Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Батырлыҡ – беҙҙең ҡанда”
“Батырлыҡ – беҙҙең ҡанда” “Хәбир Сөләймәнов – бар донъяға танылыу алған башҡорт спортсыһы, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаған, Бөтә донъя бокс берекмәһенең WBO NABO вакант титулын алған. Үҙенә ике һыу тамсыһылай оҡшаған игеҙәге Сабир ҙа – бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы”. Был мәғлүмәттәр Башҡорт википедияһынан алынды. Әммә бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, донъяның төрлө мөйөшөндә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең барыһы ла Хәбир Сөләймәнов атлы егетебеҙ хаҡында яҡшы белә. Ул Лос-Анджелес ҡалаһында ун йыл йәшәп, бокс буйынса ҙур еңеүҙәр яулап, тыуған яғына ҡайтты. Хәҙер Башҡортостанда ҙур эштәр атҡарырға йыйына.
– Әңгәмәне бала сағыңдан башлағы килә. Ниндәй малай ине ул бәләкәй Хәбир?
– Бәләкәй Хәбир, башҡа малайҙар кеүек үк, шуҡ, тиктормаҫ малай булғандыр, тип әйтә алам. Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек. Ағайыбыҙ Марат һәм Сабир менән мин. Сабир ҙа миңә ағай әле ул – ун минутҡа алдан тыуған бит (йылмая). Тыуған ерҙә – Силәбе өлкәһенең Илембәт ауылында – башланғыс кластарҙы уҡыныҡ та, күрше Дәүишкә йөрөп, белем ала башланыҡ. Ете саҡрым араны төрлөсә үтәбеҙ, уныһы инде автобус водителенең хәленә бәйле. Уҙған быуаттың туҡһа­нынсы йылдарын үҙегеҙ беләһегеҙ бит инде: халыҡ демок­ратия лозунгы аҫтында теләһә ни эшләй башланы, һүҙ азатлығы тип, кем нимә ишетә, ни уйлай, шуны һөйләне. Әгәр беҙ­ҙең водитель кистән ҡаты итеп “төшөрмәһә”, балалар уҡырға автобуста бара бит инде, әгәр киреһенсә булһа, йәйәүләп китәбеҙ. Тышта ниндәй миҙгел булыуына ҡарамаҫтан, ана шул рәүешле күрше ауылда белем алып сыҡтыҡ. Артабан инде Силәбе дәүләт агроинженерия универ­ситетының ауыл хужалығы етештереүен электрификациялау һәм автоматлаштырыу фа­куль­те­тында уҡыным.
– Ә боксҡа, көрәшкә ынтылыш ҡайҙан килә?
– Ҡыҙыҡ һорау. Бер ҡайҙан да килмәй, ул мин тыуған­дан алып күңелемдә йәшәй. Бындай һорауҙы миңә йыш бирәләр: ниңә бокс менән шөғөлләнеп киттең, ниңә башҡорт милли кейемендә сығыш яһайһың?.. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо юлды һайлама­һам, ғәжәп булыр ине. Башҡорт булғас, башҡорт кейемендә сығаһың инде рингка алыш башланыр алдынан. Бының бер ниндәй ҙә ғәжәпләнерлек нәмәһен күрмәйем.
– Аңлашылды. “Дыуамал рәсәйле” тигән ҡуша­матың да булғанын беләбеҙ. Улайһа, Америкаға юлланыуың хаҡында һөйләп китһәң?..
– Унда барырға теләк юҡ түгел ине, әммә бөтәһен дә Сабир менән икәүләп күккә ырғытҡан аҡса тәңкәһе хәл итте. Ана шул рәүешле беҙ океан аръяғына юлландыҡ. Америка унда килгәндәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы ала, тип әйтә алмайым. Беренсе төндө беҙ Сабир менән паркта йоҡланыҡ. Сәйер яңғырар, шулай ҙа кешеләре бик ярҙамсыл, яҡты ҡарашлы. Бокс менән шөғөлләнеү бик юғары кимәлдә ҡуйылған. Әйтәйек, Рәсәйҙә бокс индустрияһы юҡ! Бокс индустрия­һы – ул тотош бер эш тармағы. Боксерҙан тыш, унда тренер, промоутер, алыштарҙы ойоштороусы һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре көс түгә. Яңыраҡ “Өфө-Арена” спорт комплексында Денис Шафиҡов кеүек исеме донъяға билдәле боксерҙың, IBO версияһы буйынса 2009 йылғы донъя чемпионының көрәше булды. Мин халыҡ шығырым тулы булыр, башҡорттар һыймай торор инде залға тиһәм, спорт комплексының яртыһы буш ине. Беҙҙә нисектер бер-береңде ҡеүәтләү, ярҙам итеү тигән нәмә юҡ. Америкала йәшәгәндә бик күп дуҫтарым, таныштарым сәнғәт өлкәһендә лә үҙ һәләтен һынап ҡараны, уларға бөтәһе лә ярҙамлаша, ҡеүәтләй, беренсе концерт йәки күргәҙмә, сығыш булһа, үҙҙәре генә килмәй, билет алып туғандарын, күршеләрен са­ҡыра. Рәсәйҙә хәл башҡасараҡ. Кешеләр беҙҙә көнсөл һымаҡ тойолдо миңә. Ә ул – тотош милләтте, дәүләтте емерә торған насар ҡылыҡ. Нисектер шунан арынырға кәрәк ине. Әгәр берәй милләттәшебеҙ үҙенең таланты менән күтәрелеп килә икән, уға ярҙам итергә кәрәк. Мин, мәҫәлән, ҡулымдан килгән тиклем ҡеүәтләргә тырышам. Беҙҙе өйҙә башҡаларҙың ҡайғыһына ла, шатлығына ла битараф булмаҫҡа өйрәттеләр. Ғаиләбеҙҙә башҡорт теле яңғырап торҙо.
– Әйткәндәй, һине тыңлауы шул тиклем күңелле. Һөйләшеңдә Арғаяш башҡорттарының моңло аһәңе ишетелә. Мин дә рәхмәт әйтәм атай-әсәйеңә балаларын туған телле итеп тәрбиәләгәндәре өсөн!
– Эйе, шул тел аша беҙгә милләтебеҙ рухы ла һалын­ды. Ата-бабаларыбыҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынып, ни өсөн башҡорттар хаҡында башҡалар белмәй икән, тип әсенеп үҫтек. Мәҫәлән, мин бала саҡтан уҡ донъяға билдәле башҡорттар аҙ булыуына аптырай торғайным. Ә бит халҡыбыҙҙың тарихы бай, шанлы, данлы үткәне ғорурлыҡ тойғоһо уята. Олатайҙарымдың береһе батыр булған. Уның хаҡында китап та яҙҙым бит инде.
– Эйе, һин уны “БашгизХан” тип сығарҙың. Миңә исеме бик оҡшап етмәне, ниңә “Сөләймән батыр” түгел, мәҫәлән?
– Һүҙҙе алыҫтаныраҡ башлайым. Был китапты сығарыу идеяһы менән күптән яна инем. Иң тәүҙә ул миндә кино төшөрөү ниәте булараҡ яралды. Башҡорт­тарҙың, ошо төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың уртаҡ тарихы, яҡты үткәне бар, шул хаҡта башҡаларға ла һөйләге, еткерге килде. Донъяға билдәле режиссер, актер Мел Гибсондың “Ҡурҡыу белмәҫ йән” фильмын ҡарағас, тағы ла сәмләнеп киттем. Кино сәнғәте, ошо төр индустрия аша беҙ тотош донъяға халҡыбыҙ хаҡында һөйләй алабыҙ. Шунан Америкала йәшәгәндә кино төшөрөү теләге хаҡында ҡаҙаҡ режиссеры Тимур Бикмәмбәтовҡа әйттем. Ул үҙенең кәңәштәрен еткерҙе. Эйе, фильм төшөрөрлөк ерлек тә, сюжет та, мөхәббәт тарихы ла бар, әммә авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡлау ниәтенән башта сценарийыңды китап итеп сығар, тине. Ошо ниәттән әҫәр яҙҙым. Уға бер йыл тирәһе ваҡыт китте. Әлбиттә, мин яҙыусы түгел, шуға тарихи ваҡиға­лар, жанр үҙенсәлеге хаҡында әҙиптәр һүҙ әйтһә лә, аптырамам, әммә китабымдың рецензенты – тарихсы, яҙыусы Мирас Иҙелбаев. Художестволы юғарылыҡҡа иҫәп тотманым, ҙур тиҙлек заманында һәр кем ошо йыйынтыҡты ҡулына алып, уның аша башҡорт халҡы, уның яҙмышы, башҡа халыҡтар менән дуҫ йәшәүе хаҡында белһен тип теләнем. Баһаны ла ике төрлө генә ҡабул итәм: йә оҡшаны, йә юҡ. Әллә ниндәй анализдар кәрәкмәй миңә.
