Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Витаминдар – тәмләткес үләндә!
Витаминдар – тәмләткес үләндә! “Уф, һуған һалған! Ашамайым!” Танышмы был һүҙҙәр? Әлбиттә! Балалар йыш ҡына аҙыҡҡа тәмләткестәр, йәшелсә һалғанды өнәп бөтмәй.

Ә бит уларҙың файҙаһы ифрат ҙур – организм өсөн барлыҡ файҙалы матдәләр, витаминдар тупланған. Хатта тәмләткес үләндәрҙәге ҡайһы бер витаминдар йәшелсәлә, емеш-еләктә лә юҡ. Әлбиттә, сабыйҙар уларҙы өҙөлгән килеш бөтөнләй ашамай. Шуға ла балаға һигеҙ айҙан аҙығына шпинат, укроп, петрушка, ирәүән ҡушып бирә башларға кәрәк. Йәш ярымдан барлыҡ үҫемлектәрҙе лә бирергә була. Улар бөтәһе лә үҙебеҙҙең баҡсала үҫә.
Петрушка
Был үлән микроэлементтарға һәм витаминдарға бай.
Петрушкала РР, В1, В2, К витаминдары, каротин, эфир майҙары бар. Бынан тыш, был ғәжәп үләндең 100 грамында С витаминының яҡынса ике тәүлек нормаһы бар. Был 100 грамм лимондан дүрт тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Яҙ көнө был витаминдар һәр кешегә, айырыу­са балаға кәрәк.
Ҡуҙғалаҡ
Ҡуҙғалаҡты даими ашаған кешелә анемия булмай.
Үҫентенең әскелтем япраҡтары органик матдәләрҙең ысын сығанағы булып тора. Уның менән тимер яҡшы эшкәртелә. Шуға ла иткә ҡушып бирелгәндә тағы ла йәтешерәк. Ҡуҙғалаҡта каротин бар. Кескәйҙәрҙең үҫеше, күҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн ул бигерәк тә кәрәк. Бер йәштән үк балаларҙың аҙығына аҙлап ҡуҙғалаҡ ҡушып бирә башлау мөһим.
Һарымһаҡ
Һарымһаҡ тәбиғи антибиотик булараҡ билдәле.
Ул күп бактерияларҙы үлтерә. Бынан тыш, һарымһаҡ ашҡаҙанды таҙарта, йәбешеп торған матдәләрҙе иретә, ҡанды шыйыҡлата, шулай уҡ тир сығарыуҙа, һейҙек ҡыуыуҙа ла әһәмиәте ҙур.
Был йәшелсәне айырыуса бешкән килеш ашағанда тештәр, теш ҡаҙнаһы өсөн файҙалы. Ашҡаҙандың эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшырта, аппетитты аса. Шуға ла баланы кескәйҙән һарымһаҡҡа өйрәтергә кәрәк. Бер йәштән бешкән аҙыҡтарға биш грамм самаһы йәшелсә ҡушып биреү мөһим. Ә йәш ярымдан уны салатҡа һалып бирергә лә ярай.
Салат
Был үлән баланың организмын С, В, Р, Е, К витаминдарына һәм микроэлементтарға байытып ҡына ҡалмай, ә һыу балансын тоторға ла ярҙам итә.
Йәнә аҙыҡ эшкәртеүҙе көйләй, сафландыра.
Салат организмды тынысландыра, йоҡоно яҡшырта. Шуға ла уны балаға киске ашҡа ҡушып биреү һәйбәтерәк. Йәш ярымдан балаға йөҙ грамм самаһы салат бирә башларға була.
Ирәүән
Үҫемлектең һабағы бик тәмле, уны ҡулланғанда, тәмле аҙыҡ килеп сыға.
Ә бына тамырынан дауалау препараттары эшләйҙәр. Ирәүән – диетик аҙыҡ, шуға ла врачтар уны һигеҙ айҙан баланың рационына индерергә ҡуша. Ул аҙыҡты эшкәр­теүгә һәйбәт тәьҫир итә, бөйөрҙөң эшмәкәрлеген көй­ләй. Ирәүәнде сабыйға һигеҙ айҙан бешкән килеш (50 грамм), йәш ярымдан сейләй (50 – 200 грамм) бирергә кәрәк.
Укроп
Был үҫентенең ғәжәп тәмле еҫен бөтәһе лә ярата.
Яңы ғына өҙөлгән укропта тимер, бөтә витаминдар, кальций һәм эфир майҙары бай. Балалар организмы өсөн уның файҙаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул эс ҡатыуҙы йомшарта. Һигеҙ айлыҡ сабыйҙың ашына 5, ә йәш ярымдан 5-10 грамм яңы өҙөлгән үҫентене ҡушып бирергә кәрәк.
Йәшел һуған
Һуған һабағы ауырыу тыуҙырыусы микробтарға ҡаршы дауа булып тора.
Ул фитонцидтарға, С, Е витаминдарына, шулай уҡ йод, кальций, калийға бай.
Шпинат
Ул, ҡуҙаҡлы үҫентеләр кеүек үк, аҡһымға бай булыуы менән үҙенсәлекле.
Ә витаминдарҙың күплеге буйынса – чемпион! Белгестәр унда ун төрлө витамин һәм ғәжәп күп микроэлемент булыуын асыҡлаған. Шулай ҙа баланың аҙығына уны аҙнаһына ике тапҡырҙан артыҡ ҡушырға ярамай.
Шпинатты сабыйға һигеҙ айҙан һуң төрлө аҙыҡҡа бешкән килеш ҡушып бирә башларға кәңәш ителә. Ә ике йәштән һуң 200 грамм салатҡа 50 грамм яңы үлән япрағы биреү кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә