һорау бирҙе, ә Рауил ултырған урынынан тороп баҫты ла: “Яҡшы ҡатында”, — тип матур итеп әйтте”, — тине ул. Шуны ишетеп, шатландым да, иланым да. Мең рәхмәт, Рауилым, һуңғы баһаңды ишеттем…
Сажиҙә БИКБАЕВА,
мәғариф отличнигы,
тыл һәм хеҙмәт ветераны.