– Эйе, дөрөҫ әйтәһең, китаптың художестволы юғарылығы хаҡында бәхәсләшергә була, әммә халҡыбыҙҙың рухи ҡаһарманлығы тураһында яҡты эпизодтар аша һүрәтләүеңә – афарин!
– Рухи ҡаһарманлыҡ, рух тураһында Башҡортостанда күп һөйләйҙәр, күп әйтәләр, әммә, миңә ҡалһа, халыҡта тап ана шул сифат кәмегән төҫлө. Берҙәмлек самалы, милли идеяға торошло байрамдарҙы, ваҡиғаларҙы күтәреп алыу юҡ. Алда әйткәнемсә, Денистың көрәшенә килгән халыҡты күреп, шаҡ ҡаттым. Улай битараф булырға ярамай. Тырым-тырағай йөрөгән йәнлектәргә һунар оҙаҡ бармай, шуның кеүек, беҙгә берҙәм һәм уртаҡ маҡсатлы булырға кәрәк. Америкала үтһә Денис­тың ошо алышы, унда халыҡ шығырым тулы булыр ине. Бигерәк тә мексикандар боксты ярата. Улар спорттың был төрөнә ҙур иғтибар бүлә. Нимә генә тимә, бокс – ул Олимпия уйындары исемлегенә ингән ярыш. Беҙҙә лә уның үҫешенә ыңғай йоғонто яһау кәрәк. Кимәлде чемпиондар, Рәсәйҙә, донъяла билдәле спортсылар һаны күрһәтә. Беҙҙең ил – һәүәҫкәр бокс үҫешкән донъялағы көслө дәүләт. Иң шәп һәүәҫкәр боксерҙар, олимпия чемпиондары – Рәсәйҙән, сөнки был спорт төрө юғары кимәлдә үҫешкән.
– Үҙең был йәһәттән ниндәй эштәр башҡараһың?
– Сит илдәрҙә лә йәшәлде, Рәсәйҙең төрлө төбәк­тә­рендә лә йөрөлдө, шуға күрә бокс буйынса күнекмәләр үҙәге булдырыу хаҡында хыялланам. Әле Өфөлә бер спорт залын ҡуртымға алып, шунда балалар, үҫмерҙәр менән шөғөлләнә башланым, әммә башҡорттар бик һи­рәк килә. Уларҙа спорт аша сыҙамлыҡ, көс, рухи ныҡлыҡ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләргә теләр инем. Мәрхәмәтлек фонды ла булдырып, уның аша сәләмәтлеге ҡаҡшаған­дарға ла ярҙам итеү теләге бар. Китаптан алынған килемдең 10 процентын Ленар Ибраһимов исемле малайҙың һаулығын нығытыуға ебәреп торҙом. Ул да – минең кеүек игеҙәк һыңары. Бәлки, минән тыш та мәрхәмәтлек күрһәтергә теләүселәр булыр, шуға банк карточкалары һандарын әйтеп китәйем: 63900206 9027192838 (“Һаҡлыҡ банкы”), 4406 6650 2895 9197 (“УралСиб”).
– Бына һин Америкала халыҡ бик ярҙамсыл, тинең, ә уларҙың тыуған иленә мөнәсәбәте нисек?
– Ватансылыҡ тойғоһо уларҙа юҡтыр ул. Американдар был йәһәттән бөтөнләй икенсе төрлө уйлай, донъяға бүтән төрлө ҡарай. Улар бит әрме өсөн һалым түләй, шуға күрә тыуған илем тип яуға сығасаҡ­тары юҡ. Киреһенсә, һалым ойошмалары нишләп армияны ҡуҙғатмай, тип әйтеүҙәре ихтимал. Ә беҙҙә ватанға, ергә мөнәсәбәт бөтөнләй икенсе төр­лө. Башҡорттар бигерәк тә үҙ ере, иле тип йәнен бирергә әҙер. Милләттәштә­ремде төрлө яҡлап аса башланым Баш­ҡортостанға килгәс. Иң ғәжәплән­дергәне – тыуған ил өсөн янып-көйөү ныҡ көслө, ә күршеңә, туғаныңа ярҙам ҡулы һуҙыу теләге аҙ. Ниңә улай икәнен һаман аңлай алмайым.
– Денистың көрәшен республика халҡы күрҙе. Ә һинең алыштарыңа ҡасан тамаша ҡыла аласаҡбыҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, бында ҡайтҡас, күнекмә­ләр кәмене, Америкала мин тотошлайы менән бокс донъяһында йәшәнем, тиергә лә була. Шулай ҙа халыҡтың ихтыяжы ла, үҙемдең теләк тә бар ул, әммә был эш ҙур сығымдар талап итә. Эшҡыуар­ҙарға, билдәле сәйәсмәндәргә лә әйтеп ҡарағаным бар, әммә әлегә ойошторорға теләк белдергән кеше юҡ. Был миңә генә бәйле эш түгел. Дәғүәсе саҡырыу, уның сығышын тәьмин итеү ҙә ҙур сығымдарға барып тоташа. Аллаһ бойорһа, моғайын, атҡарырбыҙ был эште. Ваҡыт күрһәтер әле. Башҡа ниәттәр ҙә етерлек, алдан һөйләргә яратмайым, әммә беҙ әле лә ҙур проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Халҡыбыҙ тарихын, милләте­беҙ бәҫен донъяға танытыу идеяһы менән янабыҙ.
– Яңынан китабыңа әйләнеп ҡайтам инде. Ул миңә “Ҡурҡыу белмәҫ йән” киноһын бик ныҡ хәтерләтте. Быныһы – бер. Икенсенән, уны халыҡҡа тараттыңмы, әллә һатылдымы?
– Һуңғы һорауығыҙ минең йәнемә тейә. Шуға яуапты тап ошонан башлайым. Нисек инде ул тараттыңмы? Беләһегеҙме, уны сығарыр өсөн мин 107 мең һум аҡса сарыф иттем. Рәссамдарға, мөхәррирҙәргә, рецензентҡа – китап өҫтөндә эшләгән һәр кешегә түләнем. Ә нишләп әле үҙемдең хеҙмәтемде бушҡа таратырға тейеш? Мин бит уны сығарып, киреһенсә, килем алырға тейешмен дә инде. Рәсәйҙә халыҡ бушты, бүләкте ярата. Был дөрөҫ түгел. Ошо күренеш үҙе үк илдең үҫешен тотҡар­лай. Халыҡ һаман да социализмдағы “уравниловка”нан арына алмай. Бөтә кеше лә бер төрлө эшләй, уйлай, йәшәй алмай. Ә ни өсөн әле күберәк эшләгән кеше ялҡау менән бер төрлө эш хаҡы алырға, бер тиң йәшәргә тейеш? Ул бит донъяһы яҡшыраҡ булһын өсөн көсөн, талантын һала! Шуға күрә таратыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Йәнә лә бөгөн мин ул китапты һатыу менән шөғөлләнмәйем.
Эйе, китап Мел Гибсондың китабын хәтерләткәндер, сөнки шул әҫәр тәьҫирендә яҙылды ул. Шотланд батыры Уильям Уоллес менән Салауат батырҙың уртаҡ һыҙат­тары бик күп. Улар икеһе лә империялағы ҡоллоҡто бөтөрөү, үҙ ерҙәрен һаҡлау өсөн ошо төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтар менән бергә көрәшкән. “Ниңә Салауат хаҡында яҙманың?” тигән кешеләр ҙә булды. Беҙҙең киң билдәле батырыбыҙ ул. Әммә миңә, Салауат хаҡында яҙырға һин яҙыусы түгелһең, тинеләр. Шуға күрә ки­таптың йөкмәткеһе бер аҙ үҙгәрҙе. Йәнә лә Силәбе ерендә йәшәгән батыр рухлы олатайымды күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Эйе, китапта уйҙырма­лар ҙа юҡ түгел, был бит киносценарий, әммә нәҫеле­беҙҙә, ысынлап та, халҡы өсөн яуға күтәрелгән, ихтилалдарҙа ҡатнашҡан ата-бабаларым да бар.
– Һуңғы һорауым спортҡа бәйле. Хәбир, бөгөн һиңә еткән бокссы бармы Рәсәйҙә?
– Профессиональ ярыштар, спортсылар хаҡында хәбәр­ҙар­мын. Әлбиттә, профессиональ бокс менән шөғөлләнгәндәр араһында миңә дәғүәсе булырлыҡтар бар. Миңә Олимпия уйындарында ҡатнашырға һуң инде, шулай ҙа Рәсәйҙә лә көрәшеп ҡарарға иҫәп юҡ түгел. Көрәш майҙанында осрашырға яҙһын!

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гульнур
    Гульнур от 09.05.2015, 13:03
    Бер кеше яугир була алмай тиһәләр ҙә был егет бәлки беҙҙә революция яһар? Ҡурҡаҡҡа әйләнеп бөткән бит халыҡ. "Башҡортостан" гәзите ошондай мәҡәлә баҫтыра ла икән, тимәк өмөт бар әле ул беҙҙең халыҡта






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873